Бөтә яңылыҡтар

Тырыштарға ҡайҙа ла хөрмәт

22 ғинуарҙа Бөрйән районының Байназар мәктәбендә “Йәш йондоҙсоҡтар” исеме аҫтында ағымдағы уҡыу йылында район, төбәк-ара, республика, Рәсәй, Халыҡ-ара кимәлдә үткәрелгән олимпиада, спартакиада, конкурс-фестиваль, форумдарҙа еңеү яулаған алдынғыларҙы ҡотлау сараһы булып үтте. Унда уңыш-ҡаҙаныштары менән данлы Байназар мәктәбенең һәм уның Мәһәҙей, Яуымбай, Мораҙым филиалдарының бөркөттәй аҫыл малайҙары, еләктәй матур ҡыҙҙары – киләсәктә ил хәстәрлеген үҙ иңенә һалырҙай 40-тан ашыу уҡыусыһы, еңеүсе-призерҙарҙы әҙерләүсе уҡытыусылар ҡатнашты.

Һәр баланың күңелендә сағыу, матур хәтирәләр ҡалдырыр тулҡынландырғыс минуттар етте.

Байназар мәктәбе директоры, Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев уңыштары менән ҡыуандырған уҡыусыларыбыҙҙы тәбрикләп, иң изге теләктәрен еткерҙе, Бөтөн Рәсәй мәктәптәре олимпиадалары сиктәрендә үткән муниципаль кимәлдәге олимпиада еңеүселәре һәм призерҙарына маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Ул шулай уҡ мәктәптең башланғыс, урта, өлкән звено уҡыусылары араһында сирек һайын алдынғы уҡыусыны билдәләп, еңеүселәргә дәртләндереү премияһы биреү йолаға әүереләсәге тураһында әйтте һәм I – IV кластар араһында Луиза Сәфиуллина, V – VIII кластар араһында Фирүзә Салауатова, IX – XI кластар араһында Гүзәлиә Төлкөбаеваға премиялар тапшырҙы. Артабан Байназар мәктәбенең алдынғы уҡытыусыһы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһында, конкурс-фестивалдәрҙе еңеүсе Лилиә Ҡаһарманова кеүек көслө уҡыусылар әҙерләгән Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Фәйрүзә Хәмзә ҡыҙы Ҡарағоловаға һүҙ бирелде. Ул үҙ сығышында йондоҙҙар парадында ҡатнашыусы уҡыусыларҙы ихлас ҡотлап, артабан да ныҡышмалы, эшһөйәр, алдынғы булырға өндәне, бөтә уңыштарҙың да нигеҙе тырышлыҡта икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада еңеүсеһе XI класс уҡыусыһы Гүзәлиә Төлкөбаеваға; призер, IX класс уҡыусыһы Зилиә Буранбаева; “Йәншишмә” гәзитенең Ғәбиҙулла Зарипов исемендәге премияһына лайыҡ булыусы Зәлиә Алтынбаеваға маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Шулай уҡ Фәйрүзә Хәмзә ҡыҙы республика буйынса олимпиада, конкурс еңеүселәрен әҙерләүсе Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Рәсимә Рауил ҡыҙы Баязитоваға маҡтау һүҙҙәре әйтеп, эшендә уңыштар теләне.

Байназар ауыл хакимиәте башлығы Айрат Зиннур улы Салауатовтың ҡатнашыуы был сараға мәртәбә өҫтәне. Ул уҡыусыларҙы һәр ваҡыт тырыш булырға, ата-әсәйҙәрен, тыуған мәктәбен, тыуған төбәген данлап йәшәргә саҡырҙы. Үҙенең шәхсән бүләген Мәскәүҙә үткәрелгән бәйгелә еңеү яулаған уҡыусы Ғәзим Галинға, республикала танылыу алған йәш хәбәрсе Сәлимә Дәүләтшинаға, спортсмен Айсыуаҡ Газинға тапшырҙы. Артабан Айрат Зиннур улы мәктәптең олимпиаданың муниципаль этабында еңеүселәрен ҡотлап, маҡтау ҡағыҙҙары бирҙе.

Уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Гүзәл Хәләф ҡыҙы Сәғитова мәктәптең 2018/2019 уҡыу йылы һөҙөмтәләре менән таныштырҙы, Байназар мәктәбе райондағы ҙур алты мәктәп араһында икенсе, филиалдар араһында район буйынса Мәһәҙей – икенсе, Яуымбай – өсөнсө урынды биләүен телгә алды. Олимпиаданың муниципаль этабында призер уҡыусыларға маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.

Ысынлап та, мәктәп уҡыусыларының уҡыуҙа ла, сәнғәттә лә, спортта ла, һынатмауы шатландыра. Тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Нурзилә Сәғит ҡыҙы Исмәғилева баскетбол буйынса район ярышында I урын яулаған спортсмен ҡыҙҙарға миҙалдар тағып, бүләкләп үтте.

Байрамдың төп ҡунаҡтарын ҡотлау сағыу концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Б. Бикбайҙың “Туған тел” шиғыры менән республика конкурсында еңеү яулаусы уҡыусы Азамат Ҡарағоловтың сығышы байрамға йәм өҫтәне. Мәктәптең “Саптар” өлгөлө бейеү ансамбле егеттәре сығышын, Фирүзә Миндеғолованың йырын байрамда ҡатнашыусылар яратып ҡабул итте.

«Белеме бар меңде йығыр», ти халыҡ мәҡәле. Тормошҡа етди ҡараған, төплө белемгә эйә булырға ынтылған уҡыусыларыбыҙҙың күплеге барыбыҙҙы ла һоҡландырҙы. Уҡыусыларҙы яңынан-яңы ҡаҙаныштарға илтеүсе остаздарға ауыр, ләкин маҡтаулы эштәрендә уңыштар теләге килә. Сара һуңында фотоға төшөү ойошторолдо. Аҙаҡтан барыһы ла Байназар мәктәбе ашханаһында шәхси эшҡыуар Нәйлә Әхмәт ҡыҙы Зәйнуллина алып килгән тәмле торт, тәмлекәстәр, ҡайнар сәй менән һыйланды. Ҡатнашыусылар мәғариф системаһын үҫтереүгә, мәктәптәрҙең матди-техник базаһын нығытыуға, һәләтле балалар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға ҙур иғтибар бүлгәне өсөн республика Хөкүмәтенә, район Хакимиәтенә, район мәғариф идаралығына, Байназар мәктәбе етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәре әйтеп таралышты.

Был сағыу сара уҡыусылар күңелендә оҙаҡҡа иҫтә ҡалыр, киләсәктә ҡыйыу аҙымдар яһарға, оло ҡаҙаныштар яулауға этәргес бирер, тип уйлайым.

Сәйҙә СӘЙӘХОВА,
Бөрйән районы Байназар мәктәбенең Мәһәҙей филиалы уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы



Читайте нас: