Бөтә яңылыҡтар

Халҡыбыҙға юл күрһәтерлек әҫәрҙәр

Яҙыусы Флүр Ғәлимовтың “Яңы башҡорт” романы әҙәбиәтебеҙҙә өр-яңы күренеш тип билдәләнгәйне. “Аҙғын тәүбәһе” трилогияһы ла шунда уҡ бихисап уҡыусының иғтибарын үҙенә йәлеп итте. Бының сәбәбе нимәлә? Минеңсә, төп сер авторҙың үҙ әҫәрҙәрендә бөгөнгөбөҙҙө туранан-тура сағылдыра алыуындалыр.

Бынан бер нисә йыл элек ҡулыма яҙыу­сы Флүр Ғәлимовтың “Яңы башҡорт” әҫәре килеп эләкте һәм аяҙ көндә күк күк­рәгәндән дә былайыраҡ тәьҫир итте. Уға тиклем Рәсәй бизнесы тураһында башҡорт яҙыусыһының китабынан уҡып белермен тигән уй башыма ла килгәне юҡ ине. Баҡһаң, автор үҙе үк ошо мөхиттә “утты һәм һыуҙы кискән” икән. Ысынлап та, роман тормош тәжри­бә­һенән сығып ижад ителеүе менән айырыуса ҡиммәтле. “Яңы башҡорт” романы, тәү сиратта, әҙәби әҫәр булһа ла, төп геройҙың иҫ киткес мажаралары менән танышҡандан һуң, Рәсәй бизнесының асылын аңлағандай булаһың.

“Ысынлап та, төптән уйлап ҡараһам, 90-сы йылдарҙа ҡырағай Рәсәй бизнесы мәктәбен үтмәһәм, “Яңы башҡорт” романы ла яҙылмаҫ ине. Уны күренекле шәхестәр һәм белгестәр юғары баһаланы”, – ти автор. Тәнҡитселәр фекеренсә, роман әҙәбиәтебеҙҙе яңы тема, яңы герой менән байытты, капиталистик шарттарға күскән осорҙа халҡыбыҙға юл күрһәтерлек әҫәр булды.

Романдың төп геройы, аҡсаһыҙлыҡ үҙәгенә үткәнлектән, был шөғөлгә тотонорға ҡарар итә. Ул үҙенең уй-кисерештәре, ҡылыҡтары менән меңәрләгән Рәсәй кешеһен хәтерләтә. “Нигеҙҙә, бындай хәүефле кәсепкә уларҙы етеш тормоштан туйып һикереү түгел, ә сараһыҙлыҡ, балаларының киләсәген ҡайғыртыу, ғаилә­ләрен ярлылыҡ һаҙлығынан ҡотҡарыу те­ләге этәрә. Ҡайнап торған тормош даръяһы төбөнә батып китмәҫ өсөн бар көсөнә тарбандай инде әҙәм балалары…” – тип фекер йөрөтә автор. Роман “Тәүге йөҙ мең”, “Тәүге миллион һум”, “Тәүге миллион доллар” тип аталған өс бүлектән тора. Беренсеһендә төп геройҙың бизнестағы тәүге аҙымдары һүрәтләнә. Бөтәһе лә уның ҡала хакимиәтенә матди ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүенән башлана. Ул маҡсатына өлгәшә, әммә дәүләт ярҙамы үтә лә ҡыйбатҡа төшә. “Уның хаҡы кәмһенеү, түбәнһенеү булды. Был хәлдән һуң мин ныҡлы уйландым: ғаиләнең матди хәлен яҡшыртыу өсөн нимәлер эшләргә тейешмен”, – ти әҫәр геройы һәм коммерцияға тотона. Тиҙҙән был мөхит уны тулыһынса ялмап ала. Әммә бизнесменды бер-бер артлы ҡаты һынауҙар көтә. Әҫәр геройына бандиттар, “закондағы” бурҙар менән осрашырға, чиновниктарҙы “майларға” өйрәнергә, йыш ҡына алданырға һәм алдарға, ҡайһы саҡта үҙ өлөшө өсөн теше-тырнағы менән көрәшергә тура килә.

“Яңы башҡорт” романындағы ваҡиғалар үткән быуаттың 90-сы йылдарындағы ҡырағай капитализм осоронда бара. Шуға ла беҙ уны бер ниндәй романтикаһыҙ асыҡтан-асыҡ бөгөнгө күҙлектән баһалай алабыҙ. Был осорҙа үҙ эшен асҡан эшҡыуар ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш? Әҫәр геройы үҙе лә ошо хаҡта фекер төйнәй. “Мин кем?” тип үҙ-үҙенә һорау бирә ул һәм шунда уҡ хөкөм дә сығара – алдаҡсы. Тәүге сделкаһы уңышлы үтһен өсөн уға, ысынлап та, мутлашырға тура килә. Тик ул кешене һатмай, башҡаның өлө­шөнә үрелмәй.

Яһил. Әммә баҙнатһыҙ, мәмәй ауыҙ ҡояш аҫтындағы урынға өмөт итә аламы? Юҡ, әлбиттә. Ришүәт биреүсе. “Бөгөн Рәсәйҙә бөтә нәмә һатыла һәм һатып алына”, тип фекер йөрөтә әҫәр геройы. Шулай уҡ валютчик һәм спекулянт. Тағы ла криминаль донъя вәкилдәре менән бәйләнешкә инеүсе. Былар барыһы ла ғәҙәти кешене төн йоҡоһонан яҙҙырыуы ихтимал. Әммә әҫәр геройы был турала: “Беҙ – бихисап. Беҙ – легион. Беҙ – тиҫ­тә­ләрсә миллион Рәсәй эшҡыуары. Теләһә ҡайһыбыҙҙы ҡулынан тотоп яуапҡа тарттырырға мөмкин. Ҡырағай бизнес даръяһынан ҡоро сығыу мөмкин түгел…” – тип белдерә. Шул саҡта уҡыусы Рәсәй иҡтисадының һәм бизнесының битлеккә йәшерелмәгән ысын йөҙөн күргәндәй була.

Был әҫәр тәжрибә уртаҡлашыу өсөн генә яҙылмаған. Романдың “Яңы башҡорт” тигән исеме лә күпкә ишара. Автор у­ға бик тәрән мәғәнә һалған. Әҫәрҙәге яңы башҡорт – яҙмыш дилбегәһен үҙ ҡулына алған һәм лайыҡлы йәшәү өсөн көрәш башлаған көслө характерлы милләттәшебеҙ. Ул һәр ваҡыт үҙенә үҙе хужа булырға ын­тыла. Әммә намыҫ төшөнсәһен дә, кә­рәге бөткән кейем кеүек, ситкә ырғытмай.

Үкенескә ҡаршы, бөгөн дә арабыҙҙа ҡырҡ йәшенә тиклем пенсионер атаһы менән әсәһенең итәгенән төшмәгән, араҡы шешәһенең ауыҙынан сыға алмаған һаҡаллы сабыйҙар етерлек. Бындай ахмаҡлыҡты аҡлар өсөн ҡайһы берәүҙәр тарих төпкөлөндә ҡалған колхоздарҙы һағына, башҡорттоң алыпһатар түгеллеген иҫбатларға тотона. Йәнәһе, барыбер йәһүдтәргә тиңләшә алмаясаҡбыҙ. Әммә яҙыусының уларға яуабы ла әҙер. “Башҡорт бизнесҡа һәләтһеҙ, тип ышандырырға тырышалар беҙҙе. Әммә, башҡорт бизнесҡа һәләтһеҙ, тип әйтеү – башҡорт йәшәүгә һәләтһеҙ тигән һүҙ ул”, – тип ҡырт киҫә.

“Аҙғын тәүбәһе” трилогияһында ла шулай уҡ милләтебеҙ өсөн изге булған рух, иман, ер мәсьәләләре күтәрелә. 90-сы йылдарҙа күҙәтелгән илебеҙҙең ҡыйралышы бер ғаилә миҫалында сағыла кеүек. “СССР-ҙың тарҡалыуы, идеал-инаныстарыбыҙҙың, әхлаҡ нормаларының, ҡиммәттәр системаһының ҡыйралыуы Рәсәй халҡына ҙур фажиғә алып килде. Эйе, был мәлдән сирек быуаттан ашыу ваҡыт үтеп китте. Әммә ниңәлер Рәсәй яҙыусылары һаман был ваҡиғаларҙы үҙ әҫәрҙәрендә яҡтыртырға баҙнат итә алмай. Ә мин бына тәүәккәлләнем”, – ти әҙип.

Әҫәр геройы илле йәшендә үҙенә ғәзиз булған бөтөнөһөнән – ғаиләһенән, донъяһынан, мөлкәтенән ҡолаҡ ҡаға. Ҡабаттан донъя көтөп китеүе иҫ киткес ҡатмарлы булһа ла, ул үҙ иңенә төшкән барлыҡ һынау­ҙарҙы еңеп сығыуға өлгәшә. Бының менән яҙыусы өмөтһөҙлөккә батҡандарҙа йәшәүгә ышаныс уятырға теләй, бөтә проблемаларҙы ла хәл итеп була икәнлеген иҫбатлай. Был турала автор: “Аллаһы Тәғәлә кешеләргә ауырлыҡтарҙың да күтәрә алырлығын ғына бирә бит. Һынауҙар аша йәнен сафлаһын өсөн. Шуға күрә өмөтһөҙлөккә бирелергә ярамай. Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаларын бер ваҡытта ла ҡарауһыҙ ҡалдырмаған, ярҙамынан айыр­маған. Бары һуңғы сиккә тиклем көрәшергә, яҡтылыҡ­ҡа, изгелеккә уҡталырға кәрәк”, – тип һыҙыҡ өҫтөнә ала. “Аҙғын тәүбәһе”ндә һүрәтләнеүенсә, ҡайһы саҡта беҙ дөрөҫлөк тип инанғандар ҙа ялған булып сыға. Мә­ҫәлән, төп герой ҙа ҡатыны Лилит менән кешеләрҙе дауалайым, тип уйлай, бары һуңынан ғына был шөғөлдөң ябай сихыр икәнлеген таный. Йәшәйешебеҙҙә нисек ошондай хаталар ебәрмәҫкә? Ғөмүмән, хаталанмайынса йәшәү мөмкинме? Яҙыу­сы фекеренсә, бөтөнләй хаталанмайынса йәшәү мөмкин түгел – кеше фәрештә түгел. Әммә хаталарыңды таныу һәм төҙәтә белеү зарур. Бының өсөн иң дөрөҫ юл – иманға ҡайтыу. Трилогия тап шул хаҡта, төп герой ҙа тормош һынауҙары аша дөрөҫлөккә юл таба.

Флүр Ғәлимов – бөгөн башҡорт әҙәбиәтендә иң әүҙем эшләгән әҙиптәрҙең береһе. Улай ғына ла түгел, яҙыусы яңы ижади бейеклектәргә ынтылыуҙан ҡурҡмай һәм етди үрҙәр яулай. Мә­ҫә­лән, “Юность” журналының алты һанында трилогияның беренсе өлөшө рус теленә тәржемә ителеп, “Вкус запретного плода” исеме аҫтында баҫылды. Флүр Ғәлимов – “Юность” журналында әҫәре донъя күргән тәүге башҡорт яҙыусыһы. Шулай уҡ был абруйлы журналдың декабрь һанында бөтөн донъяға билдәле тәнҡитсе Лев Аннинскийҙың Флүр Ғәлимовтың трилогияһына арналған мәҡәләһе донъя күрҙе. “Роман-газета”ла иһә трилогияның икенсе романы баҫылды. Әйткәндәй, “Роман-газета”ның был һанының 600 данаһы Германияла йә­шәүсе китап уҡыусылар тарафынан һатып алынған. Ә иң мөһиме – ҡасандыр Максим Горькийҙың баш­ланғысы менән нигеҙ һалынған “Художественная литература” нәшриәтендә “Покаяние над пропастью” трилогияһы донъя күрҙе. Әҫәрҙең инглиз теленә тәржемә ителеүе тураһындағы хәбәрҙе лә ҙур ҡыуаныс менән ҡаршыланыҡ. Киләһе йылда уның Бөйөк Британияла донъя күреүе көтөлә. Тимәк, тиҙҙән башҡорт яҙыусыһының әҫәрҙәре менән донъяның төрлө төбәктәрендә таныша аласаҡтар. Әлбиттә, был ваҡиға бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтенең дөйөм еңеүе, ҡаҙаныштарыбыҙҙың ҙур күрһәткесе буласаҡ.

Р.Р. ЗӘЙНУЛЛИН,
Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары
Читайте нас: