9 – 11 ғинуарҙа Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназияһында үткән башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада – тел һәм рухиәт байрамы күңелдә матур тәҫьораттар ҡалдырҙы. Өс көн дауамында барған сәмле ижади ярышта 300-ҙән ашыу кеше – Башҡортостандың район, ҡалаларынан, күрше өлкәләрҙән – Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районынан, Ырымбур өлкәһенең Новосергиев, Төйлөгән, Александров райондарынан, Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынан килгән уҡыусылар ҡатнашты.
Улар башҡорт теле һәм әҙәбиәте, республикабыҙҙың тарихы, күренекле шәхестәре, мәҙәниәте хаҡында белемдәрен, диалог ҡороу оҫталығын күрһәтте, һүҙ сәнғәтенә ғашиҡ булыуын, туған телебеҙҙе яратып өйрәнеүен иҫбат итте.
Олимпиаданы ойоштороу һәм үткәреү барышы менән Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы етәкселек итте. Уҡыусыларҙың эштәрен Башҡорт дәүләт университетының, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының ғалимдары һәм методистары, республиканың алдынғы укытыусыларынан торған жюри баһаланы.
Олимпиада тураһында мәҡәләне «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының 2-се һанында уҡығыҙ.
Г.Ф. ШАҺИЕВА,
бүлек мөхәррире.