Бөтә яңылыҡтар

З. Биишева ижадында баланы милли традициялар, халыҡ ижады өлгөһөндә тәрбиәләү проблемаһы

Һәр башҡорт яҙыусыһыныңәҫәрендә тәрбиәүи моменттар, педагогик ҡараштар ярылыпята. Нимә һуң ул «педагогик ҡараш»? Был төшөнсәнеаңлатыу өсөн тәүҙә «педагогика» терминынааңлатма бирәйек.

Һәр башҡорт яҙыусыһыныңәҫәрендә тәрбиәүи моменттар, педагогик ҡараштар ярылыпята. Нимә һуң ул «педагогик ҡараш»? Был төшөнсәнеаңлатыу өсөн тәүҙә «педагогика» терминынааңлатма бирәйек.

“Педагогика –ул тәрбиә һәмбелем биреү тураһындағы фән”[1]. Ошо аңлатманансығып, түбәндәгеләрҙе аныҡларға була: авторҙың педагогик ҡарашытип уның әҫәрҙәрендәуҡыусыны тормошта дөрөҫ юлһайларға, айыҡ аҡылменән эш итергә өйрәтеүҡағиҙәләренең тупланмаһына әйтәләр.
Башҡортәҙәбиәтендә яҙыусыларҙың педагогикҡараштары әле яңы өйрәнеләбашланы. Шундай хеҙмәттәрҙең береһенбилдәле ғалим И. Вәлиев яҙҙы.Ул, М. Кәримдең педагогик ҡараштарынөйрәнеп, «Педагогика Мустая Карима»[2] тигән хеҙмәтенбаҫтырып сығарҙы.
Балалар әҙәбиәте – бөтә совет әҙәбиәтенең айырылмаҫ бер өлөшө, әҙәбиәттең дөйөм закондарына нигеҙләнә. Ләкин шул уҡ ваҡытта балалар әҙәбиәте – ул үҙенсәлекле әҙәбиәт. Балалар яҙыусыһы үҙ ижадында педагогикаға, психологияға нигеҙләнергә, тәрбиә бурыстарынан сығып эш итергә һәм балаларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын, ихтыяждарын иҫәпкә алырға тейеш.
Зәйнәб Биишева ла, ҙур бурыстар һәм балалар әҙәбиәте алдында торған маҡсаттарҙан сығып, балалар өсөн күп кенә әҫәрҙәр ижад итте. Хикәйә һәм повестары аша ул тыуған илгә һәм хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләргә өйрәтте.
З. Биишева оҙаҡ ҡына йылдар балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бәйле эштәр башҡара: тәүҙә ул бер нисә йыл мәктәптә уҡытыусы, унан «Пионер» журналында әҙәби хеҙмәткәр, нәшриәттә уҡытыу-ғилми әҙәбиәтен сығарыу буйынса редактор, ә Бөйөк Ватан һуғышы алдынан Башҡортостан радиокомитетында балалар өсөн тапшырыу бүлегенең яуаплы редакторы булып эшләй. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа (1947 – 1951) ул Башҡорт дәүләт нәшриәтендә балалар әҙәбиәте секторының мөдире була.
Был эштәр З. Биишеваның яҙыусы булараҡ формалашыуына, уның ижади эшмәкәрлегенең йүнәлешенә йоғонто яһамай ҡалмай. Тап ошо йылдарҙа әҙибә балалар өсөн әҫәрҙәр ижад итә. Ошо өлкәлә оҙаҡ ҡына йылдар эшләп, М. Кәрим, Ә. Бикчәнтәев, Ғ. Ғүмәр, Ф. Иҫәнғолов, Ҡ. Даян, Ш. Биҡҡол, К. Кинйәбулатова, Ф. Рәхимғолова, Р. Ғабдрахманов кеүек яҙыусылар менән бер рәттән, башҡорт балалар әҙәбиәте үҫешенә ҙур ғына өлөш индерә.
1941 йылда З. Биишева тыуған илде фашист илбаҫарҙарынан һаҡлауҙа балаларҙың да ҡатнашыуын һәм батырлыҡ күрһәтеүҙәрен һүрәтләгән “Партизан малай” повесын яҙа.
Яҙыусының һуғыш ваҡиғаларына мөрәжәғәт итеүе көсөргәнешле, героик ваҡиғаларға бай сюжет тыуҙырырға мөмкинлек биргән. Һәм был, үҙ сиратында, балаларҙың батырлыҡ эшләүҙәрен мауыҡтырғыс итеп күрһәтеүгә килтергән.
Әҫәрҙә ун дүрт йәшлек ҡыйыу малай, тыуған илдең ысын патриоты Иректең һуғыш осоронда күрһәткән батырлыҡтары героик планда кәүҙәләндерелә. Яҙыусы фашистар менән көрәш ваҡиғаларын тап һуғышта булырға мөмкин булған мажараларға бәйләп һүрәтләй. Йәш геройҙың исеме менән автор дөйөмләштереү яһай. Ирек – ул ирекле, азат булыу тигән һүҙ, был исем менән азатлыҡ ҡоллоҡҡа ҡапма-ҡаршы ҡуйыла. Мауыҡтырғыс ваҡиғаларҙы, балаларҙың төрлө батырлыҡ эшләүҙәрен яҙыусы мажараға тартым итеп, нигеҙҙә, ышандырырлыҡ итеп күрһәтә.
З. Биишева балаларҙың психологияһын, ҡыҙыҡһыныу өлкәләрен яҡшы белә. Шиғыр менән яҙылған рәсемле әлифба – “Йәнле хәрефтәр” (1947) баланы төрлө тормош күренештәре менән таныштыра, уның донъя хаҡындағы төшөнсәләрен киңәйтеп ебәрә:
Һабан һөрә трактор,
Һуҡа бабай, ҡарап тор.
Вагондар уҙып бара,
Вәли ҡул болғап ҡала.
Юлдаш осорҙоҡ Ергә,
Юл һалдыҡ күккә, үргә, –
кеүек юлдар бәләкәй бала аңына һеңерлек итеп бирелә.
Бөйөк яҙыусы З.Биишеваның ижады – ҙуртәрбиә һәм белем
усағы. Уның ижады аҡһаҡалдар, дәүләт эшмәкәрҙәре, ата-әсәләр һәм бигерәк тә, балалар өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. «Дуҫ булайыҡ»повесы – авторҙың педагогикҡараштарын сағылдырған иң сағыуәҫәр: бында З.Биишева мәктәп педагогикаһы менәнхалыҡ педагогикаһын оҫта итепбергә бәйләп ебәрә.И. Вәлиев яҙғанса, “мәктәп педагогикаһыменән халыҡ педагогикаһы айырылһа, тамырҙарөҙөлә, милли хәтерһәм үҙаң юғала,шәхестең формалашыу процесы тотҡарлана,изге күңеллелек, матурлыҡкеүек рухи сифаттар юҡҡа сыға”. З. Биишева быныуҡытыусы булараҡ яҡшы аңлайһәм «Дуҫ булайыҡ» повесынахалыҡ педагогикаһы өлгөләрен дә уңышлы индерә. Мәҫәлән, Юлдаш ауылғаҡайтҡан ваҡытта өләсәһеуға әкиәттәр һөйләй,мәҡәлдәр әйтә. М.Кәрим фекеренсә, халыҡ педагогикаһыкешене тулыһынса тәрбиәләүгә ҡоролған. “Шәхесте төрлөяҡлап тәрбиәләүҙә туғантел ҙур рольүтәй, ғәҙеллек һәм намыҫкешегә туған телаша бирелә», – тиМ. Кәрим.
Яҙыусы ижад процесында фольклор мотивтарын, уның стиль, һүрәтләү алымдарын, ғөмүмән, уның иң яҡшы традицияларың ижади рәүештә ҡулланып эш итһә, ауыҙ-тел ижадының был гүзәл традицияларын яңы шарттарҙа тағы ла үҫтерергә, тағы ла юғарыраҡ күтәрергә мөмкин.
Зәйнәб Биишева – үҙ халҡының фольклорын тәрән белеүсе, аңлаусы яҙыусыларҙың береһе. Был – тәбиғи, сөнки яҙыусы бик бәләкәйҙән үк халыҡ ижады әҫәрҙәрен яратып тыңлай, уларҙы яҙып ала, өйрәнә килә.
Ул “Кирәй Мәргән”, “Ҡамыр батыр”, “Ел-ел арбам!”, “Бүре менән кәзә”, “Бәхет ҡыҙы хаҡында әкиәт” тигән халыҡ әкиәттәрен яҙып алып, эшкәртеп, киңәйтеп, айырым мотивтарын ҡуйыртып, баҫтырып сығара. Быны дәлилләү өсөн “Кирәй Мәргән” (халыҡта “Килтәй Мәргән”) сюжетына мөрәжәғәт итеү ҙә етә. З. Биишева эшкәртеүендә баҫылып сыҡҡан был әкиәт сюжетының ҡатмарлылығы, тематикаһының киңлеге һәм геройҙарының күплеге менән айырылып тора. Әкиәттең халыҡ араһында таралған варианты иһә ябай, унда бер нисә генә герой хәрәкәт итә. Күренеүенсә, яҙыусы был сюжетҡа айырым деталдәр, хатта ваҡиғалар өҫтәй. Артабан сюжетта халыҡ әкиәттәрендә күп осрай торған традицион күренештәр ҡабатлана.
Фольклор әҫәрҙәрен эшкәртеү, хатта уларға нигеҙләнеп яңы әҫәр ижад итергә ынтылыу яҙыусының бынан һуң яҙылған әҫәрҙәрендә лә күренде. 1949 йылда ул “Бәхет-ҡыҙ хаҡында әкиәт”ен баҫтырҙы. Был әкиәттә авторҙың үҙ ижад манераһы ла асыҡ һиҙелә. Яҙыусының теле халыҡтың йәнле һөйләү теленә яҡыная бара.
Билдәле булыуынса, робағи формаһы башҡорт халыҡ ижадында киң ҡулланыла. Айырым шағирҙар, көнсығыш поэзияһын белеүселәр тарафынан эшкәртелгән халыҡ ижады әҫәрҙәрендә лә был форманы күрергә була. “Бәхет-ҡыҙ хаҡында әкиәт” ошо шиғыр алымы менән яҙылған. Ваҡиғаларҙы хикәйәләү геройҙарҙың монолог һәм диалогтары менән дә аралашып бара.
Яҙыусы әкиәттең төп идея-эстетик йөкмәткеһен көсәйтеү өсөн төрлө алымдар ҡуллана, уны “әҙәбиләштерә” төшә. 1969 йылда сәхнәгә ҡуйылған “Серле йөҙөк” әкиәт-пьесаһында З. Биишева, нигеҙҙә, ошо “Бәхет-ҡыҙ хаҡында әкиәт”тең сюжетын файҙаланды. Яҡшылыҡтың яуызлыҡҡа ҡаршы көрәшен һүрәтләгән әкиәт-пьесала ваҡиғалар йәнлерәк тә, байыраҡ та. Уның социаль йөкмәткеһе лә көсәйгән, яңы персонаждар өҫтәлгән. Әкиәт-пьесалағы геройҙар конкретыраҡ төҫ алалар, тормошсаныраҡ яңғырайҙар. Яҙыусы “Серле йөҙөк” сюжеты өҫтөндә эшләүҙе артабан да дауам итә, архивында һаҡланған яҙмалар, ҡулъяҙмалар быны асыҡ раҫлай. Был әҫәр 1970 йылда “Серле ҡурай” исеме аҫтында тағы сәхнәгә ҡуйыла. Аҙаҡ уның исеме лә “Серле ҡурай” тип үҙгәртелә. Был хәлендә инде ул жанр яғынан әкиәт-пьеса түгел, ә философик драма формаһын ала. Әҫәрҙә халыҡ һәм батыр, батырлыҡ һәм ике йөҙлөлөк, азатлыҡ һәм ҡоллоҡ кеүек проблемаларға ярашлы рәүештә драма геройҙарының идея-эстетик йүнәлеше тәрән мәғәнә ала, ҙур дөйөмләштереүҙәргә күтәрелә.
