Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт эпостарына нигеҙләнгән видеоуйын – «Зәрҡүм»

Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында эшләгән виртуаль донъяны проектлау һәм дизайн лабораторияһы ғалимдары беренсе башҡорт видеоуйынын тыуҙырыу өҫтөндә эш башланы.
Хәҙерге заманда видеоуйындар тормошобоҙҙоң һәр өлкәһенә тиерлек үтеп инде, улар кешеләрҙең белеменә, мәҙәниәтенә, донъяға ҡарашының формалашыуына ҙур йоғонто яһай. Үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә лә уйындарҙың роле ҙур. Видеоуйындар ярҙамында балаларҙа логик фекерләү һәләте үҫешә, ҡуйылған маҡсаттарға ирешеүгә ынтылыш, тырышлыҡ, түҙемлек кеүек ыңғай сифаттар формалаша. Ғалимдар уйындарҙың кире яҡтарын да урап үтмәй. Сит илдәр тәҡдим иткән видеоуйындарҙа ят мөхит, артыҡ агрессия, ҡанһыҙлыҡ булыуын билдәләй. Был шарттарҙа видеоуйындарҙы үҙебеҙҙең мәҙәниәт һәм традициялар ярҙамында эшләү иң яҡшы сараларҙың береһе булып тора.
“Зәрҡум” видеоуйынын төҙөүселәр был мәғлүмәттәрҙе күҙ уңында тотоп, уйынды Minecraft стилендә яһай, бында мәғәнәһеҙ ҡан ҡойош юҡ, ысынбарлыҡтан да ситләшә кеүек. Уйынсыларға был стиль бала саҡтан Lego конструкторы аша таныш.
Уйындың барлыҡ локациялары ла башҡорт халҡының эпостары һәм легендаларында һүрәтләнгән урындарға бәйле. Шулай итеп, уйынсы Ҡатил, Самрау батша илдәренә сәйәхәт итә, Шүлгәнташ мәмерйәһен дә күрә ала.
Был тылсымлы, мажараларға бай виртуаль донъяла йәш батыр образындағы уйынсы, яуыз көстәргә ҡаршы көрәшеп, илдә йәшәгән бар халыҡтарға ла тыныслыҡ килтерәсәк. Ваҡиғалар Урал батыр үҙенең улдары һәм ейәндәре Нөгөш, Яйыҡ, Иҙел, Һаҡмар менән берлектә яуыз дейеүҙәрҙе еңгән осорҙан һуң күп быуаттар үткәс башлана. Яуыз Зәрҡум Нөгөш батыр менән көрәштән иҫән ҡотола һәм, кешеләрҙән йәшенеп, яңынан көс туплай ҙа үҙ халҡына үс итә башлай.
Башҡорт халҡының тормош-көнкүрешенә, мәҙәниәтенә кешеләрҙең иғтибарын мөмкин тиклем арттырыу маҡсатында уйындың исеме «Зәрҡүм» тип алынды. “Кем ул Зәрҡум?” – тигән һорауға яуап бирер өсөн башҡорт халҡының “Урал батыр” эпосы менән танышыу мотлаҡ.
Видеоуйындың сюжеты “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Иҙеүкәй менән Мораҙым” кеүек данлыҡлы башҡорт эпостарына, легенда һәм риүәйәттәренә, әкиәттәренә нигеҙләнә.
“Зәрҡум” видеоуйынының башҡорт телендә булыуы, музыка ҡоралдарын, халыҡ йырҙарын ҡулланыу халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыуға һәм уны донъя кимәлендә актив пропагандалауға булышлыҡ итәсәк. Япон, Ҡытай, Корея халыҡтары был өлкәлә күптән уңышлы эшләй, беҙҙең проект та уларҙыҡынан ҡалышмаясаҡ.


Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы студенттары.



Читайте нас: