Бөтә яңылыҡтар

Алтын-көмөш яуған ерҙән тыуып-үҫкән ил артыҡ

Р. Солтангәрәевтың “Тыуғанйорт” хикәйәһе буйынса дәрес-сәйәхәт

Дәрестең маҡсаты һәм бурыстары: Р. Солтангәрәевтың “Тыуған йорт” әҫә­ренең йөкмәткеһен үҙләштереү; әҫәр аша тыуған ергә, үҙ халҡыңа, телеңә, атай-әсәйе­ңә һөйөү, ихтирам тәрбиәләү, ғаилә традицияларын һаҡлау; иғтибарҙы, хә­тер­ҙе, телмәрҙе, фекерләүҙе, ижади һә­ләтте үҫтереү.

Йыһазландырыу: уҡыу әсбабы, һүҙлек, әҫәр йөкмәткеһенә ярашлы эшләнгән картина, фонояҙма, слайд.

Дәрес барышы
I. Ойоштороу мәле. Уҡыусыларҙың аралашыуы өсөн шарттар тыуҙырыу.
– Уҡыусылар, бөгөн беҙ һеҙҙең менән сәйәхәткә юлланабыҙ. Алыҫ юлға сыҡ­ҡан­да боронғолар ололарҙан фатиха алып, доға ҡылып сыҡҡандар. Беҙ ҙә изге йоланан тайпылмайыҡ. (Аудиояҙманан доға тыңлана, экрандан яҙыу уҡыла.)
Хызыр Ильяс юлдаш булһын,
Күңелдәргә иман тулһын!
– Хәйерле сәғәттә, яҡшы кәйеф менән юлға сығайыҡ, иман нурҙарында нурланып, күңелебеҙгә рухи ҡиммәттәр йыйып ҡайтайыҡ, ҡәҙерле уҡыусыларым!
II. Белем һәм оҫталыҡты актуалләштереү.
1. “Кем белә күберәк, ана шул зирәге­рәк”.
(Слайдта тәбиғәт һүрәте, Башҡор­тос­тан картаһы күрһәтелә.)
– Әңгәмәләшеп килә торғас, ауылға килеп кереүебеҙҙе лә һиҙмәй ҡалғанбыҙ. Ҡайһы тарафтарға килеп етеүебеҙҙе белергә теләһәгеҙ, һорауҙарға яуап бирегеҙ.
• Ҡайһы район күмергә бай, һәм ра­йон­­­дың элекке исеме нисек, бөгөн ул нин­дәй исем менән атала? (Күмертау, Кө­йөргәҙе; картанан Көйөргәҙе районын табалар.)
•Үткән дәрестә был райондан сыҡҡан күренекле яҙыусының ижады менән таныштыҡ. Кем ул? (Рәшит Солтангәрәев. Слайдта фотоһы күрһәтелә. )
– Тимәк, беҙ һеҙҙең менән Көйөргәҙе районында сәйәхәттәбеҙ. Әйҙәгеҙ, ауыл һәм унда йәшәгән халыҡ менән яҡындан танышайыҡ. (Слайдта – ауыл, уны уратып алған тәбиғәт һүрәте.)
(Уҡыусылар хикәйә тексынан ауыл, тау­ҙар, йыл­ға исем­дәрен табып (Ташморон ауы­лы, Ҡыҙылғом, Үтәғол тауҙары, Байғол ур­маны, Дөрөмбәт йылғаһы), һүрәттән күр­һәтә.)
2. Текст буйынса эш. “Кем өлгөр, шул алғыр”.
– Уҡыусылар, ә ни өсөн беҙ ауылға тура инмәй, ошо бейек тау башында туҡтаныҡ? (Слайдта тау күренә.)
(“Тыуған йорт” хикәйәһендә матур йола телгә алына. Ситтә йөрөп йәки йәшәп ҡайт­ҡандар иң тәүҙә мотлаҡ ошо тауға менеп, ауылдың күркәмлеген күҙәтә, хә­тирәләргә бирелеп, һоҡланып тора.)
– Ана бер машина килеп туҡтаны, унан төшкән кешеләр тауға ыңғайланы, кемдәр икән улар? (Ғөбәйҙулла һәм уның ғаиләһе. (Уҡыусылар әҫәрҙән юлсыға бирелгән характеристиканы уҡый.))
– Ғөбәйҙуллаға баҫма янындағы ағас ниндәй хәтирәне иҫенә төшөрә? (Ағас ба­шына менеп, ҡарға күкәйен алам тип, йыл­ғаға йығылып төшкән Ғөбәйҙулланы Шәмсетдин бабайҙың ҡотҡарыуы хаҡындағы хәтирә иҫкә төшөрөлә.)
– Ауыл осонан таяҡҡа таянып килгән инәйҙең кемлеген асыҡлайыҡ. (Ауыл­ға кем килеүен йә ҡайтыуын күрәҙә­лек ҡылып күҙәтеүсе Фатима әбей ул, ауылдың ағинәйе.)
– Ғөбәйҙуллалар янына “Иж” мотоциклы менән кемдер килеп туҡтаны. Кем ул? Уларҙың әңгәмәһенә ҡолаҡ һалайыҡ. (Тимербай ҡорҙашы осрай. Ул – агроном, лафетсылар янына эшкә китеп барыуын әйтә.)
– Кем ул лафетсы? (Уҡыусылар аңлатмалы һүҙлектән табып уҡый. Лафет – тағылма урғыс машина. Лафетсы – лафет менән ашлыҡ урыусы.)
–Тимербай ауылдың яңырыуын нисек бәйән итә? (Слайдтағы картинала ауыл өйҙәре күрһәтелә.)
(Заманса төҙөлгән яңы кирбес өйҙәр: ике ҡатлы мәҙәниәт йорто, шунан һуң Ис­кәндәрҙеке, совхоз автомеханигы, “Торна” ҡушаматлы Йәнғәлиҙеке.)
– Ғөбәйҙулланы тыуған йорто нисек ҡаршылай? (Уҡыусылар уның тыуған йорто ҡаршыһында туҡталыу күренешен тасуири уҡый.)
“Ғөбәйҙулла сереүҙән таралып китергә әҙер торған иҫке ҡапҡаны шығырлатып асты ла, әйберҙәрен ергә ҡуйып, туҡтап ҡалды. Ишек алдын алабута, дегәнәк, төрлө ҡырағай үлән баҫып бөткән был һалам башлы, төртһәң ауырға торған йорт ауылды сүпләп ултырған кеүек ине. Ҡасандыр һыланған балсыҡтары ҡубып төшкән, стеналары – бер яҡҡа, быялалары ҡойолған тәҙрәләре икенсе яҡҡа ҡыйшайған”.
– Әсәһе менән осрашыуҙы һүрәтләгеҙ. (Өҙөк тасуири уҡыла.)
“Ҡапҡанан ҡабалана-ҡабалана сал сәсле әбей инеп килә ине. Ғөбәйҙулла өн­дәшмәй генә уға табан атланы. Әбей тамырҙары ташып торған, ҡалтыранған ҡул­дары менән улын ҡосаҡлап алды. Икеһе лә ситкә боролоп күҙ йәштәрен һөрттөләр. Был Ғөбәйҙулланың үҙ ғүмерендә ысын күҙ йәше менән беренсе илауы ине, шикелле”.
III. Проблеманы хәл итеү өсөн кәрәкле белемде эҙләү.
1. “Кәңәшле ил тарҡалмаҫ”. (Төп ге­рой­ҙың сит яҡтарға юлланыу сәбәптәрен асыҡ­лау.)
– Ә ни өсөн Ғөбәйҙулла ситкә сығып китә? (Уҡыусылар үҙ фекерен әйтә һәм колхоз рәйесе Шәүәли менән аҙаҡҡы һөйләшеүҙе ролдәргә бүлеп уҡый.)
“Бәхетте еңел тапмаҡсы булаһың. Ағиҙелдең аръяғында бер энәгә – бер һыйыр, ти. Тормош гел ошо көйө торор, тип беләһеңме ни? Һеҙгә, йәштәргә, ауылдың киләсәген дә уйларға кәрәк.
– Был хәйерсе ерҙә йәшәп булмаҫ инде!
– Мырҙам, улай оло һөйләмә. Ергә төкөрмә, кире яларға тура килмәһен. Бер кәрәкмәһә, бер кәрәгер. Ә бына һин уға кәрәгерһеңме икән?!
Оло кешенең хәтере ҡалды. Справканы йырта яҙып мисәтен һуҡты ла:
– Дүрт яғың ҡибла! Ундай кешеләрҙең беҙгә кәрәге юҡ! – тип ҡыуып уҡ сығарып ебәрҙе”.
– Һеҙ Ғөбәйҙулла урынында булһағыҙ, колхоз рәйесенең һүҙенә ҡолаҡ һалыр инегеҙме? (Уҡыусылар үҙ-ара бәхәсләшә.)
2. “Йола тотҡан – хур булмаҫ”. (Ғә­ҙәт-йолалар сағылышын күрһәтеү.)
– Уҡыусылар, Ғөбәйҙулланың тыу­ған яғын ташлап китеүен һәм кире ҡайтыуын сағыштырған өҙөктө текстан табығыҙ.
“Көндәр матурайғас ҡына килеп оя ҡора ла, һауа боҙолғас та йылы яҡтарға ҡасып китә торған ҡоштар кеүек, һәр ауылдың шундай күсеп йөрөргә ярата торған кешеләре була. Ә һуғыштан һуңғы йылдарҙа Ташкент, Урта Азия тип сығып китеү – бер ғәҙәт ине. Шул ҡоштарҙың береһе – Ғөбәйҙулла”.
– Кумертау – Себер – Үзбәкстан яҡтарында 15 йыл ситтә йөрөп ҡайтҡан Ғөбәйҙулла йәш ауылдаштары менән нисек күрешә? Ауылдың ағинәйе Фатима әбейҙең һүҙҙәрен табып уҡығыҙ, унда халҡыбыҙҙың ниндәй сифаты тураһында һүҙ бара? (Ташкент күстәнәсе тип Ғөбәйҙулла малай-шалайға өрөк, сәтләүек тарата.)
“Ил тарта ул. Ана, Миңнемырҙа ла шулайтып ҡайтып килгәйне бит. Аһ-аһ, әйҙәгеҙ, ни эшләп тораһығыҙ! Юлдан йонсоп килгәнһегеҙҙер. Ишеткәс тә шаҡмаҡ менән самауырымды ҡуйып киткәйнем”. (Был юлдар халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллығы, ихласлығы, кешелеклеге хаҡында һөйләй.)
IV. Төркөмдәр эше. “Сәмле эш – йәмле эш”.
(Слайдта Ғөбәйҙулланың тыуған йорто төшөрөлгән һүрәт күрһәтелә.)
– Уҡыусылар, Ғөбәйҙулла тыуған йортона ҡайтҡан, өй ташландыҡ хәлдә. Әйҙәгеҙ, беҙ уға яңы нигеҙ һалырға ярҙам итәйек. Һеҙгә мәҡәлдәр һүҙлеге ярҙамға килер. (Төркөмдәргә эштәр бүленә.)
1-се төркөм – “Ҡот”.
– Өй нигеҙенең дүрт мөйөшөнә дүрт теләк яҙығыҙ һәм ни өсөн теләк теләнеүен аңлатығыҙ. (Борон-борондан өйҙөң нигеҙе ҡотло булһын өсөн дүрт мөйөшөнә ырымлап тәңкә һалғандар. Был йола бөгөн дә дауам итә. “Тарихымды онотмам, тамырымдан айырылмам”, “Ныҡлы ғаилә – ил терәге”, “Торған ер – яҡын, тыуған ил – алтын”, “Мал – ашаған еренә, ир тыу­ған иленә ҡайтыр” тигән мәҡәлдәр уҡыла һәм аңлатма бирелә.)
2-се төркөм – “Өс таған”.
– Өйҙөң ҡыйығы өсмөйөш формаһында. Ошо өсмөйөшкә ҡайһы образдарҙы ҡуйыр инегеҙ, ни өсөн? (Фекерҙәр тыңлана, дөйөм һығымта яһала. Өсмө­йөш­тә оло быуын вәкиле Фатима әбей, Ғөбәйҙулла, уның әсәһе ҡуйыла. Улар – быуындар сылбырын нығытыусы өс таған. “Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул”, “Өс таған таймаҫ, тайһа ла аумаҫ” тигән мәҡәлдәр ошо осраҡҡа тап килә.)
3-сө төркөм – “Илһам”. (Рәссамдәр әҫәр буйынса һүрәт төшөрә. Ижадсылар тыуған йорт, ғаилә темаһына шиғыр йә фекернамә яҙа һәм уҡый.)
Тыуған йорт – тыуған нигеҙ,
Минең күңелгә яҡын.
Ҡоштай ашҡынып ҡайтам
Һиңә мин, тыуған яғым.
Ҡыуанып атай-әсәйем
Урамдан ҡаршы ала.
Ғаиләм усағы нуры
Күңелемә ҡот һала.
Әсәйем бешергән аштар,
Яңы бешкән икмәк еҫе,
Тәмле, татлы еҫтәр менән
Тулған йортомдоң эсе.
Ниндәй рәхәт тыуған йортта
Күмәкләп сәй эсеүҙәре!
Шундай дуҫ, татыу ғаиләлә
Бәхетле үҫеүҙәре!
Гөрләп торған иләүемә
Ҡайғылар үрелмәһен.
Тыуған йортом – изге ҡотом
Усағы һүрелмәһен!
(Гөлдәниә Һағынбаева)

(Талғын ғына “Илсе Ғайса” көйө ағыла. Төркөмдәрҙең эше тикшерелә һәм Р. Сол­­тангәрәевтың “Тыуған йорт” әҫәренең әһәмиәте менән бәйләнә. Өй эше тураһында мәғлүмәт, уны үтәү буйынса күрһәтмә бирелә. 1. “Татыу ғаилә – ил күр­ке” темаһына инша, шиғыр йә ҡоба­йыр яҙырға. 2. Быуындар сылбырын, ғаиләне сағылдырған презентация эшләргә.)

V. Рефлексия.
– Дәрес башында ҡуйған “Хызыр Ильяс юлдаш булһын, күңелдәргә иман тулһын” тигән маҡсатыбыҙға ирештекме? (Иман нурҙары – тыуған ерҙә, ғаиләлә, тәбиғәтебеҙҙә, йолаларыбыҙҙа, бер-беребеҙҙең, атай-әсәйҙең, туғандарҙың ҡәҙерен белеүҙә, ололарҙы ихтирам итеүҙә.)

VI. Йомғаҡлау.
– Ҡәҙерле уҡыусыларым, бөгөнгө дәрес-сәйәхәтте мин һеҙгә иҫтәлек итеп үткәрҙем. Ап-аҡ таҫмалар таҡҡан, аҡ алъяпҡыс, күк күлдәктәр кейгән йондоҙҙай балҡыусы ҡыҙҙарым, ҡыйғыр бөркөттәрем – егеттәрем, тиҙҙән һеҙ ғилем йыһанын иңләргә осорһоғоҙ. Ҡанаттарығыҙ ныҡ булһын, һынмаһын, талмаһын. Бер татыу ғаилә булып йәшәгән тыуған йортоғоҙ – интернатығыҙҙы онотмағыҙ. Файҙалы һөнәрҙәргә эйә булып, киләсәктә матур ғаиләләр ҡороғоҙ һәм уны ҡәҙерләгеҙ!
(Дәрес аҙағында Ә. Алдырханова һүҙҙә­ренә Г. Баянова яҙған “Дүҫлыҡ тирмәһендә” йыры башҡарыла.)

Ә.Р. АЛДЫРХАНОВА-КӘРИМОВА,
Сибай ҡалаһы гимназия-интернаты уҡытыусыһы, Башҡортостандың
атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф
хеҙмәткәре, С. Галин исемендәге премия лауреаты
Читайте нас: