Бөтә яңылыҡтар

Әҙәбиәт дәрестәрендә модуль технологияһын ҡулланыу

«Ирәндек» лицейы – академик Михаил Петрович Щетининдың педагогик концепцияһына нигеҙләнеп ойошторолған эксперименталь уҡытыу-тәрбиә биреү учреждениеһы. Ғалимдың исеме Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә киң билдәле.
Лицейҙа уҡытыу “фәнгә сумыу”, йәғни “погружение” методы менән алып барыла. Бер фән өс көн арауығында уҡытыла, аҙнаның икенсе яртыһында уны башҡаһы алыштыра. Мәҫәлән, 5-се класта дүшәмбенән шаршамбыға тиклем математика булһа, кесаҙнанан шәмбегә тиклем рус теле булыуы мөмкин. Уҡыусы өс көн барышында бары бер фәнде ентекләп өйрәнә, уның бар иғтибары шуға йүнәлтелә. Ике-өс дәрестән һуң уҡыусының мейеһе төп фәнде өйрәнеүҙән ял итеп ала: уны йыр, бейеү, рәсем, физкультура йәки хеҙмәт дәрестәре алыштыра.
Бындай метод менән уҡытыу дәрестәрҙе блоктарға берләштереү өсөн уңайлы. Әгәр ҙә традицион уҡыу процесының минималь берәмеге дәрес булһа, блок технологияһын ҡулланғанда был берәмекте дәрестәр циклы тәшкил итә.
Башҡорт телен дә, әҙәбиәтен дә блок методына яраҡлаштырырға мөмкин. Әҙәбиәт дәрестәрен блок методы менән үткәреү ни яғы менән отошло һуң? Беренсенән, ижадҡа, эҙләнеүгә ваҡыт күп ҡала. Икенсенән, Федераль дәүләт белем биреү стандарттары мәктәп программаһына талапсан ҡарауҙы, аҙ ваҡытта күп эшләүҙе, үҙ аллы уҡыуҙы күҙ уңында тота. Ошоларҙы бергә бәйләү маҡсаты, әҫәр күтәргән проблеманы бер бөтөн итеп балаларға еткереү теләге әҙәбиәт дәрестәрен икенсерәк итеп ойоштороуҙы талап итте һәм дәрестәрҙе берләштереп, блок менән биреү идеяһы тыуҙы.

Был технология буйынса һәр бүлек бер нисә модулдән тора. Бүлек инеш өлөштән башланып, йомғаҡлау дәрестәре менән тамамлана.

Һәр модулдә технологик карта төп элементты тәшкил итә. Улар ярҙамында уҡыусылар аңлы рәүештә үҙ аллы белем туплай: маҡсатты үҙҙәре ҡуя һәм эшләү темпын һайлай.
Модуль менән эшләүҙең төрлө варианттары бар: көслө уҡыусылар – яңғыҙ, ә башҡалар төркөмдәрҙә эшләргә мөмкин. Һәр модулдә үҙ-үҙеңде тикшереү һәм баһалау бар. Ул уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындыра, эҙләнеүҙәргә өндәй, йәғни мотивация тыуҙыра. Бигерәк тә рейтинг системаһын ҡулланыу яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Уҡытыусы консультант, уҡыусыға фекерҙәш ролен үтәй.
Әҙерлек этабынан алып, рефлексияға тиклем модуль бер бөтөн блокты тәшкил итә. Иғтибар үҙәгендә, бер яҡтан – уҡыусыларҙың үҙ аллы белем алыуы, икенсе яҡтан эш һөҙөмтәһенең объективлығы тора.
Модуль технологияһын ҡулланыуҙың ыңғай яҡтары:
1) дәрес бурыстарын комплекслы планлаштырыу;
2) ваҡытты экономиялау;
3) үҙаллы белем алырға теләк уятыу;
4) уҡытыусының консультант булараҡ сығыш яһауы;
5) уҡыусыларҙың эш һөҙөмтәләрен үҙҙәре баһалауы;
6) яҡшы эш һөҙөмтәләренә ирешеү.

Рауил Бикбаевтың тормошон һәм ижадын өйрәнеү өсөн технологик карта

(2 сәғәт)
Эштәр, һорауҙар
Әҙерләнеү өсөн сығанаҡтар Баһалау

1.
2.
Әҙерлек этабы
Р. Бикбаевтың ниндәй әҫәрҙәре менән танышһығыҙ?
Р. Бикбаевтың тормош юлы тураһында нимәләр беләһегеҙ?
8-се класта үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. 1 балл
1 балл

1.
2.
3.
4.
I блок. Тормош юлы.
Каруанһарай – Р. Бикбаев. Ниндәй уртаҡлыҡ күрәһегеҙ?
Р. Бикбаевтың бала сағы. Ил һәм ғаилә яҙмышы.
Сағыштырыу (телдән).
Тәүге йыйынтығына аҙымдар.
Р. Бикбаев – фән эшмәкәре, ғалим (ике минутлыҡ сығыш әҙерләргә)
«Хәҙерге башҡорт әҙәбиәте», 146-сы
бит.
Тарих фәнен иҫкә төшөрөү.
«Тәүге ижад осоро», 146-сы б.
146 – 158-се б.
1 балл
2 балл
1 балл
2 балл
II блок. Р. Бикбаев ижадына күҙәтеү
1.
2.
3.
4.
5
.

Шағирҙың бер-бер артлы донъя күргән ун ике шиғыр китабын хронологик тәртиптә һанап сығығыҙ.
Шағирҙың башланғыс ижадындағы төп тенденциялар.
«Ҡош юлы» һәм «Автобиография» китаптары нигеҙендә Р. Бикбаевтың шағир булараҡ үҫешен күрһәтегеҙ.
Ни өсөн 1969 йылда сығарған китабын «Автобиография» тип атаған?
Р. Бикбаев – тәнҡитсе һәм публицист.
Ғ. Хөсәйенов һүҙҙәрен һеҙ нисек миҫалдар менән дәлилләрһегеҙ?
Yҙ аллы яҙа алмаһағыҙ, уҡытыусыға мөрәжәғәт итегеҙ.
«Тәүге ижад осоро» – табығыҙ.
147 – 148-се биттәр.
Шиғырҙарын ҡарап сығығыҙ.
158-се бит.
145-се бит.
2 балл

1 балл
2 балл
1 балл
1 балл
1. Өйгә эш: Р. Бикбаев ижадын Р. Ғарипов ижады менән сағыштырып ҡарағыҙ. Оҡшашлыҡтарын табығыҙ. 7 – 15 б. – «5»;
13 б. – «4»; 10 б. – «3».
2. Рефлексия.
Р. Бикбаев ижады һеҙҙә ниндәй ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы? Үҙ аллы эшләү оҡшанымы?


Рауил Бикбаевтың «Ғүмер уртаһы» шиғырын өйрәнеү өсөн

технологик карта (1 сәғәт)

Эштәр, һорауҙар Сығанаҡтар Баһалау
1.
2.
Әҙерлек этабы
Әҫәрҙе үҙ аллы уҡып сығығыҙ.
Яҙылыу тарихы менән танышығыҙ.
Хрестоматия, 128-се бит. 1 балл
1 балл
1.
2.
I блок. Тасуири уҡыу.
Шиғырҙан һүрәтләү сараларын табығыҙ:
а) йәнләндереү;
б) антитеза һ.б.
Пауза һәм логик баҫымдар ҡулланып, шиғырҙы тасуири уҡырға өйрәнегеҙ.
Миҫалдарҙы яҙып алығыҙ.
Ҡәләм ҡулланығыҙ.
1 миҫал – 1 балл
2 балл
1.
2.
3.
4.
5.
6.
II блок. Әҫәрҙе анализлау
Ни өсөн шағир әҫәрен «Ғүмер уртаһы» тип атаған?
Әҫәрҙең темаһын һәм идеяһын асыҡлағыҙ.
Шиғырҙы мәғәнәһе буйынса бүлектәргә бүлегеҙ.
Һәр бүлектең образдарын табығыҙ. Уларҙы шиғыр юлдарын ҡулланып, аңлатығыҙ.
Үҙегеҙгә оҡшаған бүлекте телдән һүрәтләгеҙ. Ни өсөн был бүлекте һайланығыҙ?
Һеҙҙең өсөн әҫәрҙең әһәмиәте нимәлә?
«Хәҙерге башҡорт әҙәбиәте», 148-се б.
Планды дәфтәрҙәрегеҙгә яҙығыҙ.
Нимә ул образ?
1 балл
2 балл
2 балл
3 балл
2 балл
2 балл
Өйгә эш: шиғырҙан өҙөк ятлағыҙ.
1.
2.
Рефлексия.
Үҙ эшегеҙҙе нисек баһалайһығыҙ?
Һеҙгә ниндәй төр эштәр нығыраҡ оҡшай: уҡытыусыны тыңлау, таблица тултырыу, һорауҙарға яуап биреү, үҙ аллы эшләү?
18 – 16 б. – «5»;
14 – 15 б. – «4»;
10 – 12 б. – «3».
1.
2.
3.
4.
5.
III блок. Үҙ-үҙеңде тикшереү
Р. Бикбаевтың тыуған йылы?
Р. Бикбаевтың башҡорт әҙәбиәтенә килеүе?
Уның биш әҫәрен атағыҙ.
Р. Бикбаев тәнҡитсе булараҡ ниндәй китаптар авторы?
Р. Бикбаевтың башҡорт әҙәбиәтендә тотҡан урыны.
Эшеңде иптәшеңә биреп тикшерт. Хаталар өҫтөндә эшләгеҙ. Баһалар ҡуйығыҙ.
1 балл
1 балл

1 балл
1 балл
1 балл

Динис Бүләковтың
«Ғүмер бер генә» романын өйрәнеү
буйынса уҡыусылар өсөн технологик карта (2 сәғәт)

Эштәр, һорауҙар Сығанаҡтар Баһалау
1.
2.
Әҙерлек этабы.
Автор ниндәй әҫәрҙәре өсөн
С. Юлаев исемендәге премияға лайыҡ була?
Романдың яҙылыу ваҡыты. Әҫәрҙә сағылдырылған осор тураһында нимә беләһегеҙ?
Романдың тулы йөкмәткеһен белеү.
Тарих фәнен иҫегеҙгә төшөрөгөҙ.
1 балл
2 балл
I блок. Әҫәрҙең йөкмәткеһен анализлау
1.







2.





3.
4.
5.
6.
7.
8.
9.
10.
Ни өсөн әҫәр «Ғүмер бер генә» тип аталған?
Әҫәрҙең темаһын һәм идея йүнәлешен асыҡлағыҙ.
Үҙегеҙгә оҡшаған образға характеристика бирегеҙ.
а) романдың ҡайһы геройын көслө характерлы тип әйтә алаһығыҙ?
б) романдың ҡайһы геройҙары йомшаҡ холоҡло булыуҙары арҡаһында кире геройға әйләнәләр?
в) көслө характерлы герой кире була аламы?
г) кире герой үҙ хаталарын таный аламы?
«Яҙмышың үҙ ҡулыңда». Ҡайһы герой ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыуға ирешә?
«Ни сәсһәң, шуны урырһың».
Был мәҡәл ҡайһы персонаждың яҙмышын хәтерләтә?
Ниндәй образ һеҙҙә йәлләү тойғоһо уятты? Ә ҡайһыһы ытырғаныу тыуҙырҙы?
Арынбаҫаров һәм Ҡаҙнабаев образдарын сағыштырығыҙ.
а) Ҡаҙнабаевты депутат итеп күҙ алдына килтерегеҙ.
б) ҡайһы герой депутат булыуға өлгәшә, һеҙ авторҙың сюжеты менән ризаһығыҙмы?
в) Ни өсөн автор Арынбаҫаровты депутат итеп үрләтмәй?
Башҡа геройҙарҙың әҫәрҙең идея йүнәлешен асыуҙағы ролен күрһәтегеҙ.
Таблицаны тултырығыҙ:
1. Әҫәрҙәге ыңғай күренештәр.
2. Кире күренештәр.
Ҡайһы геройҙың уйҙарын автор үҙе лә хуплай?
Ике минут эсендә телдән яуап әҙерләгеҙ.
Иҫбатлағыҙ.
Әҫәрҙән миҫалдар килтереп иҫбатлағыҙ.
Образдарҙы сағыштырығыҙ.
Фекерҙәрегеҙҙе әҫәрҙән өҙөктәр менән дәлилләгеҙ.
Фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ.
1 балл
2 балл
3 балл
1 балл
1 балл
1 балл
1 балл
3 балл
2 балл
2 балл
3 балл
1 балл
1 балл
3 балл
Һәр күренешкә –
1 балл
40 б. – «5»;
35 б. – «4»;
30 б. – «3».
1.
2.
3.
4.
5.
6.
7.
II блок. Яҙыусының стиле
Д. Бүләковтың үҙенә генә хас яҙыу стиле бар. Был һүҙҙәр менән һеҙ килешәһегеҙме?
Һүҙлек эше: текста ниндәй аңлашылмаған һүҙҙәр осраны?
Әҫәрҙән эпитеттар табығыҙ.
Автор ниндәй метафоралар ҡуллана?
Портреттар галереяһы.
Әҫәрҙең кульминацияһы нимәлә?
Яҙыусының үҙ заманы һәм киләсәк быуындар өсөн әһәмиәте.
Дәлилләгеҙ.
Һүҙлектән табығыҙ.
Уҡып ишеттерегеҙ.
Нимә ул метафора?
Әҫәрҙән табып уҡығыҙ.
Нисек һүрәтләнгәнен табығыҙ.
Yҙ фекерегеҙҙе дәфтәргә яҙығыҙ.
1 балл
2 балл
2 балл
1 балл
4 балл
2 балл
3 балл
Өйҙә: үҙегеҙгә оҡшаған эпизодты күҙ алдына килтереп, «Әгәр рәссам булһам» тигән темаға һүрәтләмә яҙығыҙ.
1.
2.
Рефлексия:
Әҫәр һеҙгә ни өсөн оҡшаны, йәки оҡшаманы?
Әҫәр геройҙары беҙҙең арала йәшәһә, кем менән дуҫлашыр инегеҙ?
15 б. – «5»;
13 б. – «4»;
10 б. – «3».
1.
2.
3.
4.
5.
III блок. Yҙ-үҙеңде тикшереү.
Әҫәрҙәге әхлаҡи-этик конфликттарҙы һүрәтләгеҙ.
Әҫәрҙә синфи-социаль конфликттарға урын бармы? Геройҙарҙы нисек сағыштырыр инегеҙ?
Илғужа – Тулыбай
Ҡәмәриә – …
Васил – … (дауам итегеҙ).
Автор әҫәрҙә ниндәй проблемалар күтәрә?
Эшеңде иптәшеңә биреп тикшерт. Хаталар өҫтөндә эшләгеҙ. Баһалар ҡуйығыҙ.

1 балл
1 балл
1 балл
1 балл

Г.Б. ИГЛИКОВА,
Сибай ҡалаһының “Ирәндек” лицейы уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы

Читайте нас: