2018 йылдың 7 декабрендә Яңы Мораптал урта дөйөм белем биреү мәктәбендә «Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарын тормошҡа ашырыу шарттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙың көнүҙәк мәсьәләләре» тигән темаға туған тел уҡытыусыларының регион-ара семинары уҙҙы. Был сарала Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтов, Мәғариф министрлығының милли мәғариф, регион-ара хеҙмәттәшлек һәм уҡыу әсбаптарын нәшер итеү бүлеге начальнигы Розалия Рәсих ҡыҙы Сәфиуллина, Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы доценты, филология фәндәре кандидаты Фәнзил Бүләк улы Санъяров, Көйөргәҙе районының мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ринат ҡыҙы Ибраһимова ҡатнашты.
Семинарға Ырымбур өлкәһенең туған тел уҡытыусылары, шулай уҡ Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен, Мәләүез, Фёдоровка райондарынан һәм Күмертау ҡалаһынан илленән артыҡ уҡытыусы һәм методист саҡырылғайны.
Ҡатнашыусыларға асыҡ дәрестәр күрһәтелде, оҫталыҡ дәрестәре һәм түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.
Уҡыусылар тел тураһында төрлө телдә шиғырҙар һөйләне, ағинәйҙәр өгөт-нәсихәт бирҙе. Мораптал ауыл биләмәһе башлығы А.И. Кинжалиев семинарҙы асҡандан һуң, Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Ә.Й. Ҡотлоәхмәтов эш көнөнә уңыштар теләне һәм башҡорт теле тағы ла тейешле кимәлдә үҫһен тип, мәктәпкә интерактив таҡта бүләк итте. Артабан, райондың алдынғы уҡытыусылары В.С. Кинжалиева, А.Н. Гурьянова, Г.Ф. Мөлөкова, Ғ.Н. Сынбулатова, А.Н. Таймаҫова, Р.А. Айҙароваларҙың асыҡ дәрестәре ҡаралды. Шәбағыш төп дөйөм белем биреү мәктәбенең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы И.Ә. Нәжмиев «Татар теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә фекер йөрөтөү иншалары яҙыуға әҙерлек эшен ойоштороу», Күмертау ҡалаһындағы Республика политехник лицей-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы З.С. Әбхәлимова «Мостай Кәрим әҫәрҙәрен өйрәнеү алымдары», Ейәнсура районы Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Г.И. Исмәғилева «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә эффектив алымдар ҡулланыу», Өфө ҡалаһы 95-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Г.Р. Миңлеәхмәтова «Цифрлы белем биреү ресурстары аша башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация уятыу» тигән темаларға оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Килгән ҡунаҡтар дәрестәрҙең юғары кимәлдә үтеүен билдәләне, тәжрибәне үҙ эштәрендә мотлаҡ ҡулланасағы тураһында әйтте.
Түңәрәк өҫтәлде Көйөргәҙе районының мәғариф бүлеге начальнигы И.Р. Ибраһимова асты. Башҡорт телен һәм башҡа туған телдәрҙе өйрәнеү буйынса бөгөнгө көн проблемалары һәм уңыштары, уҡыу әсбаптары тураһында БР Мәғариф министрлығының бүлек начальнигы Р.Р. Сәфиуллина һөйләне. БР Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы доценты, филология фәндәре кандидаты Ф.Б. Санъяров үҙенең сығышында тәү сиратта балаларҙың телмәрен үҫтереүгә иғтибар бирергә кәрәклеген, уҡыу әсбаптарының да ошоға ярашлы төҙөлөргә тейешлеген билдәләне, уҡытыуға йәлеп итеү өсөн дәрестәрҙә төрлө заманса алымдар ҡулланыуҙың отошло булыуын әйтте. Туған телдәр уҡытыусыларының ассоциацияһы етәксеһе булараҡ, Фәнзил Бүләк улы ойошма тураһында мәғлүмәт бирҙе, ата-әсәләрҙең күбеһенең туған телде өйрәнеү яҡлы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Регион-ара семинар төрлө яҡшы ниәттәр менән тамамланды. Килгән абруйлы ҡунаҡтар ҙа, күрше өлкәнән, райондарҙан килгән коллегалар ҙа семинарға юғары баһа биреп, изге теләктәр теләп хушлашты.