Бөтә яңылыҡтар

Бай ҙа, моңло ла туған тел

Съезд ҡарарҙарын – тормошҡа!

Ябай һәм бай моңло башҡорт теле
Асты миңә Йыһан ҡапҡаһын.
Кем йөрәге тибә, башҡортмон, тип,
Ғәзиз телен һөйөп һаҡлаһын.

Бөрйән районының Байназар мәктәбендә “I Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы делегаттарының ҡор тәьҫораттары менән уртаҡлашыу һәм съезд ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу юлдарын эҙләү” темаһы буйынса башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик семинары шағир М. Ишбулатовтың ошо шиғри юлдары менән башланып китте. Район мәғариф бүлеге методисы Г.Д. Мөхәмәдйәрова етәкселегендәге семинарҙың тәүге өлөшөндә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, “Мостай Кәрим – изгелек һәм тыныслыҡ йырсыһы” республика уҡытыусылар конкурсы еңеүсеһе Ф.Х. Ҡарағолова V класта Мостай Кәримдең “Бөжәк апа” хикәйәһе буйынса заман технологиялары менән һуғарылған асыҡ дәрес күрһәтте. Фәйрүзә Хәмзә ҡыҙының дәресендә уҡыусылар бер-береһенә ҡарата ихтирамлы, иғтибарлы, матур мөғәмәләлә булырға өйрәнде, тәжрибә тупланы. Артабан съезд делегаты, оло ҡорҙа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән юғары исемгә лайыҡ булған Р.Р. Баязитова райондың танылған шағирәһе А. Ғарифуллина менән осрашыу ойошторҙо. Балалар шағирәнең кескәй сағы, тормошо, ижады менән яҡындан танышты. “Әҙибә тураһында беләһеңме?” исеме аҫтындағы һорауҙар һандығын асыу ярышында уҡыусылар ҙа, телселәр ҙә ихлас ҡатнашты, иң күп белеүселәргә йондоҙҙар бирелде. Шағирәнең тәрбиәүи юҫыҡтағы матур әңгәмәһе лә фәһемле булды. Уҡыусылар башҡарыуында яратҡан шағирәбеҙҙең шиғырҙарын тыңлап ҡыуандыҡ.
Кәңәшмә һуңында уҡытыусылар үҙҙәренең тәҡдимдәрен әйтеп, фекер алыштылар. Артабан Рәсимә Рауил ҡыҙының “Уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү” темаһына сығышын, заман технологиялары, яңы алымдар менән һуғарылған оҫталыҡ дәресен ҡаранылар. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмә етәксеһе, съезд делегаты, Иҫке Собханғол мәктәбе уҡытыусыһы Р.Ғ. Сәғитованың сығышы барыһынын да күңеленә ятты. Ул съезд тәьҫораттары, яңылыҡтары менән бүлеште, ҡабул ителгән ҡарарҙар менән таныштырҙы. Съезд ҡарарҙарын күмәкләп кенә тормошҡа ашырып, һөҙөмтәгә ирешеп булыуын әйтте. Бөрйән районы мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Г.Д. Мөхәмәдйәрова, съезд делегаты булараҡ, белем сифатын күтәреү буйынса методик кәңәштәр бирҙе, милли матбуғатҡа яҙылыу кампанияһында әүҙем булырға саҡырҙы. Ул шулай уҡ туған телгә һөйөү уятыуҙа һәм өйрәтеүҙә балалар баҡсаһы тәрбиәселәренә, башланғыс класс уҡытыусыларына ла ҙур көс һалырға кәрәклеген әйтте. М. Бураҡаева авторлығындағы “Йәйләү” программаһы буйынса эште район лагерҙарында ойоштороу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Семинар буйынса фекер алышыуҙарҙа Иҫке Монасип мәктәбенән А. Абдуллина, Иҫке Собханғол мәктәбенән Р. Сәғитова, Х. Вәлиуллина, Әбделмәмбәт мәктәбенән Ш. Ғәликәев, Ғәлиәкбәр мәктәбенән Ә. Мөхәмәтов һәм башҡалар төплө анализ яһап, сараның юғары кимәлдә үтеүен билдәләне, ҡуйылған бурыстарҙың актуаллеген, семинарҙың ғәмәли яҡтан да әһәмиәтле булыуын әйтте.
“Белемле быуын – илебеҙҙең яҡты киләсәге ”, тиҙәр. Был һүҙҙәр бөгөнгө заман уҡытыусыһына йәш быуынды тәрбиәләүҙә әйҙәүсе девиз булып, һәр саҡ ҡанат ҡуйып торһон ине.

Сәйҙә СӘЙӘХОВА,
Бөрйән районының Байназар мәктәбе уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы.

Читайте нас: