Федераль дәүләт белем биреү стандарттарының өҫтөнлөклө йүнәлеше булып уҡыусыларҙа дүрт блоктан торған (шәхси, регулятив, танып белеү, коммуникатив) универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу тора.
Туған телде уҡытыуҙа компетентлыҡ һәм эшмәкәрлекле ҡараш булдырыу, балаларҙы шәхес булараҡ үҫтереү һәм программаларҙа билдәләнгән һөҙөмтәләргә ирешеү өсөн дәрестәрҙә уҡыусыларҙың әүҙем эшмәкәрлеген тәьмин итеүсе алымдарға өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Минең ҡарамаҡҡа, аудиолингваль метод – тап шундай алымдарҙың береһе Ул әүҙем телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыуға, хатта күп тапҡыр ҡабатлау юлы менән автоматизм кимәленә, йәғни теге йәки был ситуацияға тәғәйен автоматик телмәр реакцияһын булдырыуға йүнәлтелгән.
Аудиолингваль метод XX быуаттың 50 – 60-сы йылдарында Америка Ҡушма Штаттарында барлыҡҡа килгән. Уны нигеҙләүсе тип Мичиган университетының уҡытыусы-лингвистары Чарлз Фриз һәм Роберт Ладо танылған. Методтың асылын түбәндәге схемала күрһәтергә мөмкин: тыңлайым – аңлайым – һөйләйем – уҡыйым – яҙам.
Аудиолингваль методта телде һөйләү телмәре аша өйрәнеүгә өҫтөнлөк бирелә, уның нигеҙендә телмәрҙе тыңлау һәм уны күп тапҡыр ҡабатлау ята.
Был методты ҡулланғанда тыңлау, ишетеү каналдарына таянып эш алып барыла. Чарлз Фриз телмәрҙе аңлауҙың репродуктив һәм рецептив яҡтарын да билдәләп үтә.
Аудиолингваль методтың принциптары
1. Телде үҙләштереү нигеҙендә беренсе урында һөйләү телмәре, икенсе урында яҙыу тора.
2. Һөйләү телмәре күнекмәләрен формалаштырыу. Улар юғары кимәлдә шымартылған булырға тейеш.
3. Күнекмәләрҙең автоматизм кимәленә еткерелеүе тексты күп тапҡыр ҡабатлау һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә.
4. Бирелгән ваҡыттың 85% – телмәр практикаһына, ә ҡалған 15% аңлатыуға, комментарийҙарға бүленә.
Яҙған ваҡытта уҡыусы интонацияға, һүҙҙең әйтелешенә, ритмға, баҫымға иғтибар итмәй. Шуның өсөн, телде өйрәнеүсе тәү сиратта һөйләргә, унан һуң ғына яҙырға өйрәнергә тейеш, тип иҫбатлай Ч. Фриз һәм Р. Ладо. Мин был лингвистарҙың фекере менән килешәм. Ысынлап та, уҡыусыларҙың күбеһе яҙған ваҡытта күсерә генә, ә эстән уҡып бармай.