Бөтә яңылыҡтар

Бөрйәндә – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары конференцияһы

28 мартта Бөрйән районының Иҫке Собханғол мәктәбендә “Федераль дәүләт белем биреү шарттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙың сифатын күтәреү” темаһына район конференцияһы булып үтте. Ул 10 – 12 апрелдә Өфө ҡалаһында үтәсәк башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтөн Рәсәй съезына делегаттар һайлау һәм съезд программаһына тәҡдимдәр индереү маҡсатында үткәрелде.
Был эшлекле сарала мәғариф ветерандары, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары З.М. Фәтхетдинова, Э.Ф. Әминева, Ф.Ф. Баймырҙина, Байназар мәктәбенең алдынғы уҡытыусыһы Ф.Х. Ҡарағолова, Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы Р.Ф. Муллағолова, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғылары Р.Ғ. Баязитова һәм Т.Ә. Кинйәбаева, мәктәп етәкселәре, балалар баҡсаһы мөдирҙәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, Википедия эше буйынса ҙур эштәр башҡарыусы – район ағинәйҙәр ҡоро рәисе Р.Х. Ғиззәтуллина, Л.Ә. Юлдашева, Н.Ә. Науразбаева, К.З. Ҡотлобаевалар ҡатнашты. Делегаттарҙы Фирүзә Кинйәбулатова менән Шәфҡәт Ғәликәевтар, Иҫке Собханғол мәктәбенең “Осҡон” бейеү ансамбле, уҡыусылар башҡарыуындағы йырҙар тәбрикләп ҡаршы алды.
Конференцияла “Бөрйән районы белем биреү ойошмаларында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу торошо. 2019/2020 уҡыу йылына ҡуйылған маҡсаттар” темаһына методист Г.Д. Мөхәмәдйәрова; башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары район методик берекмәһенең эшмәкәрлеге тураһында берекмә етәксеһе Р.Ғ. Сәғитова; “Балалар баҡсаһында туған телдә белем биреүҙең өҫтөнлөктәре” темаһына тәрбиәсе А.У. Вәлиева сығыш яһаны. Бөрйән районы мәғариф бүлеге етәксеһе Р.Б. Шәрипов уҡытыусыларға киләсәкте төҙөүҙә, шәхес тәрбиәләүҙә иң изге теләктәрен еткерҙе, саҡырылған ветеран уҡытыусылар, күренекле википедистар һәм ихтирамлы ҡунаҡтар өлгөһөндә йәшәргә һәм эшләргә, ғаиләләрҙә үҙ туған телебеҙҙә аралашырға саҡырҙы. “Мәктәптәрҙә башҡорт телен нисек кенә уҡытһаҡ та, ғаиләлә аралашыу булмаһа, уны һаҡлау ауырға тура киләсәк. Туған телде һаҡлап ҡалыуҙың, үҫтереүҙең сере ябай – ғаиләлә башҡортса һөйләшергә кәрәк”, – тигән фекерен белдерҙе ул. Мәктәптәрҙә, балалар баҡсаһында туған телде өйрәнеү буйынса районда проблемалар юҡлығын, биш көнлөк уҡыу системаһына күскән осраҡта ла башҡорт теле дәрестәренең юғалыуына юл ҡуйылмаясағын белдерҙе.
Хөрмәтле ветерандарға Р.Б. Шәрипов сәскәләр һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Артабан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтөн Рәсәй съезында Бөрйән районынан ҡатнашасаҡ делегаттар һайланды.


СӘЙҘӘ СӘЙӘХОВА,
Бөрйән районы.

Читайте нас: