(Кисә уҙасаҡ сәхнәгә М. Мортазиндың фотоһүрәте ҡуйыла. Уға арналған буклеттарҙан, китаптарҙан, уҡыусыларҙың М. Мортазин хаҡында яҙған ижади эштәренән күргәҙмә ойошторола.)
Алып барыусы. Хәйерле көн, хөрмәтле уҡыусылар, ҡунаҡтар! Һеҙгә арҙаҡлы яҡташыбыҙ, атаҡлы хәрби етәксе, башҡорт халҡының легендар улы Муса Лут улы Мортазинға бағышланған әҙәби-музыкаль кисә тәҡдим итәбеҙ!
(Талғын ҡурай моңо ишетелә. Сәхнә артынан Ҡәҙим Аралбаевтың “Ғәйрәт” триптихынан өҙөк уҡыла.)
Ҡайнағандыр һиндә ажар ғәйрәт,
Булғанғалыр даулы заманың.
Шуғалыр ҙа халҡың, илең һиңә
Йөктө һалған, белмәй саманы.
Батша тәхеттәрен дер һелкетер
Ажар ғәйрәт – халыҡ ғәйрәте.
Хатта шул ғәйрәтте һындыралар,
Ҡол булырға ныҡыш өйрәтеп.
Әммә кәмей Урал ғәйрәте лә
Көн-төн яҡҡас тәнен көйрәтеп…
(Сәхнә асыла. М. Ямалетдиновтың “Ҡотолоу юлҡайҙарын тапманым” әҫәре буйынса “Ҡулға алыу” күренеше сәхнәләштерелә. Ҡатнашалар: Муса Мортазин; уның ҡатыны Фатиха; ҡыҙҙары Наилә һәм Ләйлә; милиционерҙар.)
(Сәхнә ҡараңғы. Лампа яҡтыһында Муса ниҙер яҙа. Барыһы ла йоҡлай. Ҡапыл ҡаты итеп ишек шаҡыйҙар. Муса һиҫкәнә. Ишеккә бара.)
Тауыш. Мортазин, ишекте ас! НКВД-нан! (Муса ашыҡмай. Ишеккә ҡаты итеп һуға башлағас, асырға мәжбүр була. Атылып ике милиционер килеп инә.)
1-се милиционер. Иптәш Мортазин, йыйынығыҙ! Һеҙҙе ҡулға алырға тигән әмер бар. Бына! (Мусаға ҡағыҙ киҫәген һона.)
2-се милиционер. Ваҡыт һанаулы ғына. Тиҙ генә йыйынығыҙ!
(Муса аптырап ҡатып ҡала. Тауышҡа балалар уяна. Ҡатыны һораулы ҡараш менән иренә төбәлә.)
Муса. Нисек? Мин нимә эшләгәнмен?
1-се милиционер. Ә быныһы беҙгә билдәле түгел. Беҙ әмерҙе генә үтәйбеҙ.
2-се милиционер (ирония менән). Ғәйепһеҙ кешене ҡулға алмайҙар.
(Муса сәхнә алдына килә. Тамашасыларға мөрәжәғәт итә.)
Муса. Эй туғандар! Исмаһам, һеҙ әйтегеҙ, ниҙә ғәйеплемен? Заманында япон милитаристарына ҡаршы һуғышҡаным өсөнмө? Бригада комиссары булғанғамы? Әллә полководец булғаным өсөнмө?
1-се милиционер (ҡысҡырып).Тиҙ бул, нимәгә иҫең китте? Беҙгә әле һинең кеүектәрҙе төн буйына сүпләйһе бар.
2-се милиционер (көлөп).Эйе, ваҡыт тар. Ә һиңә уйланырға тегендә ваҡыт булыр. Уйланырға өлгөрөрһөң. Башҡо-о-орт! Ха-ха-ха!
Муса (милиционерҙарға ҡарап). Көлөгөҙ! Көлөгөҙ! Ошо ғәҙелһеҙлектәр өсөн һеҙгә лә илар көн килер. (Фатихаға боролоп) Фатиха, ныҡ бул! Минең ялҡыным һине лә урап үтмәҫ инде. Шуны бел: беҙ ғәҙел йәшәнек. Теләһә ниндәй алдаштырыуҙарға бирелмә, яңылыштан тоҙаҡҡа эләгеп ҡуйма!
Фатиха. Хафаланма! Үҙеңде һаҡла. Беҙгә нимә булһын?! Беҙ иректә ҡалабыҙ бит. (Күҙ йәштәрен күрһәтмәҫ өсөн түбән ҡарай.)
Ләйлә (йоҡо аралаш). Атай, һине ҡайҙа алып китәләр ул?
Муса. Эшкә барам, ҡыҙым, ашығыс эш килеп сыҡты.
Ләйлә. Атай, һинең милиционер ағайҙар менән эшкә киткәнең юҡ ине бит. Шаяртаһың ғына, эйе бит, атай? Ә ниңә улар шулай уҫал ҡарай?
Наилә. Атай, һин эшкә китәһең. Әсәйем шуның өсөн илап торған була. (Йүгереп килеп әсәйҙәрен ҡосаҡлайҙар.)
(Асыуынан шартларҙай булып торған милиционерҙар Мусаға яҡын килә башлай.)
1-се милиционер. Мортазин! Ваҡыт! (Елтерәтеп Мусаны алып сығырға маташа. Икенсеһе лә килеп йәбешә.)
Муса. Хушлашырға рөхсәт итегеҙ! Бер генә минутҡа, бер генә минутҡа! (Ысҡындыралар.) Фатиха, балаларым, һау булығыҙ! (Барыһын да ҡосаҡлап, бер-бер артлы үбә.) Мин оҙаҡламам, мине тиҙ сығарырҙар ул. (Этеп-төртөп алып сығып китәләр. Өйҙә илаш башлана.)
(Ҡурай моңо яңғырай. Башҡорт халыҡ йыры “Азамат” башҡарыла.)
Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етенсе йыл!..
Мең туғыҙ йөҙ Ун Етене ҙурлап,
Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етенсе йыл!..
Мең туғыҙ йөҙ Ун Етене хурлап,
Ҡоштар осоп етмәҫ ерҙәргә
Оло байрам, һабан туйындай;
Урман йыҡҡан ҡара ҡойондай,
Күпме күңел нахаҡ кителә!..
...Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ,
Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?
Бер осоңдан һинең балың тамһа,
Бер осоңдан ниңә ҡан тама? (Р. Ғарипов. “Табыныу” поэмаһы.)
3-сө уҡыусы. Муса Мортазин... Кем ул? Ҡулға алырлыҡ ниндәй ғәйептәре булған уның? (Сәхнә артында текст уҡыла, слайдта һүрәттәр күрһәтелә бара.)
Үҙ халҡы азатлығы һәм автономияһы өсөн көрәшкән Муса 1927 йылда баһалап бөткөһөҙ ҙур хеҙмәтен яҙып ҡалдыра. Ул “Башҡортостан һәм граждандар һуғышы йылдарында башҡорт ғәскәрҙәре” тип атала. Муса Лут улы Мортазин үҙе империалистик, граждандар һуғышында ҡатнашып, полководец дәрәжәһенә күтәрелгән. Өс тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1920, 1921, 1928 йылдар), Көмөш ҡылыс (Почетлы революцион ҡорал), алтын сәғәт менән бүләкләнгән.
(Ғ. Шафиҡовтың “Муса Мортазин” балладаһынан өҙөктәр уҡыла.)
Ерҙәр тонсоҡҡанда ҡандан,
Күтәрелдең һин, Мортазин,
...Быуар йыландарҙан илде
Хатта ут-һыу кисмәгәндәр,
Комбриг, тиһәң, ҡәһәрләне.
Илде, телде, көндө быуып,
Тик мәхлүк йәндәр үрләне.
Ҡоршауҙарын ул йылдарҙың.
Бер аҙым шул, тик бер аҙым.
Тетрәндем мин, күкрәнем мин,
– Һаумыһың, Муса Мортазин!
...Афарин, йәшә, Мортазин,
Китмәҫкә ҡайтҡан генерал!
Беҙҙең мәңге һүнмәҫ ҡорал!
1-се уҡыусы. Атаҡлы хәрби етәксе, башҡорт халҡының легендар улы Муса Лут улы Мортазин 1891 йылдың 20 декабрендә Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Тамъян-Ҡатай кантоны Күбәләк тиләү волосының Көсөк ауылында (Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы) ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһы бик намыҫлы, кешелекле, изге күңелле кеше булған. Өләсәһе балаларға халыҡтың ауыҙ-тел ижадын түкмәй-сәсмәй һөйләгән. Шулар тәьҫирендә кескәйҙәрҙә үҙ еренә, халҡына һөйөү тойғолары тәрбиәләгән.
Кескәй Муса хәреф танырға ағаһы Айсаның дәрестәргә әҙерләнеүе аша өйрәнә. Аҙаҡтан Байрамғол ауылында мәҙрәсәлә уҡый.
2-се уҡыусы. 1912 йылдың 21 ноябрендә ул армияға алына. 1914 йылдың сентябренә тиклем Алыҫ Көнсығышта туғыҙынсы уҡсы артиллерия бригадаһында хеҙмәт итә. Унда бомбардирҙар әҙерләү курсын тамамлай.
1917 йыл. Илебеҙ тарихы ваҡиғаларға бай осор. Муса ла ошо ваҡиғалар уртаһында ҡайнай. Мәскәүҙә үткән I Бөтөн Рәсәй мосолмандарының съезында ҡатнаша. 1918 йылда Башҡортостандың Ваҡытлы Революция Советы ағзаһы итеп һайлана. Тамъян-Ҡатай кантонында милиция бүлеге ойоштора. Башҡорт ғәскәрҙәрен төҙөүселәр авангардында була. Тәүҙә эскадрон командиры, артабан полк командиры итеп билдәләнә.
Заманалар болғансыҡ граждандар һуғышы осоро. Ҡыҙылдар үҙҙәренә ҡушылыусы башҡорт ғәскәрҙәрен бөтөнләй ҡоралһыҙландыра башлай. Мортазин полкы был хәл менән килешмәй. Шуға ла ул 1919 йылдың 12 апреленән алып 23 авгусына тиклем Колчак ғәскәрҙәрендә Башҡорт кавалерия бригадаһы командиры булып йөрөй. Унан үҙ бригадаһы менән ҡабат ҡыҙылдар яғына сыға.
3-сө уҡыусы. Муса Мортазин 1920 йылдың 20 апреленән 23-сө армия составында аҡ поляктарға ҡаршы һуғыша. Бында ул Башҡорт бригадаһы командиры, армияның кавалерия корпусы командиры була. Ҡыйыулығы өсөн Революцион хәрби Совет Муса Лут улы Мортазинды яҙыулы алтын сәғәт, көмөш ҡылыс менән бүләкләй. («Мортазинсылар» бейеүе башҡарыла.)
4-се уҡыусы. 1920 йылдың декабрь айында ул тыуған яҡтарына ҡайта. Тамъян-Ҡатай кантонында, унан Башҡортостан хөкүмәтендә Республиканың хәрби эштәре буйынса халыҡ комиссары булып эшләй. Шул уҡ йылда VII Бөтөн Рәсәй съезы делегаты була. 1921 йылда М. Мортазинды Башҡортостандың Үҙәк Башҡарма Комитеты рәйесе итеп һайлайҙар.
5-се уҡыусы. М. Мортазиндың абруйы үҫеүе ҡайһы бер кешеләргә оҡшап етмәй. Уның өҫтөнән Мәскәүгә төрлө ялыуҙар оса.
6-сы уҡыусы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, М. Мортазин белем алыу, халҡына хеҙмәт итеү дәрте менән янып йәшәй. Мәскәү юғары хәрби-педагогия мәктәбендә уҡый. Рәсәй һәм СССР кимәлендә үткәрелгән съездарҙа делегат булып ҡатнаша. М.В. Фрунзе исемендәге хәрби академияны тамамлай. Уҡыу менән бер рәттән, ижад эше менән дә шөғөлләнә. (Слайдта хәрби карьераһының үҫешен сағылдырған хронология күрһәтелә.)
7-се уҡыусы. Иле, халҡы өсөн янып йәшәгән атаҡлы полководец, башҡорт халҡының легендар улы Муса Мортазин 1937 йылдың 31 майында ҡулға алына һәм 27 сентябрендә СССР Юғары судының Хәрби Коллегияһы ҡарары менән иң юғары язаға – үлем язаһына хөкөм ителә. Шул төндә үк атып үлтерелә. (Нәжиб Асанбаев шиғыры, Морат Әхмәтов көйөнә яҙылған “Бик һағындым һине, Тыуған илем” йыры башҡарыла.)
8-се уҡыусы. 1954 йылдың 14 июнендә асыҡланған шарттар нигеҙендә СССР Юғары судының Хәрби Коллегияһы приговоры юҡҡа сығарыла һәм енәйәт эше булмағанлыҡтан эш туҡтатыла. Үлтерелгәндән һуң аҡлана: 1954 йылдың 3 сентябрендә Оборона министрының 04220-се приказы менән комбриг званиеһы кире ҡайтарыла һәм үлеүе сәбәпле Ҡыҙыл армия исемлегенән алына.
1-се уҡыусы. Репрессия йылдарында Муса Мортазиндың ғаиләһе күргән йәбер-золомдоң, ҡайғы-хәсрәттәрҙең иге-сиге булмай. Ҡатыны эҙәрлекләүҙәргә, кәмһетелеүҙәргә дусар ителә. Кейергә кейеме, ашарға ашы булмағанлыҡтан ауырыуға һабышҡан ҡыҙы менән улы, Ынйы менән Асҡар, вафат була.
Геройҙың ҡыҙы, Шәүрә Мортазина, бөтөн ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығып, башҡорт сәнғәтенең данлыҡлы оҫтаһы булып таныла. Мәскәүҙә А.В. Луначарский исемендәге Дәүләт театр сәнғәте институтын тамамлап, Башҡорт дәүләт академия театрының режиссеры булып эшләй. Уға РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре тигән исемдәр бирелә. РСФСР-ҙың Станиславский исемендәге, Башҡортостандың Ғ. Сәләм исемендәге премиялар лауреаты ла ул. Шәүрә Мортазина ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем аталарының нахаҡҡа рәнйетелеүе, атып үлтерелеүе өсөн әрнеп йәшәй. Шуға ла тормош дөрөҫлөгөн асыу маҡсатында атаһы хаҡында сценарий яҙа. Эште тамамлап өлгөрмәгәс, үҙенең элекке уҡыусыһы Раиса Устиноваға тапшыра. Раиса остазының үтенесен еренә еткереп башҡара. (Р. Устинованың «Шипы и розы комбрига Муртазина» фильмы ҡарала.)
Был донъяла бер йыл оҡшамаһын
Бер аллаға кеше табынмаһын,
Табынһын тик кеше кешегә:
Ай-йондоҙға баҡҡан кешегә,
Ураҡ-сүкеш тотҡан кешегә!..
2-се уҡыусы. Яҡташыбыҙҙың эшләгән эштәре, халҡы өсөн түккән көсө, ғаиләһе өсөн янып йәшәүҙәре бушҡа китмәне. Ваҡыт үтеү менән, халҡы уның бөйөклөгөн дә, бейеклеген дә үҙе билдәләне. Ул тыуған иленә, туған халҡына батыр, ҡаһарман булып әйләнеп ҡайтты. Ҡайтыуҙарың менән, Муса Мортазин!
Бөтәһе бергә. Ҡайтыуҙарың менән, Муса Мортазин!
Р.Т. СОЛТАНОВА,
Учалы районының Илсе мәктәбе уҡытыусыһы.