Бөтә яңылыҡтар

Шиғриәтем – күңел зауығы

Фәнзил САНЪЯРОВ, Өфө ҡалаһы

Шиғриәтем – күңел зауығы
Әлдә миңә шиғриәт бар әле,
Әлдә бар, тим, хыял донъяһы.
Күңел киңлектәрем сикһеҙ, шуға
Һыйҙырамын барса йыһанды.
Әлдә миңә шиғриәт бар әле,
Матурлыҡты тоям, һоҡланам.
Уралымдың ябай ташында ла
Күреп туймаҫ нурҙар һаҡлана!
Шуғалыр ҙа миңә төҫтәр сағыу,
Ихлас бағам шаулы донъяға.
Аҡылы һәм теүәллеге менән
Табалмаҫмын бер ни тиң уға.
Кешеләрҙән тик ихласлыҡ көтәм,
Эске балҡыштарға сарсаным.
О шиғриәт!
Бирсе миңә ҡөҙрәт,
Илаһиәткә байытам барсаһын!
Әлдә миңә шиғриәт бар әле,
Шиғырһыҙҙар нисек көн күрә?
Ҡояштан да улар тап эҙләйҙер,
Йәйғор төҫтәрендә ни күрә?
Күкрәгенә шиғри китап ҡыҫмай,
Күңеленә йыр-моң һеңдермәй
Көн үткәргән
Сағыу ҡояшта ла
Йөрөй төҫлө көндөҙ көн күрмәй.
Әлдә миңә шиғриәт бар әле,
Шиғриәтем – күңел зауығы.
Тулып торһон уға тик ихласлыҡ,
Таңғы иртәләрҙең сафлығы!