Бөтә яңылыҡтар

«Бейек осоштарға ҡанат ҡуйыр Зәйнәб Биишева мәктәбе…»

(Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы З. Биишеваның «Башҡорт теле» шиғырын өйрәнеү)

З. Биишеваның «Башҡорт теле» шиғырын өйрәнеү буйынса дәрес башланғыс класс уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштереүсе студенттар менән ойошторолдо. Улар башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә.

«Башҡорт теле» шиғыры 1960 йылда уҡ ижад ителеүенә ҡарамаҫтан, бөгөн дә актуаллеген юғалтмай. Ул йәштәрҙә телде өйрәнеүгә етди ҡараш тәрбиәләүгә, туған телдең халҡыбыҙ тормошонда ҙур роль уйнауын күрһәтеүгә булышлыҡ итә.

Шиғри әҫәрҙе өйрәнеү дәрестәрен төрлөсә ойошторорға мөмкин. Иң мөһиме – йәштәр шиғырҙың образлы теленән тәм табырға, унан хисләнергә, ләззәтләнергә өйрәнһен, уларҙың рухи донъяһын байыһын. Беҙ З. Биишеваның «Башҡорт теле» шиғырын өйрәнеү дәресендә төп иғтибарҙы тасуири уҡыуға бүлдек. Билдәле методист А.Т. Аслаев былай тип яҙған: «Тасуири уҡыу – текста сағылдырған йөкмәтке, образ, күренештәрҙең характерлы үҙенсәлектәрен, авторҙың ваҡиға, күренештәргә ҡарашын асып, әҫәргә хас тойғо менән уҡыу күнекмәһе ул». Тасуири уҡыу алдынан әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен тикшереү, авторҙың тексҡа һалған фекерен аныҡ белеү, геройҙарҙы һәм уларҙың кисерештәрен дөрөҫ аңлау талап ителә. Шуға күрә дәрестең тәүге өлөшөндә беҙ шиғырҙың идея-тематик йөкмәткеһен, авторҙың уй-кисерештәрен асыҡланыҡ, һүрәтләү саралары өҫтөндә эшләнек.

Икенсе этапта әҫәрҙең интонацияһы асыҡланды, баҫым, паузаларға айырым иғтибар бүленде, партитура төҙөлдө. Өсөнсө этапта иһә студенттарҙың шиғыр уҡыу күнекмәләрен үҫтереүгә бәйле эштәр ойошторолдо. Хор менән уҡыу, парҙар менән эшләү, аудиояҙма ҡулланыу бындай дәрестәргә йәнлелек өҫтәй. Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы тарафынан әҙерләнгән фонохрестоматиялар әҙәбиәт дәрестәренең эффектлылығын арттырыуҙа ҙур роль уйнай.

Киләсәктә башланғыс класс уҡытыусыһы буласаҡ студенттарҙың белем һәм күнекмәләренә юғары талаптар ҡуйыла. Шулар араһында тасуири уҡыу күнекмәһенә эйә булыу мөһим талаптарҙан һанала. Башҡорт теле дәрестәрендә алынған күнекмә, һис шикһеҙ, уларҙың уҡытыусы һөнәрен уңышлы үҙләштереүенә булышлыҡ итер.

Маҡсат. З. Биишеваның «Башҡорт теле» шиғырының идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү; шиғырҙы тасуири уҡырға өйрәтеү; студенттарға туған телде белеүҙең әһәмиәтен күрһәтеү; башҡорт теленә ихтирам тәрбиәләү.

Йыһазландырыу. З. Биишеваның портреты, китаптар күргәҙмәһе, компьютер, слайдтар.

Методтар. Әңгәмә, уҡытыусы һөйләүе, тасуири уҡырға өйрәтеү методтары (өлгө нигеҙендә тасуири уҡыу, сағыштырып уҡыу, аудиояҙма тыңлау).

Ойоштороу формалары. Фронталь, парҙар менән эшләү, индивидуаль эш.

Дәрес барышы

Уҡытыусы. Һаумыһығыҙ, ҡыҙҙар, егеттәр! (Таҡталағы эпиграф уҡыла.) Башҡорт халҡында электән «Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр» тигән мәҡәл йәшәп килә. Үткән дәрестә беҙ тел хаҡында һөйләштек, мәҡәлдәр өйрәндек. Уларҙы иҫкә төшөрәйек һәм бөгөнгө эпиграфҡа аңлатма бирәйек.

Студент (мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрәләр). Был мәҡәлдә туған телде ҡәҙерләргә кәрәк, шул ваҡытта һине лә хөрмәт итерҙәр тигән фекер әйтелә.

Уҡытыусы.Телде ҡәҙерләү нисек була? Бының өсөн нимәләр эшләргә кәрәк?

Студент. Туған телдә һөйләшергә, телмәрҙе байытыу өҫтөндә эшләргә кәрәк.

Уҡытыусы. Эйе, һәр халыҡ үҙенең телен ҡәҙерләй, хөрмәт итә. Шағирҙар һәм яҙыусылар туған тел хаҡында матур әҫәрҙәр ижад итә. Бөгөн һеҙҙең менән Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның «Башҡорт теле» шиғыры менән танышабыҙ, тасуири уҡырға өйрәнәбеҙ.

З. Биишева – башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә ҙур көс һалған әҙибә. Ул хикәйәләр, повестар, драмалар, шиғырҙар ижад иткән, ҡатын-ҡыҙҙар араһынан тәүге трилогия яҙған яҙыусы булараҡ танылыу яулаған. Уның әҫәрҙәрен бөгөн дә яратып уҡыйҙар, сөнки улар тормош, кешеләр, яҡшылыҡ, изгелек тураһында уйланырға мәжбүр итә. Бынан 50 йылдан артыҡ элек яҙылған «Башҡорт теле» шиғыры һеҙҙе лә битараф ҡалдырмаҫ, фәһемле һығымталарға килтерер тип уйлайым.

(Һүҙлек эше ойошторола. Уҡытыусы шиғырҙы тасуири уҡый.)

Уҡытыусы. Шиғыр нимә тураһында? Шағир туған телгә ҡарата ниндәй тойғоларын еткерә?

Студент.З. Биишева башҡорт теленә ҡарата һоҡланыу хистәре менән уртаҡлаша.

Уҡытыусы. Әҫәрҙе үҙ аллы уҡығыҙ, уның ниндәй төргә ҡарауын билдәләгеҙ. (Слайдта шиғыр төрҙәре күрһәтелә: шиғыр-монолог, шиғыр-диалог, шиғыр-өндәшеү.)

Студент. Әҫәр шиғыр-өндәшеү төрөнә ҡарай, сөнки лирик герой башҡорт теленә мөрәжәғәт итә, уға ҡылыҡһырлама бирә, шуның менән бөтәбеҙҙең дә иғтибарын телгә йәлеп итә.

Уҡытыусы. Яуабығыҙ менән килешәм. Автор ниндәй һүрәтләү сараларын ҡуллана? (Слайдта һүрәтләү саралары яҙыла.)

Студент. Шиғырҙа эпитеттар киң урын алған. «Нәфис», «наҙлы», «йомарт», «зирәк» кеүек эпитеттар тел хаҡында төптән уйларға мәжбүр итә. Сағыштырыуҙар ҙа үҙенсәлекле. «Моң шишмәһе һандуғастай», «аллы-гөллө гөл сәскәләй», «серле ҡамыш ҡурайыңдай» кеүек тәбиғәткә бәйле образлы һүҙбәйләнештәр тел хаҡында көтөлмәгән тос фекерҙәр өҫтәй.

Уҡытыусы. Яуабығыҙ дөрөҫ. Сағыштырыуҙар һәм эпитеттар шиғырҙы эмоциональ һәм образлы итәләр. Шиғырҙың тәүге дүрт юлына иғтибар итегеҙ, унда тел хаҡында ниндәй фекер әйтелә, шуны асыҡлағыҙ.

Студент. Лирик герой башҡорт телен йырсы тип атай, «нәфис», «наҙлы» тип ҡылыҡһырлай. Бының менән автор башҡорт теленең һәр һүҙе матур яңғырауын әйтергә теләй. Ә туған телдәге телмәр моңло йырҙы хәтерләтә. Рәссам буяуҙары менән матур картиналар яҙһа, беҙ ҙә һүҙ-буяуҙарыбыҙ менән һоҡланғыс телмәр тыуҙыра алабыҙ. Шундай телмәрҙә һәр һүҙ нәфис, нәзәкәтле тойола. Телебеҙҙәге һүҙҙәр аллы-гөллө сәскәләргә тиң. Яландағы сәскәләр күҙҙең яуын алған кеүек, матур яңғырашлы һүҙҙәр ҙә ҡолаҡты иркәләй, наҙлай.

Уҡытыусы. Дөрөҫ фекер йөрөтәһегеҙ. Икенсе дүрт юллыҡта туған телдең ниндәй сифаттары асыла?

Студент. Лирик герой телебеҙҙе Урал тауҙары менән сағыштырып, бай, йомарт булыуын күрһәтә. Ысынлап та, Уралтауҙың ер аҫты һәм ер өҫтө байлыҡтары күп. Башҡорттар бына нисә быуат инде башҡа халыҡтар менән Уралтауға һыйынып йәшәй, уның байлыҡтарын файҙалана. Телебеҙҙәге һүҙҙәр ҙә ынйы-алтындарға бәрәбәр. Һүҙҙәрҙә күпме аҡыл, тәжрибә һаҡлана! Халҡыбыҙ йыйған аҡылын йәштәр менән йомарт бүлешә. Лирик герой туған телде «ҡарт», «олпат» тип ҡылыҡһырлай. Ысынлап та, туған телебеҙ бик боронғо замандарҙа барлыҡҡа килгән. Юғалмаған, киреһенсә, йылдар үтеү менән олпатланған, байыған.

«Күпте күргән сәсәнеңдәй йор, зирәк һин» тигән юлдар аша автор телмәребеҙҙә кешенең аҡылын, зиһенен үҫтереүсе һүҙҙәрҙең күп булыуын күрһәтә. Сәсәндәр – туған телдең бөтә нескәлектәрен белгән ижадсылар, ил ағалары. Улар халыҡты иркен тормошта матур йәшәргә, азатлыҡты яуларға көрәшкә әйҙәгән, балаларҙың күңелен үҫтергән, илһамландырған. Телебеҙҙә ошо сәсән характерына хас йорлоҡ, зирәклек бар.

Уҡытыусы. Яуаптарығыҙ ҡыҙыҡлы. Күреүегеҙсә, шиғырҙың һәр юлы буйынса ла әллә күпме һөйләшеү ойоштороп була. Ә өсөнсө строфа тәүгеләренән төҙөлөшө менән айырыла. Һөйләмдәрҙе иғтибар менән уҡығыҙ һәм телдең тағы ниндәй сифаттары асыла икәнлеген әйтегеҙ.

Студент. Һуңғы строфала телдең диңгеҙ тәрәнлегенән күпкә тәрәнерәк, ай-көн матурлығынән гүзәлерәк, бейек ҡаяларҙан бөйөгөрәк икәнлеге күрһәтелә. Беҙ телмәребеҙ аша тәрән мәғәнәле, тос фекерҙәр еткерә алабыҙ. Ошондай оҙайлы тарихи юл үткән, халҡыбыҙҙың күңелен нурландырған бай һәм гүзәл тел генә бөйөклөккә эйә.

Уҡытыусы.Лирик герой башҡорт теленә ниндәй һүҙҙәр менән өндәшә?

Студент. «Илһамлы», «ҡәҙерле», «һөйөклө», «мәрхәмәтле» тип ололап өндәшә. Лирик герой телгә ҡарата иң матур хистәрен еткерә.

Уҡытыусы. Уның башҡорт теле хаҡындағы фекерҙәре менән килешәһегеҙме?

Студент.Килешәбеҙ. Шиғыр туған тел хаҡында уйлата, уны ҡәҙерләргә, хөрмәт итергә саҡыра.

Уҡытыусы. Беҙ һеҙҙең менән башҡорт теле хаҡында лирик геройҙың уйҙары менән таныштыҡ. Хәҙер лирик геройҙың үҙенә характеристика бирәйек.

Студент. Ул – туған телен ысын йөрәктән һөйөүсе, тарихын, мәҙәниәтен белеүсе, ошо телдә һөйләшеүе менән ғорурланыусы рухлы кеше. Ундай кешеләр, әлбиттә, хөрмәткә лайыҡ.

Уҡытыусы.Лирик геройға оҡшаған кешеләр беҙҙең тормошобоҙҙа бармы?

Студент. Иң беренсе ошо әҫәрҙе ижад итеүсе шағирә З. Биишева күҙ алдына баҫа. Шулай уҡ яҙыусыларҙы, журналистарҙы, уҡытыусыларҙы, туған телдә матур итеп һөйләшеүсе замандаштарыбыҙҙы миҫалға килтерергә мөмкин.

Уҡытыусы. Һеҙ телгә ошолай мөрәжәғәт итергә әҙерһегеҙме?

Студент.Телде ҡәҙерләргә кәрәк икәнен яҡшы аңланыҡ, сөнки телдең киләсәге беҙгә бәйле. Шулай ҙа лирик герой һымаҡ өндәшергә батырсылыҡ итә алмайбыҙ, был – оло яуаплылыҡ.

Уҡытыусы. Иң мөһиме, туған телгә битараф булмайыҡ, уны ҡәҙерләп һаҡлайыҡ, нескәлектәрен өйрәнәйек. Әҫәр һеҙҙең күнелдә башҡорт теленә ҡарата ниндәй хистәр уятты?

Студент. Телдең мөғжизәле мөмкинлектәренә һоҡланыу, ғорурланыу тойғоларын уятты.

Уҡытыусы.Әйҙәгеҙ, шиғырҙы ошо тойғоларҙы тыңлаусыларға еткерерлек итеп тасуири уҡырға өйрәнәйек. Бының өсөн тасуири уҡыу сараларын иҫкә төшөрәйек. (Слайдта тасуири уҡыу саралары күрһәтелә. Пауза, баҫым һүҙҙәренә аңлатма бирелә.)

Тасуири уҡыу саралары

Пауза
•Пауза
•Баҫым
•Тиҙлек
•Тон
•Тауыш
•Һулыш
•Дикция
•Интонация
• Пауза тип уҡығанда йәки һөйләшкәндә туҡтап тороу атала.
Пауза төрҙәре:
•Логик пауза
•Психологик пауза
Паузалар төрлө оҙонлоҡта була:
•ҡыҫҡа
•уртаса
•оҙон

Уҡытыусы. Интонация саралары араһынан беҙ пауза һәм баҫымдар хаҡында һөйләшәбеҙ. Тәүҙә шиғырҙа паузаларҙы билдәләйек.

Студент. Әҫәрҙә тыныш билдәләре булған урында пауза яһала.

Уҡытыусы. Хәҙер, һеҙҙең яуабығыҙҙы тикшерер өсөн, аудиояҙма тыңлайыҡ. Шиғырҙы Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Н. Ғәләүетдинова уҡый. (Аудиояҙманан шиғыр тыңлана.)

Студент. Диктор тәүге ике строфалағы сағыштырыуҙарҙан һуң да пауза яһаны. Былар – ҡыҫҡа паузалар.

Уҡытыусы. Дөрөҫ иғтибар иттегеҙ. Тасуири уҡыр өсөн һүҙ баҫымын һәм логик баҫымды дөрөҫ ҡуйырға кәрәк. Тәүҙә бергәләп һүҙ баҫымы буйынса ҡағиҙәне иҫкә төшөрәйек.

Студент. Башҡорт телендә һүҙ эсендә баҫым аҙаҡҡы ижеккә төшә.

Уҡытыусы. Дөрөҫ. Ләкин ҡайһы бер һүҙҙәрҙә баҫым алдағы ижеккә лә төшә. (Слайдта миҫалдар күрһәтелә.) Һүҙҙәр хәбәрлек категорияһы (шатмын), юҡлыҡ аффикстары (һуңлама) ялғауҙарын ҡабул иткәндә, һорау киҫәксәләре (килдеме) һәм дай/-дәй ялғаулы һүҙҙәрҙә (тауҙай) баҫым ошо аффикстар алдындағы ижеккә төшә. Хәҙер шиғырҙағы һүҙҙәргә күҙәтеү яһайыҡ. Һүҙҙәр баҫымын билдәләйек.

Баҫым

Логик баҫым

•һүҙ баҫымы – һүҙ эсендә көслө тауыш менән әйтелгән ижек. Ғәҙәттә, башҡорт телендә баҫым аҙаҡҡы ижеккә төшә. Шулай ҙа баҫымдың һуңғы аффикстар алдындағы ижек кә төшкән осраҡтары бар. Улар:
•хәбәрлек категориялары аффикстары (шатмын)
•юҡлык аффикстары (һуңлама)
•һорау киҫәксәләре (килдеме)
•дай/дәй ялғауҙары (тауҙай)

•Логик баҫым – тыңлаусының иғтибарын йәлеп итеү өсөн һөйләм эсендәге мөһим һүҙҙәрҙе айырым интонация менән әйтеү.
Логик баҫым төрҙәре:
•Бәләкәй баҫымлы һүҙ
•Уртаса баҫымлы һүҙ
•Ҙур баҫымлы һүҙ
•Ныҡ мәғәнә менән әйтелгән һүҙ

Студент. Тимәк, «һандуғастай», «Уралыңдай» тибындағы сағыштырыуҙарҙа, «тиңләмәйем», «тәрәнһең», «гүзәлһең», «бөйөкһөң» һүҙҙәрендә баҫым күрһәтелгән аффикстар алдындағы ижеккә төшә.

Уҡытыусы. Дөрөҫ. Хәтерҙә ҡалдырыр өсөн, был һүҙҙәрҙе хор менән ҡабатлайыҡ. (Хор менән уҡыла.) Артабан тәүге ике дүрт юллыҡтан логик баҫымлы һүҙҙәрҙе табайыҡ. (Студенттар төрлөсә уҡып ҡарайҙар.)

Студент. Беҙҙеңсә, эпитеттарға – уртаса баҫым, сағыштырыуҙарҙы белдергән һүҙҙәргә көсһөҙ баҫым төшә. Сөнки ошолай уҡығанда, авторҙың фекере яҡшыраҡ асыла. Ике строфаның аҙаҡҡы юлдарын көслө баҫым менән уҡыйбыҙ. Был юлдарҙа башҡорт теленә оло хөрмәт менән өндәшәбеҙ.

Уҡытыусы. Аудиояҙманы тыңлағыҙ һәм үҙ-үҙегеҙҙе тикшерегеҙ. (Аудиояҙма буйынса тәүге ике строфа тикшерелә.)Хәҙер өсөнсө строфаны тыңлайыҡ, диктор ниндәй һүҙҙәрҙе баҫым менән уҡыуын билдәләйек. (Өсөнсө строфа тикшерелә, баҫымдар диктор уҡығанса билдәләнә.)

Шулай итеп, беҙ шиғырҙың партитураһын төҙөнөк. Тикшерегеҙ. (Слайдта күрһәтелә. Партитураға нигеҙләнеп, шиғырҙы тасуири уҡырға әҙерләнәләр. Эш түбәндәге тәртиптә ойошторола.)

1. Шиғырҙы уҡытыусы тасуири уҡый.

2. Шиғырҙың беренсе юлын – уҡытыусы, икенсе юлын студенттар хор менән уҡый.

3. Ике юлды – уҡытыусы, икенсе ике юлды студенттар хор менән уҡый.

4. Аудиояҙма тыңлана, студенттар дикторға эйәреп шыбырлап уҡый.

5. Аудиояҙманың беренсе строфаһы тыңлана, пауза мәлендә студенттар хор менән уҡый. (Ҡалған строфалар менән дә шундай уҡ эш алып барыла.)

6. Парҙар менән эшләү. Студенттар бер-береһенә уҡып күрһәтә, кәңәштәрен әйтә.

7. Теләүселәр шиғырҙы төркөм алдында уҡый. Иптәштәре баһалай, хаталарын төҙәтә, уңышлы урындарын күрһәтә.

8. Эш аҙағында яҡшы уҡыусылар, дәрестә әүҙем ҡатнашыусылар баһалана.

Уҡытыусы. Бөгөн З. Биишеваның «Башҡорт теле» шиғырын өйрәнгәндә үҙегеҙ өсөн ниндәй яңылыҡтар астығыҙ?

Студент. З. Биишева – башҡорт телен ысын күңелдән һөйгән, уның бөтә нескәлектәрен белгән шағирә, ҙур ихтирамға лайыҡ кеше. Эпиграфтағы мәҡәлде үҙгәртеп әйтһәк, «Туған телен ҡәҙерләгән кеше ҡәҙерле булыр» килеп сыға. Был һүҙҙәр нәҡ шағирә хаҡында әйтелгән һымаҡ. Ихтирамға лайыҡ булыр өсөн беҙгә лә иң тәүҙә туған телдә иркен аралашырға, телмәр мәҙәниәтебеҙҙе үҫтерергә кәрәк.

Уҡытыусы. Дөрөҫ һығымта яһанығыҙ. Мин һеҙҙең хөрмәткә лайыҡ кешеләр булып йәшәүегеҙҙе, ҙур уңыштарға ирешеүегеҙҙе, туған телебеҙҙе ҡәҙерләп һаҡлауығыҙҙы теләйем!

Г.Я. КӘРИМОВА, Туймазы педагогия колледжы уҡытыусыһы,

Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы

Читайте нас: