Башҡортостан уҡытыусыһы
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте
6 Декабрь 2018, 17:23
Әҙәпле Милә
Айһылыу ЙӘҒӘФӘРОВА, Әбйәлил районы.
•Тәржемәләр
Әҙәпле Милә
Милә бигерәк әҙәпле,
Төнөн әсәһен уятты.
– Нимә булды, ҡолонсағым,
Ауырыйһыңмы ни тағын?
Йылмайып һорай әсәһе,
Сәстәрен һыйпап ҡыҙынан.
– Юҡ, үбергә онотҡанмын,
Үҙеңде йоҡо алдынан.
(Ф. Бобылев.)
Төлкө менән һуҡыр сысҡан
– Һөйөклө һуҡыр сысҡан,
Өйөгөҙ бик шәп икән.
Тик ниңәлер ишеге,
Бигерәк тә тар икән!..
– Инә торған урыны,
Минең өсөн ҡулайлы.
Тик һеҙҙе,Төлкөбикә,
Индермәйәсәк, өйгә!
(Әйтегеҙ әле, ниңә?..)
(Б. Заходер.)
Гөбөргәйел
Гөбөргәйел
Бөтәһен дә
Көлдөрә.
Сөнки атлай
Ашыҡмайса
Гел генә.
Ләкин уға,
Ниңә, ти,
Йүгерергә?..
Йәшәй бит ул,
Һәр ваҡыт
Үҙ өйөндә.
(Б. Заходер.)
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Азык-төлеккә талон системасы кертелергә мөмкин