Беҙ мәғлүмәт технологиялары киң таралған, мәғариф өлкәһендә үҙгәрештәр барған осорҙа йәшәйбеҙ. Был уҡытыусынан уңышлы алымдар ҡулланыуҙы, дәресте һәм кластан тыш сараларҙы ҡыҙыҡлы итеп ойоштороуҙы талап итә. Заман талаптарына яуап бирерлек сифатлы уҡытыу – уҡытыусының иң мөһим бурысы.
Төплө белемле, илһөйәр, үҙенән һәм тормоштан ҡәнәғәт шәхес тәрбиәләү өсөн мин студенттарҙың ижади һәләтен асыу йүнәлешен һайланым. Эшемә ошондай маҡсат ҡуйҙым: студенттарҙың ижади һәләтен үҫтереү өсөн эффектив алымдар һайлау һәм ҡулланыу. Маҡсаттан сығып, түбәндәге бурыстар билдәләнде:
Ҡуйылған маҡсат, бурыстарҙан сығып, гипотеза билдәләнде: Дәрестәргә ентекле әҙерләнеп, заман талаптарына ярашлы ойошторғанда студенттар тыуған илен яратҡан, уның киләсәген ҡайғыртҡан шәхес булып тәрбиәләнә. Улар кеше менән иркен аралаша ала, маҡсат ҡуя һәм уға ирешергә өйрәнә, үҙенә ышанысы арта.
Эшемдең өйрәнеү объекты: студенттарҙың ижади һәләттәрен үҫтереү.
Эшемдең өйрәнеү предметы: студенттарҙың ижади үҫешен өйрәнеү йүнәлеше.
Студенттарҙың ижади һәләттәрен үҫтереүгә йүнәлтелгән эш төрҙәре араһында фәнни-эҙләнеү эшмәкәрлеге продуктив метод булып һанала. Эҙләнеү эше уҡытыусы етәкселегендә үҙ аллы эшләүгә ҡайтып ҡала. Анкета үткәреү, интервью алыу, архивта, музейҙа эшләү, алған мәғлүмәттәрҙе тикшереү, сағыштырыу эҙләнеүҙең формалары булып тора. Эҙләнеү эшенең һөҙөмтәһе йәмғиәткә ниндәйҙер файҙа килтергән осраҡта ғына тамамланған булып иҫәпләнә. Конференцияла яһалған сығыш, газета-журналдарҙа баҫылған мәҡәлә, дәрестәрҙә күрһәтелгән презентация аша студент эштең ниндәй этапта булыуын билдәләй ала, киләсәккә пландар ҡора, башҡаларҙың эшенә мөнәсәбәтен белдерә.
Экскурсия – тыуған яҡты өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу буйынса иң эффектив метод булып һанала. Тик ул ентекле планлаштырылырға, тейешенсә ойошторолорға һәм тәрбиә, белем биреү, үҫтереү маҡсаттарын тормошҡа ашырырға ярҙам итергә тейеш. Төрлө кимәлдә үткәрелгән конкурс, конференция, олимпиадалар, кластан тыш саралар, үҙ аллы тупланған портфолиолар студенттарҙың ижади һәләтен үҫтереүгә йоғонто яһай.