Нияз Сәлимов (Ниязбай Булатбай улы Сәлимов) 1958 йылдың 27 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Ғафури районының Яугилде ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағандан һуң, Ғафури районының Йөҙимән мәктәбе директоры урынбаҫары, Яугилде мәктәбе директоры, «Йондоҙ» район гәзитенең мөхәррир урынбаҫары, «Ленинец» – «Ленинсы» һәм «Йәшлек» республика гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары, Ғафури районы «Табын» гәзитенең баш мөхәррире, «Йәшлек» республика гәзитенең баш мөхәррире булып эшләй.
1997 – 2010 йылдарҙа Н.Б. Сәлимов Башҡортостан Республикаһы Президенты Администрацияһында граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү бүлеген етәкләй. 2011 – 2015 йылдарҙа «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире вазифаһын башҡара, әлеге көндә ул – Башҡортостан Республикаһының Милли архивы директоры урынбаҫары.
Н. Сәлимов – әүҙем йәмәғәт эшмәкәре: БР Хөкүмәте эргәһендәге Терминологик хеҙмәт етәксеһе урынбаҫары, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының үҙәк төбәк-ара берләшмәһе етәксеһе, «Табын ырыуҙары берҙәмлеге» район ойошмаһы рәйесе. Ул тиҫтәнән ашыу шиғри һәм публицистик китаптар, фәнни мәҡәләләр, монографиялар авторы, БР һәм РФ Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ж. Кейекбаев һәм М. Ғафури исемендәге премиялар лауреаты.
Шәһит Хоҙайбирҙин һәм башҡорт әҙәби теле
Һуңғы йылдарҙа туған телебеҙҙе мәктәптә уҡытыу мәсьәләһенә бәйле килеп тыуған хәл-ваҡиғалар күптәрҙе хафаға һалды. Мәскәү кимәлендә туған телдәрҙе, дөйөм белем биреү стандарттары “кәртәһенә” һыймай тигән һылтау менән, мәктәптә уҡытыу-уҡытмау мәсьәләһен ата-әсә ихтыярына ҡалдырҙылар. Әлбиттә, был хәл түҙеп торғоһоҙ! Нисек итеп Башҡортостанда (күрше өлкәлә булһа бер хәл) йәшәп, үҙ балаңдың башҡорт телен өйрәнеүенә ғариза яҙып ризалыҡ бирергә тейешһең?! Башҡорт йәмәғәтселеге ошо “ахмаҡ” ҡанунды ҡабул итергә маташыуҙарына ризаһыҙлыҡ белдереп, район-ҡалаларҙа күпләп ҡултамғалар йыйып, Мәскәүгә ебәрҙе.
Күп милләтле Рәсәйҙә туған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу юлы, элекке йылдарҙағы һымаҡ, әле лә берәү генә – мәктәптәрҙә тейешле күләмдә дәрестәр үткәреү, балаларҙың һөйләү-яҙыу ҡеүәһен булдырыу һәм телде ҡулланыу даирәһен киңәйтеү.
Башҡорт әҙәби телен дәүләт кимәленә еткереү өсөн уҙған быуаттың 20-се йылдарында ҙур көс һалған дәүләт эшмәкәрҙәренең береһе Шәһит Хоҙайбирҙин (1896 – 1924) бөгөн илдә туған телдәргә ҡарата тыуған кире мөнәсәбәт тураһында нимә әйтер ине? Быуат самаһы элек уның замандаштары ни өсөн көрәшкән? Ваҡ милләттәр тарихында беренсе булып башҡорт теленә дәүләт статусы бирҙертеүгә ирешкән Шәһит Хоҙайбирҙиндың һәм Автономиялы Башҡортостан Республикаһын төҙөү өсөн йәнен-тәнен аямаған ҡаһарман шәхестәрҙең рухынан көлөү кеүек ҡабул ителә Үҙәктең ҡылығы.
Төбәктәрҙә туған телде өйрәнеү өлкәһендә килеп тыуған сетерекле хәлде иҫәпкә алып, Башҡортостан Республикаһы Башлығы тарафынан 2017 йылда Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм башҡа халыҡтарҙың телдәрен үҫтереү тураһындағы Указға ҡул ҡуйылды. Уға ярашлы, дәүләт телдәрен һаҡлауға, пропагандалауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы бойомға ашырыу өсөн республика Башлығының гранттары булдырылды. Бынан тыш, башҡорт телен һаҡлап ҡалыу һәм артабан үҫтереү буйынса махсус фонд төҙөлөүе лә күп нәмә тураһында һөйләй. Тимәк, республика етәкселеге Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы һәм Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының, йәғни киң йәмәғәтселектең фекеренә ҡолаҡ һала.
Шуныһы ҡыуаныслы: Указда ҡуйылған бурыстар тормошҡа ашырыла башланы. Мәҫәлән, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы республиканың дәүләт телдәрен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү өсөн БР Башлығы грантын биреү хаҡында шартнамә әҙерләп, заявкалар ҡабул итте. Быны, һис шикһеҙ, туған телебеҙҙең мәртәбәһен күтәреүҙә етди аҙым тип баһаларға мөмкин.
Иң мөһиме – Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейы алдынан юғары кимәлдә күрелгән сара бер быуатҡа яҡын дәүләт статусын йөрөткән башҡорт теленә икенсе һулыш бирер, туған телебеҙ артабан да үҫер, ҡулланыу даирәһен бермә-бер киңәйтер, тип ышанғы килә. Республика етәкселегенең хәстәре оло тарихҡа эйә булған, республикабыҙ исемендә сағылыш тапҡан туған телебеҙҙе «ел-дауыл»дан ҡурсалауҙа ҙур роль уйнар тип тә өмөтләнергә ҡала. Рәсәйҙә туған телдәр тирәһендә килеп тыуған күңелһеҙ хәл һәм республикабыҙҙа башҡорт телен һаҡлап ҡалыу буйынса тиҙ арала күрелгән саралар теүәл бер быуат элек булған ваҡиғаларҙы күҙ алдына баҫтыра.
1917 – 1922 йылдарҙа Башкортостанда башҡорт телен дәүләт кимәленә күтәреү буйынса дәррәү эш алып барыла. Ләкин Бәләкәй Башҡортостан автономияһын төҙөүгә ирешкән Әхмәтзәки Вәлиди һәм уның арҡаҙаштарының туған телде рус теле менән бер ҡатар рәсмиләштерергә тырышыуы (башҡортса гәзит нәшер итеү, айырым эш ҡағыҙҙарын туған телдә тултырыу һ.б.) бәғзе көстәр тарафынан бығаса күрелмәгән иҫ киткес хәл булараҡ ҡабул ителә, сөнки батша Рәсәйендә ғүмер баҡый рус теле генә берҙән-бер рәсми тел булып йөрөгән.
Сәйәси-ижтимағи йәһәттән үтә ҡатмарлы шарттарҙа башҡорт теленең яҙмышын ыңғай яҡҡа бороп ебәреүгә 1921 – 1922 йылдарҙа Башҡортостандың Үҙәк Башҡарма Комитеты рәйесе һәм РКП(б)-ның Башҡортостан Өлкә Комитеты секретары вазифаларын башҡарған, 1924 йылда иһә БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе булып эшләгән Шәһит Хоҙайбирҙин ғәйәт ҙур көс һала. Уның етәкселегендә башҡорт әҙәби теле нормаларын булдырыу һәм, республиканың дәүләт теле булараҡ, уны дәүләт органдарында, йәғни эш ҡағыҙҙарында ҡулланыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Был йылдарҙа башҡорт теленең ҡулланыу даирәһен киңәйтеүгә йүнәлтелгән байтаҡ фарман ҡабул ителә. Мәҫәлән, Бәләкәй Башҡортостан менән Өфө губернаһын бергә ҡушыу эше атҡарылған мәлдә, түбәндәге документҡа ҡул ҡуйыла:
Центральный Исполнительный
Всем Наркоматам, Центральным
учреждениям и Главкам БАССР
Ввиду начатия фактического слияния двух обособленно до сих пор существовавших и работавших аппаратов власти Малой Башкирии и Уфимской губернии, в целях развития плодотворной работы и постановки дела на положение, вполне отвечающее требованиям местных условий жизни, при формировании органов власти Ваших наркоматов рекомендуется Вам руководствоваться нижеследующими:
1. Привлекать в деловые органы вашего наркомата преимущественно лиц знающих не только дело, но оба государственного языка в Башреспублике: башкирского и русского.
Опыт старой работы в БАССР диктует необходимость проведения вышеуказанного принципа при формировании всех органов власти.
2. Наркомы и руководители учреждения не должны забывать те принципы, которые установлены Х партсъездом и Съездом Советов о политике (Советской власти) на окраинах.
Плох тот нарком, который не сумеет привлечь туземных работников в свои аппараты, чем их будет меньше, тем хуже он значит справляется со своей задачей.
Напоминая о вышеизложенном, БЦИК предлагает заранее подумать о целесообразном формировании всего аппарата, чтобы максимум добиться выполнения нашей программы в БАССР, т. е. привлечения местных работников, соответствующих указанным условиям.
О принятых мерах информировать БЦИК и своевременно доносить.
Под. Врид. Предбашцика Кушаев.
Шул дәүерҙә үк ошондайыраҡ йөкмәткеле документтарҙың донъя күреүе хайран ҡалырлыҡ! Аҡыллыға – ишара, тиҙәр: уларҙа сағылыш тапҡан ҡарар-фекерҙәр бөгөн дә актуаллеген юғалтмаған.
Шәһит Хоҙайбирҙиндың бер үк ваҡытта башҡорт әҙәби теленең нигеҙҙәрен булдырыуға индергән өлөшө лә баһалап бөткөһөҙ. Ул, Башҡорт телен бойомға ашырыу комиссияһы рәйесе булараҡ, был тәңгәлдә лә ҙур эш башҡара. Түбәндәге документ уйланырға нигеҙ бирә:
(Ф.Р. 933. Оп.9. Д.9. Л. 137)
Башҡорт теленең статусын күтәреүгә ҡағылышлы сетерекле мәсьәләләр күп була, уларҙы хәл итеү бик еңел бирелмәй. Төп мәсьәләләрҙең береһе – дәүләт кимәлендә торорға тейешле әҙәби телде булдырыу. Тик башҡорт әҙәби телен ниндәй диалекттарға (ә улар күп, ҡайһыларына өҫтөнлөк бирергә) таянып формалаштырырға һуң? Бына ошо һорау тора дәүләт етәкселәре, ғалимдар һәм яҙыусылар алдында. Оҙайлы бәхәстәрҙән һуң Академүҙәк 1923 йылдың декабрендә Ҡыуаҡан шиүәһен (диалектын – авт.) әҙәби телдең нигеҙе итеп алыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Был идеяны Академүҙәк етәкселеге һәм төп доклад менән сығыш яһаған ошо ойошманың бүлек мөдире Ғәбделәхәт Вилданов алға һөрә.
Академүҙәктең ҡарарын ҡабул итмәүселәр араһында Шәһит Хоҙайбирҙин да була. Ул Ҡыпсаҡ, Юрматы башҡорттары телендә яҙылған “Нисек яҙырға?” тигән мәҡәләһендә әсенеп шуны белдерә: “Академүҙәктең “төп башҡорт теле” хаҡындағы тезисын көсләп тормошҡа үткәҙеү дөрөҫ түгел... Ҡыпсаҡ, Юрматы, Ялан, Үҫәргән һәм Һаҡмар башҡортлары һөйләшкән телде ... тормошҡа үткәҙергә тейешбеҙ”. Әммә тел тирәһендә Академүҙәк менән тартыш байтаҡ дауам итә. Ниһайәт, ҡырҡыу мәсьәлә буйынса алтын урталыҡ һайлап алына: Юрматы шиүәһенә Ҡыуаҡан “ҡойроғо” ҡушып яһалған хәҙерге башҡорт әҙәби теле формалаша. Ошо хаҡта Башҡортостандың Мәғариф Халыҡ Комиссириаты коллегияһы 1924 йылдың 20 февралендә махсус ҡарар ҡабул итә:
(Ф.П. 122. Оп. 3. Д. Л.22).
Шәһит Хоҙайбирҙиндың 1924 йылдың 21 декабрендә Мәскәү дауаханаһында ауыр операциянан һуң 28 йәшендә генә мәрхүм булыуы тотош Башҡортостан өсөн оло тетрәнеү була. Әгәр ҙә сәйер үлем менән баҡыйлыҡҡа бик иртә күсмәһә, тәрән фекерле, принципиаль ҡарашлы дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре башҡорт әҙәби теле буйынса үҙ позицияһы өсөн көрәште дауам иткән булыр, Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш төбәгендә йәшәгән башҡорттарҙың, байтаҡ йылдар буйы “туган телебез – татар, башкалабыз – Казан” тип белем алырға мәжбүр булған милләттәштәребеҙҙең, мәнфәғәтен мотлаҡ яҡлар ине.
Әле Рәсәйҙә 136 телгә юғалыу хәүефе янай, башҡорт теле лә ошо исемлектә тора. Дәүләт тарафынан туған телдәрҙе һаҡлау һәм артабан үҫтереү буйынса байтаҡ закон ҡабул ителгән. Башҡортостандың да үҙ Конституцияһы бар, туған телдәргә ҡағылышлы бер нисә тиҫтә закон акты иҫәпләнә. Әммә телде һаҡлау буйынса йөҙ ҡанун ҡабул ителһә лә, уға ата-әсәләр тарафынан ҡараш һалҡын ҡалһа, “балам урыҫса уҡып ҡына әҙәм була аласаҡ” тигән хата фекер халыҡ араһында артабан да тамыр йәйеүен дауам итһә, был осраҡта үҙебеҙҙән башҡа юғары даирәләрҙе ғәйепләп булмай. Ғәйеп – үҙебеҙҙә, хөрмәтле ата-әсәләр.
Башҡорт теле йәшәһен, тимәк, милләт булараҡ башҡорт халҡы булһын, уның үҙ дәүләтселеге – республикаһы сәскә атһын өсөн фиҙаҡәрлек күрһәткән Әхмәтзәки Вәлидиҙәр, Шәһит Хоҙайбирҙиндар быуыны беҙгә, бөгөнгө вариҫтарына, ни әйтер ине? Бына һорау уйландыра һәм күптәрҙең туған телгә ҡарата вайымһыҙлығы йөрәкте һыҙландыра.