Бөтә яңылыҡтар

Оноторға хаҡыбыҙ юҡ

9 май – Бөйөк Еңеү көнө

Ленинград ҡалаһының блокаданан тулыһынса азат ителеүенә 2019 йылдың 27 ғинуарында 75 йыл тулды. Ленинградты обороналау, Ленинград блокадаһын өҙөү Бөйөк Ватан һуғышы тарихында иң үлемесле, иң ауыр осор тип баһалана. Ҡаланы обороналауҙа, ҡамауҙы өҙөүҙә, илебеҙҙең азатлығын яулауҙа атайымдың ҡатнашлығы барлығы ғорурлыҡ уята миндә.
Аңлы тормошомдоң 22 йылын атайым менән йәшәнем, уға хәлемсә ярҙам, хөрмәт күрһәттем. Уның йән-тән яраларын уңалтырға тырыштым. Яралары ауыр ине...
Үҙе һалған йортта, кинйә улына – миңә фатихаһын биреп, минең ҡулымда баҡыйлыҡҡа китте. Үлеме лә уның яугирҙарса булды. Йөрәк өйәнәге менән 2 ай ауырыны. Үҙенең үлем сәғәтен ҡояш байыу ваҡыты менән аныҡ билдәләне.
– Әлик улым, ҡояш байыуға үтермен. Ағайҙарыңды, апайҙарыңды саҡыр, һуңғы тапҡыр күреп хушлашайым, – тине.
Төш ваҡыты ине. Һалҡын һыу һорап эсте, сәй эсеүҙән баш тартты. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре килеп өлгөрҙө. Һәр береһе атайым менән килеп күреште, хәлен һорашты.
– Һеҙҙе көтөп ултыра инем, ярай, килеп өлгөрҙөгөҙ, балалар, рәхмәт! Ә хәҙер, Әлик, мине күтәрмәгә сығар әле, һуңғы тапҡыр ауылды ҡарайым да...
Уң ҡулын иңбашына һалып, ишеккә табан атланыҡ. Хәле юҡ ине, кинәт иңбашымдағы берҙән-бер уң ҡулы бушаны, һәлберәп төштө...
Шулай минең ҡулымда көйө ыңғырашыу, уфтаныуһыҙ баҡыйлыҡҡа күсте Ленинград һаҡсыһы, II төркөм инвалиды сержант Һибәтулла Байғара улы Байғарин.
1974 йылдың 28 авгусы ҡояшы байығайны.
Атайым 1904 йылда Учалы районы Наурыҙ ауылында ишле ғаиләлә тыуа. 1922 йылда атайым күрше Сораман ауылы һылыуы Мәхиәнова Мәрхиә Вәлит ҡыҙына өйләнә, шул йылда уҡ хеҙмәткә алына. Ҡыҙыл Армия сафтарында 4 йылға яҡын хеҙмәт итә, пулеметсы була. Хеҙмәттән ҡайтҡас, ауылдың тәүге коммунисы, бер туған ағаһы Байғарин Шафиҡ йоғонтоһонда партия сафына инә. Йәштән үк белемгә, яңылыҡҡа ынтылған атайым илебеҙҙә барған үҙгәрештәрҙе: кооперациялар төҙөү, колхозлашыу, ауыл хужалығын яңыса үҙгәртеп ҡороуҙы хуплап ҡаршы ала. Тәүгеләрҙән булып, 2 атын, бер һыйырын биреп, колхозға инә. 30-сы йылдарҙа зоотехниктар һәм агрономдар әҙерләү буйынса ҡыҫҡа сроклы курстарҙы тамамлай. Ҡыҫҡаһы, колхозды төҙөү эшендә етәкселәрҙең береһенә әйләнә.
1937 йылда атайыма оло ҡайғы кисерергә тура килә. Бер туған ағаһы Байғарин Шафиҡ Байғара улы ҡулға алына. «Халыҡ дошманы» тигән мөһөр тағыла. Ә 5 көндән һуң 15 октябрҙә ике туған ағаһы Байдәүләтов Сәғит Байдәүләт улы ла ҡулға алына. Ағайҙарының икеһе лә 1937 йылдың 27 ноябрендә атыла. (Быны беҙ 1970 йылдарҙа ғына белдек). Яҡты донъя менән хушлашҡанда 41 йәш кенә була легендар комбриг М.Л. Мортазин бригадаһы яугирҙарына.
Ағаларының нахаҡҡа ғәйепләнеүен бик ауыр кисерә атайым. Бригадирлыҡтан сығарыла, төрлө ауыр һүҙҙәр ишетергә тура килә «халыҡ дошмандарының» ҡустыһына. Рухы һынмай, күңел, йөрәк яраларын эш менән баҫырға тырыша: бесән сапҡанда, кәбән һалғанда 2–3 норма үтәй, һәр саҡ алғы сафтарҙа була Һибәтулла Байғарин.
1941 йылдың июнь аҙаҡтарында һуғышҡа алына. Пулеметчик була, 2 йылдан ашыу зенит-пулемет нөктәләрендә (ЗПТ-ларҙа) Ладога күленең көньяҡ ярҙарын дошмандарҙан һаҡлай, Ленинградты обороналауҙа ҡатнаша. 3 яра алып, һул ҡулын өҙҙөрөп, күкрәк ситлегендә 10 – 11 осколка, снаряд ярсығы – һуғыш иҫтәлеге алып, тыуған еренә иҫән ҡайта. Дөрөҫөрәге, 18 йәшлек кенә рус ҡыҙы Уляның (бәлки, Ульяна булғандыр) оҙатыуында Учалы ауылына килеп етә. Санитарка ҡыҙ Уляның талабы буйынса, Учалы хәрби комиссариаты колхоздан ат ебәреүҙе һорай. Ат килгәс, Уля, атайымды арбаға ултыртып, тейешле паектарын, документтарын, бер аҙ аҡса биреп үҙе оҙата килгән ауыр яралы фронтовик менән хушлаша. Атайымдың иҫән-һау ҡайтыуы беҙҙең ғаилә, күрше-күлән өсөн оло шатлыҡ була.
Әсәйемдең хәтирәләренән
Атайымды алырға ат киткәс, кискә килеп етерҙәр, тип көтә башланыҡ. Төнөн дә килмәнеләр. Икенсе көнөнә, 29 августың төшө алдынан ҡайтып керҙе атайың. Ҡаҡ һөйәк, һул ҡулының еңе буш, бил ҡайышына ҡыҫтырылған. Юлда аттары арыған. Үҙе лә арыған, хәлһеҙ ине. Күршеләр йыйылып китте, араларында бер генә ир кеше – Риза Фәттәхов. Ул апрель баштарында аяғынан яраланып ҡайтҡайны.
Рәхмәт инде колхозға, ҡолоно үлгән бейә бирҙе. Шуның һөтөн һауып эсереп, артҡанынан һаумал ғына ҡымыҙ әсетеп эсерә торғас, арыуланды атайың. Тәненә яйлап ит ҡунды, төҫ керҙе.
Ошоноң менән ҡанлы яу юлы хаҡындағы яҙмамды тамамлаһам, уның алдында гонаһлы булырмын. Атайым, уның окопташ дуҫтары, ауылыбыҙҙан һуғышҡа киткән 100-ләп яугир-фронтовик алдында гонаһлы булып ҡалғым килмәй. Мин яҙмаһам, кем яҙыр. Миңә лә бит 72-се йәш, ғүмер ҡояшым байыуға табан бара. Оҙонға китһә лә, яҙайым әле, моғайын берәй гәзит-журнал, йә булмаһа, радио яҙмаларыма урын бирер, эфирға сығарыр.
Атайым һуғыш, үҙенең яу юлдары хаҡында һөйләргә яратманы. Бары тик Еңеү көндәрендә, 23 февраль, Бөйөк Октябрь кеүек байрамдарҙан һуң, бал ҡорто балынан ҡойолған һары балды (медовуханы) эсеп, бер аҙ кәйефләнеп алһа, күңел һандығы асылып, урыҡ-һурыҡ булһа ла һуғыштағы аяныслы, ауыр хәлдәр хаҡында һөйләр ине...
– Бына бит, һау булғас, йомшаҡ мамыҡ түшәктә ирәйеп эре ятам. Күңелем көр, донъям теүәл. Балаларым үҫеп еттеләр. Ә 1943 йылда ауыр яраларымдың һыҙлауына түҙә алмай, аңым инмәле-сыҡмалы булып госпиталдә ятҡанда, балаларым Фәрзәнә, Марат, Әлфиә һәм Айрат етем ҡалырҙар микән, Мәрхиәмә уларҙы яңғыҙ ҡарап үҫтереү бик ауырға төшөр инде, тип өмөтһөҙлөккә бирелгән саҡтарым да булды. Шөкөр, зәғифләнеп булһа ла ҡайттым, күңелебеҙ, рухыбыҙ зәғиф булмағас, тағы ла өс балабыҙ – Альберт, Алик, Мәүлиәгә ғүмер бирҙек. Мәрхиәмә рәхмәт инде. Мәүлиә ҡыҙымдың ғына ғүмере әҙ булды, 4-се йәше менән барғанда гүр эйәһе булды...
Шулай ситләтеңкерәп башлар ине һуғыш хәтирәләрен атайым. Уның һөйләгәндәрендә һәр ваҡыт яуызлыҡ менән кешелеклелек, яманлыҡ менән изгелеклелек, насарлыҡ менән яҡшылыҡ йәнәш йөрөр ине.
Хәҙер 72-се йәшем менән барғанда үлем менән йәшәү, Ил яҙмышы менән ир яҙмышы хәл ителер ваҡиғаларҙың эсендә янып йөрөгән кеше генә шулай һөйләй алалыр, тигән фекергә киләм.
10–11-се кластарҙа уҡығанда атайымдың һөйләгәндәрен дәфтәргә теркәй башланым. Яҙмаларым 18 битлек шаҡмаҡ дәфтәрҙе тултырҙы. Үкенесле, ул дәфтәр юғалды.
БДУ-ның филология факультетында уҡығанда, 1968 йылдың май–август айҙарында, миңә ГДР-ҙа булыу бәхете тейҙе. Галле округы менән Башҡортостан вуздары араһында Дуҫлыҡ күпере һалыусы 20 студент араһында мин дә бар инем. ГДР-ҙың ҡалаларында булыу, Бухенвальд, Берлин, Бранденбург ҡапҡаһын, Рейхстаг, Битва народов, Трептов парк, Потсдам, Дрезден ҡалаһының һәйкәл итеп ҡалдырылған емертелгән тотош кварталын күреү миндә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Ошолар йоғонтоһонда ГДР-ҙа йөрөгәндә, атайымдың һөйләгәндәренә нигеҙләнеп, «Ленинград шөкәрәһе» тигән ҙур ғына мәҡәлә яҙҙым. Маҡсатым шулай ине: ҡайтҡас, атайым менән әсәйемә ошо яҙмамды уҡып ишеттерәм, әгәр улар хуплаһа, берәй республика газетаһында баҫтырам. Уҡыным. Икеһе лә күҙҙәре йәшләнеп тыңланы. Бер килке шым ултырғас, атайым телгә килде.
– Дөрөҫ яҙғанһың, ауыр хәл-ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрҙөң. Яҙмаңда әйтелгән кеше әле тере, уның балалары ла бар. Мәҡәләңде гәзиттә баҫтырһаң, улар ҙа уҡыр, ҡайғырыр. Ҡуй, улым, 25 йыл элек булған хәлде иҫкә төшөрмә. Кешеләрҙе ҡайғыртма, яҙмаңды гәзиткә бирмә. Ғәйепле кеше инәйеңдән килеп ғәфү үтенгән бит, зыяндың күпселек өлөшөн ҡаплаған, – тип ризалығын бирмәне.
Атайымдың һүҙен тыңланым, мәҡәләне баҫтырманым, ул юғалды. Әммә яҙмам тулыһынса хәтеремдә ҡалған әлегәсә. Уҡыусы аңлаһын өсөн, «Ленинград шөкәрәһе» мәҡәләһенең ҡыҫҡаса йөкмәткеһен бирәм.
Һул ҡулын өҙҙөрөп, күкрәгенән ауыр яраланып, госпиталдә ятҡанда, 3 ай буйы атайым ашай алмай. Шыйыҡ ризыҡ менән туҡландыралар. Ә икмәген госпиталь хеҙмәткәрҙәре шөкәрә итеп киптереп һаҡлай. 2 ҡатырға ҡумта йыйыла шөкәрә. Госпиталь начальнигы шөкәрәне һатырға һәм ауыр яралы сержанттың ғаиләһенә ебәрергә тәҡдим итә. Һаталар. Атайым инәйемдең, сәй юҡ, мәтрүшкә менән боланут сәйе эсәбеҙ, Фәрзәнә, Әлфиә ҡыҙҙарыңдың күлдәктәре туҙҙы, бәләкәсәйҙе, тип яҙыуын иҫләп, табиптан сәй һәм күлдәклек тауар һатып алыуҙарын һорай. Үтенесен үтәйҙәр. 5 штук (дана) таҡта сәй, күлдәклек тауар һатып алып, ауылға посылка һалалар. Килеп етә аманат. Әммә унда күлдәклек тауар, таҡта сәйҙәр юҡ. Сәй ҡағыҙҙарына ҡушылып төрөлгән жмых (жом) таҡталары һәм 3 пар һалдат сылғауҙары ғына була. Фронттан яраланып ҡатҡан атайымдың дуҫы Сафин фамилиялы судьяның тырышлығы менән ғәйепле табыла. Тамаҡ тамуҡҡа илтә, тигәндәре шулдыр инде.
Мин ГДР-ҙан ҡайтҡан көндөң иртәгәһенә ағай-эне йыйылды, йәнәһе, ҡустылары сит илдән ҡайтҡан бит. Күмәкләп фото, открыткалар, «Бухенвальд» китабын ҡараныҡ. Фашистарҙың концлагерҙа ҡылған вәхшилектәрен күреп, иҫтәре китте. Китаптың күпселек өлөшөн аяныслы фотолар һәм уларға бирелгән аңлатмалар тәшкил итә ине.
Төнөн атайым йоҡлай алманы, икенсе көнө бик уйланып йөрөнө. Төштән һуң мине өйгә саҡырҙы. Урындыҡтың түренә менеп ултырҙы, арҡаһы менән стена араһына ҙур ғына мендәрҙе ҡыҫтырҙы ла яйлап ҡына һөйләй башланы.
– Бәләкәй сағыңда һөйләүҙе һорап ҡаңғырттың. Һуғыштың әкиәт түгеллеген аңламай инең. Хәҙер 20 йәште үткән егетһең, һуғыштың оло фажиғә, үлем, ҡан ҡойош икәнен аңлайһың. Алып ҡайтҡан ике китабың күпме кешене шомға һалды, уйландырҙы. Һиҙгәнһеңдер. Ул китапты – «Бухенвальд»-ты һаҡла, уҡытыусы буласаҡһың бит, балаларға һөйләрһең, күрһәтерһең, – тине ҡәтғи генә.
Тыныслана төшкәс, үҙенең ауыр, үлемесле яу юлы хаҡында һөйләйәсәген белдерҙе. Тынып ҡалды. Ҡарлыҡҡаныраҡ тауыш менән: «Һуғыш тураһында кино ҡарау, китаптар уҡыу бер, ә бына һуғыштың башынан алып аяныслы яуҙа булған һалдаттар уны икенсерәк күрә. Быны һин, туғандарың, йәш быуын белергә тейеш», – тип башланы ул һүҙен. Уның һөйләмдәрен үҙгәртмәй, сағыу буяуҙарға буямай сағылдырыу өсөн һүҙҙе фронтовиктың үҙенә бирәм.
Атайымдың хәтирәләре
Хәтирәнең була төрлөләре,
Төн кеүеге, йәйғор төҫлөһө,
Хәтирәне ғүмер буйы һаҡлай
Күңелдәрҙең тәрән хислеһе.
(А. Игебаев)
“Июндең һуңғы көндәрендә Учалы хәрби комиссариатында йыйылдыҡ. 200-ләп кеше инек. Барыһы ла элек хәрби хеҙмәттә булған 30 – 40 йәш тирәһендәге ирҙәр. 1 июлдә Алкинола хәрби һөнәрҙәребеҙ буйынса төркөмдәргә бүлделәр. Пулеметчиктар, зенитчиктар, минерҙар, саперҙар, автомобилистар взводтары төҙөлдө. Автомобилистар бик әҙ ине. Шул уҡ көндө хәрби күнекмәләр башланды. Беҙҙең пулеметчиктар взводы «Максим» пулеметын өйрәнә. Пулеметтарҙың төрлөһө бар. Хатта бер аҙ сит ил пулеметтарын да өйрәттеләр.
Августың 20-ләрендә фронтҡа ҡарай юл алдыҡ. Туҡтай-туҡтай барып, Новгород өлкәһенең узловая станция Подсиневье тигән ерендә вагондарҙан төшөрҙөләр. Йәйәүләп Боровичи ҡалаһына килдек. Ҡала ҙур түгел. Алкинола әҙерлек үткән пулеметчиктарҙы зенитчиктарға ҡушып, зенит-пулемет роталары формировать иттеләр. Беҙҙең йәнәштә инженер-мина ротаһы, медик-санитар взводтар, автомобиль роталары урынлашты.
Боровичи ҡалаһында 2 көн торҙоҡ. Таң менән юлға сыҡтыҡ, полуторка машиналарында зенит-пулемет ротаһы – алдан, ә артта инженер-мина ротаһы килә. Килә торғас, бомба соҡорҙары, яндырылған, түңкәрелгән автомобилдәр йыш күҙгә салына башланы. Был фашист самолеттарының «эше» икәнен аңланыҡ. Малая Вишера ҡалаһын үткәс, машиналарҙан төшөрҙөләр. Зенит-пулемет ротаһы Вишера йылғаһы буйында позиция биләне. Ашығыс рәүештә зенит-пулемет нөктәләре (ЗПТ-лар) төҙөй башланыҡ. Һәр ЗПТ-ла 1 зенитка, уның расчеты, 1 пулемет, 2 пулеметсы, 2 автоматсы. Инженер-мина ротаһы төньяҡ йүнәлештә хәрәкәтен дауам итте. Беҙҙән алыҫ булмаған ҡала тибындағы Большая Вишера ҡасабаһының төньяғында төрлө частар урынлашыуын белдек.
Сентябрь башына ЗПТ-лар урынлашып бөттө, позициялар нығытылды, окоптар, траншеялар ҡаҙылды.
Рота, батальондарҙа партия йыйылыштары үткәрелде. Унда фельдмаршал фон Лееб армияһының 30 августа Ленинградты блокадаға алыуы, Лужа ҡалаһы тирәһендәге рубеждарҙың ауыр хәлдә булыуы, Ленинград һәм Волхов фронттары араһындағы бәйләнештең өҙөлөү ҡурҡынысы барлығы хаҡында әйттеләр. Партия йыйылышы «Коммунист окопта түгел, ә атакала үлә!» девизы менән тамамланды.
Ленинград менән тимер юлы бәйләнеше өҙөлөү ҡурҡынысы тыуғас, беҙҙе, зенит-пулемет роталарын, яңы позицияларға күсерергә приказ килде. Шул уҡ төндө нығытылған позицияларҙы ҡалдырҙыҡ. 1 сентябрь таңында, Большая Вишераны ситләп үтеп, Волхов йылғаһы буйында ваҡытлыса позиция биләнек. Һаҡланыу, маскировка сараларын күрҙек. Дошман беҙҙең частарҙың хәрәкәтен белмәҫкә тейеш, тип талап итте командирҙар. Эңер төшөүгә, захаркалар (ЗИС-105), полуторкаларға тейәлеп, ашығыс хәрәкәт башланыҡ. Волхов йылғаһының уң яғынан барып, Кириши ҡалаһына еткәс, йылғаның һул яҡ ярына сыҡтыҡ. Кириши ҡалаһын уң ҡулда ҡалдырып, бер аҙ барыуға яҡтыра башланы. Тағы ваҡытлыса позиция биләнек, маскировка сараларын күрҙек. Көндөҙ Волхов йүнәлешендә фашист самолеттарының осоуы күренә ине. Лужа рубеждарында һуғыштар бара, тип аңлатты командирҙар. Ҡараңғы төшөүгә, захаркаларҙа килгән зенитчиктарға ҡушылып, төньяҡҡа табан ҡуҙғалдыҡ. Волховты – уң ҡулда, Лужаны һулда ҡалдырып, Ладога күленең көньяҡ яры буйында туҡтаныҡ. Яҡтырғас, буласаҡ позициябыҙҙың Ладога күленең эсенә дуғаланып кереберәк торған көньяҡ яры икәнен күрҙек. Командирҙар һәр взвод, ротаның биләйәсәк позицияһын билдәләгәс, зенит-пулемет нөктәләрен урынлаштыра, окоп, траншеялар ҡаҙа башланыҡ. Төштән һуң, төҙөлөш батальондары ла килеп етеп, блиндаждар, күҙәтеү пункттары төҙөй башланылар. Ер бында бик дымлы, урыны-урыны менән батҡыл. Окоп, траншеяларҙы тәрән ҡаҙып булмай – һыу сыға, окоп стеналары ишелә. Уның стеналарын, төбөн брустверҙарҙы бүрәнәләр менән нығытабыҙ. Окоптар һай булғанға, брустверҙарҙы бейек итеп эшләргә тура килә. Алһыҙ-ялһыҙ, көнө-төнө эшләп, сентябрҙең 5-нә биләгән позицияларыбыҙҙы нығытып бөттөк. Барыбыҙ ҙа шуны яҡшы аңлай: окоп, траншея – һалдаттың һаҡсыһы, уның ғүмерен ҡотҡарыусы.
Иртәгәһенә дошман самолеттарының һөжүме көсәйҙе. Көнөнә 3 – 4 тапҡыр налет яһайҙар, ҡайһы берҙә тиҫтәләгән самолет атакаға килә. Беҙҙең зенитчиктар һирәк-мирәк булһа ла уларҙы бәреп төшөргөләй. Түбәндән генә осҡан «мессер»-ҙарға пулеметтан атып тейҙереү ҙур оҫталыҡ талап итә, беҙҙә ул етешмәй. Пулеметты йәтешләп ултыртып, самолетты прицелға алғансы, ул пулеметынан һиптереп үтеп тә китә. Эргәнән генә, бульт-бульт итеп, тура һыҙыҡ буйынса батҡыл ергә кергән пулялар тауышын ишетәһең. Эй-й-й-й! Ҡайҙа икән беҙҙең самолеттар, танкылар, тип әсенә инек шундай саҡтарҙа. Күп тә үтмәй фашист ҡоҙғондары әйләнеп килеп тағы пикировать итәләр, бомбалар ташлайҙар. Инәйеңдең теген машинаһы нисек итеп тауарҙы тишкеләп текһә, самолеттан атылған пулялар ҙа ерҙе, кешене шулай тишкеләй-теткеләй.
Беҙ ҙә ҡарап ҡына ятмайбыҙ, һөжүмгә килеүсе самолеттарға бөтә булған ҡоралдарҙан заградительный огонь асабыҙ. Файҙаһы тейә. Дошман самолеттары туп-тура ут нөктәһенә килергә ҡурҡа, ситкә тайпылалар, тоҫҡап ата алмайҙар. Ә беҙҙең зенитчиктар, ошо мәлдән файҙаланып, ҡурҡмай, ҡабаланмай тоҫҡап атып, бер нисә самолетты бәреп төшөрөргә өлгөрә.
9 сентябрь кисендә батальондың күҙәтеү пункты блиндажына рота, взвод командирҙары, коммунистар саҡырылды. Полк комиссары Волхов фронтында булған хәлдәр менән таныштырҙы. Кисәге Ленинград менән тимер юл бәйләнеше өҙөлөүен әйтте. Дәүләт Оборона комитетының ҡарарын уҡыны. Ҡарарҙа блокадала ҡалған Ленинградты Ладога күле аша аҙыҡ-түлек, ҡорал менән тәьмин итеү кәрәклеге әйтелгәйне.
– Һеҙҙең төп бурыс – Ладога күленең көньяҡ ярҙарын һаҡлау. Өҫтәлмә көстәр, ҡорал киләсәк. Тихвин, Волхов йүнәлешендә дошмандың һөжүме көтөлә, – тип тамамланы ул һүҙен.
Сентябрь урталарында хәрби частар яңы килгән яугирҙар менән тулыландырылды. 10 – 15 көн эсендә уларҙа һалдаттар һаны 2 тапҡырға кәмегәйне. Яңы зенитка, пушкалар, пулеметтар, боеприпастар алдыҡ.
Командование күлдең төньяҡ ярҙарын нығытыуға ҙур иғтибар бирҙе. Инженер-мина, төҙөлөш частары килде. Позициялар нығытылды, яр буйҙары буйлап, аралары 100 – 120 метр ҡалдырып, 3 линиялы (эшелонлы) траншеялар ҡаҙылды. Беренсе траншея окоптарға 30 – 40 метр һайын бүрәнәләр һыҙып ултыртылды. Ситтән ҡарағанда улар зенитка, пушка көбәктәре кеүек күренә ине. Дошманды алдау өсөн инде улар. 2-се, 3-сө линиялағы траншеяларҙы хәрби талаптарға яуап бирерлек итеп эшләнек. Волхов йылғаһының Ладогаға ҡойған тамағынан беҙҙең позицияларға тиклем өҫтәп зенит-пулемет нөктәләре, яңы артиллерия батареялары урынлаштырылды, пулемет нөктәләре ҡоролдо.
Сентябрҙең 11 – 12-ләрендә Волхов тамағынан ҡуҙғалған Ладога флотилияһының бер нисә баржаһы һәм катеры күлдең көнбайыш ярында Осиновец причалдарына барып етә. Был һыу юлын ҙур трасса (Большая Ладожская трасса) тип атанылар. Сентябрь урталарынан Ленинградҡа аҙыҡ-түлек, боеприпас ошо трасса аша ташыла башланы. Кире килгәндә баржалар, катерҙар ҡарттарҙы, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, балаларҙы тейәп килә ине. Ноябрь баштарына, күл боҙ менән ҡапланғансы, Ладога хәрби флотилияһы 100 меңләгән кешене эвакуацияланы, тип һөйләнеләр. Үкенесле, баржаларҙың һәм пароходтарҙың батырылыу осраҡтары ла булғыланы.
Октябрь баштарынан һауа юлы аша ла блокадалағы ҡала аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителә башланы. Сталиндың махсус приказы буйынса һауа юлынан иң туҡлыҡлы аҙыҡ ҡына ташыйҙар.
Тәүге яраны көтмәгәндә алдым. Сентябрҙең 20-ләре булһа кәрәк. Бәләкәй лейтенант һәм ЗПТ командирҙары менән зениткалар ултыртыу өсөн урын ҡарай инек. Йығылып ятҡан йыуан ағас эргәһе уңайлы булыр тип, ағас тирәһен ҡарарға булдыҡ. Граната шартланы, лейтенант һәм 2 автоматчик йығылды. Граната ярсығы һул осаның ус аяһындай итен ҡыйып алғайны. Лазаретта яраны тектеләр. Һөйәк, ҡан тамырҙары йәрәхәтләнмәгән. Ярам еңел. 10 көндән үҙебеҙҙең часҡа килдем. Позицияларҙы танырлыҡ та түгел. Окоптар, брустверҙар аҡтарылған. Бомба соҡорҙары...
– Бог тебя помиловал, Байгарин. Твоих нет в живых... Прямое попадание... Айда к нам, у нас расчет тоже неполный, – тигән тауышҡа боролоп ҡараһам, күрше ЗПТ командиры Сережа миңә ҡарай килә.
Шулай итеп, окопташ дуҫтарымды юғалттым.
Октябрҙең икенсе яртыһында фашистар Ленинградты 2-се ҡулса менән уратып алырға планлаштыра. Уның сиктәре Чудово, Большая Вишера, Малая Вишера, Боровичи, Тихвин, Волховты, Ладога күлен үҙ эсенә алырға тейеш була. Әммә Гитлерҙың планы тормошҡа ашманы. Шулай ҙа ноябрҙең баштарында, Тихвин ҡалаһы дошмандар ҡулында ҡалды, тигән хәбәрҙе ишеттек. 9 декабрҙә генә Тихвин азат ителде һәм 2 көндән Волхов эргәһендә дошмандың ҙур группировкаһы ҡыйратылды. Мәскәү эргәһендә лә, беҙҙең ғәскәр һөжүмгә күсеп, фашистарҙың 500 мең һалдатын, меңдән ашыу танкыһын ҡыйратты, тип хәбәр итте Волхов фронты гәзиттәре.
Беҙҙең өсөн был яңылыҡтар оло шатлыҡ булды, еңеүгә ышанысыбыҙҙы арттырҙы.
Ноябрь урталарында Ладога боҙ менән ҡапланды. Боҙ ҡалынлығы 10 – 15 см-ға етеү менән, инженер-төҙөлөш роталары эшкә тотондо. Уларға 110-сы һанлы юлды һалыу йөкмәтелгәйне. Боҙ юлы Кабона ауылы менән күлдең көнбайыш ярындағы Коккорево ауылын тоташтырырға тейеш. Юлдың оҙонлоғо – 30 км. 1942 йылдың ғинуарынан беҙ һаҡлаған 110-сы һанлы юлды «Дорога жизни» тип атай башланылар. Боҙ юлын һалыу күп ҡорбан талап итте.
Ноябрҙең 17-һендә беҙҙең зенит-пулемет роталары Кабона ауылы тирәһендә яңы позиция биләне. Захаркалар (ЗИС-105), полуторкалар (ГАЗ-АА) автомашиналары бүрәнәләр ташый, яр буйында складтар төҙөйҙәр. Боҙ юлының ныҡлығын тәүҙә аттар менән йөрөп һынанылар. Коккорево ауылынан Кабонаға 300-ләп егеүле аттар килде. Саналарына он, ярма тейәп, 22 ноябрҙә атлы ылау Коккорево һәм Осиновецҡа барып етә. Шул уҡ төндә 100-гә яҡын полуторканан торған автомобилдәр колоннаһы Кабонаға килә. Аҙыҡ-түлек тейәлгән 60-лап полуторка икенсе көндөң таңында Коккоревола йөктәрен бушата. Тиҫтәләгәне боҙ аҫтына китә. Инженер-төҙөлөш частары боҙо йоҡа, ышанысһыҙ урындарға бүрәнәләр түшәй. Машиналар, бомбалар төшөп сәрпәкләнгән урындарға ағас платформалар (күперҙәр) һала. 1942 йылдың ғинуар урталарына тиклем захаркалар боҙ юлына ебәрелмәне – ауырҙар. Боҙ юлында айға яҡын полуторкалар йөрөнө. Улар бер юлы ике эш башҡарҙы – Ленинградҡа аҙыҡ-түлек, боеприпас ташыны, ә кире килгәндә ҡаланан эвакуацияланған халыҡты Оло ергә сығарҙы. Ауыр булмаһын өсөн, борттарына 8 – 10 кешене генә алдылар. «Дорога № 110»-ты «Дорога жизни» тип атаһалар ҙа, уны һаҡлаусы, хеҙмәтләндереүсе меңәрләгән яугирҙың ғүмере ошо боҙ юлында өҙөлдө. Күбеһенең ҡәбере – ошо күл төбө булды. Һуңынан асыҡланды: 1941 – 1942 йылдың ҡышында ғына 1000-дән ашыу автомобиль боҙ аҫтына киткән. Ҡорбандар бушҡа булмаған. Биш айға яҡын хеҙмәтләндерә боҙ юлы халыҡты (ноябрь–апрель башы). Ошо осорҙа 500 меңгә яҡын кеше эвакуациялана, миллионлаған Ленинград халҡы аслыҡтан ҡотҡарыла. Ҡалала халыҡтың аслыҡтан үлеп бөтөүен көткән фашистар ҡаланы аҙыҡ менән тәьмин итеүсе Кабона – Коккорево боҙ юлын юҡ итергә тырышты. Һауа һөжүме йышайҙы, диверсион эштәр йәйелдерелде.
Беҙҙең командование бөтә һаҡланыу сараларын күрергә тырышты. Боҙ өҫтөндә махсус будкалар төҙөлдө, санпостар ойошторолдо. Юл буйлап махсус станоктарға беркетелеп, күсәрендә әйләнеп тороусы 2 һәм 4 көбәкле пулеметтар, ағас платформаларға ҡуйылған зенит-пулемет нөктәләре урынлаштырылды. Балтика флоты авиацияһы, Волхов фронты самолеттары боҙ юлын һаҡлауға ҙур өлөш индерҙеләр. Фашист авиацияһы 1942 йылдың февраль айынан Ладога күгендә хәрби өҫтөнлөгөн юғалтты. Апрелдең урталарында Бәләкәй һыу трассаһы эшләй башланы. Автомобилдәрҙе Ладога хәрби флотилияһының баржалары, катерҙар алыштырҙы. 1942 йылдың навигация осоронда ғына Ладога хәрби флотилияһы йөҙәрләгән мең тонна аҙыҡ-түлек ташыны, 530 – 540 мең самаһы эвакуацияланған халыҡты Оло ергә сығарҙы. Эвакуацияланғандарҙың хәлһеҙлеген, ябыҡлығын күреү беҙгә ауыр, йөрәктәр әрней. Ҡайһы берәүҙәре атлай ҙа алмай ине.
1942 – 1943 йылдың ҡышы ҡарлы булды. Ҡар бот төбөнән, ә урыны-урыны менән билгә етә. 1942 йылдың ҡыш башында Ладога күленең көньяҡ ярҙарын Шлиссельбург йүнәлешендә тоташтырырға тырышыу һөҙөмтә бирмәне. Меңәрләгән яугирҙар боҙ өҫтөнә түшәлде, иртәгеһенә үлектәрҙе ҡар күмде. Был ҡышты Кабона причалдары эргәһенә складтарҙы, тимер юлын, уның эргәһендәге базаларҙы һаҡлап үткәрҙек.
1943 йылдың ғинуарында «Искра» операцияһының уңышлы тамамланыуы Волхов һәм Ленинград фронттарының ҡушылыуына һәм Ленинград блокадаһын өлөшләтә өҙөүгә мөмкинлек бирҙе. Февраль баштарында (7.II) Ленинградҡа тәүге поезд килде. Ладога күленең көньяҡ ярҙары азат ителде.
1943 йылдың яҙы иртәрәк килде. Ладоганың Бәләкәй һыу трассаһы апрель башында уҡ эшләй башланы. Беҙҙең частарҙы Кабона ауылынан 10 – 15 км көньяҡтараҡ ятҡан Лаврово ауылына күсерҙеләр. Ауылдың эргәһенән генә тимер юл үтә, яр буйында причалдар, складтар төҙөлгән. «Лаврово Ленинградты тәьмин итеүсе ҙур базаға әйләнәсәк», – тип аңлатты командование вәкиле. Бындағы һалдат тормошо тынысыраҡ, ҡан ҡойошһоҙораҡ үтте. Май айының тыныс бер кисендә 1941 йылдың сентябренән алып осрашып-күрешеп йөрөгән Пермь егете Николай менән ултырып һөйләшергә форсат тейҙе. Ике йылға яҡын бергәбеҙ. Күпме иптәштәрҙе юғалттыҡ. Зениткаларыбыҙ, пулеметтарыбыҙ селпәрәмә килде. Тиҫтәләгән позициялар алыштырҙыҡ, күпме траншея, окоп ҡаҙыныҡ. Окоптарыбыҙға тура килеп төшкән бомба, снарядтарҙан, ергә тереләй күмелеп, тән ағзалары ботарланып, тупраҡ менән буталып, тирә-яҡҡа осоп, юҡ булған окопташтарыбыҙҙы иҫкә алдыҡ. Беҙ күргән ҡан ҡойошто һөйләр кеше ҡалыр микән, тип борсолдоҡ.
1943 йылдың февраленән ҡорал менән тәьмин итеү яҡшырҙы. Яңы автоматтар, пулеметтар алдыҡ. 1942 йылда ғына сығарыла башлаған 76 мм Грабин артиллерияларын юғары баһаланы артиллеристар. Маскировка сеткалары ла етерлек килде. Улар һалдатты ауыр маскировка эшенән ҡотҡарҙы. Блокадалағы Ленинградты аҙыҡ менән тәьмин итеүгә ҙур өлөш индергән беҙҙең частарға 54-се армия командующийы генерал-майор Федюнинскийҙың, Ленинград фронты командующийы генерал-лейтенант Л.А. Говоровтың рәхмәтен белдереүсе приказдарҙы ишетеү беҙҙең өсөн шатлыҡ ине. Күҙҙәребеҙ йәшләнеп тыңланыҡ ул приказдарҙы.
Әжәл мине шул ерҙә ҡаршылап торған, күрәһең. Минән 10 – 15 метр алыҫлыҡта бомба шартланы. Һул беләгем шаҡ итеп ҡалды, ҡаҡ таяҡ менән һуҡтылармы ни!
Аңыма килгәндә, күкрәгем ҡан. Торорға маташтым. Һул ҡулыма күҙ һалдым. Ул, әллә еңгә, әллә беләк итенә эләгеп, һәленеп ята. Бармаҡтар тәртипһеҙ рәүештә ҡыбырлайҙар. Иҫтән яҙғанмын. Госпиталдә аңыма килдем. Һул ҡулымдың бармаҡтары тартышып ҡыбырлаған һымаҡ тоям. Ҡараһам – һул ҡулым юҡ, 10 см самаһындай ғына беләк төбө (культы) ҡалған. Күкрәк тотош бинтовать ителгән. 3 тәүлек аңһыҙ ятҡанмын, ҡолаҡтар шаулай-геүләй. Ауыр контузия алғанмын. Күрше ятҡан йәш кенә егет нимәлер һөйләй – ишетмәйем. Бер аҙ һауыҡҡас, уйланырға мөмкинлек булды. Күмәкләп фронт газеталарын уҡыйбыҙ, Совинформ мәғлүмәттәрен тыңлайбыҙ. Ленинград фронтында 42 армияның, Волхов фронтында 54-се армияның уңышлы хәрәкәтен ишетеп ҡыуанабыҙ.
Ә яңғыҙ ҡалһам, юғалтҡан иптәштәр иҫкә төшә. Пополнениеға килеп, бер көн дә һуғышмай, бер фашисты ла үлтермәй ҡорбан булған йәп-йәш егеттәр күҙ алдына килә. Улар хаҡында өйҙәренә «хәбәрһеҙ юғалды», йә иһә «батырҙарса һәләк булды» тигән хаттар килгәндер. Хәбәрһеҙ юғалғандар... Күпме улар? Ҡайҙан килгән, кемдең балаһы? Берәү ҙә белмәй. Бер көн эсендә тотош полктар, дивизиялар штабтары, командный составы менән юҡ булғанда, хәбәрһеҙ юғалғандарҙы кем белһен!?
Һуғыштан ҡайтып, бер аҙ нығынып, эшләй башлағас: «Һибәт ағай, һуғыштың тәүге көндәренән фронтта булғанһың, иң ауыр яу юлын үткәнһең, өс яра алғанһың, әммә бер миҙал да, орден да бирмәгәндәр», – тиеүселәр булды. Уларға мин һәр ваҡыт, Тыуған еремә, ғаиләмә иҫән ҡайтыуым – иң оло награда, тип әйтә торғайным”.
Атайым арыны. Сәғәттәр буйы ауыр яу юлдарын иҫкә алыу уны йонсотҡайны. Күҙҙәре тоноҡланып, урттары һурылып киткәндәй булды. 64 йәш ине уға был саҡта. Шымып ҡалдыҡ. Ошо шомло тынлыҡтан арыныу өсөн, сәй эсеп алырға тәҡдим иттем. Өсәүләшеп баллап-майлап сәй эсәбеҙ. Атайымдың сынаяҡ аҫты тотҡан берҙән-бер ҡулы ҡалтырай. Еҙ самауырҙан сәй яһаусы әсәйем, етер, башҡаса атайыңды йонсотма, тип ымлай.
Ул төндө бик насар йоҡланым, атайым да уфтанып сыҡты. Иртәгәһенә һорауҙарым булһа ла, уны борсомаҫҡа булдым, хужалыҡ эштәренә тотондом. Атайым килеп түмәргә ултырҙы ла:
– 1 сентябрҙә уҡыуҙа булырға кәрәк, тинең бит әле, 2 көн генә ҡалған икән шул. Кисәге минең һөйләгәндәремде яҙып ултырҙың бит. Нишләргә уйлайһың ул яҙмаңды? – тип миңә төбәлде.
– Үҙебеҙ өсөн, ағайҙарым, апайҙарым, ейән-ейәнсәрҙәрең өсөн булһа ла яҙып ҡалдырырмын. Был хаҡта һин уларға һөйләмәгәнһеңдер бит?
Ул өндәшмәне, әммә ҡарашынан, яҙһаң, яҡшы булыр ине, тигән үтенесе һиҙелә ине.
Уңайлы мәлде файҙаланып:
– Атый, һин 2 йыл да 2 ай һуғышта булғанһың. Гел ҡайғы, үлем, ҡан ҡойош ҡына булдымы был осор, әллә шатлыҡ, рух күтәренкелеге, яҡты өмөттәр кисергән мәлдәрегеҙ ҙә булдымы? – тигән һорау бирҙем.
– Һе, әҙ булһа ла, шатлығы ла, рухыбыҙ күтәрелеп, киләсәккә яҡты өмөттәр менән ҡараған саҡтарыбыҙ ҙа булғыланы. Кешене өмөт йөрөтә, алға әйҙәй. Һалдат өсөн өмөт – ҙур терәк, Еңеүгә саҡырыусы изге көс. Өмөтһөҙ һалдат – бөлгән һалдат ул. Өмөт күңелеңде йылыта, өмөтө булғандың киләсәге бар.
Беҙ еңеп ҡайтырыбыҙға өмөтләндек, атакаға барғанда ла, беҙ еңәбеҙ, тигән өмөт рухландырҙы, ҡурҡыуҙы ҡыуҙы. Фронтта һәр бәреп төшөргән фашист ҡоҙғонон күреп ҡыуандыҡ. Волхов йылғаһы тамағына йөҙәрләгән эвакуацияланған халыҡты тейәгән баржа, катерҙарҙың имен килеп етеүе – ҡыуаныс. Күпме Ленинград халҡын аслыҡтан ҡотҡарыуға булышлыҡ итәбеҙ, был да оло шатлыҡ. 1943 йылдың ғинуарында «Искра» операцияһының уңышлы тамамланыуы, Волхов һәм Ленинград фронттарының ҡушылыуы, 1943 йылдың 7 февралендә блокаданы өҙгән Ленинградҡа тәүге поезд килеүе... Нисек шатланмайһың?! Г.К. Жуков, Л.А. Говоров, И.И. Федюнинский кеүек генералдарыбыҙ, бөйөк полководецтарыбыҙ булыуына ҡыуандыҡ. Күпме ҡыуаныс, шатлыҡ кисергәнбеҙ. Улар беҙгә көс бирҙе, ә халыҡта еңеүгә ышаныс уятты. Еңеү шатлыҡтарын дымлы, батҡаҡлы окоптарҙа, блиндаждарҙа үҙебеҙсә – һалдаттарса 100–150 грамм «наркомовскийҙар» күтәреп билдәләнек. Уныһы ла кәрәк булғандыр.
Ә бөгөн егет ҡорона тулған кинйә улым булғанға, башымдан үткәндәрҙе ҡабартмай, фәстермәй һиңә һөйләй алыуыма сикһеҙ ҡыуанам. Белеп булмай, күпме ғүмер ҡалғандыр. Эх, улым, белем, һаулыҡ етеңкерәмәй. Ошолар хаҡында китап яҙырға ине. Яҙыр кәрәк ине, – тип уфтанды ул.
Яҙылды ул китап. Ленинград блокадаһын үҙ башынан үткәргән Александр Чаковский яҙҙы уны. 1977 йылда «Блокада» романы ул саҡ өсөн бик абруйлы булған «Роман-газета» журналының бер нисә һанында баҫылды. Ҡулдан-ҡулға йөрөтөп, болашып уҡыныҡ беҙ уны. Шуныһы йәл: атайым ул романды уҡый алманы. 3 йыл элек, 1974 йылда баҡыйлыҡҡа күскәйне.
Атайым һабаҡтары
Яралары уңалып, тәненә бер аҙ ит ҡунғас, атайым колхоз эшенә сыға. Ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләү, мал ҡураларын төҙөкләндереү эшендә ҡатын-ҡыҙҙар, быуындары ла йүнләп нығынмаған үҫмер малайҙар, ҡыҙҙар эшләй. Һуғыштан иртәрәк ҡайтҡан яугирҙар йә сатан, йә сулаҡ. Мөхәмәтбаев Ғәли, Ғарипов Әғзәм, Ғәйфуллин Ишмөхәмәт ҡултыҡ таяҡлы, Фәттәхов Риза аяғынан ҡаты яралы, Шарапов Оморҙаҡтың бер ҡулы зәғиф.
Ошо ауыр йылдарҙа атайыма колхоз председателе, бригадир, КТФ (конно-товарная ферма), МТФ (молочно-товарная ферма), сусҡа фермаһы мөдире, колхоздың баҡсасылыҡ бригадаһы етәксеһе булып эшләргә тура килә. Һуңғы йылдарҙа пәләүәт (объездчик) булып эшләне. 60 йәше тулғас, ялға китте.
«Ғәҙел, талапсан, егәрле етәксе булды. Үҙе лә эшләне, башҡаларҙан да талап итә белде. Сулаҡмын тип торманы, һәр эштә үҙе үрнәк булды. Тырмаһын, салғыһын, балтаһын да тотто. Ҡайҙан алғандыр ул көстө. Муйыны аша сулаҡ ҡулының тырпайып торған төпсөгө (культы) аҫтынан ҡайыш бәйләр ҙә, салғының һап осон шунда индереп, бесән сабыр ине. Беҙҙән ҡалышманы», – тип һөйләй торғандар ине Ямалетдинов Ғүмәр, Ҡаһарманов Хәйретдин ҡорҙаштары. Тағы ла шул хәтерҙә ҡалған: замандаштары уның хәтере бик яҡшы, ҡара шутҡа шәп булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала торғайнылар. Намыҫлы эшләгәндәрҙе баһалай ҙа, дәртләндерә лә белде. Ул осорҙоң һауынсылары Фәтҡуллина Доха, Мөхәмәтбаева Тутыя әбейҙәрҙең, алдынғылыҡты бирмәгән өсөн, ул беҙҙе быҙау менән бүләкләне, тип һөйләүҙәре лә хәтеремдә.
Ауылыбыҙҙың иң оло коммунисы актив тормош менән йәшәне. Сәйәсәт, илдәге иҡтисади хәлдәр менән танышып барҙы. Коммунистарҙың сәйәси уҡыуҙарын (политучеба) ҡалдырманы. Кәштәлә ятҡан 800 битләп булған «История КПСС» китабын йыш ҡына алып уҡыр ине. Минән дә уҡыта торғайны. И.В. Сталинды хөрмәт менән иҫкә ала, ул беҙҙе Еңеүгә килтерҙе, тип һөйләр ине. Н.С. Хрущевҡа ла уның үҙ баһаһы булды. «Ауыл хужалығын күтәрҙе. Колхозсыларға пенсия бирҙе, хеҙмәт кенәгәһе булдырҙы. Майға, шәкәргә, ярмаларға хаҡты төшөрҙө. Халыҡ менән аралаша, уларҙың тормошо, йәшәү рәүеше менән ҡыҙыҡһына, бай, бәхетле киләсәккә барабыҙ, тип ышандыра белә ине», – тигәне бөгөнгөләй хәтеремдә.
Атайымдың һөйләгәндәрен хәҙер иҫкә алам да, ул киләсәктә, 20 йылдарҙан, коммунистик йәмғиәттә йәшәйәсәгенә ышанғандыр, тигән фекергә киләм. Ул ғына түгел, бөтә халыҡ ышанғандыр. Мәктәптә уҡытыусылар беҙгә: «Һеҙ коммунизмда йәшәйәсәк быуын», – тип һөйләрҙәр ине.
Атайым өйҙә яҡшы ғаилә башлығы, хәстәрлекле, бик эшсән хужа булды. Балаларына талапсан, ғәҙел булып, уларҙы хеҙмәт һөйөүсән итеп тәрбиәләне. «Эш һөйгәнде ил һөйә. Эше барҙың ашы бар», – тип уны ҡеүәтләр ине әсәйем.
Мин белә-белгәндән ҡортсолоҡ менән шөғөлләнде, 5 – 6 умартанан өҙөлмәне. Был эштә уға һәр саҡ Әлфиә апайым ярҙамлашты. Үҫә төшкәс, мин уның уң ҡулына әйләндем. Ҡортсолоҡ эшенә атайымдан өйрәндем. Әле лә ҡорт тотам, уны олатайым, атайымдың миңә ҡалдырған мираҫ-шөғөлө, тип һанайым. Улдарым Айбулат, Илшат, ҡыҙым Айгөл дә был һөнәрҙе үҙ иттеләр.
Атайым ат яратты, йылҡы малын таный белде. Бейә тотто, бейәһе йыл һайын ҡолонлар ине. Йәйен, көҙөн бейәһе, тайы, ҡолоҡайы ҡураға йәм биреп торҙолар. 69 йәшкә тиклем һыбай йөрөнө. Ҡолоҡайы көрәйеп, нығынып алғас, бейәһен бәйләр булды. Әсәйем, бейә һөтөнә кәзә һөтө ҡушып, ҡымыҙ әсетте. «Һөт һыуынғас ҡына күнәккә һалығыҙ, юғиһә ҡымыҙ әскел булыр», «Яҡшылап бешеп тороғоҙ, ҡымыҙ бешкәнде ярата, ундай ҡымыҙ тамаҡҡа яғылып ҡына тора», «Һаумал эскән һимерер, ҡымыҙ эскән иҫерер», – тип беҙгә һаумал ғына ҡымыҙ эсерер булды. Ҡымыҙ әсетеү эшенә Әлфиә апайым да маһир булды.
Аттарҙы таный, баһалай, һайлай белде атайым. Егәрле, талымһыҙ, һөтлө бейәләрҙе эҙләп Верхнеуральск ҡалаһы тирәһендәге утарҙарҙа йәшәгән ҡаҙаҡтар араһына ла сығып китер ине. Ҡара бейәһе – һибә юрға, ерән бейәһе – юртаҡ, ә һуңғы бейәһе рысак тоҡомонан ине. Тай көйө генә Форштадт ауылында йәшәгән таныш ҡаҙаҡтан һатып алды уны. Ап-аҡ бәкәлле, йондоҙ ҡашҡа ҡыҙыл туры байталына Венера тип исем ҡуштыҡ, маңлайында йондоҙ һымаҡ ҡашҡа булғанға. Матурлығына һоҡланмаған кеше булмағандыр, ә юртыуҙа күрше-тирә ауылдарҙа уға тиң булмағандыр.
«Юртаҡ атҡа юл ҡыҫҡа», «Ир ҡанаты – ат», «Атты сыбыртҡы менән ҡыумайҙар, һоло менән ҡыуалар» – ошондайыраҡ мәҡәл, әйтемдәрҙе йыш ҡулланды атйым. Атың тәрбиәле, егәрле булһа, йөҙөң яҡты була, яҡшы ҡарағыҙ малҡайҙы, тип гел иҫкәртеп торҙо.
Был юртаҡҡа иҫке һадук (ходкий һүҙенән) төҫ түгел, тип Сабит ҡустыһынан өр-яңы һадук эшләтте (Байдәүләтов Сабит Сәғит улы Ватан һуғышы ветераны, III төркөм инвалиды). Ҡайҙандыр өр-яңы һадук тәгәрмәстәре һатып килтерҙе. Сабит ҡустыһы оҫта ине, ат ене ҡағылған ине уға ла. Ғүмере буйы мал врачы (ветеринар) булып эшләне. Уның ҡола аты һабантуйҙарҙа беренселекте бирмәне.
Яңы һадукка Венераһын егеп, ирәйеп йөрөнө атайым. Ыңғырсағың шапылдап, дуғаң былҡылдап тормаһын, тәгәрмәсең һәр саҡ майлы булһын, тип өйрәтә ине беҙҙе.
Баҡсасылыҡ менән шөғөлләнде. 1961 йылда ауылда беренселәрҙән булып күршеһе Ғарипов Халидар, Шәрәфетдинов Жәүәт ағайҙар менән алма, ҡара һәм ҡыҙыл ҡарағат, крыжовник ултырттылар. Силәбе өлкәһенән, Ҡарталы питомнигынан килтерҙеләр үҫентеләрҙе. Ул алмалар 50 йылға яҡын мул уңыш бирҙе. Балалары, ейәндәре, күрше-күлән ашап кинәнде. Баҡса тултырып башлы һуған, батун сәсте. Уларҙы Тресҡа (Учалы ҡалаһына) ебәреп һаттырҙы.
Бәрәңгене ат менән күмеү өсөн махсус һуҡа эшләтте. Ауылдың оҫта тимерсеһе Ғибәҙәтов Таймас ағай менән 3 көн эштән һуң аҙаплана торғас, иҫке төрәндәрҙән бынамын тигән бәрәңге күмгес һуҡа эшләнеләр.
Үҙе баҡыйлыҡҡа киткәс тә, тиҫтәләрсә йыл хеҙмәт итте ул һуҡа. Бөтә ауыл халҡы файҙаланып ҡыуанды. Альберт ағайым 2005 йылға тиклем файҙаланды ул һуҡаны.
10 йәштәр тирәһендә атайым ҡулыма етелек салғы тотторҙо. Сабынлыҡты ҡарап киләйек әле тип, боғасты тауына алып китте. Мине бесән сабырға өйрәтеү булған маҡсаты. Салғыһының осон ергә терәп, һулаҡай ҡулының төпсөгө менән уның һабын ҡыҫып яный башланы. Бөткәс, ҡарап торҙоң, хәҙер һин үҙеңдекен яны, тип бойорҙо ла яныуҙы нисек йөрөтөргә өйрәтте. “Янығанда салғының йөҙө сығырға тейеш, яныуҙы үҙеңә тартыңҡырап аҫҡа йөрөт”, – тип әйтеп торҙо. Салғылар янылғас, һирәк кенә ҡайынлыҡ араһындағы йомшаҡ үләнде саба башланы, миңә лә бакуй башлап бирҙе. Саба башланым, сабылмаған үлән күп ҡала. Сабылғаны ла тигеҙ бакуй булып ятмай. Туҡтатты. “Һин салғың менән үләнгә һуҡма. Өйрөлтөп кенә һелтә, салғың дуға яһап ҡына үләнде киҫһен!”– тине. 3 – 4 көн тигәндә өйрәндем, йомшаҡ ҡыяҡ үләнде бап-бағы саба башланым.
Беҙҙең бесәндән ҡайтҡанды күреп, ике туған ҡустыһы Ғәли ағай килеп инде. Ул сатан, бер аяғын, тубыҡтан түбән, һуғышта ҡалдырған.
– Аҡый, әллә бесәнгә төштөңмө? Боғастыла үлән нисек? – тип һүҙ башланы ул.
– Августың яртыһы етә бит, төшөргә лә ваҡыт. Бына өсөнсө көн төпсөк малайҙы салғыға өйрәтеүем. Өлкәндәре колхоз эшендә йөрөй.
– Салғығыҙ үтәме? Тау үләне сабыуға ауыр бит, ҡайҙа тапап бирәйем әле.
– Ҡабаланма әле, ҡустым. Үҙе тапаһын, һин уға күрһәтеп кенә бир, өйрәтеп тор. Ике зәғифкә, сулаҡ менән сатанға, бәлә һалып өйрәнмәһен.
Атайымдың яуабы шулайыраҡ булды.
Өйрәндем, аҙаҡ ағайҙарым салғыларын минән тапата башланылар.
«Ҡорал эшләй, ир маҡтаныр, тиҙәр», «Эш ҡоралың ипле, яйлы булһын», «Һәнәк, тырма, һепертке һорап кешегә йөрөмә», «Һин бит егет кеше, үҙең эшлә», «Ана, Маһира, Заһиҙә, Сафура әбейҙәреңә лә эшләп бир», «Минең эшләргә хәлемдән килмәһә лә, өйрәтеп тора алам, икебеҙ бер оҫталай булабыҙ», – тип мине эшкә дәртләндерә ине ул мине. Малайҙарының һыртлығын күтәрә белә ине ул. Салғы һапларға, бөгәже бөгөргә, тырма, күбә һәнәге, түш һәнәге, ос һәнәге эшләргә лә бик иртә өйрәндем. Үҫә төшкәс, сана ҡарамаларға, уға ҡанат ҡуйырға ла таһылландым. Тәртә эшләү, тәртә төбө ишеү, сана тәртәләү, кеүек ваҡ-төйәк эштәрҙе лә үҙләштерҙем. Минең эшләгән әйберҙәрҙе ҡарап сығыр ҙа, ҙур ҡәнәғәтлек менән: «Үҙең эшләй алғанды кешенән эшләтмә. Үҙең тапҡан мал ҡәҙерле була ул. Кеше ҡушып эшләтеү – үҙеңә бурыс алыу. Булғанына шөкөр итеп өйрән, нәфсеңә хужа бул. Урлашма, кеше әйберенә ҡағылма, гонаһлы булма!» – тип өгөт-нәсихәт тә уҡып алыр ине.
Быларҙың бөтәһе өсөн дә мин атайыма бурыслымын, оло рәхмәтлемен. Уның биргән һабаҡтары онотолмай, изге васыят булып, күңелдә һаҡлана.
Бәлки, үсем кәмер дошманға,
Тәнемдәге тимер иреһә.
(М. Кәрим)
1960 – 1961 йылдар булһа кәрәк, май башында «Совет Башҡортостаны» газетаһында бер төркөм фронтовик-яҙыусыларҙың шиғырҙары баҫылғайны. М. Кәримдең «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа» шиғыры ла бар ине. Уҡып ғәжәпләндем. Тетрәндем: баҡһаң, М. Кәримдең яралары ла нәҡ атайымдыҡы кеүек һыҙлай, уны ыҙалай икән. Ошо уҡ көндөң кисендә шиғырҙы атайыма уҡып ишеттерҙем. Ул бер аҙ һүҙһеҙ ултырҙы. Өҙөлгән һул ҡулының төпсөгөн шәп-шәп ҡыбырлатып алды, иҫән уң ҡулы менән күкрәгендәге яра урынын һыйпаны һәм миңә бөтөнләй ят тауыш менән: «Ҡалай дөрөҫ яҙған, үлемде үҙ күҙҙәре менән күргән кеше генә шулай яҙа ала. Уның яралары ла нәҡ минеке кеүек булған бит. Ул да, мин дә яуҙаш дуҫтарыбыҙҙы юғалтҡанбыҙ», – тине лә шымып ҡалды. Оҙаҡ ҡына шып-шым ултырҙыҡ. Тынысланғас, үҙенең ҡәҙимге тауышы менән һуңғы өс строфаны ҡабат уҡыуымды һораны. Уҡыным, бар булмышымды биреп уҡыным...
Ҡандай ҡыҙыл ине таң нуры,
Таң ҡыҙартты үлән ысығын.
Икебеҙгә тейҙе бер юлы
Бер минаның ике ярсығы.
Береһе ҡалды сержант Фоминдә,
Текә яр ситендә ҡәберҙә,
Икенсеһе минең тәнемдә.
Ун ике йыл әрней шул яра,
Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа.
Ҡарҙар ирер, йылы ел иҫһә,
Ҡарҙар китеп барыр, яҙ килһә,
Бәлки, үсем кәмер дошманға,
Тәнемдәге тимер иреһә.
Тынғы бирмәй миңә ул яра,
Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа.
– Тәндәге тимер иремәй шул, тынғы ла бирмәй. 1943 йылдың майынан алып ниңә минең яраларымдың көн йонсоғанда һыҙланыуын аңлайһың.
– Аңлайым, көн йонсоғанда атмосфера баҫымы кинәт үҙгәрә һәм тәнеңдәге тимер ярсыҡтары хәрәкәткә килә.
– Дөрөҫ, улар, хәрәкәт итергә тырышып, тәнде һыҙлата. Фронттан ҡайтҡан көҙөмдә 2 бәләкәй генә ярсыҡ уңалып бөтә яҙған ярамды тишеп килеп сыҡты. Күрәһең, бик өҫтә булғандарҙыр. Ә ҡалғандары тәнемдә мәңгелеккә ҡалды.
41 йылға яҡын башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләү дәүерендә мин нисә тапҡыр М. Кәримдең «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа» шиғырын уҡығанмындыр, әйтә алмайым. Әммә шуныһы раҫ: уҡыусыларыма ошо шиғырҙы уҡыған һайын күҙҙәрем йәшләнде.
Атайыма, бөйөк фронтовик-шағирыбыҙға, Илебеҙҙең азатлығы өсөн ҡорбан булған миллионлаған ватандаштарыма, яраланып, зәғифләнеп, һаулыҡтарын юғалтып ҡайтҡан ауылдаштарыма рәхмәт йәштәре ине улар.

А.Һ. БАЙҒАРИН,
Учалы районы Наурыҙ ауылының уҡытыусы-ветераны


Читайте нас: