Үткән аҙна Бөрйән районының Байназар мәктәбе һәм уның Мәһәҙей, Яуымбай, Мораҙым филиалдары уҡытыусылары өсөн үтә ҡыҙыу булды. Районыбыҙҙың данлыҡлы мәктәптәренең береһе – Байназар мәктәбендә (директоры – Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев) “Йыл уҡытыусыһы – 2019” конкурсы үтте.
Уҡытыусыларға дәрт өҫтәүсе, һөнәри үҫешкә этәреүсе, уҡытыусылыҡ эшенең сифатын бермә-бер арттырыусы, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн файҙалы, педагогик эшмәкәрлеккә һығымта яһарға мөмкинлек биреүсе мәртәбәле бәйгелә ҡатнашырға теләүселәр портфолиоларын жюри ҡарамағына тапшырҙы. Тәүге көндә конкурсанттар инновацион педагогик проекттарын тәҡдим итте. Артабан Байназар мәктәбендә асыҡ дәрестәр күрһәтте һәм уны анализланы. Беренсе турға йомғаҡ яһағандан һуң, дүрт ҡатнашыусы – Байназар мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы сәсән телле Гүзәл Ринат ҡыҙы Ҡыуандыҡова, Яуымбайҙан йор һүҙле рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Марат ҡыҙы Зәкирова, Мораҙымдан зирәк аҡыллы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Фәнис ҡыҙы Моратшина, Мәһәҙейҙән фән батшаһы – математика һәм информатика уҡытыусыһы Ғаян Зиннур улы Ишимов финалға сыҡты. Сәмле конкурсты мәктәптең методисы, 2017 йылғы төбәк-ара “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы“ конкурсы лауреаты Фирүзә Фәрит ҡыҙы Кинйәбулатова һоҡланғыс итеп алып барҙы. Тырыш уҡытыусы, бындай конкурста район кимәлендә ҡатнашып күптән инде танылыу яулаған музыка уҡытыусыһы Нәсимә Салауатова етәкселегендәге ң вокаль ансамбленең “Уҡытыусыма” йыры сарала ҡатнашыусыларға илһам ҡанаттары ҡуйҙы. Ярыштың II турында конкурсанттар үҙҙәре менән таныштырҙы, йәрәбә буйынса “Оҫталыҡ дәресе”, “Педагогик ситуациялы һорауға яуап” һынауҙарын үтте. Һәр остаздың сығышы күркәм тип табылды. Минеңсә, уларҙың барыһына ла “Иң яҡшы оҫталыҡ дәресе эйәһе”, “Ижади ҡарашлы уҡытыусы”, “Яңылыҡҡа ынтылыусы”, “Фән үрҙәренә ынтылыусы”, “Иң шәп уҡытыусы” исемдәрен бирергә була.
Байназар мәктәбенең уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Гүзәл Хәләф ҡыҙы Сәғитова етәкселегендәге ғәҙел баһалама ағзаларына урындар билдәләү өсөн ентекле эшләргә тура килде. Ниһайәт, өсөнсө урынға Байназар мәктәбенән йәш, талантлы уҡытыусы Гүзәл Ҡыуандыҡова, икенсе урынға Мораҙым мәктәбенән Гүзәл Моратшина лайыҡ булды.
Бәйгеселәр араһында лайыҡлы рәүештә иң күп мәрәй йыйған, Гран-при эйәһе, еңеүсе исеменә лайыҡ булған Яуымбай ауылы мәктәбе мөғәллимәһе Зилә Зәкирова һәм беренсе урын яулаусы Мәһәҙей мәктәбе уҡытыусыһы Ғаян Ишимов оҫталыҡтарын район кимәлендәге ярышта һынаясаҡ һәм мәктәп данын яҡлаясаҡ. Конкурс һуңында мәктәп директоры Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев конкурста ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, һөнәри уңыштар теләне. Сәлимә Билал ҡыҙы Ҡарағолова етәкселегендәге “Азамат” бейеү ансамбле солистары Инсаф Бикмөхәмәтов һәм Айгиз Йәғәфәров конкурсанттарҙы тәбрикләп, “Бөркөттәр” бейеүен бүләк итте. Еңеүселәргә маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Сара һуңында фотоға төшөү ойошторолдо. Был матур һөнәри конкурстан эшкә дәрт алып, илһамланып таралыштыҡ.