Ваҡыт үтә... Тағы ҡарҙар яуа...
Көҙ туҡтаны япраҡ ҡойоуҙан...
Бер ни мәңге түгел! Бар мәғәнә –
Үҙ юлыңды нисек уҙыуҙа....
Ә көҙ матур үтте! Аҙаҡҡаса
Ташламаны сағыу төҫтәрен.
Күңелдәрҙә ҡалды алтын көндәр,
Янар шәфәҡ, айлы кистәре...
Минең көҙҙәрем дә ошо көҙҙәй,
Үтһен ине балҡып, шыңшымай!
Күңелемдә булһын ҡайнар ҡояш,
Янар шәфәҡ, мәңге моңһоу ай...
Йөрәк ҡайнарлығын көҙҙәремдә
Ал шәфәҡтән – аҡыл уйҙарыма,
Моңһоу айҙан – һағыш йырыма...