Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт теле көнө

14 декабрь – Башҡорт теле көнө
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика Башҡорт гимназия-интернатында Башҡорт теле көнөнә арналған «Туған телгә һөйөү туған телдән башлана» исемле байрам ойошторолдо. Сараға «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө етәксеһе, башҡорт йәштәре ҡоролтайы рәйесе, республика, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Ринат Рамазанов саҡырылды.
Гимназия уҡытыусылары тамашасыларҙы туған тел хаҡында тулҡынландырғыс шиғырҙары, йыр-бейеүҙәре, ҡурай моңдары менән шатландырҙы. Ринат Рамазановтың ҡотлау һүҙҙәре, дәртле сығышы байрамға йәм өҫтәне. Уҡытыусыларҙың, уҡыусыларҙың, ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килгән сара ысын мәғәнәһендә рух байрамына әүерелде.