Бөтә яңылыҡтар

“Ҡош һайратты күңелдә”

Әҙәби-музыкаль кисә

Маҡсат. Башҡортостандың халыҡ яҙыу­сыһы З. Биишеваның ижады тура­һындағы белемдәрҙе киңәйтеү; әҙибәнең ижад һәм тормош юлын тәрәнерәк өйрәнеү; милли әҙәбиәткә, мәҙәниәткә һаҡсыл ҡараш, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.
Йыһазландырыу. З. Биишеваның тормош юлына, ижадына арналған мәҡә­ләләр, хәтирәләр, әҙибәнең төрлө йылдарҙа сыҡҡан китаптары, йырҙар.
(Сәхнәлә ҡурай моңо ағыла. Прожекторҙарҙан көслө ут көлтәһе, ҡараңғы сәх­нәгә төшөп, З. Биишеваның портретын яҡтырта. Сәхнәгә уҡыу­сылар сыға, береһе А. Игебаевтың “Һин илаһи талант эйәһе” шиғырын уҡый.)
Ажарланып, мамыҡ ҡар туҙҙырып,
Тулағанда ғинуар бураны,
Был ни ғәжәп әле, был ни ғәжәп,
Хистәремде аҡ бурандар түгел,
Ҡапыл серле моңдар сорнаны.
Зәйнәб апай, һинең тыуған көнөң
Хатта ҡышҡы һалҡын миҙгелдә,
Гүйә, йылы яҙҙар килтерҙе лә,
Сәскәләрҙең хуш еҫтәрен бөркөп,
Ҡош һайратты минең күңелдә...
(Ут һүнә, сәхнә асыла.)
1-се алып барыусы.
Хәйерле көн һеҙгә, хәйерле көн,
Хәйерле көн, дуҫтар, туғандар!
Хәйерле көн һеҙгә, донъя йөгөн
Йөкләп барған ирҙәр, уландар!
Хәйерле көн һеҙгә, сос ҡатындар,
Донъя күрке – изге әсәләр!
2-се алып барыусы. Бөгөнгө әҙәби-музыкаль кисә башҡорт халҡының арҙаҡлы ҡыҙы, Башҡортостандың тәүге халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110 йыл тулыуға арнала.
1-се алып барыусы. Зәйнәб Биишева әҙәбиәтебеҙҙең һәр жанрында ла ҡолас таш­лап ижад иткән, ә көнсығыш ҡатын-ҡыҙҙары араһында иң беренсе булып трилогия яҙған һүҙ оҫтаһы – бөйөк Һө­нәрсе!
(Алып барыусылар сыға. Ейәнсәрен етәкләп өләсәй килеп инә.)
Ейәнсәр. ¤ләсәй, ә һинең З. Биишеваны күргәнең булдымы?
¤ләсәй. Эйе, ҡыҙым, ул бит беҙҙең яҡташыбыҙ.
Ейәнсәр. Беләм, өләсәй, Зәйнәб Аб­дул­­ла ҡыҙы Биишева 1908 йылдың 15 ғи­нуарында районыбыҙҙың Туйымбәт ауылында крәҫтиән ғаиләһендә алтынсы бала булып донъяға килгән.
¤ләсәй. Уға өс кенә йәш булғанда әсә­һе үлә. Атаһы үгәй әсә алып ҡайта. Ул бик уҫал була, балаларға күп эш ҡуша, йәберләй. (Ейәнсәр менән өләсәй артҡы планға күсеп, сығып китә.)
(Сәхнәлә “Кәмһетелгәндәр” романынан өҙөк ҡуйыла.)
Емеш (өшөп, йомарланып ҡына ултыра).
– Әсәйем дә юҡ… Ниңә улай иртә үлде икән минең әсәйем. Бөтә ҡыҙҙарҙың әсә­һе бар. Бер минең әсәйем юҡ. Минең дә “әсәй” тип әйткем, “балам”, “ҡыҙым” ти­гән һүҙ­ҙе ишет­кем килә лә баһа! “Әсәй!..” тип ҡысҡырып әйтә алһам ине мин дә… Ул, ис­маһам, бер генә тапҡыр бул­һа ла, “балам!” тип ба­шым­дан һыйпаһа ине… Эйе, ниндәй бәхетле булыр инем мин ул саҡта!.. Хатта, хатта!.. Үлһәм дә үкенмәҫ инем…
Сәрбиямал. Атаҡ-атаҡ. Сиған балаһы! Нимә эшләп йөн тетмәй, ҡул ҡаушырып ултыраһың, әрәмтамаҡ!.. (Емеш, һикереп тороп, мөйөшкә йүгерә. Сәрбиямал, ярһып, йоҙроғо менән уның арҡа буйына, башына бер нисә тапҡыр һуғып ала.)
Сәрбиямал. Ҡара һин уны, сәнселгере, мин сыҡҡас та нисек рәхәтләнеп йәйрәп ултырып алған бит. Бына мин һиңә күрһәтермен нисек тик ултырыуҙы, әрәмтамаҡ! (Уҡлау алып Емештең башына үрелә.)
Сәрбиямал. Ҡара, әгәр бөгөн тетеп бөтөрмәһәң, йәнеңде алырмын!
Алып барыусы (сәхнә артынан). “Фажиғәле тип әйтерлек ҡырыҫ та, әкиәт кеүек мауыҡтырғыс та, йыр һымаҡ моңло ла булды минең бала саҡ”, – тип яҙҙы Зәй­нәб Биишева. “Кәмһетелгәндәр” ро­манындағы Емештең тормошо – ул әҙибәнең бала сағы.
(Романдан өҙөк сәхнәләштерелә.)
Сәрбиямал. Иштуған, көрән атты ек, иртәгә баҙар, бөгөн үк барып йоҡламаһаҡ, һуңға ҡалырбыҙ. Ҡыу! Штубы, шәп кенә елдереп алып бар! (Емеш менән Йәнеш килеп инә.)
Сәрбиямал. Илла донъямды, мал-тыуарымды яҡшы ҡарағыҙ! Әгәр ҙә мәгәр анауы бәрәсләргә торған оздой һарығымдың бәрәсен туңдырып ҡуйһағыҙ, йәнегеҙҙе алырмын! Ҡолағығыҙ ишетһен, штубы! (Сәрбиямал сығып китә, ҡыҙҙар ҡыуана.)
Емеш. Йәнеш! Һин миңә итегеңде биреп тор әле.
Йәнеш. Ниңә?
Емеш. Ҡыҙҙар йыяйыҡ!.. Аулаҡ аш бешерәйек. Ҡалай мәрәкә булыр, эйе бит, апай.
Йәнеш. Ярар, улай булғас. Бар, һылыу, тик тиҙ генә йөрө. Юҡһа, мин мал ҡарарға һуңлап ҡуйырмын.
Емеш. Хәҙер. Хәҙер генә әйләнеп ҡайтырмын, апай.
Йәнеш. Берәй эш боҙоп ҡына ҡуймаһа ярар ине.
(Ярма, май, һөт, кәрәсин тотоп, ҡыҙ­ҙар килә башлай. Ҡыуанышып бутҡа беше­рергә тотоналар.)
Бутыр-бутыр бутҡа бешә,
Уртаһына май төшә,
Килгән ҡунаҡ беҙгә төшә,
Беҙгә төшмәй кемгә төшһөн,
Беҙҙә майлы бутҡа бешә. (Тәүҙә әҙәпле генә ашайҙар, шунан шаяра башлайҙар.)
– Урал тауынан йылғалар көньяҡҡа ҡарай ошола-а-ай ағып төшәләр, ти ул!..
– Төньяҡҡа ла ағып төшәләр, ти.
– Май хәҙер ай түгел, ҡояш булды.
– Ахыр заман еткәс, донъя ошолай болғана, ти ул, ҡыҙҙар.
– Әйҙәгеҙ, ҡыҙҙар, уйнап алайыҡ!
Беҙ, беҙ, беҙ инек,
Беҙ ун ике ҡыҙ инек.
Таҡталыҡҡа йәйелдек,
Таң атҡансы юйылдыҡ!
Һәп!
¤ләсәй (сыға). Бына шулай итеп уйнап, күңел асып алырға ла яйын тапҡандар улар. Тик Зәйнәбкә 11 йәш тулғанда, атаһы ла үлеп китә.
1-се алып барыусы.
Әсеһен дә күрҙем, сөсөһөн дә,
Үкенесем ерҙә ҡалманы.
Тик, шулай ҙа, донъя, гүзәл донъя,
Һине һөйөп танһыҡ ҡанманы.
2-се алып барыусы.
Ҡырыҫ булды минең барыр юлдар,
Наҙлы сөсөлөктәр тойманым.
Шуға, ахыры, донъя, һине күреп,
Һине һөйөп һис тә туйманым.
Өләсәй. Үтә зирәк, зиһенле ҡыҙ булып үҫә Зәйнәб. Ырымбурҙа уҡып, уҡытыусы һөнәрен ала. Ошо уҡ йылдарҙа тәүге ижади аҙымдарын яһай. Ул балалар өсөн дә повесть, хикәйә, шиғырҙар ижад итә.
Ейәнсәр. “Ел-ел, арбам”, “Дуҫ була­йыҡ” әҫәрҙәрен бөтә балалар ҙа яратып уҡый. Хәрефтәрҙе өйрәнгәндә, “Йәнле хәрефтәр” китабындағы шиғырҙар бик хикәйәтенән ярҙам итә. (1-се класс уҡыусылары сығыш яһай. Шиғырҙы һөйләп бөтөүгә “Зәйнәб Биишеваның тыуыуына – 110 йыл” тигән яҙыу барлыҡҡа килә.)
1-се алып барыусы. Ысын мәғәнәһендә бөйөк кеше, бөйөк яҙыусы ул Зәйнәб Биишева. Уйҙары, хыялдары менән дә, халҡын, туған телен, ерен-һыуын тәрән яратыуы менән бөйөк! (Уҡыусылар “Баш­ҡорт теле” шиғырын һөйләй.)
Өләсәй. Хисле, бик нескә күңелле Зәйнәб Биишева ғәжәп матур итеп йыр­лай ҙа торған булған. Бигерәк тә халыҡ йыры «Сәлимәкәй»ҙе яратҡан.
2-се алып барыусы.
Йыр яратам, ярһып бер йырлаһам,
Ҡанатланам, күккә ашам мин.
Тыуған ергә ырыҫ, бәхет яулап,
Ал таң булып һыҙылыпатам мин.
Йыр яратам,дәртһеп бер йырлаһам,
Мин ҡеүәтле, гүйә, бәһлеүән,
Йән сәмләнә ашҡыныулы,наҙлы
Илаһи бер сихри моң менән.
1-се алып барыусы. З. Биишеваның шиғырҙары үҙҙә­ре­нән-үҙҙәре йырлап тора. Шуға ла күп композиторҙарыбыҙ уларҙы көйгә һала: “Йырлайым мин” (З. Ис­мә­ғилев), “Йырҙарым” (Х. Әхмә­тов), “Маҡ­­тау йырла, шағир” (Ш. Ҡолба­рисов), “Ту­ған телем” (А. Ҡобағошов), “Миләш” (Н. Дауытов), “Алтын бал­даҡ” (Ә. Хәлфетдинов).
Өләсәй. Ә “Алтын балдаҡ” һәм “Ми­ләш” шиғырҙарын З. Биишева үҙенең тормош иптәше Ғәзиз Әминевҡа арнап яҙа. (Уҡыусы “Миләш” йырын башҡара.)
2-се алып барыусы. Зәйнәб Биишева – төрлө жанрҙа ла берҙәй оҫта эшләүсе әҙибә. Уның тиҫтәләгән шиғыр һәм поэмалары, “Дуҫлыҡ”, “Серле ҡурай”, “Гөл­бәҙәр” тигән драма әҫәрҙәре, бик күп әкиәттәре бар. (“Һөнәрсе менән ¤йрәнсек” хикәйәтенән өҙөк сәхнәләштерелә.)
Өләсәй. Зәйнәб Биишеваның исемен мәңгеләштереү буйынса республикабыҙҙа ниндәй эштәр башҡарылған һәм башҡарыла икән? (Уҡыусылар сыға, һорауға яуап ҡайтара.)
•1992 йылда «Башҡортостан» киностудияһы Зәйнәб Биишева тураһында документаль фильм төшөрә. 2008 йылда яҙыусының 100 йыллығына арналған документаль фильм донъя күрә.
• Башҡортостан “Китап” нәшриәте Зәйнәб Биишева исемен йөрөтә.
•Баш ҡалабыҙ ¤фөлә һәм башҡа ҡала-ауылдарҙа урамдарға уның исеме бирелә.
•Мораҡ ауылында балалар сәнғәт мәктәбе, беҙҙең мәктәбебеҙ, ¤фө ҡалаһының 140-сы башҡорт гимназияһы уның исемен йөрөтә.
•Тыуған ауылы Туйымбәттә яҙыусының йорт-музейы эшләй.
•Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәтте һәм сәнғәтте артабан үҫтереү, йәш быуынға рухи-әхлаҡи, патриотик тәрбиә биреүҙе көсәйтеү, шулай уҡ күренекле яҙыусының ижадын пропагандалау маҡсатында Зәйнәб Биишева исемендәге премия булдырылған.
•¤фө ҡалаһында З. Биишева исемендәге сквер бар, унда яҙыусының бюсы ҡуйылған.
Ейәнсәр. Беҙҙең мәктәбебеҙ ҙур ғорурлыҡ менән Башҡортостандың халыҡ яҙыу­­сыһы Зәйнәб Биишева исемен йө­рөтә. Ошо исемгә лайыҡлы булыр өсөн бөтә көсөбөҙҙө биреп уҡыйбыҙ, яңы үрҙәргә ынтылабыҙ.
¤ләсәй. Ирек Кинйәбулатов ошо мәктәпкә арнап “Ҡанат ҡуйыр” исемле ши­ғырын ижад итте. (Уҡыусы шиғырҙы тасуири һөйләй.)
(Сәхнәлә З. Биишева һүҙҙәре, З. Ис­мә­ғилев көйөнә яҙылған “Йыр­­лайым” йыры башҡарыла.)

Ф.М. ФӘТҠУЛЛИНА,
Күгәрсен районы Мораҡ ауылының З. Биишева исемендәге
мәктәбе уҡытыусыһы

Читайте нас: