Мин күренекле башҡорт яҙыусыһы, яҡташыбыҙ Яныбай Хамматовтың “Салауат” романын ҙур теләк менән уҡып сыҡтым. Әҫәр үҙенең тарихи материалдарға бай булыуы менән ҡыҙыҡлы.
Романда башҡорт халҡының данлыҡлы улы Салауат Юлаевтың тормош һәм көрәш юлы һүрәтләнә, шулай уҡ унда Белорет ҡалаһы, заводтары тураһында ла һүҙ бара. Автор әҫәрҙә бик күп урын йолаларын яҡтырта, халыҡтың көнкүрешен, йәшәйешен сағылдыра.
Әҙип романдың башында уҡ башҡорттарҙың борон-борондан Уралда йәшәгәндәре тураһында һөйләй:
1. “Башҡорт халҡы төрлө йәнлек үрсегән, ҡош-ҡортҡа, емеш-еләккә бай, ер аҫты байлыҡтары мул булған ғозур Урал тәбиғәте ҡосағында иркен йәшәгән...”.
2. “Йәй көнө башҡорттар тирмәләр ҡороп, йәйләүҙәрҙә көн иткән”.
3. “Йәйләүгә ҡайтҡас та ул (Салауат) тыныслана алманы...”.
4. “Юлай тирмәнән сыҡты...”.
Автор аш-һыу әҙерләү өсөн айырым бүлмәләр булыуын, шулай уҡ уны сыуалда ла, саф һауала ла әҙерләүҙәрен әйтә. Тирмә эсендә ҡунаҡ бүлмәһе лә булған:
5. “Атаһы ҡунаҡ һыйлаған бүлмәгә Аҙнабикә инмәне”.
6. “Атаһы, аш-һыуҙы ҡайҙа әҙерләргә?”
7. “Саф һауала булһын, тине Юлай”.
8. “Юлай сиҙәмгә йәйеүле балаҫтар өҫтөнә әҙерләнгән табынға ымланы”.
Табында һәр саҡ электән килгән һәм йолаға әүерелгән билдәле бер тәртиптәр һаҡлана:
1. “Рычков, рәхмәт әйтеп, иң хөрмәтле ҡунаҡҡа тәғәйен урынға ултырҙы. Шунан һуң дәрәжәләренә, йәштәренә ҡарап, аҡһаҡалдар һәм башҡалар урынлашты”.
2. “Еҙ ҡомған, еҙ тас тотҡан үҫмер ҡунаҡтарҙың ҡулын сайҡатып сыҡты, һәр ҡайһыныһына таҙа таҫтамал тотторҙо”.
3. “Мулла, бисмилла, әйтеп, Ҡөрьәндән бер сүрәне уҡығас, ҡунаҡтар ағас табаҡтағы йылҡы итенә үрелде, бер-береһенә ҡаҙы ла һоғондорошҡас, иҙелгән ҡорот, борос, һуған, оҫҡон һалып тәмләндерелгән һурпа эстеләр”.
Автор ҡунаҡ һыйлау йолаһына иғтибар итә, мәжлестәрҙең бик мул һәм күңелле үтеүен билдәләй:
1. “Дәртле йыр тамамланғас та мыҡты кәүҙәле егет иҙән уртаһына сығып баҫты”.
2. “Йә, ағай, ҡурайыңды тарт әле, тип аяҡтарын тыпырҙатты ла “Ҡарабай” көйөнә өтә баҫып бейергә тотондо”.
3. “Мәжлес өс көн дауам итте”.
Яҙыусы шулай уҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының аш-һыуға иғтибарлы һәм оҫта булыуы тураһында яҙа. Шул осорҙарҙа башҡорттарҙың көнкүрешен өйрәнеп йөрөгән рус ғалимы Рычков яҙмаларында башҡорт халҡының ҡунаҡсыллығына баҫым яһала:
1. “Өлөш ҡунаҡтарҙың ҡорһағына һеңергә лә өлгөрмәне, ағас табаҡтар менән бишбармаҡ ташылды”.
2. “Ҡунаҡтар ултырышҡас, табаҡ-табаҡ бишбармаҡты ҡабат килтерҙеләр”.
3. “Буҙа менән әсе балда күпләп эселде. Шуға ҡарамаҫтан, ҡунаҡтар сәйҙән дә баш тартманы. Түперә, баурһаҡ, бал, эремсек, сейәле май, сөсө ҡорот, сәк-сәк, таба икмәге, ҡоймаҡ һәм башҡа төрлө тәм-томдар менән ҡунаҡтар кинәнеп сәй эсте”.
4. “Ҡаҙан тулы ит бешкәндә һалма киҫте, һурпа әҙерләне”.
5. “Бишбармаҡ өсөн әҙерләнгән ҡаҡ ҡорот иҙмәһе менән борос һибеүле һимеҙ һөҙлөклө һурпаны тәмләп ҡарағас, Аҙнабикә йылмайҙы”.
Яҙыусы ҡатын-ҡыҙҙың ниндәй эштәр эшләүе, аш-һыуҙы нисек итеп әҙерләүе тураһында ентекле яҙа: самауыр ҡуя, аш-һыу әҙерләй, бейә һауа, ҡымыҙ әсетә, һыйыр һауа, орсоҡ сиртә, йөн тетә, бейәләй-ойоҡ бәйләй, ҡулъяулыҡ сигә, ҡобайыр көйләй һ.б.
1. “... Аҙнабикә оло килендәре менән бейә һауып, Мөнәйәгә ҡымыҙ әсетергә ярҙамлашты. Улар көбәгә ҡойолған бейә һөтөнә йылы һыу менән ҡур өҫтәп, ҡымыҙҙы ваҡыт-ваҡыт ағас бешкәк менән бештеләр”.
2. “Икенсе төркөмдә ҡатын-ҡыҙ ҡаймағы һөҙөп алынған һыйыр һөтөнән ойотҡан (ҡатыҡ) ойотто, дәү ҡаҙанда эркет ҡайнатты, һыуы киндер тоҡтан һарҡытылған йәш ҡоротто йомро-йомро әүәләп, аласыҡ эргәһендәге ылаштарға йәйеп киптерҙе”.
Яныбай Хамматов ҡымыҙҙың һәм ҡороттоң файҙаһы тураһында айырым яҙып үтә: “Ҡоротто күпләп киптерергә кәрәк. Ул боҙолмай, уғата туҡлыҡлы аҙыҡ. Итле һурпаны әсе ҡорот менән шыйыҡлап эсһәң, ашҡаҙанды таҙарта, кеше төрлө ауырыуға бирешмәй...”.
Әҫәрҙә халыҡ ижадына өлгөләре лә урын ала.
“Аяҡсы, йола буйынса һамаҡ әйтеп, өгөт-нәсихәт уҡыны:
Салыу һөйәге – салыусыға,
Кейәү, улға – бейек үркәс,
Килен, ҡыҙға – бәләкәй үркәс,
Мин романда осраған аш-һыу кәрәк яраҡтарының исемлеген төҙөнөм һәм уларҙың һирәк осрағандарын рус теленә тәржемә иттем. Мәҫәлән:
тирмә, тирмә алды; бүлмә, ҡунаҡ бүлмәһе; табын, табын хужаһы; мәжлес – праздник; сыуал – печь, сыуал алды, сыуалда сәй эсеү; аш-һыу, аш-һыу урыны; ҡунаҡ, ҡунаҡ бүлмәһе; урындыҡ – нары; ҡаҙан – казан, дәү ҡаҙан; таған – таган, тағандарҙа аҫылған ҡаҙан; һауыт-һаба – посуда; самауыр, оло самауыр, еҙ самауыр; ағас табаҡ – деревянная тарелка; сеүәтә – миска; туҫтаҡ – большая миска; ҡалаҡ, ағас ҡалаҡ; кәсә – пиала; ылаш – помост для сушки курута; ҡомған – кувшин, еҙ ҡомған; тас – тазик, еҙ тас; таҫтамал, таҙа таҫтамал; көбә – деревянный сосуд, удлиненный формы для взбивания кумыса; бешкәк – мутовка, ағас бешкәк; киндер тоҡ – холщевый мешок; ашъяулыҡ – скатерть, сигеүле ашъяулыҡ.
Шулай уҡ әҫәрҙәге ризыҡтар исемлегенә иғтибар иттем һәм уларҙын тәржемәләрен таптым: ризыҡ – пища, еда; ит – мясо; йылҡы ите – конина; һимеҙ ит – жирное мясо; өйрәк ите – мясо утки; түш ит – грудина; һум ит – мякоть; өлөш – большие куски мяса, приготовленные к каждому; һалма – лапша; һурпа – бульон; һөҙлөклө һурпа – жирный бульон; ҡаҙы – казы; ҡымыҙ – кумыс; буҙа – буза; әсе бал – брага, медовуха; ойотҡан (ҡатыҡ) – катык, (кефир); ҡорот – курут, иҙелгән ҡорот, йәш ҡорот, сөсө ҡорот, ҡаҡ ҡорот – твердый курут; борос – перец; һуған – лук; оҫҡон – черемша; бишбармаҡ – бишбармак; бауырһаҡ – баурсак; бал – мед; эремсек – творог; эркет – кислый катык, из которого варят курут, эркет һыуы; сейәле май – масло с вишней; сәк-сәк – чак-чак; таба икмәге – лепешки; ҡоймаҡ – блины; тәм-том – сладости.
Автор үҙ әҫәрендә аш-һыу темаһына ҡағылышлы үҙенсәлекле ҡылымдарҙы ҡуллана: аш һыу әҙерләү, аш-һыу хәстәрләү, тамаҡ туйҙырыу, табынға ултырыу, табынға саҡырыу, ҡунаҡ һыйлау, һоҫоп алыу, тәмләп ҡарау,
самауыр ҡуйыу, самауырҙар быу борхота, иртәнге сәй эсеү, һурпа эсеү, өлөш ашау, бейә һауыу, ҡымыҙ әсетеү, ҡымыҙ уртлау, ҡымыҙ һемереү, ҡымыҙ бешеү, ит һоҫоп алыу, ит бешеү, ҡаҙы һоғондороу, ойотҡан ойотоу; йомортҡа тәгәрәтеү.
Романды уҡып, аш-һыуға ҡағылышлы лексиканы өйрәнгәндән һуң мин, Я. Хамматовтың “Салауат” романы – йәш быуынға башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте тураһында мәғлүмәт биреү буйынса энциклопедияға торошло әҫәр тип әйтә алам.
ХӘЛИЛОВА Зөһрә, Белорет ҡалаһының 18-се мәктәбе уҡыусыһы;
Етәксеһе – Г.Ә. ХӘЛИЛОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы