Башҡорт яҙыусыларының, шағирҙарының ижадын өйрәнеү аша әҙәби тел нормалары нығына, ҡулланылыуҙа һирәк осраған һүҙҙәрҙең мәғәнәләре асыла. Әгәр ҙә әҙиптәр маҡсатлы рәүештә телебеҙҙе байыҡтырыу өҫтөндә эшләһә, яңы атамалар, диалект һүҙҙәре ҡулланылышҡа индерелә, һирәк осраған һүҙҙәр яңыртыла һәм әҫәр ҡабатланмаҫ балҡышында күҙ алдына баҫтырыла.
Тап ошондай ижад тыуҙырыусы һүҙ оҫтаһы, егәрле прозаиктарҙың береһе республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәли Ибраһимов ине. Ғүмерен журналистика менән бәйләгән кеше булараҡ, ул башҡорт ерен арҡырыһы-буйына кисеп үткән, төрлө урындарҙағы һөйләш-ара һәм диалекттар үҙенсәлеген аңлаған, ер-һыу атамаларының легендаларын яҡшы белгән. Шуға хәҙерге Көйөргәҙе, Федоровка, Мәләүез райондары биләмәләре араһында йәшәгән башҡорт халҡының батыр улы Кинйә Арыҫланов тураһында тарихи роман-дилогия яҙырға булғас, яҙыусы шул тирәләге топонимиканы киң ҡуллана һәм уны төп геройҙың холоҡ-фиғелен, эшмәкәрлеген сағылдырыуҙа файҙалана.
Романдың геройҙары, халыҡсан һүҙҙәр ҡулланып, диалектҡа хас һөйләшә, әҫәргә телебеҙҙең аҫыл мәҡәл-әйтемдәре индерелә, фразеологизмдарҙың киң ҡулланылышы күҙәтелә. Ғөмүмән, романдың теле халыҡсан алымдарға, тапҡыр һүҙгә, һүрәтләү сараларына ла бай. Шуға әҫәрҙең һәр геройы иҫтә ҡала, үҙенә генә хас интонация, телмәр мелодикаһы ла авторҙың халыҡ телен тәрән ихтирам итеүе, уны ҡәҙерләүе тураһында һөйләй.
Миҫалдар: саруа – халыҡ массаһы, наибы – ярҙамсыһы, ябауыл – һөжүм итеүсе төркөм, улъя – трофей, ибтидаи – башланғыс, галаунай – башлап йөрөүсе, алғасҡы тап – алдан килеүсе төркөм, һайғаҙаҡ – тоҡом йылҡылары өйөрө, саңдау (саңлау) – малдарҙың йәйге торлағы; бата алыу – фатиха, ризалыҡ доғаһы алыу; көрсөк – эш аҙағы, сиреү – армия, оҙон кикел – аттың маңлай сәсе, тарлан буҙ – тимер күк, аламансы – кеше талаусы.
Ошондай һирәк осрай торған һүҙҙәр менән эш итеү авторҙың маҡсатына яуап бирә, һәм роман ысын мәғәнәһендә халыҡ тарихын яҡтыртыусы киң планлы эпохаль әҫәргә әйләнә.
Ике китаптан торған “Кинйә” романы топонимик атамаларға бик бай. Тәүге китабында ҡулланылған топонимик байлыҡ менән генә осрашыу ҙа Ғәли Ибраһимовтың ни тиклем киң ҡоласлы яҙыусы булыуын күрһәтә:
Ҡаран буйы – хәҙерге Федоровка – Көйөргәҙе райондары аша ағыусы йылға, Ағиҙел – башҡорт ере аша аҡҡан иң ҙур йылға, Ҡуғанаҡ – Стәрле йылғаһының ҡушылдығы, Ашҡаҙар – Ағиҙелдең ҡушылдығы, Ҡашҡар – Стәрле – Мәләүез араһындағы ауыл, Мәкәтаулы һыуы – Нөгөштөң ҡушылдығы, Килмәк ауылы – хәҙерге Мәләүез ҡалаһы янындағы ваҡ ауылдарҙың береһе, Мәләүез йылғаһы – хәҙерге Мәләүез ҡалаһы аша ағыусы йылға, Нөгөш – Ағиҙелгә килеп ҡушылған йылға, Аҡһыу аръяғы – Ағиҙел йылғаһының халыҡ араһындағы исеме, Тора буйы – Мәләүез районы аша аҡҡан йылға, Нәтәҙе тауы – Нөгөш буйындағы тауҙар теҙмәһе, Көнгәк тауы – Мәләүез ҡалаһы буйындағы тауҙар теҙмәһе, Өстамаҡ – Ағиҙелдең өс айырсаға айырылып аҡҡан ере, Юралы өйө – Стәрлегә етәрәк йәйләү урыны, Торатау итәге – шихан тау итәге, Ҡуңыр буға юлы – Урал тауҙары һыртындағы легендар юл; Ҡара кеше тауы – хәҙерге Пугачев ауылы янында, Иҙелбаш, Әүжән, Ҡағы, Үҙән буйҙары – Белорет – Бөрйән араларындағы урындар; Ишмөхәмәт ауылы – Мәләүез районына ҡараған ауыл (Иштуған), Су-Ҡаялы йылғаһы – Һуҡайлы йылғаһының тәүге исеме, Яман ҡала – Ырымбурға ҡаҙаҡтар биргән исем.
Романдың беренсе китабына ингән был топонимик атамалар автор тарафынан ерле халыҡ теленән яҙып алынған, тарихи документтар менән нығытылған. Был атамаларҙың башҡорттар тарихында тотҡан урыны күҙ уңында тотолоп, халыҡ хәтеренә индерелә бара. Улар араһында ҡайһы бер атамаларҙың аңлатмалары юҡ: күренеүенсә, автор бында ҡайһы бер ауыл исемдәрен үҙгәртеп, ер-һыу атамаларын да дөйөмләштереп алған булырға тейеш. Билдәле булыуынса, был ерҙәрҙән генерал Кириллов экспедицияһы үтә. Уның янында Ҡотломөхәмәт Тәвкилев исемле ҡанескес кеше була һәм шул тирәләге ауылдарҙы яндырып, халҡын ҡырып бөтөрөп килә. Шуға был тирәләге ауылдар исеме лә бер аҙ үҙгәртелеп алыналыр, сөнки халыҡ ҡурҡытыла: уларға ла Салауаттың ауылы яҙмышы янай. Күп халыҡтар, ауыл исемдәрен үҙгәртеп, икенсе ергә күсеп, нигеҙләнеп китә. Романдағы топонимик атамаларҙың ҡайһы бер үҙенсәлектәре ошо ваҡиғалар менән бәйле булырға тейеш.
Әҫәрҙә телгә алынған ер-һыу атамалары буйынса карта төҙөгәндә, унда Кинйә Арыҫлановтың башҡорт ерҙәре, уның байлығын халыҡҡа ҡалдырыу өсөн һалған тырышлығын асыҡтан-асыҡ күрергә булыр ине. Тарихи урындарҙың һәр береһе шәхестең ул осорҙағы сәйәси, милли мәсьәләләрҙең уртаһында ҡайнауын күрһәтә. Мәҫәлән:
Нуғай даруғаһы – Алтын Урҙа дәүерендә һәм Ырымбур экспедицияһынан һуң Башҡортостанда административ-территориаль берәмек, Аюҡа яғы – көньяҡта башҡорттарға ҡушылған ҡалмыҡтар йәшәгән ерҙәр, Зөйә тамағы – Силәбе ҡалаһы янындағы крепостар төҙөлгән урын, Ҡарауыл тауы – хәҙерге Чесноковка ауылы янындағы тау, Яйыҡ – Урал йылғаһы, Ыртыш – Иртыш йылғаһы, Тубыл – Тобол йылғаһы, Сулман – Кама йылғаһы, Яйыҡбаш крепосы – Уральск ҡалаһын нигеҙләүсе ҡала, Ур тамағы – Ырымбур янындағы йылға, Минзәлә яҡтары – элекке башҡорт ерҙәре сиге, Һарытау юлы – Саратов юлы, Тоҙтүбә – Соль-Илецк юлындағы түбә, Иләк – Илецк ҡәлғәһе.
Кинйә абыҙҙың Себер, Нуғай, Ҡазан даруғаһы старшиналары менән осрашыуы, башҡорт ерҙәрен сикләгән Минзәлә, Яйыҡ, Иләк, Һарытау яҡтарында һөйләшеүҙәр алып барыуы, әҫәрҙә Сулман, Тубыл, Ур тамағы, Аюҡа яғы кеүек ер-һыу атамаларының ҡулланылыуы Кинйә Арыҫлановтың үҙ еренең ысын патриоты, юғары кимәлдәге етәксе булыуы тураһында һөйләй, уның илселек сифаттарын аса.
Башҡорт халҡы тарихында бик күп яҡты исемдәр бар. Улар араһында Кинйә абыҙ Арыҫланов – айырым бер эпоханы тултырып, үҙенә һәр саҡ тартып торған шәхес. Ғәли Ибраһимовтың уға арналған “Кинйә” романы шәхестең тарихи ролен бөтә яҡтан аса алған. Бының өсөн автор башҡорт халҡының азатлыҡ көрәшен ойоштороусылар тураһындағы тарихи материалдар менән эшләй, арҙаҡлы шәхестәр яҙмышын асыҡлай.
Эшебеҙ ошо образды асыу өсөн романда ҡулланылған топонимик материалдарҙы өйрәнеүгә ҡоролдо. Һәр атаманың мәғәнәһе, уларҙың бөгөнгө географик урыны, батыр тормошондағы әһәмиәте билдәләнде. Ер-һыу атамалары аша автор Кинйәнең күңел байлығын да, тыуған ерен яратыуын да аса алған. Был атамалар араһынан беҙ тарихи ерлекле атамаларҙы һайлап алдыҡ һәм уларҙы шәхес яҙмышы менән бәйләнек. Һөҙөмтәлә, топонимика аша бөйөк шәхестең башҡорт халҡына арнап башҡарған эштәре, халҡы тураһындағы хыялдары сағылыш тапты.