Бөтә яңылыҡтар

Оло Эйек ҡыҙы

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы З. Биишеваның тыуыуына – 110 йыл

Башҡортостандың тәүге халыҡ яҙыу­сыһы Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишеваның исеме Күгәрсен районы халҡы өсөн бө­йөк әҙибә, талантлы шағирә, аҫыл шә­хес эйәһен генә аңлатмай, ә ысын мә­ғә­нәһендә Ил инәһе, Ер-әсә кеүек киң төшөнсәләргә эйә.
Данлы яҡташыбыҙҙың киң ҡоласлы, тәрән йөкмәткеле ижады тураһында һүҙ барғанда, тыуған төйәк, милли тормошобоҙ, башҡорт ерлеге менән генә сикләнеп булмай. Ул – күптән инде Башҡортостан сиктәрен үтеп, сит илдәргә, башҡа милләт уҡыусыларына барып еткән күренекле әҙибә, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының рух батырлығын шә­реҡ­ҡә танытҡан оло талант эйәһе. Бөтә тормошо, ижады менән милләтебеҙҙе бергә туплаусы һәм күтәреүсе ул.
Проза әҫәрҙәре оҫтаһы, үҙенсәлекле шағирә, талантлы драматург, публицист, тәржемәсе З. Биишеваның әҫәрҙәрен балалар ҙа, йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә яратып уҡый, сөнки уның ижадында башҡорт хал­ҡының тарихы, тормошо, көрәше, уй-хыялдары, моң-зарҙары, иң мө­һиме – азатлыҡ рухы сағылыш тапҡан.
Талант һәм ҡаһарманлыҡ – бына ошо ике сифаттың айырылғыһыҙ берлеге З. Би­ишеваның шәхес бейеклеген билдәләй. Һәр саҡ юғарылыҡҡа әйҙәүсе, кешеләрҙе илһамландырыусы ижады менән Зәйнәб Абдулла ҡыҙы үҙе лә тәүгеләрҙән булып бөйөк эштәр башҡарҙы, юғары дәрәжәләргә һәр ваҡыт беренселәрҙән булып күтәрелде:
• башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһынан беренсе булып шиғыр китаптарын баҫтырып сығарҙы, драма әҫәрҙәре яҙҙы;
•беренсе булып шәреҡ ҡатын-ҡыҙ яҙыусылары араһында монументаль трилогия ижад итте;
•республика яҙыусылары араһында беренселәрҙән булып Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты булды;
•“Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы” тигән юғары исем беренсе булып уға бирелде.
З.А. Биишева беҙҙең өсөн изге кәңәшсе, ярҙамсыл һәм иғтибарлы остаз булды. Ул һәр саҡ яҡташтарының тормошо менән ҡыҙыҡһынды, уларҙың уңыштарына һөйөндө, тыуған яғының тәбиғәте, бөтөп барған ауылдары өсөн борсолдо. Был хаҡта уның район хакимиәте исеме­нә яҙған хаттары һөйләй. Ә туған халҡының ҡатмарлы тарихына, гүзәл тәбиғәтенә, хөрмәтле кешеләренә арналған үлемһеҙ әҫәрҙәре изге ҡомартҡы булып ҡалды. Уның яҡты ижадына, Тыуған иле, халҡы алдындағы изге хеҙмәтенә күҙ һалһаң, әҙибәнең ни дәрәжәлә илһөйәр, эшһө­йәр, дөйөм кешелек, ил кимәлендә фекерләү һәләтенә эйә шәхес булыуы һоҡ­ландыра. Уның әҫәрҙәре егерменсе быуат әҙәбиәте күгендә иң сағыу йон­­доҙҙарҙың береһе булып балҡый.
Бөйөк әҙибәнең исемен мәңгеләштереү буйынса республикала ла, тыуған районы Күгәрсендә лә күп эштәр башҡарыла. Уның талантына һәм ижадына тәрән хөрмәт, ихтирам билгеһе булып, 1998 йылда тыуған ауылы Туйымбәттә яҙыусының йорт-музейы асылды. Унан халыҡ өҙөлмәй хәҙер. Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән генә түгел, күрше өлкәләрҙән, хатта сит илдәрҙән ҡунаҡтар килә, улар яҙыусының ижадына, тәбиғәтебеҙгә, халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллығына, ихласлығына һоҡланып яҙыуҙар ҡалдыра, данлы яҡташыбыҙҙың иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлаған, киләсәк быуындарға еткергән өсөн рәхмәт белдерә.
Район үҙәге Мораҡта З. Биишева исе­мен­дәге мәктәп, балалар баҡсаһы һәм сәнғәт мәктәбе уңышлы эшләй. Балалар ижады үҙәге янында һәм яҙыусының йорт-музейы алдында уға бюстар ҡуйылған. Ауылдарҙың һәм Мораҡтың үҙәк урам­дары Зәйнәб Биишева исемен йө­рөтә.
1999 йылда Күгәрсен районында Баш­ҡортостандың тәүге халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премия булдырылды. Йыл һайын тапшырылған был премия лауреаттары араһында билдәле шәхестәр – дәүләт эшмәкәр­ҙәре, яҙыусылар, шағирҙар, рәссам­дар, архитекторҙар, композиторҙар, йырсылар, журналистар һәм уҡытыусылар бар.
Быйыл Башҡортостандың халыҡ яҙыу­сыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты З.А. Биишеваның ты­уыуына 110 йыл тулыу айҡанлы респуб­ликабыҙҙа һәм Күгәрсен районында юбилей саралары планы ҡабул ителде, һәм ул уңышлы тормошҡа ашырыла.
Шуларҙың иң әһәмиәтлеһе “Биишева уҡыуҙары” исеме аҫтында үткән республика фәнни-ғәмәли конференцияһы булды. Был сара Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты һәм Күгәрсен районы хакимиәте һәм мәғариф бүлеге тарафынан ойош­торолдо. “Биишева уҡыуҙары”ның тәүге турына республикабыҙҙың төрлө ҡала һәм район уҡытыусыларынан 70-тән ашыу дәрес эшкәртмәһе, юғары уҡыу йорттары, колледж студенттарынан, мәктәп уҡыусыларынан 80 фәнни-тикшеренеү эше килде. М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ға­лимдарынан, райондың тәжрибәле уҡытыусыларынан торған баһалама комиссияһы, уларға ентекле анализ яһап, уңышлы эштәрҙең авторҙарын фәнни-ғәмәли конференцияға са­ҡырҙы. ¤фө, Яңауыл, Нефтекама, Мә­ләүез, Учалы, Са­лауат, Стәрлетамаҡ, Октябрьский ҡалалары, Бөрйән, Баймаҡ, Благовар, Хәйбулла, Салауат, Баҡалы, Белорет, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә райондары уҡытыусылары конференцияға ҙур теләк менән килде. Конференцияның һөҙөм­тә­һе булараҡ, “Оло Эйек ҡыҙы” исемле дәрестәр эшкәртмәһе йыйынтығы донъя күрҙе.
Конкурсҡа ебәрелгән эштәрҙең күплеге ҡыуандыра. Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары методик яҡтан дөрөҫ, яңыса алымдар ҡулланып төҙөлгән, заман талаптарына яуап биргән тәрән йөкмәткеле дәрестәре, класс сәғәттәре, кластан тыш саралары менән яҙыусының мәктәп программаһына ингән әҫәрҙәрен генә түгел, ә уның тарихи ваҡиғаларға бай тормош юлын һәм ижадын йәш быуынға еткерә.

Ф.Ә. СИТДИҠОВА,

Күгәрсен районының мәғариф бүлеге методисы

Читайте нас: