Башҡортостан уҡытыусыһы
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте
19 Ноябрь 2018, 13:44
Беҙ – башҡорт
Наилә ХӘМБӘЛИЕВА,Учалы районының Яңы Байрамғол ауылы.
– Атай, минең һорауым бар.
– Әү, балам, әйт, тыңлайым.
– Минең телем бөтә, тиеп,
Әйтәләрсе көн һайын?..
– Юҡ-юҡ, балам, буш хәбәр ул!
Яман кеше хәбәре.
Тел бәхете күрмәгәндең
Үҙ-үҙенә йәбере.
– Ә Салауат кем ул, атай?
– Аһ, балам, матур һорау!
Уның кемлеген белеү –
Халҡыңа һөйөп ҡарау.
Салауат ул – батыр, балам,
Ҡанбабаң, рухи бабаң.
Башҡорттарҙы әйҙәгән ул
Яҡты ҡиблаға табан.
– Әсәй, ҡашмау, яға нимә?
– Ҡыҙым, был кейем йәме.
Ғорур, ипле башҡорт ҡыҙын
Иман нурына күмә.
– Атай, әсәй, беҙ башҡортмо?
– Алтындарым, һеҙ – башҡорт!
Бөйөк, азат илебеҙгә
Һеҙ – ышаныс, һеҙ – йәш ҡот!
Беҙҙән һеҙгә, балаларым,
Бер фатиха, аманат –
Маңҡорт ҡаны ҡушылмаһа,
Илебеҙ булыр азат,
Башҡортта һынмаҫ ҡанат.
Наилә ХӘМБӘЛИЕВА,
Учалы районының Яңы Байрамғол ауылы.
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?