Бөтә яңылыҡтар

Беҙҙең ҡайнар ҡаныбыҙҙа Сал тарихтың даны бар...

Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға – 100 йыл

Маҡсат. Уҡыусыларҙың Башҡортос­тан тарихы, мәҙәниәте буйынса белем­дәрен киңәйтеү, тарих менән таныш­тырыу; тыу­ған республикаң менән ғо­рурланыу той­ғоһо, уның тарихына, мә­ҙәниәтенә ихти­рам, бөгөнгө яҙмы­шына ҡыҙыҡһыныу, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү.
Йыһазландырыу. Зал байрамса биҙәлә. Стенаға тыуған ил, тел тураһында мә­ҡәлдәр, шиғырҙарҙан өҙөктәр яҙып эле­нә. Тыуған ауыл, район тураһында һү­рәттәр, иншалар күргәҙмәһе ойош­торола.
1-се алып барыусы.
Сәләм һиңә, изге туп­раҡ,
Сәләм, күпте күргән ер!
Һиндә тыуған батыр ирҙәр,
Һиндә тыуған сәсән ир!
Хәйерле көн, хөрмәтле ҡунаҡтар, дуҫ­тар! Һеҙҙе Әхмәтзәки төйәгендә күреүе­беҙгә сикһеҙ шатбыҙ!
2-се алып барыусы.
Рәхмәт һиңә, изге тупраҡ,
Батырҙар үҫтергән ер,
Йәшәү тәме – азатлыҡ, тип
Рух ҡанатын ҡаҡҡан ер!
1-се алып барыусы. Минең халҡым бы­уаттар буйы азатлыҡ, ғәҙеллек өсөн көрәш алып барған. Р. Йәнбәковтың “Бөркөт саң­ҡыуы” шиғы­рын уҡый.
2-се уҡыусы С. Юлаевтың “Егеткә” ши­ғырын уҡый.
(Парлы милли бейеү башҡарыла.)
3-сө уҡыусы. Ш. Бабичтың “Баш–ҡорт халҡына көйлө хитап” шиғы­рын уҡый.
1-се уҡыусы. Рәсәй Президенты В.В. Путиндың Указына ярашлы, 2019 йылда Башҡортостан Республикаһы ойош­то­ро­лоуҙың 100 йыллығы билдәләнәсәк. 1919 йылдың 20 мартында Башҡортостан территориаль-милли автономияһын раҫ­лай, 23 мартта килешеү тураһында мәғлүмәт матбуғатта баҫыла. Ошо көн Башҡорт автономияһы төҙөлөү көнө тип йөрөтөлә. Башҡорт халҡы, рус халҡы менән бер рәттән, Рәсәйҙә федерализмға нигеҙ һалыусы булып тора, ти тарихсылар. Ерен, телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалырға булышлыҡ иткән килешеүгә ҡул ҡуйыу халҡыбыҙ өсөн айырыуса әһәмиәтле була.
2-се уҡыусы. Тарихты төплө белгән, көслө рухлы шәхес булараҡ, 1917 йылдарҙа Әхмәтзәки Вәлидигә милли хә­рәкәтте башлау тураһындағы уйҙар тын­ғылыҡ бирмәй. Эште үҙ ваҡытында баш­ларға кә­рәк була. Автономия яулау өсөн бик күп ауырлыҡтар, юғалтыуҙар аша үтергә тура килә. Бер йыл эсендә генә Ырымбурҙа өс-дүрт тапҡыр ҡоролтай һәм съездар уҙғарыла. Вәлидиҙең көрәш­тәштәре лә уҡымышлы, рухлы, киләсәкте тоҫмаллай тор­ған ир-егеттәр була. Бик төплө итеп яҙыл­ған программа, ер һәм башҡа мәсьәләләр буйынса ҡарарҙар, резолюциялар ҡабул ителә. Ә беренсе башлап юл ярыусылар һәр ваҡыт ҡаршылыҡтарға осрай.
(Н. Асанбаевтың “Исемкәйең ҡайтты, Вәлиди!” пьесаһы буйынса өҙөк сәхнәләш­терелә.)
Сталин. Вәлидов... Зәки Вәлиди... Ни­сек минең ҡулымдан ысҡынды ул? Ҡара әле, ниңә гел генә минең күҙ алдымда то­ра ул ҡырағай башҡорт? Миңә ҡаршы сыға. Фекерен көсләп таға. Уйларға ирек бир­мәй... Һаман күҙ алдымда тора?.. Әллә ауырыйым инде?..
(Кинәт Әхмәтзәки Вәлиди пәйҙә була.)
Вәлиди. Бына, хәҙер һинең менән асыҡтан-асыҡ һөйләшергә була, Сталин.
Сталин. Вәлидов, һин аш менән атҡанға таш менән атаһың.
Вәлиди. Эйе, беҙҙең башҡортта шун­дай әйтем бар. Тик был осраҡта мин баш­ҡасараҡ әйтер инем. Пәйғәмбәр ти­гәнебеҙ иблис булып сыҡты...
Сталин. Ә беҙҙең ҡайһыбыҙ иблис һуң? Һинме, минме?
Вәлиди. Ә тәхеттә кем ултыра? Һинме, минме?
Сталин. Тәхеттә батшалар ғына ул­тыра, Вәлидов.
Вәлиди. Халыҡ ана шул батшаларҙы иблис тип атай ҙа инде. “Би-и-ик ярат­ҡанға күрә әйтә. Үҙҙәренең артында, әл­биттә. Мин бына һинең күҙеңә бәреп әйтәм, Сталин.
Сталин. Иблис тип?.. Тимәк, Сталин — иблис!.. Ҡыҙыҡ, бик ҡыҙык был. Бына, ишетмәгәнеңде ишет, Сталин, башҡорт Вәлидовтан... Иблис... Вәлидов, ҡасан­дыр, беҙ дуҫтар инек бит?
Беҙ һине, Вәлидов, Башҡортостанлы иттек. Та­рихта эҙһеҙ юғалырға торған ха­лыҡты республикалы иттек. Һеҙгә авто­номия бирҙек!
Вәлиди. Эйе, бирҙегеҙ. Исем өсөн...
Сталин. Нисек, исем өсөн?
Вәлиди. Башҡортостан Республика түгел ул хәҙер, ә милли-мәҙәни мөхтәриәт тип аталған бер меҫкен виләят. Баш­ҡор­тостанды киҫкеләп-тураҡлап бөтөрҙөгөҙ, иң бай ерҙәребеҙҙе Силәбе, Ырымбур, Пермь, Ҡорған, Екатеринбург, Һамар, Һа­рытау өлкәләренә биреп, беҙҙән бер-ике теат­ры, дауаханаһы һәм мәктәбе булған мәҙәни автономия әүә­ләнегеҙ. Нимә, Сталин, хәҙер баш­ҡор­ттарға йырларға ла бейергә генә ҡалдымы инде? Беҙгә “Асса!” тип әйтеп тороусы юҡ...
Сталин. Вәлидов! Башҡорт та баш­ҡорт, тиһең. Ҡайҙа ул башҡорт? Юҡ ул һинең башҡортоң! Бөткән ул!..
Вәлиди. Башҡортто уны, Сталин, ун урыҫ батшаһы ла бөтөрә алманы...
Сталин. Бына нисек! Ә мин баш­ҡорттар күптән бөткән, мәсет ҡарттары ғына ҡал­ған, улары ла үлеп бөтөп бара, тип уйла­ғай­ным. Вәлидов, әйт әле, ә ул урыҫ бат­ша­лары ла үлтереп бөтөрә алмаған баш­ҡорттарҙың көсө нимәлә һуң?
Вәлиди. Рухтарының ныҡлығында, Сталин.
Сталин. Ә ул рух ныҡлығын ҡайҙан алаһығыҙ?
Вәлиди. Беҙҙең ҡанда ул.
Сталин. Ҡанда?
Вәлиди. Башҡорттар йәшәү көсөн та­рихтан ала. Ата-бабаларының быуаттар буйына алып барған милли-азатлыҡ кө­рәшенән. Ҡурай менән ҡумыҙҙан, йыр­ҙар­­ҙан, бейеүҙәрҙән, телебеҙҙән, бөйөк шә­хестәребеҙҙең васыяттарынан, риүә­йәт­тәрҙән алабыҙ. Аңланыңмы инде, Сталин?
(Ҡурай моңо аҫтында Ш. Бабичтың “Ҡу­райҡайға” шиғыры тасуири уҡыла. М. Нәҙершин һүҙҙәренә һәм көйөнә яҙылған “Ҡайҙа һеҙ, һай, башҡорт егеттәре” йы­­ры йырлана, “Таң ҡыҙҙары” бейеүе башҡарыла.)
1-се алып барыусы. Башҡортостан Рес­публикаһы ойошторолоуға 100 йыл тула. Был оло ваҡиға ил кимәлендә билдәләнер, сөнки республикабыҙ йөҙ йыл дауа­мында Рәсәйҙең ышаныслы, ныҡлы төбәге булып ҡала килде. Күп милләтле республикабыҙ Ватан тарихында тәрән эҙ ҡалдырҙы.
2-се алып барыусы. 1612 йылда Минин менән Пожарский ополчениеһында баш­ҡорттарҙың Мәскәү өсөн поляктарға ҡаршы һуғышы, ҡурҡыу белмәҫ “төньяҡ амур­ҙары”ның 1812 йылғы Ватан һуғы­шында күрһәткән ҡаһарманлығы, башҡорт халҡының уртаҡ ватаныбыҙҙы дошмандан һаҡ­лау­ға индергән өлөшө – хәрби йылъяҙмаһы ил тарихынан барыһына ла яҡшы билдәле. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында иһә Башҡортостан фронтҡа 700 меңдән ашыу кеше ебәрә, уларҙың 300 меңе яу яландарында ятып ҡала, 278 яугир Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.
Бөгөн күп милләтле республика халҡы иңгә-иң терәшеп төрлө тармаҡ хужалыҡтарын үҫтерә, мәҙәниәтте һаҡ­лай, төбәктең данлы тарихын яҙа.
1-се алып барыусы. Тап ошо берҙәмлек бөтөн Рәсәйгә Башҡортостанды милләт- ара татыулыҡ, хеҙмәттәшлек өлгөһө итеп танытты. Бөгөнгө Башҡортостан – илдең тотороҡло һәм әүҙем үҫешкән төбәктәренең береһе ул. (Уҡыусылар С. Юлаевтың, Ш. Ба­бич­тың, А. Игебаевтың, Б. Бик­байҙың, С. Әли­баев­тың Башҡортостан тураһында шиғырҙарын һөйләй.)
Сал бөркөттәр осҡан Башҡортостан –
Салауаттай ирҙәр төйәге,
Нисә быуын яугир ҡаһармандар
Россияның булды терәге.
Башҡортостан – беҙҙең азатлыҡтың,
Берҙәмлектең ныҡлы ҡалҡаны,
Уралдағы барлыҡ милләттәргә
Һин атайсал, дуҫлыҡ Ватаны!
* * *
Башҡортостан – башҡорт иле,
Шунда беҙҙең тамырҙар,
Беҙҙең ҡайнар ҡаныбыҙҙа
Сал тарихтың даны бар.
Башҡортостан – башҡорт иле,
Ағиҙелкәй, Уралҡай.
Мең михнәттәр күргәндә лә
Дуҫлыҡ утын ул һаҡлай.
Башҡортостан – башҡорт иле,
Күкрәгендә – ут-ташҡын.
Мәңгелектән мәңгелеккә
Барыр юлы тоташһын!
1-се алып барыусы. Халҡыбыҙҙың ру­хын һаҡлаған аҫыл заттарыбыҙ артһын, таралһын. Бөтәбеҙгә лә һаулыҡ-сәләмәт­лек, ғаилә бәхете, эшебеҙҙә уңыштар юл­даш булһын, ҡәҙерле дуҫтар!
Кисә “Беҙҙең ил” халыҡ йыры менән тамамлана.

М.Ә. ЗАРИПОВА,
Ишембай районының Көҙән мәктәбе уҡытыусыһы

Читайте нас: