Бөтә яңылыҡтар

Ул хәҡиҡәттең исеме – мөхәббәт...

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:
– шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш: уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү, белем процесына етди, яуаплы ҡарарға өйрәтеү, матурлыҡҡа һоҡланыу тойғоһо, ихтирам тәрбиәләү;
– метапредмет өлкәһендәге үҫеш: уҡыу процесында күҙәтергә, сағыштырырға, анализларға һәм һығымта яһарға өйрәтеү.
– предмет өлкәһендәге үҫеш: әҫәрҙәр­ҙә­ге һүрәтләнгән ваҡиғаларҙы бөгөнгө көн менән сағыштырыу юлы аша проб­лемаларҙы асыҡлау, анализлау.
Йыһазландырыу: слайдтар, китаптар, ноутбуктар.

Дәрес барышы
I. Инеш. Хәйерле иртә, уҡыусылар! Бөгөн беҙҙең дәрестә республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән килгән уҡытыусылар ҡатнаша. Әйҙәгеҙ, уларҙы сәләмләйек!
Балҡып тороусы нур,
Балҡып тороусы моң
Кешеләргә бирә алһам көн һайын,
Йырланырға хаҡлымындыр, моғайын, – тип башлана Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең бер шиғыры.
Аҙашҡанда диңгеҙ сәйәхәтселәре юлды йондоҙҙарға ҡарап таба. Тормош тигән ажар диңгеҙҙә лә шулай кешеләргә йүнәлеш биреүсе йондоҙҙар була. Шундайҙарҙың береһе – Мостай йондоҙо! Кешеләргә ут бүләк итеүсе Прометей ул! Мостайҙың ҡулында һүнмәҫ сырағы бар. Шул сырағы менән шағир йыһандағы һүнгән йондоҙҙарҙы берәм-берәм яңынан тоҡандырып, һүнә барғандарына ут өҫтәп йөрөй. Шул сыраҡ менән кешеләр күңелендә мөхәббәт уята. Сөнки шағирҙың төп миссияһы шул. Ул ҡабыҙған мөхәббәт уты шул күҙҙәрҙә, йөҙҙәрҙә, йөрәктәрҙә балҡый. (Экранда йондоҙҙар күренә: исемдәре – мөхәббәт, яратыу, һөйөү, ғашиҡ булыу.)
Әйҙәгеҙ, уҡыусылар, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең шиғырҙарын ошо йондоҙҙар кеүек балҡытайыҡ. (Ике уҡыусы уҡый.)
О мөхәббәт! Аҙмы яҙмыштарҙы
Донъя тамуғында яндырҙың,
Аҙмы исемдәрҙе, күккә яҙып,
Мәңгелек йыр итеп ҡалдырҙың.

* * *
Һауалағы бөркөт һымаҡ,
Ғорур инем. Йәш инем.
Бар донъяға баш бирмәнем,
Мөхәббәткә баш эйҙем.
...Әммә әжәл ҡаршыһында
Теҙләнергә самам юҡ.
Шул уҡ Мөхәббәт алдында
Теҙләнермен — сарам юҡ.
II. Яңы тема. Маҡсат ҡуйыу. Хәҙер, уҡыусылар, уҡыу эшмәкәрлегенә күсә­йек. Бөгөн дәрестәге эштәр парлы төркөмдәрҙең эштәре менән аралашып барыр. Парталарҙа ятҡан технологик карталарҙа үҙегеҙгә баһа ҡуя алаһығыҙ. Һөҙөмтәләрҙе дәрес аҙағында асыҡларбыҙ.
Әйҙәгеҙ, ошо шиғыр юлдарынан асҡыс һүҙҙе табайыҡ. (Мөхәббәт.)
– Дөрөҫ! Уҡыусылар, дәрестең темаһын да бергәләп уйлайыҡ. (Мөхәббәт тураһында.)
– Тулыраҡ яуап нисек яңғырар? (М. Кә­рим әҫәрҙәрендә мөхәббәт темаһы.)
– Быға тиклем мөхәббәт темаһы менән бәйле ниндәй әҫәрҙәрҙе һәм образдарҙы өйрәндек? (М. Кәримдең “Ҡара һыуҙар” поэмаһында Сыҙамлыҡ образы, Ҡ. Ғәлиҙең “Йософ ҡиссаһы”нда Зөләйха менән Йософ образдары, Ғ. Хәйриҙең “Боролош” романында Сәхибә менән Мәхмүт, Сабира менән Әхмәт, Солтан менән Нюра араһындағы фажиғәле мөхәббәт; Һ. Дәү­ләтшинаның “Ырғыҙ” романында Айбулат менән Гөлйө­ҙөм образдары, З. Биишеваның “Яҡтыға” трилогияһында Иш­ту­ған менән Айһылыу, Хаммат менән Сәлимә, Б. Бик­байҙың “Аҡ­сәскә” повесында Нәғимә образы, Ғ. Сәләмдең “Бала” поэмаһында Сәйҙел менән Зәй­нәп образдары.)
– Һеҙ уҡып киткән шиғыр юлдарының береһен дәрестең эпиграфы итеп һайлап буламы? (Уҡыусылар үҙҙәренә оҡшаған шиғри юлдарҙы эпиграф итеп яҙа.)
– Ә өй эше итеп нимә бирелгәйне? (М. Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесынан “Аҡйондоҙ” бүлеген уҡып, йөкмәткеһен үҙләштерергә ине.)
– Афарин! Бөгөнгө дәрескә ниндәй маҡсаттар ҡуйырһығыҙ? (М. Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесынан “Аҡйондоҙ” бүлегенең йөкмәткеһен үҙләштереү, проблемаларҙы асыҡлау, хәл итеү юлдарын билдәләү; тыуған илгә, ғаиләгә ҡарата һө­йөү тәрбиәләү, изгелекһүҙенең мә­ғәнәһенә тө­шөнөү, тормошто яҡшыға үҙгәртеү өҫтөн­дә эшләү; фекерләү һәләтен үҫтереү.)
III. Төп өлөш.
Иғтибар менән экранға ҡарағыҙ. (Оло Инәй монологы уҡыла, экранда күрһәтелә.)
“Әҙәм балалары әсәйҙән яртышар ғына булып тыуа...
“Эй, бахырҡайым, – тим, үҙ яртыңды табырһыңмы икән? Тапһаң ғына ярар ине”, – тимен.
Табышмаһалар, күктәге бихисап йондоҙҙар кеүек емелдәшеп, ғүмер буйы бер-береһен эҙләп йөрөр инде бисара бәндәләр. Уларҙы ҡушырға, күрәһең, Хоҙайҙың да ҡөҙрәтенән килмәйҙер. Ҡөҙрәтенән килһә, йыһан буйлап аҙашып йөрөгәндәр шул ҡәҙәр күп булмаҫ ине. Һәр кешенең үҙ хәҡиҡәте була, әммә бөтә әҙәм өсөн уртаҡ, һәр кемдең ғүмерлек таянысы булған, бөтә хәтәр­ҙәрҙән һаҡлай торған тағы бер хәҡиҡәт бар. Ул хәҡиҡәттең исеме – мөхәббәт”.
– Был өҙөктә ниндәй проблема ята? Кемдәр тураһында һүҙ бара? Үҙ фекерҙәрегеҙҙе әҫәргә таянып дәлилләгеҙ.
Яуаптар. 1. Аҡйондоҙ менән Мәрә­һим­дең саф мөхәббәттәре тураһында; шулай уҡ Оло инәйҙең ауыр яҙмышлы мөхәббәте тураһында, тип фекер йөрөтәм.
2. “Мәрәһим менән Аҡйондоҙ электән үк бер-береһен белгәндәр. Анау йыл беҙҙең ауылдыҡылар Дим үренә барып ураҡҡа ялланғайнылар бит. Шунда күрешкәндәр, тиҙәр. Имеш, Аҡйондоҙҙоң, риза булып, Хәмзәгә килеүе лә шул Мәрәһим өсөн генә икән”.
– Эйе, килешәм. Был өҙөктә ысын мөхәббәт тураһында фекер йөрөтөлә. Аҡйондоҙ менән Мәрәһимдең мөхәббәте нимәһе менән һоҡландырғыс? (Текст өҫтөндә эш башҡарыла.)
Яуаптар. 1. “Аҡйондоҙға бер ай үткәс тә, йыл үткәс тә, ғүмер баҡый ҙа, уны ғәҙәти итеп, күнегә алманыҡ. Нисектер, ул бөтөнләй ергә төшөп етмәне, беҙҙең араға инеп юғалманы, саҡ ҡына юғарыраҡ ерҙә, буй етмәҫлек арала, ҡалды. Был уның тәкәбберлегенән, эрелегенән түгел ине. Унда маһайыуҙың, һауаланыуҙың әҫәре лә булманы. Кешеләр үҙҙәре уны шулай юғары ҡабул итте һәм әллә ниндәй хәлдәрҙә лә түбән төшөрмәне”.
2. Аҡйондоҙ Мәрәһимде күрер өсөн генә Хәмзәгә кейәүгә сыға. Яратмаған кеше менән ғүмер кисереү матур киленгә бик ауыр булғандыр. Бына шуның өсөн дә миңә был геройҙар үтә яҡын.
Уҡытыусы. Эйе, уҡыусылар, уларҙың мөхәббәте икеһен дә түбән төшөрмәй, киреһенсә, улар илаһи затҡа әйләнеп, ҙур көскә әүерелә. Ә ни өсөн Оло инәй Аҡйондоҙ менән Мәрәһимде яҡлай? Бөтә ғәйептәрҙе кире ҡаға? (Әҫәрҙән өҙөк уҡыла.)
Яуаптар. 1. Минең фекеремсә, Аҡйондоҙ менән Мәрәһимдең мөхәббәттәре саф. Шундай оло хис яратышҡан кешеләрҙә генә булалыр ул... 2. Шулай бул­маһа, Аҡйон­доҙ Мәрәһимде ғүмер буйы көтмәҫ, ҡыҙы Аҡйондоҙҙо тәрбиәләп үҫтермәҫ ине бит.
IV. Әҫәр өҫтөндә эш. (Уҡыусылар ролләп уҡый.)
1. “Ишеттеңме әле, ил өҫтөндә имеш-ми­меш йөрөй бит, – тине Кесе инә­йем, – Мәрәһим менән Аҡйондоҙ хаҡында.
– Быш-быш йөрөгән һәр хәбәрҙе тыңлай ҡалһаң, зиһенеңә көс килер, ҡуй, Вазифа! – тип ҡырт киҫте Оло инәйем. Бөтә ишеткәнен һөйләп бөтөрмәй туҡтарға тегенеһенең самаһы юҡ ине. Оло инәйем көрһөнөп ҡуйҙы. Бер аҙҙан тыныс ҡына әйтә һалды:
– Мөхәббәт яҙыҡ түгел. Мөхәббәтһеҙ уйнаш – яҙыҡ. Әгәр ҙә һин беҙҙекенә яратып килмәһәң, белмәйем, нисек икебеҙ бер донъяға һыйып йәшәр инек. Мөхәббәт бөтәһен дә аҡлата, ярлыҡата”.
2. “Мәрәһим менән Аҡйондоҙҙоң хәлен аңлайым мин. Тик анау имеш-мимеш һис кенә лә дөрөҫкә оҡшамай. Олораҡ яҙыҡ ҡылған йәки яман шик аҫтында ҡалған ҡыҙ-ҡырҡын, бисә-сәсә йәшәгән йорттоң ҡапҡаһына төн эсендә дегет буяп, аттарының ҡойроҡ-ялын тунап сығыу ғәҙәте лә булған элегерәк. Мәгәр бер тапҡыр, күҙҙән төшөп, телгә эләккән әҙәм тиҙ генә ысҡына алмай: тирмәндә тарттырып, иләктән иләйҙәр уны”.
3. “Аҡйондоҙ менән Мәрәһимгә ел-ямғыр ҡағылмай. Тимәк, Кесе инәйемә кемдер төптө буш хәбәр һөйләгән, һөйләгән дә шымған. Ярай, хәйерлеһе шулдыр. Онота­йыҡ инде был хаҡта”.
4. “Аулаҡ мәлде тура килтереп Оло инә­йемде аласыҡҡа саҡырып сығарҙым.
– Нимә, ҡаймаҡ ашағың килдеме ни, синнай? – тине ул.
– Юҡ, Оло инәйем. Минең һиңә әйтә торған серем бар. Аҡйондоҙ менән Мәрәһим хаҡындағы теге һүҙ дөрөҫ булып сыҡты бит.
...Мин бөтәһен дә теҙеп һөйләп бирмәксе инем дә, Оло инәйем ышанырҙан булмағас, һөйләмәнем.
– Әҙәм ышанмаҫ һүҙҙе һөйләмә бынан һуң, – тине ул ахырҙа, – ғәйбәтсе яманаты күтәреп мәсхәрәгә ҡалырһың”.
5. “Оло инәйемдең сәйер ҡылығын – минең дөрөҫ хәбәремде ныҡышып-ныҡышып нахаҡҡа сығарырға тырышыуын мин бары әле килеп төшөндөм. Боронғо гректарҙа ғашиҡтарҙы яҡлаусы, уларҙы хәүеф-хә­тәрҙән ҡурсалаусы Афродита исемле ила­һиә булған. Минең Оло инәйем, әлбиттә, ул илаһиә тураһында ишетмәгән дә, белмәгән дә.
Эйе, Оло инәй үҙе лә һиҙмәҫтән, Аҡйон­доҙ менән Мәрәһимдең мөхәббәтен һаҡлаусы ана шул Алла вазифаһын үтәгән. О, Сер­сә урамының мәрхәмәтле Афродитаһы”.
(Фильмдан өҙөк күрһәтелә. Кесе инәй Оло инәйҙең карауаты янында ҡаҡ иҙәнгә тубыҡланған.)
Уҡытыусы. Кемдәрҙе күрәһегеҙ? ¤ҙөк­­­тәге проблеманы асыҡлайыҡ. (Уҡыусылар тексҡа таянып аңлатма бирә.)
Яуаптар. 1. Оло инәйгә Сафа яратыу нигеҙендә өйләнмәгән. Яратҡан кешеһен тапмай, кейәүгә сыға алмай ҡалған ҡыҙҙы йәлләп кенә кәләш итеп алған. (Бесән сап­ҡан саҡта салғыһына бүҙәнә эләгеп, ҡош­тоң аяҡтары өҙөлгән. Оло инәйҙе ошо ҡошҡа оҡшатҡан ул.)
2. Оло инәй иренең яратмағанын белгән. Шуға ла Кесе инәйҙе иренә үҙе димләй. Ә улар бер-береһен яратҡан була.
3. Оло инәйгә бик ауыр булғандыр, әммә ул яҙмышына күнгән. Кесе инәйҙең улын – Кендекте үҙ улы кеүек итеп тәрбиәләп үҫтергән.
4. Мин Оло инәйҙе бик аңлайым. Кесе инәй ул кисергән хәсрәттәрҙе, хистәрҙе, ауырлыҡтарҙы белмәй, аңламай, тор­мош­ҡа еңелерәк ҡарай. Ғәфү үтенеп, дөрөҫ эшләй, әлбиттә.
5. Оло инәй – изге йән. Бөтә кешене яҡын күрә. Ғәфү итә белә. Изге күңелле кеше.
6. Хәҙерге тормошта кешеләргә изге күңеллелек етмәй.
7. Дөрөҫ, Оло инәй янындағы барлыҡ кешеләргә, яҡындарына изгелек өләшә, изгелек орлоҡтарын сәсә. Кешемен тигән кешегә уның кеүек изгелек ҡылып йәшәргә кәрәк.
V. Төркөмдәрҙә эш.
1. Һорау. Әҫәрҙә Аҡйондоҙ менән Мәрәһим нисек һүрәтләнгән?
(1-се төркөм Аҡйондоҙҙо һүрәтләй. 2-се төркөм Мәрәһимде характерлай. 3-сө төркөм – Аҡйондоҙ образына, 4-се төркөм Мәрәһим образына юрауҙар ағасын тө­ҙөй. Уҡыусылар юрау­ҙар ағасын эшләп бөткәс, элжур аша уҡытыусы ноутбугына ебәрә. Ул экранда күрһәтелә.)
2. Дебат ойоштороу. Аҡйондоҙ менән Мәрәһимде хыянатта ғәйепләп буламы? (Төркөмдәр үҙ-ара бәхәсләшә, дөйөм һығымта яһала.)
– Минең уйлауымса, ғәйепләп булмай. Уларҙың мөхәббәте саф, үҙҙәре беҙ­гә шул тиклем яҡын, уларҙы бергә күрге килә. Яҙмыш геройҙарыбыҙҙың ҡанаттарын ҡайы­ра, икеһе ике ярҙа бер-береһен һағынып ҡанат ҡаға.
– Мәрәһим, ғаиләһен ҡалдырып, Аҡ­йон­доҙ менән ҡауыша алыр ине. Ни өсөн улай эшләмәй?
– Сөнки Мәрәһимдә яуаплылыҡ бар. Хәҙерге атайҙарға, ирҙәргә өлгө булырлыҡ образ ул.
– Мөхәббәт яҙыҡ түгел, мөхәббәтһеҙ уйнаш – яҙыҡ, тип әйтә Оло инәй. Был фекерҙе нисек аңлайһығыҙ?
– Минеңсә, мөхәббәт – кеше күңелендә тыуған иң изге хис. Тыуған ергә мөхәббәт, ата-әсәгә мөхәббәт... Ваҡыт уҙыу менән, һәр кеше кемделер эҙләй, юҡһына. Был хис – үҙ яртыңды эҙләү, юҡһыныу хисе... Уны кемдер – ун һигеҙҙә, кемдер ҡырҡ йәштә таба, ә ҡайһы берәүҙәр үҙ бәхетен ғүмер буйы эҙләп тә таба алмай...
– Минеңсә, үҙ йәрен тапҡан кеше бәхетен таба. Ул ауырлыҡтарға ла бирешмәй, дәртләнеп, хисләнеп, мөхәббәттең барлығына ышанып, уға табынып йәшәй. Ҡулына мөхәббәт темаһына яҙылған китап килеп эләкһә, йотлоғоп уҡый, үҙенең кисерештәрен әҫәр геройҙарының яҙмышы менән сағыштыра. Тик һуңғы ваҡытта ундай оло мөхәббәт тураһындағы әҫәрҙәр яҙылмай. Ахыры, кеше­ләрҙең күңеле ҡатты, мөхәббәт ҡанаттары һынды.
– Мөхәббәт – мәңгелек, тигән тө­шөн­сәгә нисек ҡарайһығыҙ? (Экранда Мостай Кәримдең портреты яҡтыртыла. Яуаптар тыңлана һәм дөйөмләштерелә.)
V. Рефлексия. •Бөгөн мин белдем •Ҡыҙыҡ булды •Ҡыйын булды •Мин аңланым •Мин аңламаным •Мин өйрәндем •Мин тырыштым•Минең уйлауымса •Мин эшләп ҡарар инем •Мине аптыратты. (Технологик карта тултырыла.)
Уҡытыусы. Һәр кешенең үҙ хәҡиҡәте, әммә бөтә әҙәм өсөн уртаҡ, һәр кемдең ғүмерлек таянысы булған, бөтә хәүеф-хәтәрҙәрҙән ҡурсалай торған тағы бер хәҡиҡәт бар. Ул хәҡиҡәттең исеме – мөхәббәт. (Дәрес аҙағында Мәрәһим йыры яңғырай.)

М.Ф. ДӘҮЛӘТШИНА,
Республика инженер лицей-интернаты уҡытыусыһы,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы
Читайте нас: