Күренекле ғалим, филология фәндәре докторы, профессор Ғәли Ғәли улы Сәйетбатталов башҡорт тел ғилеме тарихында яҡты эҙ ҡалдырҙы.
Ул 1928 йылдың 17 декабрендә Күгәрсен районының Сәйетҡол ауылында тыуған. Үҙ ауылында мәктәп тамамлағас, Яңы Петровск мәктәбендә эшләй. 1943 –1950 йылдарҙа К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙер Башҡорт дәүләт университеты) тел һәм әҙәбиәт факультетында белем ала. 1948/1949 уҡыу йылында тырыш студент Сталин стипендиаты була һәм институтты тик яҡшы билдәләргә тамамлай. 1950 – 1953 йылдарҙа ул – СССР Фәндәр академияһы Тел ғилеме институтының төрки телдәре секторы аспиранты була. Ошо ваҡыттан алып ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем ғалим Башҡорт дәүләт университетында уҡыта. 1954 йылда “Башҡорт телендә эйәрсән һөйләм төрҙәре” темаһына – кандидатлыҡ, 1969 йылда “Башҡорт теленең ҡушма һөйләм синтаксисы” темаһына докторлыҡ диссертациялары яҡлай. 1970 йылда уға профессор исеме бирелә.
F.F. Сәйетбатталовҡа Башҡорт дәүләт университеты тарихының һынылышлы дәүерҙәрендә эшләргә тура килә. Был уҡыу йорто 1957 йылда, ул аспирантура тамамлап ҡайтҡан осорҙа, университет статусы ала. Йәш ғалим үҙенең өлкән дуҫы һәм остазы, атаҡлы төркиәтсе, профессор Ж.Ғ. Кейекбаев менән бергә яңы талаптарға яуап бирерлек юғары кимәлдәге дәреслектәр, программалар яҙыу эшенә тотона, һөҙөмтәлә авторҙар коллективы 1968 йылда педучилищелар өсөн “Башҡорт теле” дәреслеген әҙерләп сығара. Дәреслек бер нисә мәртәбә ҙур тираж менән нәшер ителә һәм бөгөн дә туған телебеҙ буйынса иң яҡшы уҡыу китабы булып иҫәпләнә. Ғалим шулай уҡ 1981 йылда Мәскәүҙә “Наука” нәшриәтендә донъя күргән “Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең грамматикаһы” (“Грамматика современного башкирского литературного языка”) тигән фундаменталь хеҙмәт авторҙарының береһе.
Профессор Ғ.Ғ. Сәйетбатталовтың ғилми тикшеренеүҙәренең төп йүнәлеше – башҡорт теленең синтаксисы. Уның 1961 йылда баҫылып сыҡҡан “Башҡорт теленең ҡушма һөйләм синтаксисы” тигән монографияһы төркиәтселек фәнендә юғары баһалана. Ғалим Рәсәй төркиәтселегендә синтаксисты өйрәнеү буйынса абруйлы белгестәрҙең береһе булып иҫәпләнә.
Ғ.Ғ. Сәйетбатталовтың башҡорт теленең синтаксисы буйынса яҙылған хеҙмәттәренең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Миҫал өсөн «Башҡорт теле. I том. Ябай һөйләм синтаксисы. Өфө, 1999»; «Башҡорт теле. 2 том. Ҡушма һөйләм синтаксисы. Өфө, 2002» китаптарын атау ҙа етә. Тел ғилеменең иң ҡатмарлы өлкәһенә бағышланған был хеҙмәттәр ҙур ҡаҙаныш тип баһаланырға лайыҡлы. “Синтаксис тиһәк, Ғәли ағайҙы күҙ алдына килтерҙек. Сәйетбатталов тип әйтһәк, башҡорт теленең ҡатмарлы синтаксик категориялары беҙҙең зиһендән сыҡманы. Шуға күрә уны башҡорт теле синтаксисының аҡһаҡалы тип хаҡлы рәүештә атарға мөмкин. Утыҙ йылдан ашыу фән докторы булып эшләп, Ғәли Ғәли улы башҡорт теле синтаксисын юғары фән кимәленә күтәрҙе, уны яңы асыштар, табыштар, үҙенсәлекле теоретик концепциялар менән байытты,” – тип яҙҙы профессор Р. Аҙнағолов Ғ.Ғ. Сәйетбатталов хаҡында. («Башҡортостан» гәзите, 17. 12. 2013.)
Профессор Ғ.Ғ. Сәйетбатталовтың ғилми тикшеренеүҙәренең тағы бер йүнәлеше – башҡорт теленең стилистикаһы. Ғалим 1978 йылда донъя күргән “Башҡорт теленең стилистикаһы менән пунктуацияһы” (1-се китап) исемле монографияһында стилдәрҙе классификациялай, пунктуация мәсьәләләрен тикшерә. 1985 йылда “Башҡорт теленең стилистикаһы” тигән 2-се китабы баҫыла. 1999 йылда Башҡортостан “Китап” нәшриәте арҙаҡлы ғалимдың күп томлы һайланма хеҙмәттәрен донъяға сығарыу эшен башлап ебәрә. 1999 – 2010 йылдарҙа “Башҡорт теле” тигән дөйөм баш аҫтында һайланма хеҙмәттәрҙең 6 томы нәшер ителә. Шуларҙың 3 – 6-сы томдары башҡорт теленең стилистикаһына арналған. Был баҫма шулай уҡ башҡорт тел белеменең ғәйәт ҙур ҡаҙанышы тип баһалана.
Профессор Ғ.Ғ. Сәйетбатталов күренекле әҙиптәребеҙҙең тел һәм стиль оҫталығын тикшереүгә лә етди иғтибар бүлде, айырым яҙыусыларҙың тел үҙенсәлеген анализланы. Хеҙмәттәрендә үҙ фекерҙәрен әҫәрҙәрҙән алынған күп миҫалдар менән дәлилләүе әҙиптәр ижадына һәм, ғөмүмән, әҙәбиәтебеҙгә оло ихтирам билдәһе тип ҡабул ителде.
Күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Ғ.Ғ. Сәйетбатталовҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре», «Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы», «Рәсәй Федерацияһы юғары профессиональ белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемдәр, “Хеҙмәт ветераны” миҙалы бирелде. Ул – Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты. 1991 йылда ғалим Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты итеп һайланды. Ғәли Ғәли улы ғаилә тормошонда ышаныслы ир һәм атай булды, Суфия Носратулла ҡыҙы менән ике ҡыҙ, бер ул тәрбиәләп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙы.
Республикала ғына түгел, ил кимәлендә киң танылыу яулаған абруйлы ғалим, тыуған еренең патриоты, халҡым, телем тип янып йәшәгән ил ағаһы Ғәли Ғәли улы Сәйетбатталовҡа быйыл 90 йәш тулған булыр ине. Арҙаҡлы педагог һәм тикшеренеүсе 2010 йылдың 31 июнендә 82-се йәшендә вафат булды. Ул үҙенең тыуған ерендә – Күгәрсен районының Сәйетҡол ауылы зыяратында ерләнгән.
Г.А. ИҪӘНҒОЛОВА,
БДУ доценты, филология фәндәре кандидаты;
Р.Я. ХӨСНӨТДИНОВА,
БДУ доценты, филология фәндәре кандидаты