Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт телендә “әсә” концепты

Мостай Кәрим әҫәрҙәре миҫалында

Башҡорт әҙәбиәтендә “әсә” концепты айырым урын алып тора. Тамырҙары менән был төшөнсә халыҡ ижадына барып тоташа, әсә йорттоң яҡтыһын һәм йылыһын һаҡлаусы, балаларҙы үҫтереүсе, тәрбиәләүсе һәм яҡлаусы, етемдәрҙең терәге һәм ышанысы, тәрән аҡыл биреүсе булараҡ характерлана. Башҡорт телендә “әсә” концепты темаһына С.М. Бәҙретдиновтың “Инә, әсә һүҙҙәренең асылы һәм мәғәнәһе”, Ж.Ғ. Кейекбаевтың “Башҡорт телендә “әсә” һүҙенең килеп сығышы тураһында” мәҡәләләре бар.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мос­тай Кәримдең әҫәрҙәре мәктәп уҡыу­сыларына ла, өлкәндәргә лә әхлаҡи тәрбиә сараһы булараҡ бөгөн дә бик актуаль. Уның әҫәрҙәрендә, Тыуған ил, халыҡ, туған тел, заман, йыр, күңел, мөхәббәт, бәхет кеүек концепттар менән бер рәттән, “әсә” концепты ла ҙур урын ала. Был хаҡ­та әҙиптең ижадын лингвокультурологик планда тикшереүсе Ф.Б. Санъяров, Л.Х. Сәмситова, Ғ.Б. Хөсәйенов, Т.Ә. Кил­мөхәмәтов­тар әйтә. Мостай Кә­римдең ижадына арналған мәҡәләләргә байҡау яһап, беҙ уның әҫәрҙәрендәге “әсә” концепты темаһы быға тиклем ғилми яҡтан төплө тикшерелмәүен асыҡланыҡ.
М. Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәрендә “әсә” концептына ҡараған, повеста киң ҡулланылыш алған “ил инәһе”, “Оло инәй”, “Кесе инәй”, “Кендек әбей”, “әсәй” кеүек һүҙҙәр бар. Әҫәрҙән күренеүенсә, ауыл халҡы Оло инәйгә хөрмәтләп “ил инәһе”, “кендек әбей” тип өндәшә. Оло инәй төп геройҙың кеше булараҡ формалашыуында ғәйәт ҙур роль уйнай, уның күңеленә кешелеклелек, игелеклелек, әҙәплелек сифаттарын һала, донъяла нисек йәшәүҙе өйрәтә, әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләрен башлап күндерә, аҡыл бирә. Оло инәй Кендекте генә түгел, ә уның дуҫ малайҙарын, күрше-тирәләрҙе, ауылдаштарын рухи яҡтан үҫтереүсе, камиллаштырырға ярҙам итеүсе миссияһын үтәй. Хәрәкәтенән олпатлыҡ, һүҙенән хикмәтлелек аңҡып торған изгелекле, оло йәнле был “әсә” концептында халыҡтың быуаттар буйына йыйыла килгән тәж­рибәһе, тәрән аҡылы тупланған. Ҡайҙа төплө кәңәш, терәк, ярҙам кәрәк, Оло инәй шунда ашыға. Уның “кендек әбейе” булыуы һәм ауылдағы һәр баланың уның ҡатнашлығы менән донъяға килеүе тураһында һөйләп, автор был персонажды тереклек шишмәһенең башында тороусы кеүек кәүҙәләндерә. Оло инәй яңы кеше үҫтереүсе, тәрбиәләүсе, шуның нигеҙендә ныҡлы социаль йәмғиәт төҙөүсе булараҡ күҙ алдына баҫа. Башҡорт прозаһында тыуҙырылған бөтә әсәләр концептын йыйып тороусы образ ул Мостай Кәримдең Оло инәй концепты. Автор үҙенең әҫәрендә был геройҙы кешелеклеге, изгелеклеге, йылы күңеле менән ерҙә йәшәгән фәрештә рәүешендә сағылдыра.
Яҙыусының “Ай тотолған төндә” трагедияһында трагик яҙмышлы “әсә” концепты күҙгә ташлана. Тәңкәбикә – башҡорт әҙәбиәтендәге ҡатмарлы тәбиғәтле, баҙыҡ характерлы, уй-фекерҙәре, хис-той­ғолары нескә тасуирланған иң тетрәткес трагик образдарҙың береһе. Әҫәрҙә трагик фигура булараҡ сағыштырма планда алынған инә бөркөт һәм Тәңкәби­кә-әсә образдарында “инәй” һәм “әсәй” концепты ҡулланыла.
Әҙиптең “Ташлама утты, Прометей!” трагедияһында ғәҙеллек аллаһы – ғәҙел хөкөм илаһиәһе Фемида менән осрашабыҙ. Фемида әҫәрҙә бары бер тапҡыр, улы Прометей таш ҡаяға бығауланыр мәлдә генә сыға. Илаһиә әсәнең ҡайғыһы тау­ҙай. Тәңкәбикә – йола ҡоло, шуны аша атларға баҙнатлыҡ итә алмаһа, Фемида иһә – ғәҙел хөкөм илаһиәһе – әсәлек йомшаҡлығын еңерлек көс таба. Үҙен дә, улын да үкендермәҫлек һүҙҙәрен әйтә ул: “О, Прометей, үкенмәйем һине тапҡаныма. Үкенәм шуға: һинең язаларҙы үҙем күтәрергә ихтыяр юҡ. Улдар өсөн яза күтәрә алһаҡ, тыныс булыр инек беҙ – әсәләр…”.
Мостай Кәримдең “Айгөл иле” драмаһында “әсә” концепты Зөлхәбирә-әсә һәм Ватан-әсә ролендә асыла. Яҙыусының был пьесаһында Зөлхәбирә-әсә концепты трагик фигура булараҡ яҡтыр­тыла.
Әҙиптең поэзияһына килгәндә, “Әсә­йем сирләгәндә” шиғыры менән таны­шыу аша шағирҙың үҙ әсәһен нисек хөрмәтләүен, ҡәҙерләүен, уның өсөн йән атыуын аңлайһың. Әсәне иң оло һөйөү менән яратҡан хисле йөрәкле ул ғына ошондай тәрән йөкмәткеле, күңел ҡылдарын тибрәтерлек шиғырҙар ижад итә алалыр.
Әсәйем ятып сирләй.
Белһәгеҙсе
Миңә нисек ҡыйын икәнен.
Быға хәтле күрмәнем мин уның
Хатта ятып серем иткәнен.
Таңда торһам – усағында уты,
Төндә ҡайтһам – көйрәй күмере.
Исеме лә уның Вазифа шул,
Һәм вазифа – бөтә ғүмере.
Әҙиптең тыуған яҡ, тыуған республика, Тыуған ил образдары бөтә лирик күркәмлеге менән тасуирланған “Европа – Азия” шиғырҙар циклы ауырлы әсә образын сағылдырған “Кереш” исемле шиғыр менән асылып китә.
Йөрәгенең аҫтындағы
Йән эйәһе
Ҡыймылдаһа,
Йоҡолағы әсә ҡапыл
Һиҫкәнә лә
Күҙен аса.
Шағир бында ауырлы “әсә” образында хеҙмәт ҡосағындағы тыуған ил тыныслығын, тыуасаҡ бала бәхете өсөн донъялар именлеген тағы ла уяуыраҡ һаҡларға кәрәклекте күрһәтә. Төп мотивтарҙы туп­лаған увертюра һымаҡ, был өлөштә бөтә цикл буйынса сағылдырыласаҡ үҙәк образдың төбәге, “һулышһыҙ, ләкин тере, асылырға торған бөрө” – тыуасаҡ кеше образы төҫмөрләнә, әҫәрҙең лейтмотивы билдәләнә.
Ғөмүмән, үҙенең үлемһеҙ ижады аша Мостай Кәрим халыҡтағы бөйөклөк менән тыйнаҡлыҡты, ғорурлыҡ менән сабырлыҡты күңеленә туплаған ил ағаһы булараҡ күҙ алдына баҫа. Яҙыусының әҫәрҙәре ғазапланыу менән һоҡланыу­ҙың, ирлек менән наҙлылыҡтың, ҡайғы менән ҡыуа­ныстың тәбиғи үрелеүенән, ҡаршылыҡтар бәрелешенән тора.
Ут-ялҡынды үтеп йөрәк ташҡа әйләнгәндә лә, әҙип күңелендә һәр саҡ гөлдәр сәскә атҡандай. Уның йөрәк түренән ҡайһы бер исемдәр япраҡ кеүек ҡойолһа ла, буш өмөттәр урынына ысынбарлыҡтары килә. Ләкин яҙыусы күңелендәге сабый ихласлығын, Оло инәй менән Кесе инәйгә, Ватан-әсәгә, Ер-әсәгә ҡарата ихтирам тойғоларын көҙгө ҡырау ҙа, ҡышҡы ҡаты һалҡындар ҙа шиңдерә алмай.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мос­тай Кәрим әҫәрҙәрендә “әсә” концепты аша донъялағы иң ҡәҙерле, ғәзиз кешенең бөйөклөгө, уның тормош тотҡаһы, бөйөк­лөк һәм сафлыҡ символы булыуы күрһәтелә.

Н.И. ҒӘЛЛӘМОВА, Башҡорт дәүләт университеты магистранты;

Р.Р. САНЪЯРОВА, БДУ доценты, филология фәндәре кандидаты.
Читайте нас: