Бөтә яңылыҡтар

«За оборону Кавказа»

9 май – Бөйөк Еңеү көнө

«За оборону Кавказа»

Керчте яулар өсөн фарман килгән,
Бының өсөн ҡышын десант бар:
Кесе Ерҙең иң-иң әсе еле
Бора, бәрә 7 – 9 балл!
Ошо штормда десант һыуыҡ һыуға:
Кәмәләр юҡ ярға төбәлгән,
Боҙло һыуҙа, елдә һалдат туңа,
Понтондар юҡ ярға терәлгән.
Тән йылыһын ғәййәр тулҡындарҙың
Һыҙырып ҡына ялмап алғаны,
Штормда – штурм упҡындары,
Ауыр ҡоралыңдан талғаның.
Декабрҙең ахыры – ҡырҡ бер.
Цемес ҡултығы ул – Кесе Ер.
Дан ордены
Манштейндың Кавказ нефтенә
Ынтылғаны, ярҙы аҡтарып:
Һөжүм дулап тора өҫтө-өҫтөнә,
Ер-һыу ыңғырашҡан саҡтары.
Техника күп, яғыулығы етмәй.
Бензин-кәрәсинһеҙ алғамы?
Кинәт кенә баҫып алыу үтмәй –
Манштейн да быны аңланы.
Бөтә тәүге йылы ҙур һуғыштың...
Ун алты көн – ҡырҡ мең фашист юҡ.
Атакалар һүнеп, ҡырылыштың
Туҡтағаны мәлгә тарайып:
Атам фронты – нефть һағында.
Контузия – Сапун тауында.
Эльмира СӘСӘНБАЕВА.

Читайте нас: