Бөтә яңылыҡтар

Зәйнәб Биишеваның “Оло Эйек буйында” романында тел-һүрәтләү сараларының идея-эстетик функцияһы

Әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлағанда уларҙың идея-тематик йөкмәткеһен, образдарын тикшереү менән бер рәттән, тел-һүрәтләү сараларының шул йөкмәткене асыуҙағы ролен күрһәтеү мөһим.

Әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлағанда уларҙың идея-тематик йөкмәткеһен, образдарын тикшереү менән бер рәттән, тел-һүрәтләү сараларының шул йөкмәткене асыуҙағы ролен күрһәтеү мөһим. “Һүрәтләү саралары тип телдең, бигерәк тә поэтик телмәрҙең, әҙәби әҫәр йөкмәткеһен образлы итеп асыусы конкрет алымдарын атайҙар”[1]. Әҙәбиәт ғилемендә образлылыҡ тыуҙырыусы троптарға сағыштырыу, эпитет, метафора кеүек сараларҙы индерәләр. Уларҙы белеү һәм өйрәнеү әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен тәрәнерәк аңларға ярҙам итә, телмәрҙе байыта.
Һүрәтләү сараларының әҙәби әҫәрҙәге ролен сағыштырыу миҫалында ҡарайыҡ.
З. Биишеваның “Оло Эйек буйында” романы сағыштырыуҙарға бик бай. Әҫәр “Июль айының ҡурмас кеүек ҡурылған ҡыҙыу көндәре” тигән сағыштырыулы һөйләм менән башлана. Көндөң үтә ҡыҙыу булыуын башҡаса аңлатыу талап та ителмәй, барыһы ла аңлашыла. Тыуған илгә, йәшәгән төбәккә оло мөхәббәт хисен, уның матурлығы, тәбиғи байлығы менән һоҡланыу һәм ғорурланыу тойғоһон образлы итеп биреүҙә лә сағыштырыуҙар төп ролде үтәй. Яҙыусы тыуған яҡ тәбиғәтен тасуирлағанда түбәндәге сағыштырыуҙарҙы бик урынлы һәм оҫта ҡуллана: Урал тәбиғәте ҡырыҫ ҡылыҡлы ҡатын кеүек; Оло Эйек буйының яңы һауған һөт шикелле йылы, йомшаҡ һауаһы; тау йылғаһы шикелле; тау юлы сыбар йылан шикелле; дебет шәл бәйләгәндәге кеүек; уҡ шикелле төҙ; ат юғалырҙай ҡуйы, һутлы үлән; ҡаулы шикелле үр һ.б.
Төп образдарҙың береһе булған Закирҙың тыуған яҡтарын һағынып иҫкә алыуын яҙыусы сағыштырыуҙар ярҙамында бирә: “Оло Эйек буйының яңы бешкән икмәк шикелле йомшаҡ, йылы, хуш еҫле йәйге кистәре тағы ла яҡыныраҡ, һөйкөмлөрәк күренә башланы...”. Закир образын асҡанда инде түбәндәге сағыштырыуҙар осрай: сығынсы ат һымаҡ; сүл ғәрәбе шикелле; Хаммат ағаһы шикелле; башҡалар шикелле; малай саҡтағыса; элгәре саҡтағы кеүек; ирҙәрсә ауыр; атаңдың нигеҙенә ҡот индереп... тигәндәй; тау йылғаһы шикелле; бала шикелле ышанып; һаламға тотонған кеше шикелле; тау бөркөтө кеүек ғорур; ҡасаҡ кеүек; айраның ҡымыҙ кеүек, үҙең ҡыҙ кеүек (еңгәһенә өндәшеүе); бала шикелле ҡосаҡлап; ишкәксеһен юғалтҡан кәмә шикелле (граждандар һуғышы осоронда ҡайһы яҡта һуғышырға белмәй икеләнеүҙәрен ошо бер сағыштырыу аша бирә); һаташҡан кеше шикелле; ут дүңгәләге эсендә ҡалған кеҫәртке шикелле; тауҙай ауыр ғәйеп; алыҫтан ярһып сабып килгән арғымаҡ шикелле; ауыр йөк тартып килеп туҡтаған эш аты һымаҡ; һинең кеүек егеттәр үтәмәҫтәй эш; әкиәттәге кеүек; ата бесәй кеүек; күҙен йәшерергә ашыҡҡандай һ.б.
Гөлйыһан образын асҡанда ошондай сағыштырыуҙар ҡулланыла: сәскә кеүек көйөнә берәй итек башындай егеттең һоратыуын көтөп ғүмер итеү; алма кеүек ҡыҙын шундай зимакка бирергә; сейә кеүек бешеп еткән; сихырланған кеүек; ҡалын ҡара ҡаштарының күбәләк шикелле тертләп осоп китеүе; фәрештә кеүек ҡыҙ һ.б.
Емеш образын асыуҙа түбәндәге сағыштырыуҙарҙың роле ҙур: Емеш ағаһының күҙ бәбәктәрендә ҡара ҡурғаш кеүек ауыр йәш тамсыһы күреп ҡалғандай булды; “минең шикелле атайым, әсәйемде һағыналыр; “Иштуған ағайым әйткән оло өмөттәр беҙҙең кеүектәр өсөн түгелдер...; Емеште үҙ балаһы кеүек яратып ҡараһын; ҡараһыу-зәңгәр күк диңгеҙендә йөҙөп киткән һымаҡ һ.б.
Хаммат образын асҡанда оҡшашлыҡ нигеҙендә тыуған сағыштырыуҙар киң ҡулланыла. Мәҫәлән: бүре ҡыуған һунарсы кеүек; яралы йөрәге диңгеҙ тулҡындары шикелле; йөҙө һәр саҡ айҙай балҡып торҙо; бала шикелле иркәләп һ.б.
Байрас образын асыуға булышлыҡ иткән сағыштырыуҙар түбәндәгеләр: өркөтөлгән турғай балаһы шикелле; командирҙың бойороғон үтәргә ашыҡҡан һалдат шикелле; атаһы шикелле...; ҡайғы ҡуржының тулмаҫтай булды; алдан һөйләшеп аңлашып ҡуйған һымаҡ; өлкәндәр шикелле һ.б.
Алешка образына ҡараған сағыштырыуҙар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Яҙыусы был образды тасуирлағанда ҡаҙыҡ кеүек төҙ, нәҙек ботло; ҡыҙҙар шикелле алһыу йөҙлө йәш егет; яҙғы күк кеүек тыныс зәңгәр күҙҙәре кеүек сағыштырыуҙар ҡуллана.
Сәғит образына ҡараған сағыштырыуҙар: кеҫәртке шикелле; шымсы шикелле; егеттең күңеле осар ҡоштай һ.б.
Кире образдарҙы асыуҙа ла сағыштырыуҙарҙың роле ҙур. Мәҫәлән, Әхмәтшаны ҡуҙға баҫҡан бесәйгә оҡшата. Аҡтар офицеры бәйҙәге эт менән сағыштырыла, уның күҙҙәре “ҡырағай” башҡорттоң ҡайын ҡуҙы шикелле тип әйтелә.
Кире образдарҙың ҡорбаны булған Шәмсиә аҡҡош менән сағыштырыла.
Яҙыусы үҙенең әҫәрендә Тимербай образын төрлө сағыштырыуҙар аша оҫта итеп аса: сабый бала кеүек бер ҡатлы; ҡоростай саф күңел; сәсән әсәһе Ҡарасәс инәй шикелле; һуғышырға йыйынған әтәс шикелле; һаташыулы төш кеүек; дауыл шикелле һ.б. Емештең ағаһы Иштуған Тимербай каторгага ебәрелгәс үҙен ҡанаты һынған ҡарсыға кеүек хис итә.
Ире ҡулға алынған Бибештең уй-кисерештәре лә сағыштырыуҙар аша бирелә. Мәҫәлән: Һөйөндөгөн дә күрмәгән һымаҡ, күләгә шикелле.
Ауыл ҡарттарын яҙыусы йәшел ҡарышлауыҡтар менән сағыштыра. Ҡыҙыл Армия “сапсын ат кеүек”, “ҡырмыҫҡа кеүек; “яҙғы ташҡын шикелле”; “дауыл осорғандай” кеүек оҡшатыуҙар аша тасуирлана.
Шулай итеп, “образлылыҡтың иң ябай, шуның менән бергә иң универсаль алымы”[2] булған сағыштырыуҙар Зәйнәб Биишеваның “Оло Эйек буйында” әҫәрендә иң йыш ҡулланылған һүрәтләү сараларынан һанала. Улар романдың телмәрен матурлай, фекерҙе мәғәнәле яһай, образдарҙы тулы асыуға булышлыҡ итә.

З.Ә. ХӘСӘНОВА,

Туймазы ҡалаһының 7-се мәктәбе уҡытыусыһы

[1] Әхмәтйәнов К. Әҙәбиәт теорияһы. Өфө, 1971, 128-се бит.

[2] Әхмәтйәнов К. Һүрәтләү саралары һәм уларҙы өйрәнеү юлдары. “Башҡортостан уҡытыусыһы”, 1967, №7, 39-сы бит.

Читайте нас: