Һәр йылдың ғинуар айында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үткәреү күптән матур традицияға әйләнде. Ул ярыш ҡына түгел, ә туған телде өйрәнеүселәрҙең, фекерҙәштәрҙең ҡоро, туған тел һәм рухиәт байрамы булып хәтерҙә ҡала.
Быйыл был сара республика кимәлендә 31-се тапҡыр үткәрелде. Өс көн дауамында барған сәмле ижади ярышта 300-ҙән ашыу кеше – Башҡортостандың район-ҡалаларынан; күрше өлкәләрҙән – Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районынан, Ырымбур өлкәһенең Новосергиев, Төйлөгән, Александров райондарынан, Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынан килгән уҡыусылар ҡатнашты.
Улар башҡорт теле һәм әҙәбиәте, республикабыҙҙың тарихы, күренекле шәхестәре, мәҙәниәте хаҡында белемдәрен, диалог ҡороу оҫталығын күрһәтте, һүҙ сәнғәтенә ғашиҡ булыуын, туған телебеҙҙе яратып өйрәнеүен иҫбатланы.
Олимпиаданы ойоштороу һәм үткәреү барышы менән Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы етәкселек итте. Уҡыусыларҙың эштәрен Башҡорт дәүләт университетының, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының ғалимдары һәм методистары, республиканың алдынғы укытыусыларынан торған жюри баһаланы. Олимпиаданың барышы, уҡыусыларҙың әҙерлеге, яңы индерелгән һынау туры хаҡында жюри ағзалары түбәндәге фекерҙәрҙе белдерҙе.
Р.Р. Сафиуллина, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының милли мәғариф, төбәктәр хеҙмәттәшлеге һәм дәреслектәр нәшер итеү бүлеге начальнигы, жюри рәйесе.
Быйыл олимпиадала ҡатнашыусы уҡыусылар һаны күпкә артты. Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә, район этабында иң юғары 80% балл йыйған уҡыусыларҙың барыһы ла төбәк-ара олимпиадаға саҡырылды. Исемлек буйынса 400 кеше ҡатнашырға тейеш ине, әммә уларҙың 311-е килә алды. Шулай уҡ быйыл олимпиадала VIII класс уҡыусылары ла ҡатнашты.
Башҡорт телен өс йүнәлештә өйрәнеүсе (башҡорт мәктәптәренән килеүселәр, рус мәктәбендә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәр, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр) VIII – XI класс уҡыусыларынан 12 төркөм барлыҡҡа килде. I турҙа 1-се һәм 2-се йүнәлешкә ҡарағандар инша яҙһа, 3-сө төркөмдәгеләр аудиоаралашыу үткәрҙе – башҡорт телендәге тексты тыңлап, шуның йөкмәткеһен тексҡа яҡынайтып һөйләне. II турҙа викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр, дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр текст өҫтөндә эш башҡарҙы, III турҙа уҡыусыларҙын диалог ҡороу оҫталығы баһаланды.
Яңы положение буйынса һәр кластан – 1, балдар тигеҙләшкән осраҡта 2 уҡыусы еңеүсе һәм ҡалған уҡыусыларҙың 30 проценты призер итеп билдәләнде.
М.Х. Иҙелбаев, Башҡорт дәүләт университеты профессоры, жюри ағзаһы.
Республикала 31 йыл буйына даими үткәрелеп килгән олимпиада оҙайлы камиллашыу осоро үтте, уның эш талаптары, шарттары үҙгәрә барҙы. Мәҫәлән, быйылғы олимпиадала ойоштороу йәһәтенән күп кенә үҙгәрештәр күҙәтелә. Уҡыусыларҙың был сарала VIII кластан башлап ҡатнашыуы, һис шикһеҙ, ыңғай күренеш. Балаларҙың әҙерлек кимәлдәре лә ярайһы уҡ яҡшы. Әлбиттә, эштәрҙә йылдан-йыл ҡабатланып килгән хаталар – инша яҙғанда, викторина һорауҙарына яуап биргәндә әҫәрҙәрҙең авторҙарын, яҙылыу йылдарын бутау осрай.
Диалогҡа килгәндә, был эш төрө ғәмәлгә беренсе тапҡыр индерелде. Бөтөнләй таныш булмаған ике бәйгесе билет буйынса бирелгән темаға үҙ-ара әңгәмә ҡороп, фекерләү һәләттәрен, диалог ҡороу оҫталығын күрһәтте. Күп уҡыусыларҙың фекер алышыуы мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы ғына булды. Шулай ҙа мин киләһе йылдарҙа башҡорт мәктәптәренән килгән уҡыусылар өсөн был эш төрөн ҡатмарлаштырырға кәрәк, тигән фекерҙәмен.
Ғ.Ғ. Ғәлина, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ доценты, жюри ағзаһы.
Төбәк-ара олимпиадала VIII класс уҡыусыларының тәүге тапҡыр ҡатнашыуына ҡарамаҫтан, уларҙың иншалары үҙҙәренең матур фекерле, эстәлекле булыуы менән һөйөндөрҙө. Бирелгән темалар буйынса тулы итеп үҙ уйҙарын, хәл-ваҡиға, күренештәргә үҙ ҡарашын белдереп яҙған уҡыусылар осраны. Ғөмүмән алғанда, уҡыусылар программаға ярашлы, ентекле әҙерләнгән.
Шулай ҙа мин, викторина яуаптарынан сығып, әҙәби әҫәрҙәрҙе тәрәнерәк өйрәнергә кәрәк, тигән фекергә килдем. Сөнки уҡыусылар грамматиканан яҡшы ғына яуап бирһә лә, әҙәби әҫәрҙәр менән бәйле һорауҙарҙа ауырлыҡ кисерә. Миҫал өсөн, барыһына ла билдәле «Шоңҡар» поэмаһынан, «Әйтсе, бурыл, әйтсе, йәшәр өсөн ҡайһы һуҡмаҡ менән баралар?» тигән һүҙҙәрҙең Әхмәттеке икәнлеген яҙа алмаған уҡыусылар бар. Әҙәби әҫәр йөкмәткеһен яҡшы белгән уҡыусылар инша яҙғанда ла, викторина барышында ла, диалог ҡорғанда ла фекерләү оҫталығы менән айырылып тора. Уҡытыусыларға әҙәби әҫәрҙәрҙе төплө өйрәтеүгә иғтибар итеү мотлаҡ, сөнки әхлаҡтың нигеҙе лә – әҙәбиәт.
И.К. Янбаев, Башҡорт дәүләт университеты доценты, жюри ағзаһы.
Уҡыусыларҙың әҙерлек кимәлен баһалағанда ирекһеҙҙән шундай уйға киләһең – беҙҙә олимпиадаға әҙерлек рус телен өйрәнеү схемаһына ярашлы бара. Уҡыусылар Төп дәүләт имтиханына йәки Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнгәндә текстың ниндәйҙер өлөшөн өйрәнә, ятлай, бирелгән өҙөк хаҡында яҙыусының, үҙенен фекерен яҙа, текстағы һүҙҙәр менән эш итә, сөнки имтихан шулай талап итә. Был бер яҡтан бик яҡшы, сөнки бала фекерен дәлилләй, әҙәби материалға нигеҙләнеп, ниндәйҙер башҡа фекерҙәр ярҙамында һәм тормоштан сығып, теманы асырға ынтыла. Йәғни, уҡыусы әҙәби әҫәрҙе тулыһынса уҡымаһа ла, башҡа сығанаҡтар аша уны белгәнлеген күрһәтә ала.
Ҡайһы бер уҡыусылар ошо конкрет темалар буйынса үҙ уйында йөрөткән әҙер материалды инша яҙған мәлдә, диалог ҡорғанда уңышлы ғына ҡушып ебәрә. Шуға ла яҙма телмәрҙә лә рәсмилек, документаллек көслөрәк булып китә. Хис-тойғоларын үҙ йөрәгенән үткәреп, ирекле фекерләп яҙылған эштәр, миңә ҡалһа, аҙыраҡ.
Үкенескә ҡаршы, уҡыусыларҙың эштәрендә телебеҙгә хас булмаған паразит һүҙҙәр, ҡабатлауҙар осрай. Орфография аҡһай, килеш ялғауҙарында хаталар бар. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, йөкмәткеле, матур эштәр ҙә күп. Республика кимәлендәге был бәйге үҙенсәлекле фекерле, яңы ҡарашлы уҡыусыларҙың күплеген, уҡытыусыларҙың программа нигеҙендә эҙмә-эҙлекле эшләүен, уҡыусыларҙы олимпиадаға ентекле әҙерләүен күрһәтә.
Р.Р. Әйүпов, Ишембай ҡалаһы Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары, жюри ағзаһы.
Күп уҡыусыларҙың ижади эштәре – иншалар ниндәйҙер бер рамка эсендә яҙылған кеүек, йәғни фекер иркенлеге, уҡыусының хис-тойғоһо артыҡ күренеп бармай. Ысынлап та, беҙ бында, алда әйтелгәнсә, имтихандарға заман талаптарына ярашлы әҙерлекте күрәбеҙ.
Викторина һорауҙарына уҡыусылар төрлөсә яуап бирә: берәүҙәре үҙҙәренән төрлө мәғлүмәттәр өҫтәп, булмаған һорауға ла яуап яҙып ҡуя, икенселәре аныҡ ҡына яуап ҡайтара. Викторина баланың фекерләү кимәлен күрһәтә алмай, ул баланың әҙерлек кимәлен асырға ярҙам итеүсе һынау төрө.
Уҡыусылар араһында үткәрелгән өсөнсө тур барыһының да күңеленә хуш килде. Киләсәктә уны бер аҙ үҙгәртеп, бәлки дебат формаһын өҫтәп, үткәреү отошло булыр. Бирелгән тема буйынса ике уҡыусы һөйләшеп, береһе ниндәйҙер фекерҙе раҫлап, икенсеһе кире ҡаҡһа, уҡыусының телмәр оҫталығы ғына түгел, фекерләү ҡеүәһе лә күренәсәк.
Ф.Б. Санъяров, Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институты доценты, жюри ағзаһы.
Быға тиклемге олимпиадаларҙа, башлыса, грамматикаға күберәк иғтибар ителһә, быйыл коммуникатив компетенцияға баҫым яһалды. Күҙгә ташланғаны һәм иң ҡыуандырғаны шул – башҡорт милләтенән булмаған балалар предметты һәйбәт үҙләштереүҙәрен күрһәтте.
Әлбиттә, уҡыусыларҙың һөйләшендә башҡорт теленең өндәрен әйтеү, һүҙҙәрҙе һәм һүҙ формаларын ҡулланыу, һөйләм төҙөү, уларҙы тейешле интонация менән еткереү, һүрәтләү сараларын файҙаланыу буйынса хаталар осрай, шулай ҙа иң мөһиме – балалар башҡорт телендә үҙ фекерен башҡалар аңларлыҡ итеп еткерә белә, проблемаларҙы аңлай, аралаша.
Өфө ҡалаһының М. Гәрәев исемендәге башланғыс осоуға әҙерлек мәктәбенән килгән Владислав Шильковтың башҡорт телендә иркен аралашыуы, телде практикала оҫта ҡулланыуы һоҡландырҙы. Диалог ҡороу турында «Экскурсия» темаһы эләккәс, ул беҙҙе үҙенең мәктәбе буйлап виртуаль сәйәхәттә йөрөттө, уҡыу йорто тураһында матур, тулы мәғлүмәттәр бирҙе. Киләсәктә лә башҡорт телен өйрәнеүен дауам итәсәген әйтеп ҡыуандырҙы.
Уҡыусыларҙың коммуникатив фекерләүен баһалау, ошондай йүнәлештәге эштәрҙе дауам итеү киләсәктә үҙен аҡлар, тип уйлайым. Сөнки бала тәүҙә фекерләргә, һөйләшергә өйрәнә, шунан ғына ул тел нигеҙҙәрен үҙләштерә.
Аудирование турында иһә уҡыусылар тыңланған текстың йөкмәткеһен һөйләп, материалды үҙләштереү кимәле буйынса матур ғына һөҙөмтәләр күрһәтте. Эштәр араһында, әлбиттә, бик яҡшылары ла булды, бер-ике һүҙҙе ялғап әйтә алмаған уҡыусылар ҙа осраны. Олимпиадаға әҙерлек барышында уҡытыусыларға баланың психологик торошона ла иғтибар итергә кәрәк, сөнки ҡайһы бер бала телде һәм материалды яҡшы белеүенә ҡарамаҫтан, баҙнатһыҙлыҡ һәм ҡаушау сәбәпле, тулы, аңлайышлы итеп яуап бирә алмай.
Төбәк-ара олимпиада еңеүселәре
Хузина Камила – Өфө ҡалаһының М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы, уҡытыусыһы – А.И. Игелекова.
Йәһүҙина Дилә – Республика инженер лицей-интернаты, уҡытыусыһы – М.Ф. Дәүләтшина.
Александров Рафаэль – Баймаҡ районының Түбә мәктәбе, уҡытыусыһы – Д.Ә. Исхаҡова.
Ишемғужина Гөлназ – Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты, уҡытыусыһы – Г.С. Ҡылысова; Ҡылысбаев Илмир – Ейәнсура районының Абзан мәктәбе, уҡытыусыһы – Г.Р. Йылҡыбаева.
Бүләкова Таңһылыу – Мәләүез ҡалаһының 1-се гимназияһы, уҡытыусыһы – Г.М. Алаева; Мөхәмәтова Әлзирә – Ҡариҙел райоының Ҡараяр мәктәбе, уҡытыусыһы – Р.Т. Солтанова.
Камалетдинова Азалия – Миәкә районы Миәкә ауылының 2-се мәктәбе, уҡытыусыһы – Г.Ә. Ғилемйәнова.
Шәрипова Гөлсәсәк – Ишембай ҡалаһының З. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты, уҡытыусыһы – Ф.Т. Әмирханова.
Ҡазарбаева Нәргизә – Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейы, уҡытыусыһы – Г.Һ. Сәйетҡолова.
Александрова Маргарита – Баймаҡ районының Түбә мәктәбе, уҡытыусыһы – Д.Ә. Исхаҡова.
Мостафина Нәфисә – Баймаҡ районының Ҡолсора мәктәбе, уҡытыусыһы И.С. Мөхәмәтшин; Төлкөбаева Гүзәлиә – Бөрйән районының Байназар мәктәбе, уҡытыусыһы – Р.Р. Баязитова.
Сыңғыҙова Альбина – Хәйбулла районының Татыр-Үҙәк мәктәбе, уҡытыусыһы – Р.И. Тулебаева.
Павлова Лиана – Баҡалы районы Баҡалы ауылының 1-се мәктәбе, уҡытыусыһы – Т.И. Ғәлиуллина.
Күрше өлкәләр буйынса еңеүселәр
Мөхәмәтшина Гүзәл – IX класс, Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районының Аллабирҙе мәктәбе, уҡытыусыһы – С.С. Күзбаева.
Сарбаева Алһыу – X класс, Ырымбур өлкәһе Александров районынын С. Агиш исемендәге Иҫәнгилде мәктәбе, уҡытыусыһы – Р.Р. Сарбаева; Аҙналина Илүзә, Төркмәнов Вадим – X класс, Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районының Аллабирҙе мәктәбе, уҡытыусылары – С.С. Күзбаева.
Һөйөндөкөва Айгөл – XI класс, Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районының Аллабирҙе мәктәбе, уҡытыусыһы – С.С. Күзбаева.
Төбәк-ара олимпиада призерҙары
Халиҡова Ангелина – Өфө ҡалаһының 2-се башҡорт лицейы; Ибәтуллина Гөлнур– Ғафури районының Красноусол башҡорт гимназия-интернаты; Ҡыҙрасова Илүзә– Күгәрсен районының Мораҡ башҡорт гимназияһы; Шәйәхмәтова Ғәлиә – Миәкә районының Илсеғол башҡорт гимназияһы; Хәлимов Данил – Хәйбулла районының Йәнтеш мәктәбе; Сабитова Ынйы – Сибай ҡалаһының «Ирәндек» лицейы; Йылҡыбаева Айзидә – Ейәнсура районының Иҫәнғол башҡорт гимназияһы.
Арабова Нәргизә – Өфө районының Алексеевка мәктәбе; Искәндәров Дим – Волга буйы федераль округының А.В. Достовалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы; Фәхретдинова Элина – Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернаты; Ғәлиәҡбәров Рамазан – Республика инженер лицей-интернаты; Ҡазыханова Гөлназ – Илеш районының Үрмәт мәктәбе; Нурҡаева Әлиә – Балтас районының Иҫке Балтас 1-се мәктәбе; Ғибәҙуллин Иршат– Республика инженер лицей-интернаты; Григорьева Динара – Ҡырмыҫҡалы районының Ефремкино мәктәбе.
Якименько Анна– Өфө ҡалаһының 118-се мәктәбе; Хужин Радмир – Яңауыл районының Ямады мәктәбе; Измайлов Шамил – Өфө ҡалаһының 93-сө гимназияһы; Богданова Карина – Ауырғазы районының Талбазы лицейы; Әбдрәшитова Миләүшә – Федоровка районының Федоровка ауылы мәктәбе; Горшенина Аделина – Сибай ҡалаһының 1-се мәктәбе; Мансурова Диора – Шишмә районының М. Кәрим исемендәге Келәш мәктәбе.
Ғиләжева Илгинә – Хәйбулла районының Йәнтеш мәктәбе; Буранбаева Зилиә– Бөрйән районының Байназар мәктәбе; Фәттәхова Ләйсән – Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты; Хәлилова Юлиә – Өфө ҡалаһының Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы; Әхмәтшина Наҙгөл – Өфө ҡалаһының М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы; Абдуллина Инира – Стәрлетамаҡ ҡалаһының В.И. Ленин исемендәге 2-се лицей-интернаты;
Ҡунаҡҡулова Лиана – Ауырғазы районының Мораҙым мәктәбе; Мостафина Наҙгөл– Баймаҡ районының Баймаҡ лицей-интернаты; Вәлишина Гөлназ – Күгәрсен районының Теләүембәт мәктәбе; Алтынсурина Илүзә – Ишембай ҡалаһының Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты.
Сабитов Нурислам – Күгәрсен районының Йомағужа 2-се мәктәбе; Яҡупова Гөлназ – Дүртөйлө районының Мәскәү мәктәбе; Рәхмәтуллина Илүзә – Мәләүез районының Восточный мәктәбе; Дәүләтшина Алһыу – Йәрмәкәй районының Иҫке Турай мәктәбе; Келов Ринат – Көйөргәҙе районының Ермолаево 1-се мәктәбе; Хоҙайбирҙина Рәсимә – Стәрлебаш районының Первомай мәктәбе; Саҙретдинова Элина – Өфө ҡалаһының 25-се белем биреү үҙәге; Рафиҡова Ләйсән – Күгәрсен районының Йомағужа 2-се мәктәбе; Ғәйнуллин Рушан – Волга буйы федераль округының А.В. Достовалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы; Сафина Эльвира – Асҡын районының Сураш мәктәбе;
Ходаков Руслан – Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейы; Ладухина Реана – Сибай ҡалаһының 1-се мәктәбе; Уколова Камилла – Өфө ҡалаһының Халыҡтар дуҫлығы орденлы М. Горький исмендәге 3-сө гимназияһы; Гурьева Алина – Мәләүез районының 7-се мәктәбе; Ғүмәрова Дилә – Ауырғазы районының Талбазы лицейы; Зотова Ильвина – Өфө районының Алексеевка мәктәбе; Рыцева Алена – Баймаҡ ҡалаһының Түбә мәктәбе; Тимашев Станислав – Баҡалы районының Баҡалы 2-се мәктәбе; Миңлеханова Алина – Бүздәк районының Бүздәк 1-се мәктәбе.;
Дашкина Эльвина – Өфө ҡалаһының 97-се мәктәбе; Ибаева Валерия – Борай районының Борай 1-се мәктәбе; Котлина Елена – Баҡалы районының Иҫке Әжмәт мәктәбе; Медведева Елена – Өфө ҡалаһының 38-се мәктәбе; Закирова Вилиә – Яңауыл районының Ямады мәктәбе.
Рәхимова Наҙгөл – 3-сө башҡорт республика гимназия-интернаты, Кумертау ҡалаһы; Миңлебаева Наҙгөл – Әбйәлил районының Байым мәктәбе; Байғүбәкова Яҙгөл – Баймаҡ районының Ниғәмәт мәктәбе; Үтәбаева Ләйсән – Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы; Солтанғужина Алтынай – Ейәнсура районының Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернаты; Мортаева Айгүзәл – Йылайыр районының Юлдыбай мәктәбе; Ҡасимова Ҡәҙриә – Бөрйән районының Әбделмәмбәт мәктәбе.
Уйылданова Фирүзә – Әбйәлил районының Таһир Кусимов исемендәге гимназияһы; Вәлиева Розалия – Илеш районының Үрге Йәркәй 1-се гимназияһы; Кейекбаев Илназ– Республика инженер лицей-интернаты; Ырыҫҡужина Карина – Әбйәлил районының Т. Кусимов исемендәге гимназияһы; Зөлҡәрнәева Зөбәржәт – Баймаҡ ҡалаһынын 2-се мәктәбе; Байраҡаева Айнагөл – Республика инженер лицей-интернаты; Аҡъюлова Айгизә – Өфө ҡалаһының 160-сы лицейы.
Рәхмәтуллина Алина – Бүздәк районының Х. Солтанов исемендәге Кәпәй-Ҡобау мәктәбе; Шильков Владислав – Өфө ҡалаһының М. Гәрәев исемендәге башланғыс осоуға әҙерлек мәктәп интернаты; Метельницкий Максим – Туймазы ҡалаһының 6-сы мәктәбе; Джолдошева Айгөл – Туймазы ҡалаһының 2-се мәктәбе;
Әбделмәнова Рузилә – Өфө ҡалаһының М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы; Ғиниәтова Гөлшат – Әбйәлил районының Ҡырҙас мәктәбе; Гаймалова Айһылыу – Шишмә районының Дурас мәктәбе; Иҫәнғолова Гөлшан – Ишембай ҡалаһының Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты; Хәмитова Илнара – Мәләүез районының Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы, Мәләүез ҡалаһы; Хөсәйенова Зәлифә – Стәрлетамаҡ ҡалаһының В. Ленин исемендәге 2-се лицей-интернаты; Шәрәфетдинова Гөлгөнә – Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы.
Әхмәтйәнова Әлфиә – Нефтекама ҡалаһының 10-сы мәктәбе; Нуриәхмәтова Эльза – Өфө ҡалаһының 128-се мәктәбе; Яҡшыева Мәликә – Мәләүез районының Нөгөш мәктәбе; Исхаҡова Наҙгөл – Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейы; Айытова Эльнара – Ғафури районының Красноусол 1-се мәктәбе; Бикташева Илзирә – Мәләүез районының Нөгөш мәктәбе; Ишморатов Даян – Республика инженер лицей-интернаты; Күсәйева Нәркәс – Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбе; Вәлиуллина Лилиә – Дәүләкән районының 3-сө башҡорт гимназия-интернаты, Дәүләкән ҡалаһы.
Савельева Виктория – Сибай гимназия-интернаты; Санникова Кристина – Октябрьский ҡалаһының 3-сө гимназияһы; Кантимерова Юлиә – Мәләүез районының 1-се гимназияһы; Сәйетғәлиева Гүзәл – Кушнаренко районының Кушнаренко 1-се мәктәбе.
Күрше өлкәләр буйынса призерҙар
Шәйәхмәтова Диләрә – VIII класс, Ҡурған өлкәһе Сафакүл районының Надеждино мәктәбе;
Ғиматов Илдар – IX класс, Ҡурған өлкәһе Сафакүл районының Ҡамышлы мәктәбе;
Ишбулатова Руфина – IX класс, Ырымбур өлкәһе Новосергиев районының Ҡотош мәктәбе;
Мостафина Эльвина – X класс, Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Яраткүл мәктәбе;
Хәйретдинов Нияз– XI класс, Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Бәзәкәй мәктәбе;
Хисамова Эльнара – XI класс, Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районының Аллабирҙе мәктәбе;
Сыңғыҙов Рәсим – XI класс, Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районының Аллабирҙе мәктәбе.
Әйтелгән фекерҙәрҙе йомғаҡлап, төбәк-ара олимпиадаға уҡыусылар әҙерләгән барлыҡ уҡытыусыларға ла рәхмәт һүҙен еткерге килә. Киләһе олимпиадаларға әҙерлек барышында быға тиклем тупланған тәжрибәгә, ғалимдарҙың теләктәренә иғтибар итәйек. Ғәзиздәрҙән-ғәзиз туған телебеҙҙе һаҡлайыҡ, яҡлайыҡ, уның нәфислеге, сафлығы өсөн көрәшәйек, уҡыусыларыбыҙҙы ла шуға өйрәтәйек!
«Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының бүлек мөхәррире,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, жюри ағзаһы