«Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте», «Башланғыс мәктәп» рубрикаларының иң әүҙем авторҙарының береһе, журналыбыҙҙың 2007 йылғы лауреаты Абуталипова Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы ошо көндәрҙә үҙенең күркәм юбилейын билдәләй.
Буласаҡ уҡытыусы, ғалимә, балалар яҙыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре 1954 йылдың 30 мартында Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуа. Бала сағы ата-бабаларының төйәге – Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылында үтә.
1976 йылда БДУ-ның филология факультетын тамамлағас, Иҫке Бәпес урта мәктәбендә тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары һәм уҡытыусы булып эш башлай, артабан Белорет, Стәрлетамаҡ ҡалалары мәктәптәрендә эшләй.
1987 йылда ул Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына эшкә саҡырыла һәм 30 йылдан ашыу ошо уҡыу йортонда уҡытыусылар әҙерләй.
Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы республикала ғалимә булараҡ та билдәле шәхес. Ул 1995 йылда Мәскәү ҡалаhында «Рус телле уҡыусыларҙы башҡорт грамотаhына өйрәтеү» темаhына педагогия фәне буйынса кандидатлыҡ диссертацияhы яҡлай, 2000 йылда доцент ғилми дәрәжәhенә эйә була. 2009 йылда «Башҡорт телендә аспектуаллек функциональ-семантик категорияһы» темаһына филология фәндәре буйынса докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. 2013 йылдан – Рәсәй ғилми фондының, Рәсәй фундаменталь тикшеренеүҙәр фондының даими эксперты. Әлеге ваҡытта ул – БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында башҡорт филологияһы кафедраһы профессоры.
Абуталипова Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы – 250-гә яҡын ғилми, ғилми-методик мәҡәлә, ике монография, утыҙлап дәреслек, методик һәм уҡыу-уҡытыу ҡулланмалары авторы hәм авторҙашы. Улар араhынан башҡорт балалар баҡсаhы өсөн тәүге «Ләйсән» дәреслеген һәм уға методик ҡулланманы (авторҙаштары – Г.И. Әмирханова, М.Б. Юлмөхәмәтов), «Йәш уҡытыусыға ярҙамға» методик ҡулланмаһын, «Бүләк» дәреслегенә методик ҡулланманы (авторҙаштары – Х.А. Толомбаев, М.С. Дәүләтшина), «Тел уҡытыу методикаһы буйынса терминдарҙың русса-башҡортса hүҙлеге»н (авторҙашы – Ә.В. Камалетдинова), «Башҡорт телендә аспектуаллек функциональ-семантик категорияһы», «Төрки телдәрҙә аспектуаль мәғәнәләрҙе репрезентациялаусы саралар» исемле монографияларын, «Башҡорт телендә аспектуаллек категорияһы» уҡытыу- методик комплексын айырым билдәләп үтергә мөмкин. «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналында башҡорт телен уҡыу-уҡытыу методикаһының актуаль проблемаларына арналған дүрт тиҫтәгә яҡын мәҡәләһе баҫылып сыҡты.
Күренекле ғалимә һәм методист башҡорт теле уҡытыусыларына методик ярҙам күрһәтә, ғилми-методик семинарҙарҙа лекциялар уҡый, «Йыл уҡытыусыһы» конкурстарында жюри ағзаһы булараҡ ҡатнаша, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының квалификацияһын күтәреү курстары менән етәкселек итә.
2000 йылдан Р.Ә. Абуталипова – Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаhы. «Әнисә, йәшең нисә?» исемле тәүге шиғри йыйынтығы 1993 йылда донъя күрә. Артабан «Асыуланма, Сыбарҡай» (1995 й.), «Сиңерткә йәшенмәк уйнай» (2002 й.), «Мин үҫәм» (2006 й.), «Бесәй быйма эсендә» (2018 й.) исемле китаптары сыға. 1997 йылда «Шаңдау» йыйынтығында өлкәндәргә тәғәйенләнгән «Яҙ һөйөнсөһө» тип аталған китабы баҫыла. Ул үҙен башҡа жанрҙарҙа ла hынап ҡарай: хикәйә, әкиәт hәм скетчтары республика матбуғат биттәрендә даими баҫыла. «Ағиҙел» журналында «Серем – йөрәк сирем» исемле драма әҫәре донъя күрә. Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙының балалар өсөн шиғырҙары дәреслектәргә, уҡыу- уҡытыу методик ҡулланмаларына, өлкәндәр өсөн әҫәрҙәре «Башҡорт шиғриәте антологияһы» (2001), «Антология поэзии Башкортостана. Голоса веков» (2007), «Балалар әҙәбиәте антологияһы» (2018) баҫмаларына индерелгән.
Р.Ә. Абуталипова Башҡортостан Республикаһының, Стәрлетамаҡ ҡалаһының йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының Стәрлетамаҡ ҡала башҡарма комитеты рәйесе, Стәрлетамаҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе була, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының II һәм III съездары эшендә ҡатнаша.
Арҙаҡлы ғалимә, арымаҫ-талмаҫ ижадсы, оло шәхес Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы Абуталипованы «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы редакцияһы коллективы исеменән матур ғүмер байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, яңынан-яңы фәнни һәм ижади үрҙәр теләйбеҙ!