З. Биишева фольклорҙың традицион һүрәтләү алымдарына нигеҙләнеп тыуҙырған образдарына яңы йөкмәтке һала, уларҙың идея- эстетик мәғәнәләрен хәҙерге заман талаптарынан сығып билдәләй.
Драмала, беренсе сиратта, шәхес һәм халыҡ мөнәсәбәте асыҡ күрһәтелә. Ошоға бәйләп унда геройҙарҙың хәрәкәте баһалана, ҡылыҡ- холоҡтары анализлана. Әҫәрҙең төп геройы – халыҡ һәм уның батыры Кинйәбай. Ул, халыҡ менән берлектә, яуыз юханы еңеп, халҡының өмөтөн, хыял-теләген тормошҡа ашыра. Ә халыҡтың был күптәнге уй-ниәтен, маҡсатын Кинйәбайға, йәш быуын вәкиленә, уның атаһы ҡарт батыр Ирәмәл еткерә:
Уландарым, ярам ҡаты минең,
Һеҙгә ҡала донъя көтөргә.
Ил ағаһы булып ил-ырыуға
Ғәҙел, тоғро хеҙмәт итергә.
“Тылсымлы ҡурай”ҙың башында уҡ һәр саҡ халыҡ бәхете өсөн көрәшеүсе, үҙ халҡына ғәҙел, тоғро булған ил батыры Ирәмәл образын һүрәтләп, яҙыусы халыҡ батырына булған талаптарҙы билдәләй. Ирәмәл үлер алдынан улдарына:
Көрәш булды Аллам. Ғәҙеллекте
Күҙ ҡарамдай изге һаҡланым.
Хаҡлыҡ, тоғролоҡтан, именлектән
Оло хазинаны тапманым, –
ти һәм улдарын һәр саҡ берҙәм булырға һәм яуызлыҡҡа ҡаршы аяуһыҙ көрәшергә саҡыра.
Үҙ васыяттарын әйтеп бөткәс, батыр далала Ирәмәл тауға әйләнә. Бының менән батыр һәм тыуған ер бер бөтөнгә әүрелә. Тимәк, Ирәмәл батырҙың улдарына әйткән һүҙҙәре – ул тыуған ер, туған халыҡтың һүҙе, йәш батырҙарға булған васыяты булып яңғырай.
Кинйәбай бына ошо васыятты үтәү, халыҡ теләген, өмөтөн тормошҡа ашырыу өсөн ҙур көрәшкә сыға. Әммә яуызлыҡҡа ҡаршы көрәшкә сыҡҡан батыр әле яңғыҙ. “Батыр булһаң, халыҡтарҙы уят, һаҙҙы ҡорот, шунда белерһең”, – ти уға Юха һаҙлығына батып барыусы ҡарт.
Тимәк, батыр үҙ халҡы, ере менән бергә, уның көсө лә тап бына ошо берҙәмлектә. Халыҡ исеменән ҡарттарҙың береһе Кинйәбайға – толпар ат, икенсеһе – ҡылыс, өсөнсөһө – уҡ-һаҙаҡ тапшыра. Аҙаҡ әсә, батыр тик халҡы өсөн генә йәшәй, ти. Артабан драмала геройҙар конкрет шәхес рәүешендә кәүҙәләндерелә. Әҫәрҙең үҙәк образдарының береһе – Ер-Әсә. Ил һәм халыҡ батыры Кинйәбайҙың күңеленә шик төшөп, күңеле һына яҙғанда, ҡараңғы төндө яҡтыртып, иҫ киткес гүзәл Ер-әсә тороп баҫа. Ул Кинйәбайға үҙенең улы, үҙенең батыры тип өндәшә. Ер-әсә образы – ул дөйөмләштерелгән тыуған ил, халыҡ образы булып күтәрелә, сөнки “Ер-әсә күкрәгенә халыҡ ҡаны һеңгән”, “йөрәгенә халыҡ йәне ингән”, күҙҙәренә халыҡ йәше тулған, ҡуйынынан халыҡ үҙе урын алған, бөтә быуындар “ҡайғыһын да, өмөтөн дө” уға түккән. Бына шундай ул Ер-әсә!
Ер-әсә ҡулы менән тыуған ил, халыҡ үҙ батырына ерҙә үҫкән ҡырлы, моңло, серле ҡурай бүләк итә. Ә ҡурай серле көскә эйә, сөнки ул – йыр, ә йыр бер ваҡытта ла тотҡон булмай, уны бер кем дә, бер ниндәй көс тә бикләп тота алмай. Халыҡ моңо, йыры һәр саҡ иреккә, азатлыҡҡа саҡыра, һәм ул бер ваҡытта ла хәйлә, мәкер тоҙағына эләкмәҫ, бөтә ваҡиғаларға үҙенең дөрөҫ баһаһын бирәсәк, заман тамғаһын ҡуясаҡ.
Быуындар аманаты булған ҡырлы ҡурай моңо аҫтында Кинйәбай, бер саҡ ҡартайыу белмәгән, мәңге йәш йыр кеүек үк, үҙенең элекке төҫөнә кире ҡайта, тирә-яҡ йәшәрә, ергә яҙ килә. Ҡурай аша халыҡтың быуаттар буйы йыйған тормош тәжрибәһе – йыры, моңо кәүҙәләндерелә. Ул – халыҡтың еңелмәҫ рухы.
“Серле ҡурай” драмаһында драматик көсөргәнешлелек һәм хәрәкәт геройҙарҙың эшмәкәрлеге менән тыуҙырыла. Батыр Кинйәбай һәм яуыз Юха образдары аша донъяға булған ике ҡараш, ике төрлө философик һәм әхлаҡ нормалары күрһәтелә. Улар араһындағы конфликт береһенең икенсеһен еңеүе менән генә хәл ителергә мөмкин.
Халыҡ батыры Кинйәбай алдына ҡуйылған маҡсат бик ҙур. Ул халыҡ, ил алдында торған оло проблемаларҙы хәл итеү өсөн көрәшкә сыҡҡан. Ижтимағи көрәш батырҙың үҙ шәхси мөхәббәтен яҡлауы менән тағы ла көсәйтелә һәм конкретлаштырыла.
Юха, киреһенсә, яуыз, хәйләкәр, мәкерле, төрлө төҫкә инеп, кешеләрҙе бер-береһенә ҡаршы ҡуя, уларҙы юлдарынан яҙҙыра, шулай итеп һәр саҡ маҡсатына ирешеп килә. Юха – кешеләрҙе кеше булғаны өсөн күрә алмаусы, уларҙың хас дошманы, уларҙы физик һәм рухи яҡтан иҙергә, ҡол итергә тырышыусы зат.
Шулай итеп, Зәйнәб Биишева фольклорға туранан-тура таянып ҙур йөкмәткеле әҫәр ижад итте. Автор әкиәттәргә хас шартлылыҡты, аллегория, символиканы һәм романтик күтәренкелекте оҫта файҙаланды. Был әҫәр балаларға рухи һәм мораль тәрбиә биреүҙә лә ҙур роль уйнай. Изгелек һәм яуызлыҡтың асыҡ миҫалы булып торған Кинйәбай һәм Юха образдары балаларға тормошта ҡайһы яҡҡа юл тоторға икәнлеген күрһәтеүсе образдар булып тора.
З. Биишева халыҡтың халыҡтың азатлыҡ өсөн алып барған көрәшен шәхес һәм халыҡ мөнәсәбәтенә бәйләп күрһәтә. Әгәр ҙә бынан алда ошо уҡ темаға яҙылған әҫәрҙәрендә яуызлыҡты батыр тик “серле балдаҡ” ярҙамында ғына еңеп сыға алһа, халыҡтың әүҙем роле күрһәтелмәһә, “Тылсымлы ҡурай”ҙа инде азатлыҡты батыр етәкселегендә халыҡ үҙе яулап ала.
Халыҡ әкиәте образдарына нигеҙләнеп тыуҙырылған образдар бөтөнләй яңы йөкмәтке ала һәм хәҙерге заман талаптарынан сығып үҫтерелә.
Геройҙар хәрәкәт иткән тирә-йүн, әҫәрҙә тасуирланған тормош күренештәре, әкиәттәрҙәге кеүек үк, шартлы. Тик ошо шартлылыҡ артында реаль тормош ята.
Яҙыусы фольклорға туранан-тура мөрәжәғәт итеп, ҙур йөкмәткеле әҫәрҙәр ижад итте.
З. Биишеваның “Мөхәббәт һәм нәфрәт” (1965), “Һөнәрсе менән Өйрәнсек”(1965) хикәйәттәре кеше, уның тормоштағы урыны, тәртибе, әхлаҡ йөҙө тураһында тәрән философик уйланыуҙарға нигеҙләнгән. Һин ысын кешеме, әллә тик үҙең өсөн генә ҡалтырап йәшәүсе ҡурҡаҡ йән-меҫкенме? Яҙыусының тормош, ғүмер, йәшәү хаҡында уйланыуын, үҙ эстетик ҡараштарын поляр сиккә ҡуйылған, ҡабартылған образ-символдар аша материаллаштырыуы осраҡлы күренеш түгел. Сөнки хәҙерге ҡатмарлы осорҙа, яңы йәмғиәт төҙөү осоронда һәр бер шәхестең әхлаҡи сифаттарын һүрәтләү мөһим, шуның өсөн кешене тәрбиәләү – иң актуаль әҙәби-художестволы проблемаға әйләнде.
“Һөнәрсе менән Өйрәнсек”тә ике поляр ҡаршылыҡ: бер яҡта – бер ҡасан да тынғы белмәүсе, һәр ваҡыт эҙләнеүсе, өйрәнеүсе, шуға ла көндән-көн оҫтара барған Һөнәрсе, икенсе яҡта-көршәкте нисек тә күберәк һатыу яғын ғына ҡайырған Өйрәнсек. Хикәйәттә уларҙың хатта исемдәре бирелмәй. Был яғы менән дә ул ҙур дөйөмләштереүҙәргә ишара яһай. Был әҫәр уҡыусыларҙа хеҙмәткә хөрмәт, һөйөү, ҡыҙыҡһыныу тойғолары уята. Хикәйәтте уҡығандан һуң балалар Һөнәрсе кеүек оҫта, арыу-талыу белмәҫ эшсе булыу тураһында хыялланалар һәм киреһенсә, өйрәнсек менән булған күңелһеҙ ваҡиғанан ғибрәт алалар. Һөнәрсе – хикәйәттең төп геройы. Ул алтын ҡуллы кеше, көнө-төнө эштән бушамай, эҙләнә, уйлана. Уның төп маҡсаты – кешеләргә изгелек эшләү, уларҙың тормошон еңеләйтеү. Һөнәрсе тормоштоң ҡәҙерен, бәхетен тик хеҙмәттә генә күрә. Ғүмерен башҡа кешеләргә һәм яратҡан эшенә, сәнғәткә бағышлай. “Яҡшылыҡты эшлә лә диңгеҙгә ырғыт, халыҡ белер. Халыҡ белмәһә – балыҡ белер”, “Яҡшы атҡа атҡа ҡамсы кәрәкмәй” тигән мәҡәлдәр Һөнәрсегә арнап әйтелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Һөнәрсе үҙенең хеҙмәт емешен күрә алмай.
Ә дөрөҫлөк, изгелек һуңлап булһа ла өҫкә ҡалҡа. “Хеҙмәтенә күрә-хөрмәте”, – ти халыҡ Һөнәрсе тураһында. Ә Өйрәнсек тураһында иҫкә төшөрөп: “Ялғандың бото ҡыҫҡа”, “Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә”, – ти халыҡ.


И.З. СЫҢҒЫҘОВ,

Күгәрсен районы Мораҡ ауылының З. Биишева исемендәге мәктәбе уҡытыусыһы

[1] Башҡорт теленең һүҙлеге: Ике томда / Рәсәй Фәндәр академияһы. Башҡортостан ғилми үҙәге. Тар., тел һәм әҙ. Институты. – М.: Рус. яз., 1993.
[2] Валеев И.И. Педагогика Мустая Карима. Изд. 2-е. – Уфа: Китап, 2003.

Читайте нас: