Бөтә яңылыҡтар

З. Биишева ижадына арналған кроссворд

С.С. БАЙБУЛАТОВА, Өфө ҡалаһының 16-сы гимназияһы уҡытыусыһы

Һорауҙар.

1. Башҡорт халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның драматик әҫәрҙәренең береһе.

2. 1958 йылда баҫылып сыҡҡан “Яҡтыға” трилогияһының беренсе китабы.

3. Яҙыусының тыуған ауылы.

4. Зәйнәб Биишеваның тыуған айы.

5. Әҙибәнең әсәһенең исеме.

6. “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәтендәге олатайҙың исеме.

7. Яҙыусының ижад юлы ... педагогия техникумында уҡыған йылдарҙа башлана.

8. Зәйнәб Биишева әҙәби ижад өлкәһендәге һәм йәмәғәт эштәрендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн өс тапҡыр ... ордены менән наградлана.

9. Үгәй әсәһенең исеме.

10. 1969 йылда баҫылып сыҡҡан романының исеме.

11. Әҙибәнең тәүге хикәйәһе – “ ... араһында”.

12. Зәйнәб Биишева Салауат ... премияһы лауреаты.

13. Ҡартатаһының исеме.

Яуаптар.

1. Зөлхизә.

2. Кәмһетелгәндәр.

3. Төйөмбәт.

4. Ғинуар.

5. Фәғилә.

6. Хасбулат.

7. Ырымбур.

8. “Почет Билдәһе”.

9. Һылыубикә.

10. “Емеш”.

11. “Гөрләүектәр араһында”.

12. Юлаев.

13. Төхвәтулла.



Читайте нас: