Бөтә яңылыҡтар

Халҡыбыҙҙың рухи гәүһәре

З. Биишеваның “Яҡтыға” трилогияһы буйынса дөйөмләштереү дәресе

Маҡсат. Трилогияға тулы анализ яһау; З. Биишеваның ҙур характерҙар тыуҙырыу­ҙағы оҫталығын күрһәтеү; уҡыусыларҙың телмәрен, әҫәргә анализ биреү күнек­мәләрен үҫтереү; тормошта ҙур маҡсаттар ҡуйып, уға ынтылыу теләген уятыу.

Йыһазландырыу. Техник саралар (компьютер, экран, проектор), ҡара ҡумта, З. Биишеваның әҫәрҙәре.

Дәрес барышы

“Алға бармау артҡа тартыу менән бер”.

Ғ. Садиҡов
I. Ойоштороу.

— Хәйерле иртә, уҡыусылар! Бөгөнгө дәресте Ғәбит Садиҡовтың тапҡыр һүҙ­ҙәре менән башлайыҡ. Эпиграфтағы юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ? (Кеше бер урында ғына тапанмаҫҡа, ниндәйҙер маҡсат менән йәшәргә ынтылырға тейеш. Маҡсатһыҙ бәндәнең киләсәге юҡ.)

— Тиҙ үҙгәреүсән был тормошта яңы мәғлүмәткә эйә булыу, алған белемде сис­темалаштырыу, йәғни алға ынтылыу – ошо беҙҙең төп бурысыбыҙ. Һеҙгә ең һыҙғанып эш башларға тәҡдим итәм!

II. Дәрестең темаһын, маҡсатын асыҡ­­лау.

— Дәрестең темаһын, маҡсатын асыҡ­лау өсөн, башватҡыс сисәйек! Уның яуабы ҡара ҡумта эсендә булыр. (Уҡытыусы өҫтәлендә ҡара ҡумта тора.)

— Тәҡдим ителгән билдәләмәнән (“Дөйөм тема, образ, идея менән берләшкән, өс китаптан торған эпик йәки драматик әҫәр”), тормош юлының бер этабын сағылдырған өҙөктән (“1908 йылдың 2 ғинуарында элекке Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Бөрйән-Ҡыпсаҡ олоҫо, һуңғы административ бүленеш буйынса Башҡортостандың Күгәрсен районы Төйөмбәт ауылында хәлфә ғаиләһендә тыуа. Бәләкәйҙән әсәһеҙ ҡала”), һүҙҙең лексик аңлатмаһынан (1. Ниндәйҙер сығанаҡтан килгән нур. 2. Матур тормош, аң-белем символы) сығып, ҡумтала нимә ятҡанын белерһегеҙ. (Яуап: З. Биишеваның “Яҡ­ты­ға” трилогияһы. Ҡумтанан китап алына.)

— Уҡыусылар, алдағы дәрестәрҙә әҫәр­ҙең йөкмәткеһен үҙләштерҙек, ә бөгөн ниндәй эштәр башҡарырбыҙ? (Әҫәргә анализ бирәбеҙ.)

— Темаға ҡарап, дәрестә үҙегеҙгә ниндәй маҡсат ҡуйыр инегеҙ? (Әҙәби әҫәргә анализ яһау күнекмәһен үҫтереү, трилогияға тулы анализ яһау, уның аша әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен асыу.)

III. Алған белемде яңы ситуацияла ҡулланыу, системалаштырыу.

А. Һорауҙар.

•Әҫәрҙең жанры һәм төрө хаҡында ни әйтерһегеҙ? (Эпик төр. Әҫәр ваҡиғаларҙы хикәйәләү рәүешендә сағылдыра.)

•Трилогия ниндәй китаптарҙан тора? (“Кәмһетелгәндәр”, “Оло Эйек буйында”, “Емеш”.)

•Ул ниндәй осорҙарҙы үҙ эсенә ала? (Тәүге китабында 1911 – 1918 йылдарҙа барған ваҡиғалар сағылыш тапһа, икенсе һәм өсөнсөһөндә граждандар һуғышы, колхозлашыу дәүеренең тәүге йылдары һүрәтләнә.)

•Трилогияға ингән романдарҙың характерлы үҙенсәлеге нимәгә барып тоташа? (“Кәмһетелгәндәр” романында халыҡтың көнкүреше бирелә, фольклор, поэтик арсенал булараҡ, ҙур роль уйнай. “Оло Эйек буйында” әҫәрендә халыҡтың героик көрәше һүрәтләнә, тарихи-революцион ваҡиғалар үҙәгендә тороусы халыҡ яҙмышы сағылыш таба. “Емеш” романында автобиографик һыҙаттар көсәйә. Емештең шәхси тормошо менән бер рәттән Илсеғол ауылында барған синфи көрәш һүрәтләү үҙәгенә әүерелә. Трилогияға ингән был романға художестволы анализлау ҙа, ғилми тикшеренеү ҙә хас.)

•Трилогияның темаһын нисек билдәләр инегеҙ? (Тарихи-революцион.) •Трилогияның исеменә иғтибар итегеҙ (“Яҡтыға”.) •Ижад емешенә З. Биишева тәүҙә ниндәй исем бирә? (“Бер ғү­мерҙең тарихы”.) • “Яҡтыға” һүҙе нимә­не күҙ алдына баҫтыра? (Алға, матур киләсәккә.) •Әҫәрҙең исеме менән тәү тапҡыр танышҡанда уның йөкмәткеһе, тамамланышы тураһында ниндәй хис-тойғолар, уй-фекерҙәр тыуа? (Яҡты­ға – тимәк, ниндәйҙер ҡараңғылыҡтан ҡотолоу юлына, яҡшы тормошҡа барыу. Матур йәшәйешкә тик көрәш аша ғына килергә мөмкин. Көрәш, әлбиттә, юғалтыуһыҙ булмай.) •Әҫәрҙәге ваҡиғалар ниндәй образ яҙмышына нигеҙләнеп хикәйәләнә? (Емеш яҙмышына нигеҙләнһә лә, сюжетты алып барыусы образ ул түгел. Трилогияның төп сюжет һыҙығын синфи көрәш билдәләй.)

— Әҫәрҙе әҫәр итеүсе – образ. Эпик төргә ҡараған әҫәрҙәрҙә образдарҙан башҡа хәл-ваҡиғаларҙы бәйән итеп булмай. Трилогияла хәрәкәт иткән образдар системаһы хаҡында нимә әйтә алаһығыҙ?

Б. Парҙар менән эш. (Уҡыусылар таб­лица тултыра.)

1. Төп герой. (Емеш.)

2. Ҡатын-ҡыҙ образдары. (Таибә әбей, Сыуаҡбикә, Ҡарасәс инәйҙәр, Өммөгөлсөм, Баҙыян, Шәмсиә, Сәлимә, Сәрбиямал, Айһылыу...)

3. Ир-ат образдары. (Хаммат, Закир, Хисбулла, Байрас, Байгилде, Тимербай, Әхәт, Иштуған, Әхмәҙулла һәм Ғәббәс муллалар, Ҡормош бай, Собхан старшина, Әхмәтша, Алеша...)

4. Кире образдар. (Әхмәҙулла һәм Ғаббас муллалар, Ҡормош бай, Собхан старшина, Сәрбиямал, Әхмәтша.)

5. Кәмһетелгәндәр. (Емеш, Йәнеш, Бибеш.)

6. Халыҡ көрәше тарихын кәүҙәләндереүсе геройҙар.

(Тәү сиратта Тимербай һәм Хаммат. Улар — рус һәм башҡа халыҡтарҙың эшсе-крәҫтиәндәре менән азатлыҡ өсөн “һуңғы яуға” күтәрелгән көрәш кешеләре. Бай һәм муллаларға ҡаршы көрәшкә өндәүсе ғорур рухлы Тимербай характер һыҙаттары менән халыҡ йырҙарында йырланған ир-азаматтарға яҡын тора. Йырсы, ҡурайсы, шағир һәм рәссам да ул.

Хаммат көрәш юлына, Тимербайҙан айыр­малы рәүештә, ҙур һынауҙар аша килә. Ул матур тормошто тик көрәш аша ғына яулап алыу мөмкинлеген аңлай һәм бар булмышын ошо маҡсатҡа йүнәлтә.

Азатлыҡ, дөрөҫлөк юлына баҫыу процесы Байгилденең оҙайлы ваҡыт арауығын ала. Уҡыусы уның менән ярлылыҡ, бөлгөнлөктөң һуңғы сигенә килеп еткән мәлендә осраша. Ул – ярлы крәҫтиәндәрҙең типик бер вәкиле. Көрәш юлына баҫырға уға империалистик һуғыш ғазаптары, Матвей менән осрашыу булышлыҡ итә. Артабан көрәш эстафетаһын Иштуған, Айһылыу, Әхәт, Байрас, Алеша ала.)

В. Әҫәр геройҙарына характеристика. (Уҡыусылар төп геройҙарға характеристика бирә.)

Г. Индивидуаль эш. Үҙеңде тикшер. (Йөкмәткене үҙләштереү кимәлен асыҡлау­ға ҡоролған эш төрө бирелә. Бер бағанала – ҡушаматтар, икенсеһенә исемдәр яҙылған. Уҡыусылар уҡтар ярҙамында тура килгәнен тоташтыра. Һуңынан дөрөҫ яуап күрһәтелә, уҡыусылар үҙҙәрен баһалай.)

1.“Кафыр” – батыр Хәбир. 2.“Суфый” – Хисбулла. 3. “Зимагор” – Закир. 4. “Һары тал” – Өммөгөлсөм. 5. “Ерән төлкө” – Хөснөлхаҡ. 6. “Ҡараҡай”, “си­ған балаһы” – Емеш. 7. “Кәзә мәзин” – Әхмәтсафа. 8. “Тоҙ күҙ” – Сәхибә мөғәллимә. 9. “Непманка” – Сәрбиямал. 10. “Урыҫ” – Иҙрис. 11. “Мөртәт”– Байгилде. 12. “Уҫал ҡәйнә”– Таибә әбей. 13. “Өндәшмәҫ” – Бибеш.

Ғ. Төркөмдәрҙә эш. (Уҡыусыларға балыҡ һөлдәһе төшөрөлгән ҡағыҙҙар таратыла, тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән “фишбоун” алымы ҡулланыла.

Схеманы тултырыу өсөн уның шарттары иҫкә төшөрөлә.)

1. Балыҡ башы – анализға дусар ителгән проблема, һорау йәки тема. (Халыҡтың көрәш юлына баҫыуы.)

2. Өҫ яҡтағы һөйәктәр – проблеманы барлыҡҡа килтереүсе сәбәптәр. (Социаль тигеҙһеҙлек, наҙанлыҡ, ҡараңғылыҡ һ.б.)

3. Аҫҡы һөйәктәр – проблеманың реаллеген дәлилләүсе факттар. (Әсәләре наҙанлыҡ, ярлылыҡ ҡорбаны була; балалар үгәй әсә ҡулына эләгеп аслы-туҡлы көн күрә; Байгилде Ҡормош байҙа иртәнән ҡара төнгә тиклем бил бөгә, әммә көнкүреше ыңғай яҡҡа үҙгәрмәй; Тимербай — азатлыҡты, дөрөҫлөктө инҡар иткән байҙарҙың ҡорбаны, Себергә һөргөнгә ебәрелә; тирә-яҡта хөкөм һөргән ғәҙелһеҙлек, битарафлыҡ, тигеҙһеҙлек шаһиты Хаммат был күренештәргә ҡаршы көрәш юлына баҫа, бихисап ҡайғылар, юғалтыуҙар кисерә; бик иртә тормоштоң әсе-сөсөһөн татыған Бибеш, бөтөнләй бала килеш кенә, үгәй әсә “тырышлығы” менән үҙенән күпкә оло иргә кейәүгә бирелә һ.б.)

4. Ҡойроҡ – ҡуйылған һорауға яуап. (Революцион һынылыш, синфи көрәш — быуат­тар буйына иҙелеп килгән хеҙмәт кешеләренең, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарҙың рухи үҫеше өсөн берҙән-бер ысул.)

(Артабан һәр төркөм үҙ схемаһы менән таныштыра, таҡтала дөйөм схема теркәлә.)

Д. Әҫәрҙең тел үҙенсәлегенә байҡау яһау.

•Уҡыусылар, әҫәрҙең теле хаҡында нимә әйтә алаһығыҙ? (Мәҡәл-әйтемдәргә бай; персонаждар телмәре үҙенсәлекле; аш-һыу, кейем-һалым исемдәре, туғанлыҡ терминдары күп урын ала.)

•Яҙыусы ни өсөн уларҙы әҫәренә индерә? (Шул осорҙа йәшәүсе башҡорт халҡының телмәр үҙенсәлегенә, башҡорт милли ризыҡтарына, милли кейемдәренә иғтибарҙы көсәйтеү өсөн.)

• Трилогияның художестволы үҙенсәлеге тураһында ниндәй фекерҙәр бар? Ни өсөн автор теге йәки был алымға мө­рә­жәғәт итә? (Портрет характеристикаһы әҫәрҙә айырыуса ҙур урын ала, ул герой хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт алырға булышлыҡ итә.)

Уҡыусылар әҫәрҙән өҙөктәр табып уҡый, экранда миҫалдар күрһәтелә.

1. “Көҙгө сыуаҡ кеүек яҡты көләс йөҙ­лө, йыйнаҡ яғымлы һүҙле, изгелексән, яҡшы күңелле әбей”. (Сыуаҡбикә.)

2. “Ҡорҡолдайы йоҙроҡ хәтле булып сығып торған арыҡ оҙон муйынлы, салыш күҙле, шаҙра менән йырғыланған ҡып-ҡыҙыл арыҡ йөҙлө, ырғаҡ кәкре, оҙон бармаҡлы, ҡарсыға суҡышы һымаҡ көмөрө танаулы”. (Әхмәҙулла мулла.)

3. “Ирҙәр күҙе төшөрлөк мимылдыҡ йоморо кәүҙәле, ике бите янып, сәләмәтлеге ташып торған етеҙ ҡыйыу хәрәкәтле, егерме биш-утыҙ йәштәр самаһындағы ҡатын”. (Сәрбиямал.)

4. “Сажин кәүҙәле, бөркөт ҡарашлы ир булып еткәс, уның менән көрәшеп, көс һынашып ҡарарға батырсылыҡ итеүселәр һирәк булды”. (Хаммат.)

5. “Шоморт ҡара күҙле, һылыу йөҙлө, йәш болан кеүек шаян, уяу холоҡло, зифа буйлы”. (Сәлимә.)

6. “Атаһына оҡшап эре һөйәкле, асыҡ йөҙлө, ҙур ҡара күҙле, яурынтаҡ был малай үҙенең ҡыйыулығы, ғәҙеллеге менән дә, көслөлөгө менән дә үҙ тиҫтерҙәренән айы­рылып тора”. (Байрас.)

7. “Ҡырҡыу, талапсан, ләкин ғәжәп ғә­ҙел холоҡло, ир йөрәкле әсә”. (Таибә әбей.)

8. “Хәҙер 23 йәшлек …, атаһының йәш­лек йылдарына оҡшап, киң ҡыйыу ҡарашлы һылыу ир булып етешкән. Ҡарлуғас ҡанаттары шикелле һирпелеп киткән ҡалын ҡара ҡаштары араһына тәрән ике-өс һыр төшөргә лә өлгөргән…”. (Иштуған.)

•Хат алымы йыш ҡулланыла, ул геройҙың эске донъяһын, эмоциональ торошон асыҡларға ярҙам итә. Уҡыусылар трилогиянан миҫалдар таба, экранда хаттарҙан өҙөктәр күрһәтелә:

1. “Емеш, ҡараҡай! Һине яратып, бер күрергә йән атып, Моратша тип белерһең”. (Моратша.)

2. “Яратам!... Емеш, һине мин ша­шып, өҙө­лөп яратам. Һине, яңғыҙыңды ғына яратам… Бөтә ғүмерем буйына яратасаҡмын… Хатта, хатта… Һине бүтән күрә алмаһам да… Һин хатта мине яратмаһаң да…”. (Байрас.)

3. “Емеш! Мин Өфөлә рабфакка уҡыр­­ға индем. Атайым волком секретаре булып китте. Әсәйемде лә үҙ янына күсереп алды. Ә мин Өфөлә! Шәп бит, ә, Емеш!”. (Байрас.)

4. “Ниндәй бәхет – мин студентка! Уҡыуҙа йәшәйем. Ә ҡалған яғында һаман шул мин бит”. (Емеш.)

“… Дәрестән ҡалған бөтә ваҡытымды китаптар уҡып уҙғарам. Китап – ул минең өсөн бығаса төшкә лә инмәгән өр-яңы донъя! Иҫ киткес гүзәл, тылсымлы донъя!”. (Емеш.)

5. “Емеш!

Һиңә хат яҙыу – стенаға борсаҡ бәреү менән бер бит. Яҙған бер хат яуапһыҙ ҡала. Шулай уҡ йәнһеҙме ни һин, Емеш!”. (Байрас.)

6. “Емеш! Быйыл да ҡайтмаһаң, үпкә ҙур булыр. Һин, ахыры, һағына белмәҫ ҡыҙ булып сыҡтың. Ишетәһеңме, ҡайт!”. (Иштуған.)

•Халыҡ ижады өлгөләре (әкиәттәр, йолалар, хикәйәттәр, балалар уйындары һ.б.) сағылыш таба, улар геройҙарҙың эске донъяһын аса, уй-тойғолары тураһында фекер йөрөтөргә мөмкинлек бирә.

– Уҡыусылар, хат өҙөктәренең бер нисәһе геройҙарҙың хис-тойғоларын тулыһынса асып бирә. Нисек уйлайһығыҙ, көрәш, һуғыш дәүерендә хис-тойғоларға урын ҡаламы? (Донъя мөхәббәттән яралған, хис-тойғолар йәшәгәндә генә тормош дауам итә. Мөхәббәт ялҡыны ваҡыт, урын, шарт төшөнсәләре менән иҫәпләшмәй, билдәле бер ваҡытта үҙенә ялмап ала. Унһыҙ йәшәүҙең мәғәнәһе юҡ.)

– “Яҡтыға” трилогияһында мөхәббәт утында яныусылар бармы, кемдәр улар? (Сәлимә – Хаммат – Өммөгөлсөм; Байрас – Емеш – Хөрмәт; Иштуған – Айһылыу – Һатыбал мөхәббәт өсмөйөштәре.)

– Маҡсатҡа ирешеүҙә, бигерәк тә был хис-тойғоларға килгәндә, бар ысул да яҡшы, тиҙәр. Һеҙ был фекер менән килешәһегеҙме? (Юҡ. Бәхетле тормош кисерер өсөн мөхәббәт ике яҡлы булырға те­йеш. Кеше бәхетһеҙлегендә бәхет ҡороп булмай.)

– Уҡыусылар, нисек уйлайһығыҙ, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева, әҫәренең йөкмәткеһен шул рәүешле ҡороп, ниндәй идея еткерергә теләгән? (Бөгөнгө тормош ҙур юғалтыуҙар, ҡан-ҡойош, ауыр һынауҙар аша яуланылған. Шулай булғас, әҫәр геройы Байрас һүҙе менән әйткәндә, беҙ атайҙар иҫтәлеге алдында йөҙ ҡыҙартмаҫлыҡ итеп йәшәргә бурыслыбыҙ. Ҡараңғынан яҡтыға табан юлға сыҡҡанбыҙ икән, артабан да тик алға ынтылырға кәрәк.)

IV. Уҡыусыларҙың белемдәрен тикшереү.

– Ә хәҙер иһә дәрестә анализланған трилогия буйынса белемдәрҙе туплап, киләһе эште башҡарайыҡ.

Шәхси эш. Пирамида төҙөү. (Уны төҙөү шарттары иҫкә төшөрөлә.)

1. Тәүге юлда тексҡа бер һүҙҙән торған исем бирелә. 2. Ике һүҙ аша уның үҙенсәлеге асыҡлана. 3. Хәл-ва­ҡиғалар барған урын, ваҡыт тураһында өс һүҙ аша мәғлүмәт бирелә. 4. Төп ваҡиғаларҙы асыҡлаған дүрт һүҙ теркәлә. 5. Төп геройҙың үҙенсәлекле яҡтарын асыҡлаған биш һүҙ яҙыла. 6. Әҫәрҙең башында, уртаһында, аҙағында тыуған эмоциялар сағылдырыла. 7. Тәүге юлда яҙған һүҙ ете һүҙ менән тулыландырыла. 8. Һигеҙ һүҙ ярҙамында әҫәргә ҡарата фекер сағылдырыла.

(Бер нисә уҡыусы үҙ эше менән таныштыра. Ҡалғандар өҫтәмәләр йә төҙәтеүҙәр индерә.)

V. Рефлексия.

— Афарин, трилогияны бик яҡшы үҙ­ләш­тергәнһегеҙ, уҡыусылар! Дәрес ба­шын­дағы “Алға бармау артҡа тартыу менән бер” тигән әйтемде ниндәй фекерҙәр менән тулыландырырға була? (Көрәшһеҙ, үҙ өҫтөңдә эшләмәй генә алға барып булмай, нимәнелер булдырыу, еңеү өсөн ниҙән дә булһа баш тартырға кәрәк. Мә­ҫә­лән, интернет селтәрендә ултырыуҙан, ип­тәштәрең менән тәбиғәткә сығыуҙан... Тик маҡсат ҡуйып, яҡ­тылыҡҡа, матурлыҡҡа, бәхетле киләсәккә ынтылыусылар ғына алға бара. Тыуған илебеҙҙең артабанғы үҫеше өсөн дә тап шундайҙарҙың күберәк булыуы кәрәк.)

VI. Баһалау. (Үҙбаһа һәм уҡытыусы баһаһы).

VII. Өй эше. Пирамида өҫтөндә эште дауам итеү.

Ә.Р. КӘРИМОВА,
Салауат районы Малаяҙ ауылының 1-се мәктәбе уҡытыусыһы,
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы,
филология фәндәре кандидаты

Читайте нас: