Бөтә яңылыҡтар

Картиналар – рухи байлығыбыҙ

Башҡортостан рәссамдары

10 ғинуарҙа Өфө ҡалаһы Калинин районының 111-се гимназияһында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы, Ш. Бабич исемендәге республика йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, билдәле рәссам Йәлил Сөләймәнов ҡатнашлығында “Картиналар – рухи байлығыбыҙ” темаһына оҫталыҡ дәресе булып үтте. Был сараға ҡала мәктәптәренең башҡорт теле уҡытыусылары йыйылды.
Башҡортостан рәссамдарының исемдәрен һәм ижадын популярлаштырыу, рәссамдар менән осрашыуҙы практикаға индереү аша һынлы сәнғәткә ҡыҙыҡһыныу уятыу, әҫәрҙәр ярҙамында тыуған яҡтың гүзәллеген күрә белергә өйрәтеү, йәштәр күңелендә ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләү, уҡыусыларҙың ижади фекерләүен үҫтереү сараның төп маҡсаттарын тәшкил итте.
«Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» проекты — Башҡортостан рәссамдары ижадын Рәсәйгә һәм сит илдәргә танытыу ниәтенән үткәрелгән бөтөн Рәсәй асыҡ интернет-конкурсы. Ул Башҡортостанда йәшәүсе һәм ижад итеүсе рәссамдарға халыҡ баһаһын биреү, эштәрен республиканан ситтә лә танытыу, башҡа төбәктәрҙә йәшәүселәр өсөн республиканың нәфис образын тыуҙырыу маҡсатынан сығып ойошторола.
2017 йылдың 1 июнендә башланып киткән был проекттың етәксеһе – тыуған яҡты өйрәнеүсе, Башҡортостанда тыуған яҡташтар тураһында китаптар серияһы авторы Наил Мәхмүтов.
«Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» проектында минең яҡташым, билдәле рәссам Йәлил Сөләймәнов та ҡатнаша. Уның фекеренсә, был проектта еңеү төп маҡсат түгел, ә халыҡ һөйөүен яулау мөһимерәк була.
Буласаҡ рәссамдың рухи үҫешенә тыуып үҫкән яғының тәбиғәте, татыу ғаилә мөхите ыңғай тәьҫир итә. Атаһы, билдәле башҡорт әҙәбиәт ғилеме белгесе, фольклорсы Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәнов, уның күңелендә башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадына, мифологияһына ҡарата ҡыҙыҡһыныу, оло ихтирам уята. Рәссам булыу маҡсатын тормошҡа ашырырға ынтылған егет З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһына уҡырға инә. Һуңынан Рәсәй сәнғәт академияһы аспирантураһын тамамлай. Ижади оҫтаханала стажировканы Рәсәй сәнғәт академияһы академигы Әхмәт Лотфуллин етәкселегендә үтә.
1995 йылдан алып ул Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында эшләй. 2002 йылдан Өфө сәнғәт училищеһында уҡыта.
Хозур тәбиғәтле Бөрйән ерендә тыуып үҫкәнгәлер, пейзажистың ижадында Башҡортостандың гүзәл тәбиғәте төп урынды биләй. Тәүге картиналары тау, урман темаһына арналған. Йәлил Сөләймәнов ижады башҡорт халҡының тарихи тамырҙарын һәм рухи нигеҙҙәрен асыҡлауға йүнәлтелгән. Авторҙың фәлсәфәүи уйланыуҙары жанрлы эпик эштәрендә асыҡ сағыла (“Кешеләр һәм тауҙар”, 1997; “Тотем”, 1999). Уларҙа рәссам символдар һәм дөйөмләштереүҙәр телен ҡуллана, башҡорт риүәйәттәре һәм мифтары темаһына картиналары (“Ҡурай тураһында легенда”, 1998; “Үгеҙ менән көрәш”, 2005) рәссамдың боронғо донъяны һиҙгер тойомлауын күрһәтә. “Оҫтаханала” картиналар циклы яҙмыш тураһында уйланыуҙарын һәм ижади эҙләнеүҙәрен сағылдыра. Йәлил Сөләймәновтың эштәре М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, “Урал”, Магнитогорск, Яр Саллы ҡала галереялары коллекцияларында, Рәсәй һәм сит илдәрҙә (Англия, Германия, АҠШ, Югославия) шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.
Рәссамдың картиналарында әхлаҡ-тәрбиә, тормош мәғәнәһе, яҡшылыҡ, яманлыҡ проблемаларын күтәрелә, башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, Тыуған ил, Башҡортостан тәбиғәте темалары сағылдырыла.
Йәлил Сөләймәнов тормошта үҙенең ябайлығы менән айырылып тора, кешеләр менән ихлас аралаша. Ул осрашыуға килгән уҡытыусыларҙың һорауҙарына ихлас яуап бирҙе, картиналарының эстәлеге, һынлы сәнғәт серҙәре менән таныштырҙы, үҙенең оҫтаханаһына саҡырҙы. Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар профессиональ рәссамдың картина яҙыу процесындағы этаптары менән танышты, һынлы сәнғәт хаҡында бай мәғлүмәт алды. Рәссам үҙ ижадына һоҡланыу ғына уятманы, уҡытыусыларҙы ла ижади эшләргә илһамландырҙы.
Уҡытыусыларҙың ижади эштәре төркөмдәрҙә ойошторолдо. Бер төркөм уҡытыусылар төҫлө буяуҙар менән ҡышҡы пейзажды һүрәтләне, икенсе төркөм төҫлө ҡағыҙҙар ярҙамында рәссамдың ижадына ауаздаш рәсем эшләне. Өсөнсө төркөм иһә оҫтаның картиналары исеменән төҙөлгән хикәйә, әкиәт, шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Оҫталыҡ дәресенең йомғаҡлау өлөшө Йәлил Сөләймәнов ижады һәм тормошо буйынса төҙөлгән “Кем миллионер булырға теләй?” уйыны менән тамамланды.

Н.Я. НАСИРОВА,

Өфө ҡалаһының 111-се гимназияһы уҡытыусыһы.


Читайте нас: