Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Апрель , 14:59

Уҡытыусы һәм яҙыусы – шәхес остазы

Ф.Б. САНЪЯРОВ,филология фәндәре кандидаты, шағир, әҙәби тәнҡитсе,Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы

Уҡытыусы һәм яҙыусы – шәхес остазы
Уҡытыусы һәм яҙыусы – шәхес остазы

Хәҙерге этник мәҙәниәтебеҙҙә һоҡланғыс бер феномен күренеш йәшәп килә: әҙип һәм уҡытыусы эшмәкәрлегенең айырылғыһыҙ берҙәмлеге. Ысынлап
та, уларҙы бер нисә мәҙәни һәм һөнәри уртаҡлыҡ бәйләп тора, мәҫәлән, кеше һәм шәхесте рухи-эстетик йәһәттән формалаштырыу, аҡылын һәм күңел донъяһын даими үҫтереү. Аҡыл эйәләре юҡҡа ғына: “Әҙәбиәт – тормош дәреслеге”, – тимәгән. Шуға ла алдынғы ҡарашлы педагог, ниндәй генә һөнәри йүнәлештә эшләмәһен, донъя әҙәбиәте классиктары ижадына таяна, тәрбиә процесында ҡанатлы һүҙҙәргә мөрәжәғәт итә. Бөгөн һәр бер остаз белем алыусының шәхси, коммуникатив, регулятив кеүек универсаль эшмәкәрлеген, донъяға ҡарашын формалаштырыуҙа уларҙы актив ҡуллана, шунһыҙ мөмкин түгел. Ошо хаҡта фекер йөрөткәндә, бер уникаль күренеш иҫкә төшә: бөйөк совет математигы, академик А.Н. Колмогоров шул тиклем шиғриәтткә ғашиҡ була, рус шиғыры төҙөлөшө, архитектоникаһы, поэтикаһы буйынса тиҫтәләрсә филологик китаптар баҫтырып сығара. Улар әҙәбиәт теоретиктары өсөн, шағирҙар өсөн ифрат файҙалы булды. Үҙебеҙҙә мин ошондай күренеште танылған ғалим, физика-математика фәндәре докторы Ә.М. Ғайсин өлгөһөндә күрәм, ул башҡорт әҙәбиәтен, тарихын, философияһын, айырыуса,шиғриәтте ифрат юғары кимәлдә белә, шиғыр яҙыу шул уҡ математик проблеманы хәл иткән кеүек ул, тигән фекерен ишеткәнем, Хәсән Назар шиғриәтенә арналған китабын уҡығаным бар. Тимәк,математика ғына түгел, әҙәбиәт тә фәндәр батшаһы икән!
Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһын этник мәҙәниәттән, художестволы әҙәбиттән башҡа, минеңсә, күҙ алдына ла килтереп булмайҙыр, сөнки үҙе шуларға ғашиҡ булған педагог ҡына тел һәм әҙәбиәт дәрестәрен бар күңелен һалып уҡыта, уҡыусыһының аңына һәм хис-тойғоларына тәьҫир итә ала. Рәми Ғарипов атаҡлы шағирыбыҙ икән, унда уҡытыусыһы Мәрйәм апай Ғималованың роле иҫ киткес ҙур! Шулай булмаһа, Мәскәүҙәге студент уҡытыусыһы менән хаталышыр инеме?! Үҙ ҡолағым менән Мәрйәм Ғималованың Рәми Ғариповтың тиҫтәләрсә шиғырын яттан һөйләүен ишетеү насип булды. Был да феноменаль күренеш.
Башҡортостан Республикаһы яҙыусыларының байтағы хеҙмәт юлын мәктәптән, балаларға әҙәбиәт һәм тел уҡытыуҙан башлай. Мәҫәлән, Жәлил Кейекбаев, Фәрит Иҫәнғолов, Ноғман Мусин, Әхмәт Сөләймәнов, Булат Рафиҡов, Рауил Ниғмәтуллин, Барый Ноғоманов, Самат Ғәбиҙуллин һәм башҡалар.
Күп шағирҙар һәм әҙиптәр ғүмер буйы ике йөктө тарта: тел һәм әҙәбиәттән уҡыта, бер үк ваҡытта әҙәби ижадтан айырылмай, шул рәүештә, ике йүнәлештә үҫә бара. Уларҙың ҡайһы берҙәрен генә атау менән сикләнәбеҙ: Рәсимә Ураҡсина, Миңлегөл Хисамова, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Шәүлиә Зөлҡәрнәева, Камил Фазлый, Рәмзәнә Абуталипова, Фирүзә Абдуллина, Әлиә Саматова... Уларҙың күбеһе Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, йәки мәҙәниәт, матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларының маҡтаулы хеҙмәткәре булып танылды. Республика әҙәбиәтен һәм мәғарифын үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерҙе. Беҙ бөгөн шундай әҙип-педагогтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Мәҡәлә сиктәрендә ҡайһыберҙәренә генә туҡталырға мәжбүрбеҙ. Мәҫәлән, яҙыусы һәм журналист Рим Исхаҡовтың исеме күптәргә таныш. Ул күп кенә республика гәзит-журналдары ның әүҙем авторы.
Очерктары, һүрәтләмәләре даими донъя күрә. Әҙип тәр ҙең ижади портреттары, яңы сыҡҡан китаптарға рецензиялары, юбилей мәҡәләләре бер нисә йөҙҙән артып китте. Филологик һәм лингвостилистик анализ принциптарын яҡшы белгән әҙерлекле уҡытыусының барлыҡ хеҙмәттәре үҙенең тәрәнлеге,
фекер киңлеге, объектив баһалау оҫталығы менән айырыла. Заман менән бергә атлаған абруйлы педагог, М. Өмөтбаев премияһы лауреаты бөгөн интернет селтәрендә актив ижад итә. Киң ҡатлам уҡыусылар “Бәйләнештә” селтәрендә донъя күргән философик парсаларын йылы ҡабул итте. Актер булырға хыялланған уҡытыусы район сәхнәһендә Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев образын тыуҙырҙы, Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар урта мәктәбендә оҙаҡ йылдар ул етәкләгән драма түңәрәге эшләй, телһөйәр уҡыусылары бер саранан да ситтә ҡалмай. Яҙыусы һәм тел уҡытыусыһының ысын образы ул!
Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының «Ашҡаҙар» әҙәби түңәрәгендә ҡанат нығытҡан шағирә Сулпан Миңлебаева 1985 йылдан Көйөргәҙе районының Мораптал урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыта, ҙур уңыштарға ирешә, “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы” бәйгеһендә еңеп,
грантҡа лайыҡ була. 2012 йылдан тик әҙәби ижад менән шөғөлләнә. Шиғырҙары 12 йыйынтыҡта донъя күрҙе. Педагог-шағирә ижады уҡыусылары күңеленә һәр саҡ хуш килә, сөнки уларҙа матурлыҡҡа ынтылыу, ихласлыҡ, намыҫ һәм тоғролоҡ кеүек ҡиммәттәр сағыла. Халҡыбыҙҙың этник мәҙәниәтен һәйбәт белгән Әбйәлил ҡыҙы ижадында ҡобайыр стиле заманса балҡыш ала:
Һөйөү тәхетенә мендергән дә,

Һөйгән йәрҙән тамам биҙҙергән дә,

Илар ғына саҡта көлдөргән дә,
Башыбыҙҙы түбән эйҙергән дә
Һөйәкһеҙ ҙә генә тел икән!
Фекереңде төйнәп, һүҙҙәреңде
Уйлап ҡына әйтә бел икән! (“Тел икән...”)
Күренеүенсә, а-а-а-а-а, б-б рифмалы, 10 – 9 үлсәмле был афористик ижад бынамын тигән һүҙ сәнғәте өлгөһө! Унан сафлыҡ та, тәрән аҡыл да, халыҡ ижадындағылай философик дөйөмләштереүҙәр күңелгә майҙай яғыла. “Һүҙ ҙәремә ҡот ҡоямын” әҫәре лә этник йөкмәткеле, тәрбиәүи мотивлы. Ошо
шиғыр менән дәрес башлағанда ла уҡыусы йөрәгенә педагог-шағирә ни ҡәҙәрле рухи байлыҡ бөркөүен әйтмәйенсә лә һиҙеп була: “Һүҙҙәремә ҡот
ҡоямын / ҡотло булһын. // Морон төрткән үлән кеүек/ һутлы булһын. // Әйтер һүҙем ҡылыс кеүек / үткер булһын. // Һәр һөйләмдә уйға һалыр / Фекер булһын. //Ҡотло һүҙем күңелдәрҙе / имләр булһын. // Тик дөрөҫөн, хәҡиҡәтте / Һөйләр булһын”. Ҡобайыр стилендәге был поэтик әҫәр хаҡында әллә ни тиклем һүҙҙәр әйтке килә, сөнки ул педагогик трактаттарға торошло тәрән мәғәнәле әҫәр...
Ғәҙәттә, ҙур оҫталыҡҡа эйә булған шағирҙар, йылдар уҙғас, дүрт юллыҡтарға мөрә жәғәт итә. Мәҫәлән, халыҡ шағиры Рауил Бикбаев һуңғы тиҫтә йылда тик хәҙистәр ижад итте, уҡыусыһына әйтәһен 4, 2, хатта бер юллыҡ афористик хикмәттәрҙә еткерҙе. Сулпан Миңлебаеваның ижади үҫешен мин
шундай ҡыҫҡа сюжетлы, тәрән мәғәнәле әҫәр ҙәрҙә күрәм: “Тура һүҙҙә сама бар ул, / ялған һүҙҙә сама юҡ. // Үҙ балаһын тоғролоҡҡа / өйрәтмәгән ана юҡ.”
Шағир һәм уҡытыусы, етәксе Фәнил Бүләковтың да исеме халҡыбыҙға яҡшы таныш, сөнки талантлы шағир 2009 йылда Бәләбәйҙә үткәрелә килгән “Илһам шишмәләре” төбәк-ара фестивалдә Гран-при яуланы, ә күптән түгел “Йөрәк һүҙе”ндә еңеүсе тип аталды. Ғалим-әҙәбиәтсе Зәки Әлибаев: “Фәнил Бүләков шиғриәтенең офоҡтарыкиңәйә, аяҙ көндөң үҙе кеүек асыла ғына бара”, – тип яҙҙы. Мин уның ижадын алтмышынсы йылдарҙа шиғриәткә килгән Рауил Бикбаев, Тимер Йосопов, Хәсән Назар, Ҡәҙим Аралбай, Әсхәл Әхмәтхужа кеүек һүҙ оҫталарына оҡшатам, сөнки Фәнилдә быуындарҙан тапшырылыр этник аң бар, донъяны сәсәндәрсә күҙаллау бар. Ул традицион образдар ярҙамында заманса поэтик фекерләү өлгөһөн уңышлы күрһәтә,
башҡорттоң донъяны ҡабул итеүе заман башҡа, заң башҡа тип тормай. Тормош – бәйге, үҙем һыбайлы ла Майҙандарға сыҡтым дан атта. Ҡарын ярып сыҡҡан мәлдән бирле Өҙәңгелә минең аяҡтар...Хәтәр бит!.. Этник аң, рух һәм иман бөтөнлөгө ана шулай сәсәндәрсә фекерләүгә этәрә: “Ҡамғаҡ саҡтарым да әле иҫтә, / Тәгәрәнем үҙ#үҙемде эҙләп. // Тормош далаһының әсе еле, / Күңелемдә әле ала өзләп”, “Әллә йәнем анау һары айғыр, / Тарпан һыртлы ҡаты тояҡлы. ?! // Ҡороҡтарға йәне быуылғанда, / Тояҡтарын ярҙы ни саҡлы”.
Фәнил Бүләков ижадының төп һыҙаты, минеңсә, шунда: ул һөйләмәй, ә колорит буяуҙар менән үткәнде һәм бөгөнгөнө һынландыра. Уларҙа халҡыбыҙҙың
меңәр йыллыҡ тарихы һыҙлана, ә рух уяныуы йәнгә дауа. Художестволы фекерләүенең этник аңыбыҙға, йола-ыҙындарыбыҙға яҡын булыуы һәр һөйләмен афоризм, мәҡәл-әйтемдәребеҙ кимәленә күтәрә: “Ҡымыҙ еҫе һеңгән далала”, “Күңел ярһыу, ажар йылға төҫлө”, “Үҙ итергә теләп үҙемде, Һүҙ итергә теләп һүҙемде”, “Ерҙәге фәрештәм – инәйем”, “Ҡында ятҡан ҡылыс – Уралҡайым, Мең аҫылташ ҡыны – тамаша!”, “Беҙ – меңләгән тере ҡуҙҙар илдә, Дөрләтерлек рухтың усағын”. Мәктәп, уның мең төрлө ваҡ мәшәҡәте ошондай кимәлдәге шағирҙы ҡороҡламаймы икән, тигән хилаф уйҙар килеп ҡуя. Элеккеләй, ял йорттарына, Переделкино, Дубылтыларға йөрөп ижад итһә, ниндәйен әҙәби күренеш булыр ине бындай ижад! Шуныһы ҡыуаныслы: Фәнилдең мәғариф өлкәһендә лә, етәкселектә лә һынатҡаны юҡ.
Мәғрифәт һәм шиғриәт. Ниндәй уртаҡлыҡ барлығын алда уҡ әйттек, ана шул уртаҡлыҡты мин Ринат Сөләймәнов ижадында тойомлайым.

БДУ тамамлаған Архангель районы егете Өфө ҡалаһының 68-се лицейында тел һәм әҙәбиәт уҡыта башлай, ике тиҫтә йыл белем һәм тәрбиә бирә шағир-уҡытыусы. Уның “Китап” нәшриәтендә шиғырҙар һәм проза китаптары ташҡа баҫылды. Шиғриәтендә балалар әҙәбиәтенә ҡараған әҫәрҙәр һәм тәбиғәт лирикаһы өҫтөнлөк итә. Мине, айырыуса, “Мостай фатирында” һәм “Уҡытыусы монологы” шиғырҙары һоҡландырҙы.
“Әҙиптең эш бүлмәһенән / Бөркә ижад ҡомары. // Шағир, ҡәләмен ҡалдырып, /Ялға сыҡҡан ни бары. // Хушлаштыҡ. Килгән йортҡа / Урамдан баҡтым шул саҡ. // Шағир бүлмәһендә ут бар, / Әйтерһең, рухи усаҡ”, “Ә шулай ҙа балаларға бағып,/ Беҙ табабыҙ оло кинәнес. // Бәхет – сабыйҙарҙың ҡарашында – / Шулдыр ожмах ерҙә тигәнең”. Ринат Сөләймәнов шиғырҙары поэтикаһы, башлыса, сағыштырыуҙарҙы, метафораларҙы уңышлы ҡулланыу ҙан ғибәрәт, уларҙың байтағын авторҙың художестволы фекерләүе өлгөһө тип атап була: “йөрәгем – ынйы һүҙ”, “төнгө усаҡ – йөрәк ялҡыны”, “ай – рампа” һәм башҡалар. Ана шулар шиғырға йән өрә, һүҙ күркәменә әүерелдерә: “Меңләп йондоҙ – ғашиҡ тамашасым, / Төнгө усаҡ – ялбыр сәстәрең. //Ҡаршы ал һин ҡыйыу йөрәк менән / Ярһыухистәр – һөйөү ғәскәрен”. Мәғрифәт һәм шиғриәт уҙаманы булырға яҙһын!
Ғүмере буйы балаларға һабаҡ биреп, мәктәп директоры, уҡытыу эштәре урынбаҫары булып эшләп,шул мәшәҡәтле эш араһында шиғриәткә хыянат итмәгән әҙиптәребеҙ бар. Уларҙың береһе – Фирүзә Абдуллина. Шағирә Баймаҡ районында тыуа, Стәрлетамаҡ, Ейәнсура, Ҡырмыҫҡалы райондарында
рус теле һәм әҙәбиәте уҡыта. Бөгөн ул 6 шиғри йыйынтыҡ авторы, сираттағыһы – “Әсәйем һабаҡтары” исемендә 2023 йылда “Китап” нәшриәтендә донъя
күрҙе. Һуңғы осорҙа ул йыр текстары авторы булараҡ та киң танылыу яуланы, 2021 йылда “Йыл шиғыры” еңеүсеһе тип аталды. Әйтәһе фекеремде “Әсә йем һабаҡтары”на нигеҙләмәксемен. Йы йынтыҡ юҡҡа шулай тип аталмаған, китапҡа ингән барлыҡ шиғыр ҙарҙа, ысынлап та, әсә һүҙҙәре, фатихаһы, һабаҡтары лейтмотив рәүешендә яңғырай. Уларҙы, икенсе төрлө, халҡыбыҙҙың этник педагогикаһы, аң хәтере, тәрән фекер һалынған мәҡәл-әйтемдәре беҙҙең заманса йәшәү формаһы тип ҡабул итергә кәрәк. Иң мөһиме: автор уларҙы үҙ балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә генә арнамай, ә тотошлайы менән барлыҡ йәштәребеҙгә бағышлай. Уҡытыусы һәм яҙыусы – шәхес остазы булып сығыш яһай. Әсә һабаҡтарынан: “Әсәй ҡәҙерен белмәҫһең, үҙең әсәй булмайса”, “Өй һалырға урын түгел, күрше һайла, балаҡайым”, “Ҡарғыш төшмәй, рәнйеш төшә, кеше рәнйетмә, балам!”. Ошондай ғибрәтле һабаҡтарға яуап рәүешендә ижад ителгән әҫәрҙәр бөгөн бик тә кәрәк, сөнки улар йәш быуынға этнопедагогик аҡылбирә. Фирүзә Абдуллина шиғриәтен халҡыбыҙ үҙ итте, сөнки ул ижадтан халыҡ рухы, ер рухы аңҡып тора. Халыҡсан стиль авторҙың үҙенең дә тәрән мәғәнәле афоризмдар ижад итеүен талап итәлер: “Яраларҙы ваҡыт ямай, тиҙәр, Юҡ, йәшерә бары төпкәрәк...”, “Тик белегеҙ: йәште һөртөрмөн дә Йылмайырмын һеҙгә ҡабаттан!”, “Шыма һөйләүсенең арҡаһында Әҙер була уғыһаҙағы”, “Ҡапыл килмәй бары бәхет кенә, Бәхет кенә – һәр саҡ көтөлгән”.
Фирүзә Абдуллина шиғриәте тел һәм стиль үҙенсәлектәре буйынса, шиғыр төҙөлөшө тәңгәлендә киңерәк пландатикшеренеүҙәр талап итә, сөнки ул
уҡыу сыһының йөрәген һәм аңын күптән үк яуланы, күңелен йыр-моң менән байытты.
Оҙаҡламай Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы үҙенең 90 йыллығын билдәләй. Күп һанлы һүҙ оҫталары менән бер рәттән, республикабыҙ мәктәптәрендә уҡытыу-тәрбиә эшен әҙәби эшмәкәрлек менән бергә алып барған ҡәләмдәштәребеҙ бар.
Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙә, халҡыбыҙҙың художестволы зауығын ҡәнәғәтләндереүҙә уларҙың да ижади хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: