Айлы төндә сығып күккә баҡтым,
Серле йондоҙҙарға күҙ аттым.
Йыһан серҙәренә, ҡөҙрәтенә,
Иҫ-аҡылым китеп, шаҡ ҡаттым.
Илаһи бер нурлы, серле епте
Эй, Хоҙайым, бүләк иттеме?..
Илаһи ла күктең мөғжизәһе
Күңел түрҙәремә үттеме?..
Шул нурҙан яралған нескә епте
Йомарлаған ап-аҡ йомғағымды
Биҙәк һала-һала тағаттым.
Биҙәктәрҙән ҡойған нағышымды
Кешеләргә илтеп еткерҙем.
Хоҙай ҡөҙрәтенән ебәрелгән,
Нурлы ептән торған хистәрем.
Әлдә Хоҙай шәлкем-шәлкем нурын
Бирә ептәй нескә күңелгә.
Шул моңдарҙан тыуа шиғырҙарым –
Биҙәктәргә генә төрөнгән…
Саф хистәрҙән генә үрелгән…