Бөтә яңылыҡтар

Аспектуаллек категорияһының асылы

Хәҙерге лингвистика фәне тел күренештәрен өйрәнеүҙәге төрлө парадигмаларҙың (семиотика, функциональ грамматика, текст теорияһы, нейролингвистика, когнитив лингвистика, лингвокуль­турология һ.б.) ҡатмарлы бәйләнеш системаһын тәшкил итә. Тел сараларын уларҙың семантикаһы, телмәрҙәге функциялары һәм репрезентациялау саралары берлегендә комплекслы өйрәнеп, тел системаһының һәр компонентын уның функциональ әһәмиәте күҙлегенән тикшереү лингвистикала иң перспектив йүнәлештәрҙең береһе һанала. Системалы-структур (системалы-категориаль) һәм функциональ аспекттарҙың берлеге принцибына нигеҙләнгән грамматика функциональ грамматика тип атала. Был төр грамматикала тел берәмектәре «сараларҙан – функцияға», «функциянан – сараларға» йүнәлештәрендә тикшерелә. Уның төп анализлау предметы булып функциональ нигеҙле тел берлектәре – семантик категориялар һәм уларға нигеҙләнгән функциональ-семантик уратмалар (русса – “поле”) тора.

Функциональ-семантик уратма – ул теге йәки был телдәге бер үк семантик өлкәгә ҡараған лексик, лексик-грамматик һәм һүҙьяһалыш элементтары менән тығыҙ бәйләнештәге грамматик (морфологик һәм синтаксик) саралар ярҙамында формалаштырылыусы ике яҡлы (йөкмәтке һәм форма) берлек. Уратма термины өс үлсәмле арауыҡ идеяһына бәйле: “үҙәк (ядро) һәм периферия – талғын күсеүҙәр – системалы объекттарҙың киҫешеүе” уратма структураһы теорияһының нигеҙен тәшкил итә. Был уратмалар ике структур типҡа бүленә: бер үҙәкле (моноцентрик) һәм күп үҙәкле (полицентрик). Бер үҙәкле функциональ-семантик уратмаларҙа уның төп мәғәнәһен асыуҙа ҡатнашҡан төрлө кимәлдәге вербаль саралар ошо мәғәнәне асыҡ сағылдырған бер грамматик категория тирәһендә ойоша. Бындай грамматик үҙәге булмаған телдәрҙә уратма полицентрик формала була, йәғни төп мәғәнә башҡа кимәлдәрҙәге (лексик, синтаксик һәм контекстуаль) тел саралары системаһы аша белдерелә.
Бөгөнгө көндә донъя телдәрендә тиҫтәнән артыҡ функциональ-семантик категория айырылған (аспектуаллек, темпораллек, модаллек, компаративлыҡ, каузаллек, локативлыҡ, эвиденциаллек, таксис, посессивлыҡ, йүнәлешлек һ.б.). Башҡорт телендә төрлө ки­мәлдә модаллек, компаративлыҡ, ас­пектуаллек һәм йүнәлешлек категориялары буйынса монографик тикшереүҙәр уҙғарылған (М.В. Зәйнуллин, В.Ш. Хәкимова, Р.Ә. Абуталипова, З.И. Сәләхова һәм башҡалар).
Функциональ грамматикаға нигеҙ һалыусы тел белгестәре тарафынан ХХ быуат урталарында тәүгеләрҙән аспектуаллек категорияһы айырыла. Үҙе бер нисә компоненттан торған был үҙен­сәлек­ле категория һуңғараҡ тел ғилеменең аспектология тип аталған айырым тармағы булараҡ үҫеш ала. Аспектологияның тикшереү объекты булып эш-хәл, процесс, хәрәкәт һәм тороштоң башҡарылыу ысулдарын (аспектуаль мәғә­нәләрҙе) белдереүсе төрлө кимәлдәге вербаль саралар системаһы тора. Улар араһында үҙәк урынды ҡылымдың төр категорияһы (аспект) һәм аспектуаль кластар (динамик/статик, сикләнгән/сикләнмәгән эш-хәл, хәрәкәтте белдереүсе ҡылым формалары) биләй.
Славян телдәрендә аспектуаллек бер үҙәкле (моноцентрик) категорияға инә һәм уның үҙәген ҡылымдың сикләнгәнлек/сикләнмәгәнлек төр категорияһы (категория совершенного и несовершенного вида) биләй. Славян телдәрендәге төр (вид) морфологик категорияһы ҡылымдың барлыҡ грамматик формаларына ла хас: күпселек формаль күрһәткесе булмаған, тамамланмаған (несовершенный) формалағы ҡылымдар тамамланғанлыҡ (совершенность) күрһәткесе аффикстарын ҡабул итә: писать – написать; бер төркөм ҡылымдар һәр саҡ тик тамамланмаған (несовершенный): зависеть, учительствовать, йәки тик тамамланған (совершенный): рухнуть, побросать формала була (одновидовые); айырым бер төркөм ҡылымдар ике мәғәнәлә лә ҡулланыла ала (двувидовые): женить, исследовать.
Тюркологияла оҙаҡ йылдар ҡылымдың төр категорияһына ҡарата ҡапма-ҡаршылыҡлы ике фекер йәшәй. Бер төркөм телселәр, ҡылымдың төр (вид) грамматик категорияhы төрки телдәрендә лә бар, тип иҫәпләһә, икенселәре был категория төрки телдәрендә юҡ тигән фекерҙә ҡала. Һуңғы йылдарҙа төркиәтселәрҙең барыһы ла төрки телдәренә төр грамматик категорияһы хас түгеллеген, шуға ла аспектуаллек категорияһының полицентрик формала булыуын иҫбатлай.
Башҡорт тел ғилемендә төр категорияһына өс төрлө ҡарашты билдәләргә мөмкин.
Тәүге дәреслектәрҙә “төр” термины бө­төнләй ҡулланылмай. Эш-хәрәкәттең тапҡырлығын һәм интенсивлығын белдереүсе ҡылым формалары тәү башлап 1925 йылда донъя күргән дәреслектә теркәлә һәм был формалар ҡылымдың “аймаҡ” тип аталған категорияһын яһау­сы сара булараҡ билдәләнә. Төрлө аспектуаль мә­ғәнәләрҙе белдереүсе телмәр берәмектәре 1939 йылда Ә.Ә. Мансуров авторлығында нәшер ителгән дәреслектә ҡылымдың “дә­рәжә” категорияһы составына индерелә.
Башҡорт тел ғилемендә эш-хәл, тороштоң башҡарылыу ысулдарын белдереүсе ҡылым формаларын төр (вид) грамматик категорияһы сиктәрендә төрлө яҡлап тәүге етди ғилми тикшереү Ә.И. Харисов тарафынан үткәрелә һәм шуның һөҙөмтәһендә 1944 йылда “Категория глагольных видов в башкирском языке” тип аталған монографик хеҙмәт донъя күрә. Был хеҙмәттә тәүге тапҡыр “вид” (төр) грамматик термины индерелә. Телсе-ғалим башҡорт телендәге эш-хәл, хәрәкәттең башҡарылыу ысулын белдереүсе ҡылым формаларын өс мәғәнәүи төркөм сигендә ҡарай: эш-хәл, хәрәкәттең башланып китеүен; дауамлылығын (оҙайлылығын) һәм тамамланғанлығын/тамамланмағанлығын белдереүсе формалар. Күренекле тюрколог Н.К. Дмитриев та төрки телдәрендә, шул иҫәптән башҡорт телендә, ҡылымдың төр тигән категорияһы барлығын таный. Ул тамамланмаған, тамамланған, күп тапҡыр­лыҡ мәғәнәләрен белдереүсе сараларҙы ике бүлек эсендә ҡарай: хәрәкәтте йәки эште көсәйтеү йәки йомшартыу формалары; ҡылым төрҙәре. Ә.Ә. Юлдашев төр мәғәнәләрен белдереүсе формаларҙы һүҙьяһалышҡа индерә һәм лексик-грамматик категория булараҡ билдәләй.
Ж.Ғ. Кейекбаев эш-хәл, хәрәкәттең башҡарылыу характерын белдереүсе тел сараларын “күләм” тигән термин аҫтында өйрәнә һәм уға ошондай билдәләмә бирә: “Эштең/хәрәкәттең күләмен, йәғни күбәйеүен йәки әҙәйе­үен, дауамын йәки тамам булыуын, аҙ ваҡыт эсендә булыуын йәки тиҙ эшләнеүен, башланып китеүен йәки бөтөүен белдергән ҡылым формалары ҡылым күләмдәре тип атала”. Башҡорт теле буйын­са hуңғараҡ донъя күргән ғилми хеҙмәттәрҙә, дәрес­лектәрҙә, методик ҡулланмаларҙа Ж.Ғ. Кейекбаев индергән “күләм” термины ҡабул ителә, ләкин күпселек дәрес­лектәрҙә был категория йәйә эсендә, “төр” тигән өҫтәлмә термин-аңлатма менән бирелеүен дауам итә.
Башҡорт телендә төр грамматик категорияһының булмауы беренсе тапҡыр Р.О. Шенкнехт тарафынан билдәләнә: “Немец һәм башҡорт телдәрендә заман формаларының күплеге был телдәрҙә төр грамматик категорияһының булмауы менән аңлатыла”. Шул уҡ фекер К.З. Закирйәнов авторлығында донъя күргән рус һәм башҡорт телдәренең сағыштыр­ма морфологияһында теркәлгән.
Беҙҙең тикшеренеү һөҙөмтәләре лә башҡорт телендә, шул иҫәптән башҡа төрки телдәрҙә, ҡылымдың төр грамматик категорияһы булмауын күрһәтте. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, телдә аспектуаль мәғәнәләрҙе белдереү өсөн төрлө кимәлдәргә ҡараған саралар ҡулланыла: морфологик, аналитик, синтаксик, лексик, лексик-грамматик, контекстуаль, ҡатнаш. Был саралар аспектуаллек категорияһы составында тапҡырлыҡ, интенсивлыҡ, лимитативлыҡ, оҙайлылыҡ, фазалыҡ кеүек айырым функциональ-семантик категорияларҙы барлыҡҡа килтерә.
Тапҡырлыҡ категорияһын репрезентациялаусы саралар ҡылым нигеҙе белдергән төп лексик мәғәнәгә тапҡырлыҡ аспектуаль мәғәнәһен өҫтәп, эш-хәл, хәрәкәт һәм процесс үтәлеше дауамында уның өҙөк-өҙөк йәки өҙөлмәйенсә, ҡабат-ҡабат йәки бер тапҡыр ғына башҡарылыуын күрһәтә. Тимәк, “тап­ҡыр­лыҡ” төшөнсәһе бер тапҡырлыҡ һәм күп тапҡырлыҡ мәғәнәләрен үҙ эсенә ала. Мәҫәлән: 1) Бына күк йөҙөн йәшен ҡамсыһы телеп ебәрҙе (Н. Мусин). Ҡолоно әсәһе муйынына башын терәне (Р. Низамов); 2) Ҡаршыларына ла, арттарынан да мылтыҡтар гөпөлдәй (Б. Рафиҡов). Уң ҡулы менән сәстәрен тартҡыланы (Ғ. Хәйри). Элек уларҙы (молотилкаларҙы) һалам менән ябып ҡалдыра торғайнылар (Һ. Дәүләтшина).
Эш-хәл, хәрәкәттең интенсивлыҡ дәрәжәһе ике семантик зонаға ҡарай: норманан түбән; норманан юғары. Мәҫәлән: 1) Уның (тетя Дашаның) күңеле тағы ла йомшаңҡырағайны (Һ. Дәү­ләтшина). Сәрбиямал ҡапыл ҡаты ҡайғырып китте, иламһырап, күҙҙәрен усы менән һөртөп алды (З. Биишева); 2) Ни эшләп шулай ҡапыл урынынан ҡубарылды? Бурап ҡар яуҙы, Ел иҫте олоп-олоп (Р. Назаров).
Лимитативлыҡ (сикләнгәнлек/сик­ләнмәгәнлек) мәғәнәһе башҡа аспектуаль мәғәнәләр менән тығыҙ бәйле. Мә­ҫәлән: сикләнгәнлек менән ҡыҫ­ҡаҡлыҡ һәм бер тапҡырлыҡ; ә сикләнмәгәнлек менән оҙайлылыҡ һәм күп тапҡырлыҡ мәғә­нәләре тап килә. Мәҫәлән: 1) Шулай йә­шәгән диңгеҙ (З. Биишева). Мохтасарҙың hөйләгәндәрен иҫем ҡороп тыңлап киләм (Н. Мусин); 2) Мәккәгә хаж ҡылды (Б. Рафиҡов). Юлhыҙлыҡ hәм көс етмәү өйҙө йылытыу өмөтөн киҫте (Ғ. Хәйри).
Эш-хәл, хәрәкәт, торош һәм процес­тың ваҡыт дауамында оҙайлы, һуҙымлы булыуын йәки, киреһенсә, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә, көтмәгәндә, ҡапыл башҡарылыуын белдереүсе төрлө кимәлдәге вербаль саралар аспектуаллек уратмаһы эсендә үҙ аллы оҙайлылыҡ тип аталған функциональ-семантик категория барлыҡҡа килтерә. Мәҫәлән: 1) Минзәлә артымдан ҡалмай эйәреп йөрөй (Н. Мусин). ¤йгә ҡайтҡас, өс-дүрт көндә кибеп өлгөрөр әле тигән уй менән еләк йыя бирә (Р. Низамов); 2) Шәмси ризалыҡ менән баш hелк­те (F. Хәйри). Шул ваҡыт Диңгеҙ, йо­ҡоhонан тамам уянып, hикереп торған (З. Биишева).
Фазалыҡ категорияһы эш-хәл, хә­рәкәттәрҙең үтәлеү, башҡарылыу процесында уның башланып китеү, дауам ителеү һәм тамамланыу мәғәнәләрен айырыусы саралар ярҙамында яһала. Мәҫәлән: 1) Ҡамышлыҡтан ҡораллы кешеләр сыға башланы (Б. Рафиҡов). Барыһы ла ҡуш устарын биттәренә килтереп бышыр-бышыр бышылдарға керештеләр (Ф. Иҫәнғолов); 2) Рәсүл иhә хәбәрен hөйләй бирә (Н. Мусин). Йәйге аҡhыу офоҡта таң hарыhы яңы ғына hыҙылып килә (З. Биишева); 3) Усаҡтағы сытыр ҡуҙы ла hүнеп бөттө (Һ. Дәүләтшина). ¤фөгә имен генә барып еттеләр (Б. Рафиҡов). Кәмә мороно ярға килеп төртөлдө (М. Кәрим). Был категория оҙайлылыҡ менән тығыҙ бәйле, сөнки тик һуҙымлы, оҙайлы ваҡыт эсендә барған эш-хәл, хәрәкәттәрҙең генә фазаларын айырып ҡарарға мөмкин.
Шулай итеп, башҡорт телендә аспектуаллек категорияһы телдә төрлө кимәлдәге вербаль саралар ярҙамында реалләшеүсе тапҡырлыҡ, интенсивлыҡ, лимитативлыҡ, оҙайлылыҡ, фазалыҡ кеүек айырым компоненттарҙан тора. Эш-хәл, процесс, хәрәкәт һәм торош ысулдарын белдереүсе төрлө кимәлдәге вербаль саралар аспектуаллек тип аталған полицентрик функциональ-семантик категорияны барлыҡҡа килтерә.

Р.Ә. АБУТАЛИПОВА,

БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы профессоры,

филология фәндәре докторы
Читайте нас: