Бөтә яңылыҡтар

Беҙҙең ҡайнар ҡаныбыҙҙа сал тарихтың даны бар

Маҡсат. Уҡыусыларҙың Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте буйынса белемдәрен киңәйтеү, тарих менән таныштырыу; тыуған республикаң менән ғорурланыу тойғоһо, уның тарихына, мәҙәниәтенә ихтирам, бөгөнгө яҙмышына ҡыҙыҡһыныу, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу. Зал байрамса биҙәлә. Стенаға тыуған ил, тел тураһында мәҡәлдәр, шиғырҙарҙан өҙөктәр яҙып эленә. Тыуған ауыл, район тураһында һүрәттәр, иншалар күргәҙмәһе ойошторола.

1-се алып барыусы. Сәләм һиңә, изге тупраҡ, сәләм, күпте күргән ер! Һиндә тыуған батыр ирҙәр, һиндә тыуған сәсән ир!
Хәйерле көн, хөрмәтле ҡунаҡтар, дуҫтар! Һеҙҙе Әхмәтзәки төйәгендә күреүебеҙгә сикһеҙ шатбыҙ!

2-се алып барыусы. Рәхмәт һиңә, изге тупраҡ, батырҙар үҫтергән ер,
Йәшәү тәме – азатлыҡ, тип рух ҡанатын ҡаҡҡан ер!

1-се алып барыусы. Минең халҡым быуаттар буйы азатлыҡ, ғәҙеллек өсөн көрәш алып барған.
Ырыу ҡошо мин – Бөркөт,
Йәшәмәнем өркөп,
Йәшәнем ҡан бөркөп:
Ҡанын дошмандың.
Сәмреғош – яһил ҡош,
Илде туҙҙырҙы,
Алҡымдан быуҙы.
Яуға уҡталдым.

2-се уҡыусы.
Бейектә оса ҡоҙғон ҡош,
Унан бейек осор ыласын бар.
Ыласындан да бейек оса торған
Ҡош батшаһы – ҡыйғыр бөркөт бар.
Шул бөркөттәй, егет, батыр бул,
Тайғаныңда таян дуҫтарға.
Яуҙа арыҫландай ажғырып,
Йән аямай ташлан дошманға.
(Парлы милли бейеү башҡарыла.)

3-сө уҡыусы.
Арыҫландар үҙ ерен
Залимдарҙан тапатмаҫ.
Тапайым тип атлаһа,
Башҡорт ҡаны атлатмаҫ.
Ил өҫтөнә сапҡан яу
Башҡорт йәнен ҡаҡшатмаҫ,
Бысраҡ табан аҫтында
Башҡорт намыҫы ятмаҫ.
Башҡортостан – гөлбостан,
Сөмбөлөстан, нурбостан,
Шунда тыуып, шунда үҫкән
Башҡорт атлы арыҫлан!
Башҡортостан баҡсаһы –
Арыҫландар торған ер;
Арыҫландар бабаһы –
Ҡаһармандар йөрөгән ер;
Ҡаһармандар кәүҙәһен
Ҡосаҡлаған, күмгән ер;
Хәләл ҡандар шәүләһен
Күккә тәслим ҡылған ер.
Башҡортостан – гөлбостан,
Былбылстан, нурбостан,
Шунда тыуып, шунда үҫкән
Башҡорт атлы арыҫлан!


1-се уҡыусы. Рәсәй Президенты В. Путиндың Указына ярашлы, 2019 йылда Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығы билдәләнәсәк. 1919 йылдың 20 мартында Башҡортостан территориаль-милли автономияһын раҫлай, 23 мартта килешеү тураһында мәғлүмәт матбуғатта баҫыла. Ошо көн Башҡорт автономияһы төҙөлөү көнө тип йөрөтөлә. Башҡорт халҡы, рус халҡы менән бер рәттән, Рәсәйҙә федерализмға нигеҙ һалыусы булып тора, ти тарихсылар. Ерен, телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалырға булышлыҡ иткән килешеүгә ҡул ҡуйыу халҡыбыҙ өсөн айырыуса әһәмиәтле була.

2-се уҡыусы. Тарихты төплө белгән, көслө рухлы шәхес булараҡ, 1917 йылдарҙа Әхмәтзәки Вәлидигә милли хәрәкәтте башлау тураһындағы уйҙар тынғылыҡ бирмәй. Эште үҙ ваҡытында башларға кәрәк була. Автономия яулау өсөн бик күп ауырлыҡтар, юғалтыуҙар аша үтергә тура килә. Бер йыл эсендә генә Ырымбурҙа өс-дүрт тапҡыр ҡоролтай һәм съездар уҙғарыла. Вәлидиҙең көрәштәштәре лә уҡымышлы, рухлы, киләсәкте тоҫмаллай торған ир-егеттәр була. Бик төплө итеп яҙылған программа, ер һәм башҡа мәсьәләләр буйынса ҡарарҙар, резолюциялар ҡабул ителә. Ә беренсе башлап юл ярыусыларға һәр ваҡыт ҡаршылыҡтар осрай.
(Н. Асанбаевтың “Исемкәйең ҡайтты, Вәлиди!” пьесаһы буйынса өҙөк сәхнәләштерелә.)
Ст а л и н. Вәлидов... Зәки Вәлиди... Нисек минең ҡулымдан ысҡынды ул? Ҡара әле, ниңә гел генә минең күҙ алдымда тора ул ҡырағый башҡорт? Миңә ҡаршы сыға. Фекерен көсләп таға. Уйларға ирек бирмәй... Һаман күҙ алдымда тора?.. Әллә ауырыйым инде?..
(Кинәт Әхмәтзәки Вәлиди пәйҙә була.)
Вә л и д и. Бына, хәҙер һинең менән асыҡтан-асыҡ һөйләшергә була, Сталин.
Ст а л и н. Вәлидов, һин аш менән атҡанға таш менән атаһың.
Вәлиди. Әйе, беҙҙең башҡортта шундай әйтем бар. Тик был осраҡта, мин башҡасараҡ әйтер инем. Пәйғәмбәр тигәнебеҙ иблис булып сыҡты...
Сталин. Ә беҙҙең ҡайһыбыҙ иблис һуң? Һинме, минме?
Вәлиди. Ә тәхеттә кем ултыра? Һинме, минме?
Сталин. Тәхеттә батшалар ғына ултыра, Вәлидов.
Вәлиди. Халыҡ ана шул батшаларҙы иблис тип атай ҙа инде. “Би-ик яратҡанға» күрә әйтә. Үҙҙәренең артында, әлбиттә. Мин бына һинең күҙеңә бәреп әйтәм, Сталин.
Сталин. Иблис тип?.. Тимәк, Сталин — иблис!.. Ҡыҙыҡ, бик ҡыҙык был. Бына, ишетмәгәнеңде ишет, Сталин, башҡорт Вәлидовтан... Иблис... Вәлидов, ҡасандыр, беҙ дуҫтар инек бит?
Беҙ һине, Вәлидов, Башҡортостанлы иттек. Тарихта эҙһеҙ юғалырға торған халыҡты республикалы иттек. Һеҙгә автономия бирҙек!
Вәлиди. Эйе, бирҙегеҙ. Исем өсөн...
Сталин. Нисек исем өсөн?
Вәлиди. Башҡортостан Республика түгел ул хәҙер, ә милли-мәҙәни мөхтәриәт тип аталған бер меҫкен виләят. Башҡортостанды киҫкеләп-тураҡлап бөтөрҙөгөҙ, иң бай ерҙәребеҙҙе Силәбе, Ырымбур, Пермь, Ҡорған, Екатеринбург, Һамар, Һарытау өлкәләренә биреп, беҙҙән бер-ике театры, дауаханаһы һәм мәктәбе булған мәҙәни автономия әүәләнегеҙ. Нимә, Сталин, хәҙер башҡорттарға йырларға ла бейергә генә ҡалдымы инде? Беҙгә “Асса!” тип әйтеп тороусы юҡ...
Сталин. Вәлидов! Башҡорт та башҡорт, тиһең. Ҡайҙа ул башҡорт? Юҡ ул һинең башҡортоң! Бөткән ул!..
Вәлиди. Башҡортто уны, Сталин, ун урыҫ батшаһы ла бөтөрә алманы...
Сталин. Бына нисек! Ә мин башҡорттар күптән бөткән, мәсет ҡарттары ғына ҡалған, улары ла үлеп бөтөп бара, тип уйлағайным. Вәлидов, әйт әле, ә ул урыҫ батшалары ла үлтереп бөтөрә алмаған башҡорттарҙың көсө нимәлә һуң?
Вәлиди. Рухтарының ныҡлығында, Сталин.
Сталин. Ә ул рух ныҡлығын ҡайҙан алаһығыҙ?
Вәлиди. Беҙҙең ҡанда ул.
Сталин. Ҡанда?
Вәлиди. Башҡорттар йәшәү көсөн тарихтан ала. Ата-бабаларының быуаттар буйына алып барған милли-азатлыҡ көрәшенән. Ҡурай менән ҡумыҙҙан, йырҙарҙан, бейеүҙәрҙән, телебеҙҙән, бөйөк шәхестәребҙҙең васыяттарынан, риүәйәттәрҙән алабыҙ. Аңланыңмы инде, Сталин?
(Ҡурай моңо аҫтынды Ш. Бабичтың “Ҡурайҡайға” шиғыры тасуири уҡыла.)
Һыҙҙырт, ҡурай, үткән ҡайғыларҙы,
Өҙҙөрт, ҡурай, йөрәккәй ҡылдарын;
Һиҙҙерт, ҡурай, ҡайнар тойғоларҙы,
Һөйҙөрт, һөйләп башҡорт моңдарын.
Һөйлә Һаҡмар, Яйыҡ, Ашҡаҙарҙы,
Һөйлә йәмле Урал буйҙарын;
Һөйлә ожмах кеүек сахраларҙы,
Йәйелеп ятҡан йылҡы, ҡуйҙарын.
Быуын-быуын ғүмер Башҡортостан
Һуғарылды ҡара ҡан менән;
Сыҡтыҡ ҡара көстән ҡанды эскән,
Һуғарылһын инде йәм менән!..
Килде заман, инде шатлан, ҡурай,
Йәмле тауышың илгә яңыраһын!
Ҡыуанып китһен урман, сахра, туғай,
Буҙ турғайҙар ҡыуанып һайраһын.
Күкрәтеп, геүләп, һайрап, өзләп
Килде, ҡурай, уйнар миҙгелең,
Яҡты уйҙар һалып, дәртен ҡуҙғап,
Күккә ашыр йөрәктәр һиҙгерен!
(“Ҡайҙа һеҙ, һай, башҡорт егеттәре” йыры йырлана,“Таң ҡыҙҙары” бейеүе башҡарыла.)
1-се алып барыусы. Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тула. Был оло ваҡиға ил кимәлендә билдәләнер, сөнки республикабыҙ йөҙ йыл дауамында Рәсәйҙең ышаныслы, ныҡлы төбәге булып ҡала килде. Күп милләтле республикабыҙ Ватан тарихында тәрән эҙ ҡалдырҙы.
2-се алып барыусы. 1612 йылда Минин менән Пожарский ополчениеһында башҡорттарҙың Мәскәү өсөн поляктарға ҡаршы һуғышы, ҡурҡыу белмәҫ “төньяҡ амурҙары”ның 1812 йылғы Ватан һуғышында күрһәткән ҡаһарманлығы, башҡорт халҡының уртаҡ ватаныбыҙҙы дошмандан һаҡлауға индергән өлөшө – хәрби йылъяҙмаһы ил тарихынан барыһына ла яҡшы билдәле. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында иһә Башҡортостан фронтҡа 700 меңдән ашыу кеше ебәрә, уларҙың 300 меңе яу яландарында ятып ҡала, 278 яугир Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.
Бөгөн күп милләтле республика халҡы иңгә-иң терәшеп төрлө тармаҡ хужалыҡтарын үҫтерә, мәҙәниәтте һаҡлай, төбәктең данлы тарихын яҙа.
1-се алып барыусы. Тап ошо берҙәмлек бөтөн Рәсәйгә Башҡортостанды милләт-ара татыулыҡ, хеҙмәттәшлек өлгөһө итеп танытты. Бөгөнгө Башҡортостан – илдең тотороҡло һәм әүҙем үҫешкән төбәктәренең береһе ул. (Уҡыусылар Башҡортостан тураһында шиғырҙар һөйләй.)
Сал бөркөттәр осҡан Башҡортостан –
Салауаттай ирҙәр төйәге,
Нисә быуын яугир ҡаһармандар
Россияның булды терәге.
Башҡортостан беҙҙең азатлыҡтың,
Берҙәмлектең ныҡлы ҡалҡаны,
Уралдағы барлыҡ милләттәргә
Һин атайсал, дуҫлыҡ Ватаны!
* * *
Башҡортостан – башҡорт иле,
Шунда беҙҙең тамырҙар,
Беҙҙең ҡайнар ҡаныбыҙҙа
Сал тарихтың даны бар.
Башҡортостан – башҡорт иле,
Ағиҙелкәй, Уралҡай.
Мең михнәттәр күргәндә лә
Дуҫлыҡ утын ул һаҡлай.
Башҡортостан – башҡорт иле,
Күкрәгендә – ут-ташҡын.
Мәңгеләктән мәңгелеккә
Барыр юлы тоташһын!
1-се алып барыусы.Халҡыбыҙҙың рухын һаҡлаған аҫыл заттарыбыҙ артһын, таралһын. Бөтәбеҙгә лә һаулыҡ-сәләмәтлек, ғаилә бәхете, эшебеҙҙә уңыштар юлдаш булһын, ҡәҙерле дуҫтар! (Кисә аҙағында “Беҙҙең ил” йыры йырлана.)

М.Ә. ЗАРИПОВА,
Ишембай районының Көҙән мәктәбе уҡытыусыһы

Читайте нас: