Бөтә яңылыҡтар

Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр

14 февраль – Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимовтың тыуыуына – 110 йыл

Маҡсат. Уҡыусыларҙың «Ҡушма һөйләм» темаһын үҙләштереүен асыҡлау, ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләрҙе айырырға өйрәтеү, күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм төрҙәрен, уларҙың телмәрҙә ҡулланыу өлгөләрен күрһәтеү, тыныш билдәләренең ҡуйылышын күҙәтеү; Таһир Күсимов, 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы тураһында мәғлүмәт биреү; телмәр үҫтереү, күнегеүҙәр нигеҙендә уҡыусыларҙа илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү.
Йыһазландырыу. Таһир Күсимовтың портреты, Башҡорт атлы дивизияһының фронт юлын күрһәткән карта, видеопроектор, карточкалар, тестар.
Дәрес барышы
I. Ойоштороу.
1. («Ерән ҡашҡа» көйө аҫтында уҡытыусы С. Әлибаевтың Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимовҡа арналған «Беҙ китәбеҙ…» шиғырын тасуири уҡый.)
Ысын батыр ниндәй була, тиеп,
Беҙ гиҙмәнек алыҫ араны:
Әкиәттән сыҡҡан Алпамыштай,
Беҙгә һынап үҙе ҡараны.
Йоҙроҡтары уның суҡмармы ни,
Ҡараштары дауыл ҡубарыр,
Ябай шинель иркен иңдәрендә
Бурка һымаҡ тора ҡабарып.
Бер тамаша үтеп барыуҙары
Офоҡтарҙы байҡап һаҡ ҡына.
Ер һелкенеп китер кеүек хатта,
Ғәйрәтләнеп баҫһа саҡ ҡына.
…Ер һелкенде… ҡырҡ беренсе йылда,
Ярҙан ашты нәфрәт ташҡыны.
Ат эйәрләй Урал егеттәре
Һуҙа-һуҙа «Ерән ҡашҡа»ны:
«Беҙ китәбеҙ, менеп тә аттарҙы,
…Иҫән генә йөрөп, һау ҡайтығыҙ,
…Йыш яҙығыҙ яуап та хаттарҙы».
2. Лингвистик күнекмә. (Уҡыусылар нығынған һүҙбәйләнештәргә аңлатма бирә.)
Ир йөрәкле – ысын ирҙәргә хас холоҡло; ҡуш йөрәк – үтә лә батыр; арыҫлан йөрәк – ҡурҡыу белмәҫ.
II. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Дәресте «Эҙәрмәндәр» клубы ултырышы итеп ойошторайыҡ. Көн тәртибендә – данлы 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт атлы кавалерия дивизияһының данлы юлдарын өйрәнеү, дивизия батырҙары менән танышыу тора. Эште төркөмдәрҙә башҡарырбыҙ.
(Үтелгәндәрҙе ҡабатлау өсөн һәр төркөмдән берәр эҙәрмән таҡтаға сыға. Яҙылған һөйләмдәрҙе уҡып, грамматик нигеҙе аҫтына һыҙа, төрөн билдәләй.)
· Кавалерист батыр булһын, аты таҙа, матур булһын. (Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләм.)
· Әгәр егет егет булһа, егетлеген эшендә күрһәтер. (Эйәртеүле ҡушма һөйләм, шарт һөйләм.)
· Яу сыҡҡас, ил саҡырғас, батыр ҡулына ҡорал алыр. (Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм.)
– Өсөнсө һөйләм тәүге һөйләмдәрҙән нимәһе менән айырыла? (Эйәрсән һөйләмдәрҙең һаны менән айырыла. )
Әгәр ҙә бер баш һөйләмгә кәмендә ике эйәрсән һөйләм эйәрә икән, бындай һөйләмдәр күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр тип атала.
III. Яңы теманы үҙләштереү.
1. Үҙаллы эш.
Ултырыш эшен рәсми ҡағыҙҙарҙан башлайыҡ. Алдығыҙҙа ятҡан документтарға күҙ һалығыҙ. (Һәр партаға карточкалар таратыла. Уҡыусылар һөйләмдәрҙе уҡып, грамматик нигеҙен таба, схемаһын һыҙа.)
• Илдә аслыҡ таралғас, күпләп халыҡ ҡырылғас, атаһы Таһирҙы Урта Азияға алып китә.
ни сәбәпле?
(сәбәп һ.), (сәбәп һ.), [баш һ.].
• Бик күп йылдар үтһә лә, халыҡ батырҙарын онотмай, сөнки улар илде яуыз дошмандан азат иттеләр.
ни эшләһә лә? ни өсөн?
(кире һ.), [баш һ.], сөнки (сәбәп һ. ).
• Яугирҙар Днепрҙы кискәндән һуң, аттар хәл алһын тип, Күсимов ял итергә бойороҡ бирҙе.
ҡасан? ни өсөн?
(ваҡыт һ.), (маҡсат һ.), [ баш һ.]
(Уҡыусылар схемаларға ҡарап ҡағиҙә сығара.)
2. Текст өҫтөндә эш. (Уҡыусы тексты тасуири уҡый.)
Һүҙлек эше. Полк – дивизия составындағы үҙаллы ғәскәри берәмек; подразделение – ғәскәри бүлем. Полкта – батальон, батальонда – рота һ.б.; дивизия – бер нисә полктан торған ҙур ғәскәри берләшмә; десант – караптан йәки самолеттан дошман еренә махсус әҙерләп төшөрөлгән ғәскәр; эскадрон – кавалерияның ротаға тап килгән берәмеге; подполковник – юғары офицер дәрәжәһе; гвардия – ғәскәрҙең һуғыштағы иң һәйбәт частары; плацдарм – хәрби операция әҙерләнә һәм башҡарыла торған арауыҡ; кавалерия – атлы ғәскәр.
– Былар ниндәй һүҙҙәр? (Хәрби терминдар, профессиональ һүҙҙәр.) Текста һүҙ нимә тураһында бара?
2019 йылдың 14 февралендә полк командиры, генерал-майор, Советтар Союзы Геройы Таһир Тайып улы Күсимовтың тыуыуына 110 йыл тула. (Уның тураһында презентация күрһәтелә. Бер уҡыусы Таһир Тайып улы Күсимов хаҡында белешмә бирә.)
Таһир Тайып улы Күсимов 1909 йылдың 14 февралендә – Башҡортостандың Әбйәлил районы Күсем ауылында тыуған. 1928 йылда Ҡыҙыл Армия сафында була. 1932 йылда – Ҡазанда ТатЦИК исемендәге Берләшкән татар-башҡорт хәрби мәктәбен; 1937 йылда – Комитет составын камиллаштырыу курсын; 1947 йылда – М.В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияны; 1951 йылда – Генштаб Хәрби академияһын тамамлай.
1938 – 1941 йылдарҙа Кавказ аръяғы хәрби округында хеҙмәт итә.
1942 йылда хәрәкәт итеүсе армияла, 7-се гвардия корпусы 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының 58-се кавалерия полкы командиры була. 1943 йылдың 27 сентябрендә Днепрҙы аша сығыуҙы ойошторғаны өсөн гвардия подполковнигына Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Т.Т. Күсимов 1963 йылға тиклем Төньяҡ Кавказ хәрби округының кавалерия дивизия штабы начальнигы, тау-уҡсылар дивизия командиры, Төркөстан хәрби округының мотоуҡсылар дивизия командиры, армия корпусы командиры, армия корпусы командиры урынбаҫары була.
1963 – 1969 йылдарҙа – БАССР-ҙың хәрби комиссары. РСФСР (1947 – 1951, 1951 – 1955), Төрөкмән ССР-ы (1959 – 1963), БАССР (1969 – 1971) Юғары Советтары депутаты. Ике Ленин ордены (1944, 1954), Ҡыҙыл Байраҡ (1949), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1942, 1944) ордендары менән наградланған. 1986 йылда вафат була.
3. Теманы нығытыу.
Эште данлы дивизияның эҙҙәре буйлап, Өфө ҡалаһының Дим станцияһынан башлайбыҙ. Тәүҙә рәсми ҡағыҙҙар менән танышайыҡ. Һеҙҙең алдығыҙҙа Дәүләт Оборона Комитетының 1942 йылғы ҡарары. (М. Шайморатовҡа Ҡыҙыл Байраҡ тапшырыуҙары фотоһы күрһәтелә. Карточкалар таратыла, төркөм эше ойошторола. Бирелгән һөйләмдәр араһынан күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәрҙе табырға, уларҙағы бәйләнеш төрҙәрен билдәләргә. Cхемаһын һыҙырға.)
I. Башҡорт халҡының хәрби традицияларын иҫәпкә алып, Дәүләт Оборона Комитеты айырым башҡорт частары төҙөргә рөхсәт биргәндән һуң, 1942 йылдың башында 112-се Башҡорт атлы дивизияһы төҙөлдө.
II. 1942 йылдың башында 112-се Башҡорт атлы дивизияһы төҙөлгәс, дивизия командиры итеп кадр офицеры, полковник Миңлеғәли Минһаж улы Шайморатов тәғәйенләнә.
III. 1942 йылдың 17 апрелендә 112-се Башҡорт атлы дивизияһы фронтҡа китә
I. 1942 йылдың 17 апрелендә 112-се Башҡорт атлы дивизияһы фронтҡа китә.
II. Башҡорт халҡының хәрби традицияларын иҫәпкә алып, Дәүләт Оборона Комитеты айырым башҡорт частары төҙөргә рөхсәт биргәндән һуң, 1942 йылдың башында 112-се Башҡорт атлы дивизияһы төҙөлдө.
III. 1942 йылдың башында 112-се Башҡорт атлы дивизияһы төҙөлгәс, дивизия командиры итеп кадр офицеры, полковник Миңлеғәли Минһаж улы Шайморатов тәғәйенләнә
I. 1942 Башҡорт атлы дивизияһы төҙөлгәс, дивизия командиры итеп кадр офицеры, полковник Миңлеғәли Минһаж улы Шайморатов тәғәйенләнә.
II. 1942 йылдың 17 апрелендә 112-се Башҡорт атлы дивизияһы фронтҡа китә.
III. Башҡорт халҡының хәрби традицияларын иҫәпкә алып, Дәүләт Оборона Комитеты айырым башҡорт частары төҙөргә рөхсәт биргәндән һуң, 1942 йылдың башында 112-се Башҡорт атлы дивизияһы төҙөлдө

IV
. Йомғаҡлау.
Ултырыштың тамамланыр ваҡыты етте. Эштәргә йомғаҡ яһайыҡ.
1. Ниндәй һөйләмдәрҙе күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм тибеҙ? Күп эйәрсәнле һөйләмдәрҙә ниндәй тыныш билдәләре ҡуйыла? Күп эйәрсәнле һөйләмдәрҙе өйрәнеү нимә өсөн кәрәк? (Улар уй-фекерҙе йәнлерәк, матурыраҡ, тулыраҡ сағылдырырға ярҙам итә, телмәрҙе байыта.)
2. 112-се Башҡорт атлы дивизияһы тураһында нимәләр белдегеҙ? Кем ул Таһир Тайып улы Күсимов? (Уҡыусыларҙың яуаптары дөйөмләштерелә, һығымта яһала.)
V. Теманы үҙләштереүгә тест.
I. Бер баш һәм кәмендә ике эйәрсән һөйләмдән тора.
А. Ябай һөйләм.
Б. Эйәртеүле һөйләм.
В. Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм.
II. Эйәрсән һөйләмдәр бөтәһе лә баш һөйләмгә эйәреп, бер үк һорауға яуап бирә.

А. Тиң эйәрсән һөйләмдәр.
Б. Тиң булмаған эйәрсән һөйләмдәр.

В. Бер-бер артлы эйәреүсе һөйләмдәр.
III. Эйәрсән һөйләмдәр бөтәһе лә баш һөйләмгә эйәргәндәр, төрлө һорауға яуап бирәләр.
А. Тиң эйәрсән һөйләмдәр.
Б. Тиң булмаған эйәрсән һөйләмдәр.
В. Бер-бер артлы эйәреүсе һөйләмдәр.
IV. Эйәрсән һөйләмдәрҙең береһе баш һөйләмгә, ҡалғандары бер-бер артлы үҙ-ара бәйләнеп килә.
А. Тиң эйәрсән һөйләмдәр.
Б. Тиң булмаған эйәрсән һөйләмдәр.

В. Бер-бер артлы эйәреүсе һөйләмдәр.
V. Тиң эйәрсән һөйләмдәр араһында һәм, йәки теркәүестәре ҡабатланмайынса килһә, улар араһында
А. Өтөр ҡуйыла.
Б. Өтөр ҡуйылмай.
VI. Аныҡлаусы һөйләмдәр тиң булып килгән осраҡта
А. Өтөр ҡуйыла.
Б. Өтөр ҡуйылмай.

VI. Баһалау.
Бөтәһе лә дөрөҫ – «5»; 1 хата – «4»; 2, 3 хата – «3»; 4 – 6 хата – «2».
VII. Өй эше биреү.

Р.М. ТИМЕРБУЛАТОВА,
Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡытыусыһы
Читайте нас: