Һүҙҙәрҙең килеш менән үҙгәреше мәсьәләһе, ошо грамматик системала теге йәки был формаһының статусы (йәиһә килеш булып һаналыу-һаналмауы) төрлө телдәрҙә төрлөсә хәл ителә. Ошо йәһәттән хәҙерге инглиз телендә килештәр һаны – ике (зат алмаштары иһә өс килеш менән үҙгәрә), рус телендә, мәктәп дәреслектәре раҫлауынса, алты килеш бар, поляк йә украин уҡыусылары үҙҙәренең телдәрендә ете килеш барлығын белә. Ҡайһы бер телдәрҙә исемдәр килеш менән бөтөнләй үҙгәрмәй (мәҫәлән, француз, испан, йә булмаһа йәһүд телдәре; унда килеш семантикаһы бәйләүестәр аша бирелеп, исемдәр улар менән грамматика күҙлегенән ярашмай). Башҡа төркөм телдәрҙә, киреһенсә, килештәр һаны артҡандан-арта бара: миҫал өсөн, коряк телселәре 11 килеш булыуын иҫбатлай1, фин телендә килештәр һаны – 12, ҡәрҙәш вепс телендә – 23 – 24, ә Төньяҡ Кавказдағы табасаран телендә ҡырҡтан ашыу килеш бар! Башҡорт теленә килгәндә, килеш категорияһына ҡағылышлы ҡайһы бер мәсьәләләр әлегәсә тулыһынса асыҡланмай ҡалған. Тап ошо мәсьәләләрҙе асыҡлау, улар хаҡында үҙ фекеремде киңерәк ҡорға еткереү, фекерләшеүҙе ойоштороу ниәттәрендә ошо мәҡәләне яҙырға булдым. Нисек кенә “ҡоро” яңғырамаһын, был тема фәҡәт теоретик грамматика өлкәһенә өгенә ҡағылмай: телдең төрлө кимәлдәренә уҡытҡан саҡта ла, төрлө мәтендәрҙең2 стилен тикшергәндә лә, хатта ошо мәҡәләлә хаталарҙы төҙәтеү өсөн дә башҡорт теленә хас килеш формаларын, уларҙың ҡулланылыу даирәләрен белеү зарурҙыр.
Исеменән күренеүенсә, был мәҡәләлә һүҙ килеш системаһы хаҡында ғына түгел, төрлө һүҙ төркөмдәре тураһында ла барыр. Билдәле булыуынса, килеш менән фәҡәт исемдәр генә түгел, башҡа һүҙ төркөмдәренән килгән һүҙҙәр ҙә үҙгәрергә мөмкин. Һәр бер телдең үҙенә генә хас һүҙ төркөмдәре бүленеше бар, улар бөтә телдәрҙә лә бер иш түгел. Миҫал өсөн, ғәрәп һәм йәһүд телселәре, шулай уҡ алтай тел ғилеме өлкәһендә эшләгән күп тикшеренеүселәр3 ҡулланған һүҙ төркөмдәре системаһы тик өс элементтан ғибәрәт: исем, ҡылым һәм киҫәксә. Күренеүенсә, исемтигән һүҙ төркөмө сифатты ла, һанды ла, ҡылым парадигмаһындағы ҡайһы бер формаларҙы ла үҙ эсенә ала. Башҡорт телендә лә ошо һүҙ төркөмдәренә хас бик күп уртаҡ һыҙаттар бар. Мәҫәлән, ошо һүҙ төркөмдәренән килгән һүҙҙәргә билдәлелек күрһәткесе (изафет; уның семантик функцияларының береһе – берлек йә күплек һанында 3-сө эйәлек затын күрһәтеү4) ҡушылырға мөмкин: башҡорт теле, уҡытыусыларҙың иң шәбе, уҡыусыларҙың дүртәүе. Ҡылым формаларының ҡайһы берҙәре лә ошо уҡ ялғауҙы ҡабул итергә мөмкин икәнешик тыуҙырмай: шунһыҙ булыуы мөмкин дә түгелдер.
Грамматика өйрәткәнсә, һәр бер һүҙ төркөмөнөң үҙенә генә хас мәғәнәүи йөкмәткеһе (семантика) һәм морфологик билдәләре бар. Шулай ҙа рус телендә ҡайһы бер һүҙҙәрҙе, контексты белмәйенсә, теге йәки был һүҙ төркөмөнә индереп булмай. Төрлө аудиторияларҙа ойошторған эксперименттар һөҙөмтәһендә шуны асыҡланым: рус телендәге больной“ауырыу (кеше)” һүҙен уҡыусыларҙың (йә тыңлаусыларҙың) күбеһе ғәҙәттә ир-егет затындағы5 сифат итеп ҡарай6, ә “Больной запретили вставать” –“Ауырыу ҡатынға тороп баҫыу тыйылды” тигән һөйләм миҫал итеп килтерелгәндән һуң, һүҙ төркөмөн контекстан башҡа билдәләп булмай икәнен асыҡлай.
Рус телендә бындай күренеш һирәгерәк булһа ла, ҡайһы бер телдәрҙә, шул иҫәптән башҡорт һәм инглиз телендә лә, бер уҡ лексеманың бер нисә һүҙ төркөмөнә ҡарауы – үтә киң таралған күренеш. Шуны иҫбат итер өсөн бер нисә миҫалды ҡарап үтәйек.
Беренсенән, башҡорттигән һүҙҙе алһаҡ, уның исем мәғәнәһе лә, сифат мәғәнәһе лә бар икәне тиҙ асыҡлана: үҙем башҡортмон тигәндә исем мәғәнәһендә ҡулланыла, ә инде башҡорт егете (йә ҡыҙы, йә булмаһа теле) тигәндә шул уҡ лексема сифат мәғәнәһендә йөрөй. Уйлап ҡараһаң, башҡорт телендә бындай һүҙҙәр бик күп: алдағы миҫалда ҡулланылған егет, ҡыҙ һәм тел һүҙҙәренең дә шул уҡ һыҙаты бар. Башҡорт теленең төрлө һүҙлектәрендә лә, шул иҫәптән профессор М.Ғ. Усманованың кеҫә һүҙлегендә7 лә, башҡорт теленең ошо үҙенсәлеге сағылыш таба.
Икенсенән, күп осраҡта сифат менән рәүеште бер-береһенән айырыуы ла ҡыйын: матур ҡыҙ матур яҙа тиһәк, шул уҡ һүҙ исемдең алдында булғанда – сифат, икенсе осраҡта иһә рәүеш булып йөрөй. Тимәк, уның мәғәнәһен дә контекст билдәләй, шуға ла был һүҙҙең ҡайһы һүҙ төркөмөнә ҡарауын контекстан тыш билдәләп булмай. Ошондай сифат мәғәнәһенә лә, рәүеш мәғәнәһенә лә эйә һүҙҙәр башҡорт телендә бихисап. Һүҙлектәрҙә лә, юғарыла әйтелгәнсә, бындай “ике мәғәнәлелек” сағылдырыла. Ә дидактик ҡулланмаларҙа иһә ошо үҙенсәлек иғтибарға алынмай кеүек: бер үк һүҙҙе исем итеп тә, сифат итеп тә ҡарау һәм анализлау киң таралған, хатта ки тәбиғи күренеш булып киткән. Минеңсә, бында рус теленең дә тәьҫире бар: башҡорт йә башҡа төрки телдәренән айырмалы рәүештә, рус телендә һүҙ, ғәҙәттә, тик бер һүҙ төркөмөнә генә инә. Ошо йәһәттән, рус телендә һөйләшеүсе һәм фекерләүсе уҡыусылар башҡорт телендә бер үк һүҙ исем дә, сифат та була алыуын (ә ҡайһы бер формалар өс мәғәнәлә – исем, сифат, рәүеш мәғәнәһендә йөрөүен) аңлай алмай, шуны дәрес барышында ла, хатта дәрестән тыш эшмәкәрлектә лә махсус рәүештә аңлатырға, төшөндөрөргә кәрәк. Был мәсьәләне түбәндәгесә – ике грамматик мәғәнәле һүҙҙәрҙе бер лексема итеп, ә өс грамматик мәғәнәле формаларҙы ике лексема итеп ҡарарға тәҡдим итәм. Ошондай ҡарашты ҡабул итһәк, башҡорт теленең һүҙҙәре (ғәрәп грамматикаһынан алынған истилах8 менән ҡулланһаҡ, исемдәре)9түбәндәге “мәғәнәүи төрҙәргә” бүленә:
1. Исем һәм сифат мәғәнәләренә эйә булған һүҙҙәр (башҡорт, еләк, ваҡыт).
2. Сифат һәм рәүеш мәғәнәләренә эйә булған һүҙҙәр (яҡшы, яҡын, матур).
3. Саф сифат мәғәнәһенә эйә булған һүҙҙәр (ҙур, ижтимағи).
4. Һандар.
5. Алмаштар.
Шуныһы характерлы: рус теленең йоғонтоһонда хәҙерге башҡорт телендә уртаҡлыҡ исемдәр генә түгел, айырым осраҡтарҙа яңғыҙлыҡ исемдәр ҙә сифат мәғәнәһенә эйә булыуы мөмкин. Кейекбаев шәрифе, ғәҙәттә, исем булып һанала, ә Кейекбаев уҡыуҙары һүҙбәйләнешендә ошо уҡ һүҙҙең мәғәнәһе сифатҡа яҡынлаша. Бынан тыш, ҡайһы бер һүҙҙәр, юғарыла әйтелгәнсә, өс мәғәнәгә лә (исем, сифат, рәүеш) эйә булырға мөмкин. Миҫал өсөн, йылы һүҙенең ҡулланылыу даирәһен ҡарап үтәйек. Ул һүҙ исем мәғәнәһендә лә (ҡояш йылыһы), сифат мәғәнәһендә лә (йылы кейем), рәүеш мәғәнәһендә лә (йылы ҡаршы алдылар) йөрөй ала. Тимәк, рус теле күҙлегенән ҡарағанда, беҙ үрҙәге өс хәлдә өс төрлө лексема менән эш итәбеҙ. Ә инде юғарыла килтерелгән классификацияға таянһаҡ, ошо уҡ өс мәғәнәгә ике генә һүҙ эйә булып сыға: береһе исем-сифат ҡуш мәғәнәлә йөрөһә, икенсеһе сифат-рәүешҡуш мәғәнәле һүҙ була. Әйтергә кәрәк, мәғәнәһенән тыш, был семантик төркөмдәргә ингән һүҙҙәрҙең уртаҡ морфологик билдәләре лә бар: мәҫәлән, сағыштырыу дәрәжәһекатегорияһы сифатҡа ла, рәүешкә лә (йәғни, был мәҡәләләге классификацияға таянһаҡ, рәүеш-сифат ҡуш мәғәнәле һүҙҙәргә) хас булып, башҡа мәғәнәүи төркөмгә ингән һүҙҙәрҙә сағылыш тапмай.
Бүлекте йомғаҡлап, шуны әйтке килә: юғарыла килтерелгән классификация, бығаса тел ғилемендә нығытылған ғәҙәткә тап килмәүенә ҡарамаҫтан, башҡорт теленең үҙенсәлекле яҡтарын тулыһынса сағылдыра. Бынан тыш, уҡытыу методикаһы күҙлегенән ҡарағанда ла, уны ҡулланыу яҡшы: уҡыусыға өс һүҙ урынына ике (ҡуш мәғәнәле) һүҙ менән эш итеү еңелерәк. Икенсе яҡтан ҡарағанда, ошо классификацияны ҡулланыу уҡыусыны үҙенсә, үҙенең телендә, икенсе тел ҡалыбына таянмайынса, уйларға өйрәтә. Әкрәм Бейеш үҙенең “Тел хикмәттәре” китабында әйтеүенсә, иң мөһиме – үҙебеҙсә уйлап өйрәнеү. Тимәк, авторҙың ошондай ҡарашы башҡорт теленең эске ҡағиҙәләренә, башҡорт халҡына хас фекерләү ҡалыбына һис тә ҡаршы килмәй.
Исем менән сифат, сифат менән рәүеш араһындағы сиктәрҙең аныҡ булмауы алдағы бүлектә иҫбат ителде. Килеш парадигмаһы темаһын күтәргәнсе тап ошо мәсьәләне хәл итеү мөһим ине. Алдағы бүлексәлә шул асыҡланды: айырым лексемалар ҙа, айырым килеш формалары ла бер нисә мәғәнәүи төргә ҡарарға (икенсе төрлө әйткәндә, мәғәнәүи яҡтан сифат йә рәүешкә яҡын булырға) мөмкин.
Шуныһы ла иғтибарға лайыҡлы: академик грамматикалағы килеш һаны “ғәҙәти” (мәктәп программаһына ярашлы уҡытылған) теориянан бер аҙ айырылырға мөмкин. Әйтәйек, на балу “балда (бейеү кисәһендә)” тигән форма рус теленең академик грамматикаһында урын килеш10 формаһы итеп ҡарала, ә инде мәктәп грамматикаһында бәйләүесле килештең11 үҙенсәлекле формаһы итеп өйрәнелә (ғәҙәти формаһы башҡа бер һөйләмдә ҡулланыла ала, мәҫәлән: Они рассказали мне о бале. “Улар миңә бал тураһында һөйләне”). Йәнә бер миҫал: “Хотите чаю?” һөйләмендә (Бер аҙ сәй эскегеҙ киләме?), рус теленең академик грамматикаһына ярашлы, партитив(йәғни өлөш килеше)12 формаһы ҡулланыла, ә мәктәп курсында уны айырым ҡарамайынса, эйәлек йә төшөм килештең формаһы итеп ҡарайҙар. Француз телендә партитив мәғәнәһе de бәйләүесенең ҡулланылышы аша сағылдырыла (мәҫәлән, Voulez-vous du thе?),13 ә фин телендә партитивтың үҙенә генә хас ялғауы бар, ул айырым килеш булып һанала. Тимәк, башҡорт исеменең үҙгәреү парадигмаһында ла, уға бер яңылыҡ та индермәй тороп, “ғәҙәти” алты килештән тыш тағы ла бер нисә килеш формаһын табырға мөмкин.
Шуларҙың өсәүе тураһында билдәле башҡорт төркиәтсеһе Ж.Ғ. Кейекбаев ентекләп яҙған, улар бер ни тиклем мәктәп программаһында ла өйрәнелә. Һүҙ, әлбиттә, ялғауһыҙ, билдәһеҙ килештәр тураһында бара. Мәҫәлән: Мин китап уҡыным. Ҡартатаһы баҙар китте. Ҡала урамдары киң һәм матур. Ошо өс миҫалда китап, баҙар, ҡалатигән һүҙҙәр ялғауһыҙ формала ҡулланыла, ләкин уларҙың береһе лә төп килештә тормай. Шуны иҫбат итер өсөн, һөйләм эсендәге формаларға ялғау ҡушып ҡарайыҡ: Мин китапты уҡыным. Ҡартатаһы баҙарға китте. Ҡаланың урамдары киң һәм матур. Тимәк, ошо өс һөйләмдә беҙ билдәһеҙ төшөм, төбәү һәм эйәлеккилеш формаларына тап булдыҡ.
Башҡа килеш формаларына килгәндә, ҡайһы бер ғилми мәҡәләләрҙә һәм диссертацияларҙа -ғаса/-гәсә ялғаулы форма сик килеше (латин ғилми терминологияһы менән ҡулланһаҡ, терминатив) итеп таныла. Был форманың төҙөлөшө асыҡ күренә: -ға һәм -са ялғауҙарының ҡушылыуы һөҙөмтәһендә, -ғасаформанты барлыҡҡа килә. Ошо ике ялғауҙың һуңғыһы, ысынлап та, рәүештәр яһау өсөн ҡулланыла; шулай ҙа, ошондай “рәүеш” төбәү килеш формаһы менән тығыҙ бәйләнештә тора – быныһы шик тыуҙырмай. Бынан тыш, сик килеше урын-хәрәкәт мөнәсәбәтен сағылдырған башҡа формалар менән дә тығыҙ бәйләнештә тора: сығанаҡ килеш, исеменән күренеүенсә, хәрәкәттең сығанаҡ пунктын күрһәтһә, төбәү килеш уның йүнәлешен тасуирлай, ә сик килеше иһә уның тамамланған (йә тамамланырға тейеш булған) урынын билдәләү өсөн ҡулланыла. Фин-уғыр телдәренең күпселегендә шулай уҡ ошондай килеш формаһы бар, статусы ла бар, һис шикһеҙ.
Алдағы абзацтың һуңғы һүҙенә иғтибар итһәк, ул да исем формаһынан (шикһүҙенән) -һеҙ ялғауы ярҙамында яһалған. Ошо форма, алда телгә алынған йылыһүҙе кеүек үк, өс мәғәнәлә (исем, сифат, рәүеш) йөрөй ала. Ысынлап та, рус телендәге без остановки, безостановочный, безостановочно тигән һүҙҙәр урынына башҡорт телендә бер генә форма ҡулланыла: туҡтауһыҙ.14Ҡайһы бер башҡорт тел белгестәре ошо форманың килеш статусын танымай, сөнки ул үҙе лә килеш ялғауҙарын ҡабул итә ала. 1981 йылда сыҡҡан рәсми грамматикала яҙылып, был дәлил хәҙерге тел белгестәре араһында ла киң танылыу таба. Ошоға яуап бирер өсөн мин үрҙә тасуирланған классификацияға таянам: өс мәғәнәле һүҙҙәрҙе ике лексема итеп ҡарау принцибы бында ла сағылыш таба. Миҫал өсөн, мәғәнәһеҙтигән форманы, беренсенән, исем-сифат ҡуш мәғәнәле һүҙ итеп, икенсенән иһә сифат-рәүеш ҡуш мәғәнәле һүҙ итеп ҡарарға мөмкин. Шулай итеп, бер яҡтан исемдең килеш формаһы менән (юҡлыҡ килеше йә иһә абессив) эш итһәк (рус. без смысла), икенсе яҡтан рәүеш-сифат ҡуш мәғәнәле һүҙҙең (рус. бессмысленный // бессмысленно) булыуын да инҡар итмәйбеҙ. Тап ошо рәүеш-сифаттың антонимы булып мәғәнәле лексемаһы15тора. Бынан тыш, саф сифаттар һәм рәүеш-сифат ҡуш мәғәнәле һүҙҙәр килеш һәм эйәлек ялғауҙарын иркен ҡабул итә ала (мәҫ. Кескенәбеҙгә рәхмәт әйттеләр). Бер ни тиклем шартлы булып тойолһа ла, мәсьәләне ошолай итеп хәл итергә була, был башҡорт теленең логикаһына бер ҙә ҡаршы килмәй.
Ошо уҡ принципҡа таянып, -дай/-дәй ялғаулы форманы ла айырым килеш (эссив, башҡортса оҡшатыу килеше) рәүешендә ҡабул итергә була. Ошо ҡараш 1981 йылғы грамматикала ҡабул ителмәһә лә, хәҙерге башҡорт тел ғилемендә йәшәй, тик әлегесә уның логик нигеҙе тулыһынса тасуирланмаған. Абессив формаһы кеүек үк, эссив формаһы (мәҫ. ҡояштай, уттай) өс мәғәнәлә ҡулланыла ала, рус теленең өс формаһына (как солнце, солнцеподобный, солнцеподобно) башҡорт телендә бер һүҙ тап килә: ҡояштай. Алда әйтелгәнсә, исемдең оҡшатыу килеше менән бер рәттән, рәүеш-сифат ҡуш мәғәнәле һүҙҙең (солнцеподобн-ый, -о) барлығын инҡар итмәҫкә тейешбеҙ.
Юғарыла тасуирланған формаларҙың барыһы ла (терминатив, эссив, абессив) башҡорт телендә йыш осрай. Шуның өсөн дә, ул формаларҙың барыһы ла киң ҡулланылышта йөрөй. Тимәк, был формаларҙың килеш статусын танып, уларҙы дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү – башҡорт лингвометодистарының төп бурыстарының береһе. Абессив, эссив һәм терминативты башҡорт телен икенсе тел итеп өйрәнеүселәрҙең дә “әүҙем лөғәтенә”16 индереү урынлы булыр: урамға сыҡҡан һайын, тәнәфесһеҙ, ял көнһөҙ кеүек формаларҙы күрһәләр ҙә, грамматикаларында был формаларҙың мәғәнәләре һәм ҡулланылыу даирәләре ентекле итеп аңлатылмай.
Алда үткәрелгән тикшеренеү һөҙөмтәһендә, башҡорт телендә түбәндәге килеш формалары барлығы асыҡланды:
1. Төп килеш: ҡала, егет.
2. Билдәһеҙ эйәлек килеш: ҡала (егете), ҡыҙ (күлдәге).
3. Билдәһеҙ төбәү килеш: баҙар (китте).
4. Билдәһеҙ төшөм килеш: ат (ектем), ҡала (күрҙем).
5. Билдәле эйәлек килеш: егеттең, ҡаланың.
6. Билдәле төбәү килеш: егеткә, ҡалаға.
7. Билдәле төшөм килеш: егетте, ҡаланы.
8. Сығанаҡ килеш: егеттән, ҡаланан.
9. Сик килеше: егеткәсә, ҡалағаса.
10. Урын-ваҡыт килеш: егеттә, ҡалала.
11. Оҡшатыу килеше: егеттәй, ҡалалай.
12. Юҡлыҡ килеше: егетһеҙ, ҡалаһыҙ.
Быларҙан тыш, башҡорт телендә регуляр рәүештә исемдең килеш формаларынан барлыҡҡа килгән ике сифат формаһы бар: урын сифаты (ҡалалағы) һәм эйәлек сифаты (егеттеке). Тәүгеһе урын-ваҡыт килеш формаһынан килһә, икенсеһенең нигеҙендә эйәлек килеш формаһы тора. Морфологиянан да, семантиканан да ошо төр сифаттарҙың исем менән тығыҙ бәйләнеше күренә.
Тәүге дүрт килештең уртаҡ яғы шунда: уларҙың ниндәй булһа ла грамматик күрһәткестәре юҡ. Шуға ла автор уларҙы исемдең төп формаһы йә һүҙлек формаһыитеп өйрәнеү яҡлы. Төп форма ниндәй килеш мәғәнәһендә ҡулланылғанын асыҡлар өсөн, һөйләмдәге исемде зат алмашы менән алмаштырыу етә: профессор Ж.Ғ. Кейекбаев раҫлауынса, улар билдәһеҙ формаларҙа ҡулланыла алмай.
Тимәк, исем морфологияһы курсында уҡыусыға 9 форманы өйрәнеү етә (үрҙәге исемлектең 1, 5 – 12 пункттары). Мин уларҙы мәғәнә яғынан да, грамматик күрһәткес үҙенсәлектәренә ҡарап та бүлергә тырыштым. Ысынлап та, 5 – 7 пункттағы формаларҙың (билдәле эйәлек, билдәле төшөм, сығанаҡ килештәрҙең) уртаҡ яғы шул: уларҙа Н, Д, Т, Ҙ комбинатор (яраштырма) үҙгәреше урын ала (ҡаланың, яландың, егеттең, өтөрҙөң). Билдәле төбәү һәм сик килештәренә килгәндә, унда К/Г, Ҡ/Ғ алмашыныуҙары бар. Ә инде урын-ваҡыт һәм оҡшатыу килештәрендә Л, Д, Т, Ҙ яраштырма үҙгәреше урын ала. Ошо яраштырма үҙгәрештәрҙең булыуы һәр бер уҡытыусыға көндәй асыҡ: күплек һанына өйрәткән саҡта ла ул үҙгәреште төшөндөрөү, аңлатыу, ятлатыу зарур. Минең “Башҡорт телен өйрәнәм” проектында тәҡдим ителгән һәм ҡулланған методика, күренеүенсә, аңлайышлы булды. Шуға иғтибар итегеҙ: проектты төшөргәндә, мәктәптәге дәрестәрҙән айырмалы рәүештә, ваҡыт үтә сикле ине, шуға ла бар нескәлектәр аңлатылманы.
Минең PhD диссертациям синтаксис менән дә бәйле булғас, мәҡәләлә был теманы телгә алмау мөмкин түгел. Башҡорт тел ғилемендә ҡабул ителгәнсә, ябай һәм ҡушма һөйләмдәрҙә төрлө килеш формаларының ҡулланылышын тикшереп үтәйек.
Дөйөм алғанда, ябай һөйләмдәге һүҙҙәр түбәндәге синтаксик функцияларҙы үтәй ала:
эйә;
хәбәр;
аныҡлаусы;
тура тултырыусы;
ситләтелгән тултырыусы;
хәл (мәғәнәһенә ҡарағанда, бер нисә төргә бүленә).
Эйә тураһында һүҙ алып барһаҡ, барыһы ла аңлашылған кеүек: төп килештә булмаған исем һөйләмдең эйәһе була алмай. Ә инде хәбәргә килгәндә, ул функцияны ябай һөйләмдә башҡа килеш формалары ла үтәй ала. Шуны иҫбат итер өсөн, ошо ябай һөйләмдәрҙе сағыштырып ҡарайыҡ:
Әлбиттә, ошондай хәбәрҙәр (беренсеһенән башҡа) иң ябай төҙөлөшлө, ҡылымһыҙ һөйләмдәрҙә генә була. Ҡылымды өҫтәгән хәлдә иһә улар аныҡлаусы йә хәлгә әйләнә.
Аныҡлаусы, ғәҙәттә, билдәле эйәлек килеш аша бирелә. Билдәһеҙ эйәлек килеш шулай уҡ ошо функцияны үтәй ала, ләкин мин изафетлы һүҙбәйләнештәрҙе, элементтары араһындағы бәйләнеш бик тығыҙ булғанлыҡтан, һөйләмдең бер киҫәге итеп ҡарауҙы хуп күрәм: Башҡортостан Республикаһы – башҡорт халҡының Ватаны. Бынан тыш, айырым контекстарҙа сик килеш формаһы ла аныҡлаусы синтаксик ролендә булғылай: Ҡалағаса юлһис күренмәне. Юҡлыҡ һәм оҡшатыу килештәренең дә аныҡлаусы булыуы мөмкин: Ҡоралһыҙ яугирһуңғы һулышҡаса ыласындай көрәшкән. Уттай ҡыҙ был хәлдә лә юғалып ҡлманы.
Тура тултырыусыны, билдәле булыуынса, тик төшөм килеше (билдәле йә билдәһеҙ) сағылдыра. Поляк (йә рус) телендә иһә унан тыш эйәлек килеш формаһы ла тура тултырыусы була ала, бының өсөн һөйләмдең хәбәре ҡылымдың юҡлыҡ формаһынан килергә тейеш: Robert nie pije herbaty(башҡортсаһы: Роберт сәй эсмәй).
Хәлдәрҙең төрлө төрҙәре төбәү (билдәле йә билдәһеҙ), сығанаҡ, сик, урын-ваҡыт, оҡшатыу, юҡлыҡ килештәренән килеүе ихтимал. Шуны иҫтә тотоу хәйерле: хәлдәр эйә менән түгел, хәбәр менән тығыҙ бәйләнгән.
Диссертациямдың тикшеренеү темаһынан сығып, шуны әйтергә теләйем: башҡорт телендә исем-сифаттар ғына түгел, ҡылым парадигмаһына ингән күп форма (уларҙы ҡылым төркөмсәләре тип тә беләбеҙ) килеш менән үҙгәрә ала. Ошо йәһәттән, алда исемдең килеш формаларының синтаксик функциялары хаҡында әйтелгәне ҡылымдың ҡайһы бер төркөмсәләренә лә ҡағыла.
Әлбиттә, был мөһим өлкәлә артабанғы тикшеренеүҙәр талап ителә. Башҡорт теленең эске логикаһынан сығып был темаға минең үҙ ҡарашым барлыҡҡа килде, ул уҡытыу методикаһының үҙенсәлектәрен дә иҫәпкә ала. Уның ни тиклем дөрөҫ йә яңылыш булыуын тап артабанғы тикшеренеү, өҫтәмә эҙләнеү, шулай уҡ башҡорт теле уҡытыусыларының хеҙмәте күрһәтер.
В.В. ЧЕРНЕВ,
Польша Республикаһы Варшава университетының шәрҡиәт
факультеты PhD-докторанты