Бөтә яңылыҡтар

Журнал уҡыусылар ижады

НӘРИСӘ УЙЫЛДАНОВА, Әбйәлил районының Рауил мәктәбе уҡытыусыһы.

Яҙ

Яҙ килде лә ап- аҡ шәлен

Бер ябынды, бер һалды.

Боҙло ерҙә абынды ла,

Күҙҙән тамсы – йәш тамды.

Яҙ бит шундай серле үҙе –

Асылмаған бер йомаҡ.

Уйламағанда ярһый ҙа,

Йылмайып ҡуя тыйнаҡ.

Үпкәләп, оҙаҡ турһайып

Торған булды наҙланып,

Холҡо үҫмер ҡыҙҙыҡылай,

Көлөп ҡуя ҡыланып.

Моңға һыуһаған Яҙһылыу

Саҡырҙы сыйырсығын.

Көндөбоҙоп, ҡоштар ҡыуып,

Килде ҡош болғансығы.

Тағы шәлен бөркәнде лә

Үпкәсел ҡараш атты,

Йәнәһе лә, был көйһөҙлөк

Тамам уны ялҡытты.

Сәскәләрҙең хуш еҫенә

Илергеһе килде яҙ,

Шул саҡ ҡарҙы тишеп ҡалҡты

Наҙлыҡай – умырзая.

Ни теләһә, бар тирә-яҡ

Үтәне яҙ әмерен.

Көтөп зар-интизар булды

Йылға боҙо иререн.

Ҡоштар йыр һуҙҙы, һағынғас

Тыуып-үҫкән ерҙәрен.

Моңдан хисләнде Яҙһылыу,

Түгелдекүҙйәштәре…

Йылы ғына күҙ йәштәре

Һәр бер йәнде терелтте.

Йәшел балаҫ йәйелде лә

Ҡояшы нурын һипте.

Сәскә атҡан болон кеүек

Ҡупшыланды Яҙһылыу,

Әйтерһең, Йәй-егеткәйе

Килер ҙә сығыр һымаҡ.

Ҡылыс тотоп бер ҡулына,

Ут сәсрәтеп килде Йәй,

Йәшен йәшнәй, аты кешнәй,

Үәт, исмаһам егет, әй!..

Йәйкилеүгә туй күлдәген

Кейә һалды Яҙһылыу,

Хуш еҫ бөркөп, уға муйыл

Япты фата – яулыҡ.

Бар тирә-яҡ нурға сумды,

Йәй,Яҙым, тип йән атты,

Ике йөрәк бер-береһен

Йәмле айҙа табышты.

Туй гөрләне бөтә ерҙә,

Һайраны һандуғастар.

Ошо мәлдә кешеләр ҙә

Гөрләште һабантуйҙа.

Һыу башларға силәктәрен

Элде Яҙ көйәнтәгә,

Йәйҙең сәскәһенән күсте

Силәктәргә биҙәге.

Яҙ-кәләштең шифа һыуы

Ләйсән булып һибелде,

Ә көйәнтә иң-иң түргә

Йәйғор булып эленде…
Читайте нас: