Иглин районының Меңйетәр мәктәбе уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты
Маҡсат. Башҡорт халыҡ ижадының эпос жанры үҙенсәлектәре менән таныштырыу; “Һуңғы Һартай” әҫәренең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү; уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен, һөйләү телмәрен үҫтереү; Һартай ырыуы миҫалында уҡыусыларҙа үҙ шәжәрәһенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.
Бурыс. Текстың йөкмәткеһен анализлау күнекмәләрен арттырыу; аңлы уҡыу, фекерләү һәләттәрен үҫтереү.
Планлаштырылған һөҙөмтә. Һартай ырыуы тураһында мәғлүмәткә эйә булыу; эпостың йөкмәткеһен үҙләштереү; бәйләнешле телмәр үҫтереү; парҙарҙа һәм төркөмдәрҙә эшләү, эште дөрөҫ баһаларға өйрәнеү.
Предмет-ара бәйләнеш. Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте.
Йыһазландырыу. Проектор һәм экран, әҫәр өҙөгөнә тура килгән слайдтар.
Бөгөн беҙ “Һуңғы Һартай” исемле эпос менән танышырбыҙ. “Һуңғы Һартай”ҙа башҡорт ҡәбиләләре составына инеп, бөгөн дә йәшәгән Һарт ырыуы башҡорттары хаҡында һүҙ бара. Халыҡ телендә әле лә “Һарт Әйле”, “Һарт Бөрйән” ырыуҙары хаҡында ишетеп була. Иглин районында Һарт-Лабау ауылы бар. Меңйетәр ауылынан өс саҡрым алыҫлыҡтағы был ауылда Һарт ырыуы халҡы йәшәй. “Һуңғы Һартай” эпосы ошо ырыуҙың тарихына бәйле ижад ителгән. Ул Бурнаҡ исемле ырыу башлығының улы Ялыҡ бейгә бағышланған.
Эпостың тексы 1935 йылда М.И. Касьянов тарафынан рус телендә теркәлеп, ғилми архивта һаҡланған. 1971 йылдан алып башҡорт телендә баҫылып килә. Ғалимдар был әҫәрҙе ҡобайыр тип дәлилләй. Дәреслектә эпостың өҙөгө генә бирелә, тулы вариант менән “Башҡорт халыҡ ижады”ның 7-се томында танышырға мөмкин.
Уҡыусылар, һеҙҙе Ялыҡ Бурнаҡ улының кем булыуы, әҫәрҙең ни өсөн “Һуңғы Һартай” тип аталыуы ҡыҙыҡһындыралыр, моғайын. Заманы өсөн Ялыҡ бей – бай һәм дәрәжәле, тирә-йүнгә танылған кеше була. Эпос өҙөгөнә иғтибар итегеҙ:
Шулай уҡ Бурнаҡ исеменең килеп сығышы ла бик ҡыҙыҡлы.
Элек исемдәр ниндәйҙер ваҡиғаға бәйле ҡушыла торған булған. Был исемдең нисек барлыҡҡа килеүе ошо юлдарҙа күренә. (Уҡыусылар эпостан өҙөктө эҙләй, уҡый.)
Һалдыртҡан да алдыртҡан –
Ат ҡуйҙыртҡан “Мороно аҡ”,
Шунан сыҡҡан, ти, “Бурнаҡ”.
“Һары тай” “Һартай” булғай.
II. Уҡытыусының эпосты комментарийлы уҡыуы. Һорауҙар.
1. Ялыҡ Бурнаҡ улы үҙенең балалары Ҡармасан менән Сәрмәсәндең исемдәрен нисек мәңгеләштергән? (Йылғаларға Ҡармасан менән Сәрмәсән исемдәрен бирә. Уҡыусылар ошо юлдарҙы таба, аңлата. Слайдтарҙа йылғаларҙың һүрәте күрһәтелә.)
2. Ул улдары өсөн нисек үс ала? (Бер дошманды ла әсирлеккә алмай, нәфрәт менән үлтерә. Текстан түбәндәге юлдар уҡыла.)
“Минең ике ҡолағым нәфрәт менән томаланғайны, ике күҙем дә үс теләге менән ут булғайны. Һеҙҙең ҡоноғоҙҙо ҡайтарҙым. Мин бер генә әсир ҙә алманым, гел үлтерҙем”.
3. Ни өсөн дошмандары унан ҡурҡа, уны кем тип атай? (Үсле булған, береһен дә аямаған, ҡарағоштан ҡурҡҡан ҡуян кеүек ҡурҡҡандар, уны юлбаҫар тип атағандар.)
4. Ялыҡтың артабанғы яҙмышы ниндәй була? (Ҡартайған, үҙ өйө юҡ, байғош, дуҫтары үлгән, иң һуңғы Һартай, ләкин ул үҙен һуңғы яу түгел, ти.)
III. Текстың йөкмәткеһен үҙләштереү. Һүҙлек эше. Ишек яҡтауҙары – ишек яңағы, ҡөрьән – мосолмандарҙың дини изге китабы, шәфҡәт – йәлләү, мәрхәмәт; ҡон – үс, әсир – яуҙа ҡулға төшкән дошман һалдаты, иңрәү – ҡайғы-хәсрәттән һыҙланып зар илау, һыҡтау; нәфрәт – бик ҡаты асыу, көслө дошманлыҡ тойғоһо; жуңғар – ҡалмыҡ, аҡһырғаҡ тамыры – дымлы ерҙә үҫә торған ағыулы үлән; ыулы яман һүҙ – ағыулы һүҙ, үрғуян – ҡалҡыуыраҡ ерҙә йөрөй торған һырт буйлы һорғолт эре ҡуян, суҡмар – йомро башлы ҡыҙғаныс, меҫкен хәлдәге кеше.
* Эпостағы ниндәй һөйләмдәрҙә тасуирлау алымы – сағыштырыу ҡулланылған?
• Аҡһыу аръяғында, Ғәзи мәсетенең ишек яҡтауҙарына көмөш менән яҙылған Ҡөрьән һүҙҙәре кеүек бормаланып ике йылға аға.
•Миңә ул аҡһырғаҡ тамырынан да ыулыраҡ яман һүҙ әйтте.
•Дошмандарым ҡарағоштан ҡурҡҡан үрғуяндан яманыраҡ ҡурҡа ине минән.
•Бүре олоуын ишетеп ҡалтырай башлаған йәш аңра ҡолон кеүек, улар минең исемемде ишетеү менән ҡалтырап төшәләр ине.
•Яҙмышы яҙғы ел һымаҡ була.
* Ни өсөн әҫәр “Һуңғы Һартай” тип атала? (Ошо ырыуҙың һуңғы вәкиле булыуына Ялыҡтың күңеле әсенә. Хәҙер уның бер кеме лә юҡ, ул байғош хәлендә. Ул үҙен иң һуңғы Һартай тип атай. Шуға күрә лә әҫәр “Һуңғы Һартай” тип атала.)
* “Ғүмеремдең эңере” һүҙбәйләнеше ниндәй һүрәтләү сараһы? (Эпитет, ҡартайыу тигәнде аңлата.)
* Мин эйәһеҙ эт, өңөн юғалтҡан бурһыҡ кеүекмен, тигән һөйләмдә ниндәй һүрәтләү сараһы бар? (Сағыштырыу.)
* Күҙҙәре күптән ергә һарҡҡан, тигән һөйләмдә ниндәй һүрәтләү сараһы бар? (Эпитет, “үлгән” тигәнде аңлата.)
* Мин һуңғы яу булманым, тигән һөйләмдә ниндәй һүрәтләү сараһы бар? (Метафора.)
IV. Йомғаҡлау. Әҫәр кем исеменән һөйләтелә? (Беренсе заттан, үткән заманда һөйләнелә.)
Тарихты “мин” исеменән теркәү үҙе бер традиция, күренекле кешене ололау традицияһы булған. Һеҙҙеңсә, “Ялыҡ Бурнаҡ улы” өҙөгөнөң темаһы, проблемаһы ниндәй? (Ялыҡ Бурнаҡ улы тормошон бәйән итеү. Төп герой улдары өсөн үс ала, Һартай ырыуының һуңғы вәкиле булыуына күңеле әсенә.)
– Әҫәрҙең идеяһы тураһында ни әйтерһегеҙ? (Тарихты белергә кәрәк, сөнки тарихын, телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен белгән кешенең киләсәге бар, уның милләте йәшәйәсәк.)
– Башҡортостанды, тыуған яҡтарығыҙҙы яратаһығыҙмы, тарихын белергә ынтылаһығыҙмы, үҙ телегеҙҙә һөйләшәһегеҙме? Беҙгә аҡыллы, рухлы булыр өсөн ни эшләргә кәрәк? (Телебеҙҙе белергә, илебеҙҙе яратырға, шәжәрәбеҙҙе белергә, тырышып уҡырға, үҙ илеңдә йәшәргә һәм эшләргә, балаларҙы үҙебеҙҙең мөхиттә тәрбиәләп үҫтерергә кәрәк.)
– Тыуған ил, тыуған яҡ тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ? (Ситерҙә солтан булғансы, үҙ ереңдә олтан бул; алтын-көмөш сыҡҡан ерҙән тыуған-үҫкән ил яҡшы; үҙ илең – алтын бишек.)
V. Тест һорауҙарына яуап биреү.
1. Ни өсөн әҫәр “Һуңғы Һартай” тип атала?
а) һуңғы тауҙар теҙмәһе булғанға; б) һуңғы ҡош булғанға; в) Һартай ырыуының һуңғы вәкиле булғанға; г) ауыл теҙмәләренең һуңғыһы булғанға.
2. Ялыҡтың улдарының исемдәре кем булған?
а) Урал менән Шүлгән; б) Ҡармасан менән Сәрмәсән; в) Урман батыр менән Тау батыр, г) Аҡъял батыр менән Алып батыр.
3. Ялыҡ бей үҙен ниндәй йәнлек менән сағыштыра?
а) бүре; б) айыу; в) төлкө; г) эт.
VI. Рефлексив анализ, баһалау.
VII. Өйгә эш. “Эш дәфтәре” буйынса бирелгән биремдәрҙе эшләргә; әҫәрҙе уҡырға, үҙләштерелгәнде һөйләргә.