Бөтә яңылыҡтар

Иламайым

Иламайым
Мин тыуғанда тәүге илауымды
Инәкәйем генә аңлаған.
«Илаҡ булма, йәшәү – көрәш ул», – тип
Ауыҙыма бал-май буяған.
Ҡосағына ҡыҫып, ҡолағыма ғына
Изге доғаларын уҡыған.
«Сабыйыма һаулыҡ, бәхет бир», – тип
Хоҙайынан ялынып һораған.
Доғаларың мине етәкләне,
Насар юлдан яңылыш китмәнем.
«Харам малды, балам, йыйма», – тинең,
Тик хәләл тир түгеп йәшәнем.
Иламаҫҡа ҡуштың миңә, инәй,
«Йырла, – тинең, – ауыр саҡтарҙа.
Сабырлыҡтың төбө – һары алтын,
Бәхет аунап ятмай юлдарҙа».
Өлөшөмә төшкән көмөшөмдө
Алмашманым аҫыл таштарға.
Буйым етмәгәнгә үрелмәнем,
Баш эймәнем ете яттарға.
Ҡыйынлыҡҡа түҙеп, күп һынауҙар үткән
Никахыбыҙ булды ғүмерле.
Хоҙай беҙгә биргән иң ҙур бүләк –
Балаҡайҙарыбыҙ тәүфиҡлы.
Антыбыҙға тоғро булып ҡалдыҡ
Яттар керә алманы араға.
Әй, раббым, ғәзиз балаларҙы
Бәлә-ҡазаларҙан арала.
Ғүмер уҙа, беҙҙең балалар ҙа
Инде олоғайып баралар.
Имен генә торһон хозур донъя,
Иламаһын атай-инәйҙәр,
Иламаһын балалар.
Иламайым, инәй, тик үкенәм,
Йәшәү йәмен һуңлап аңланым.
Һиңә бирә торған бурысымды
Гел һуңлаттым, түләй алманым.
Иламайса, әкрен генә барам
Һин баҫтырған серле юл буйлап.
Тик бәхет йәштәре генә аҡһын
Һырҙар баҫҡан минең бит буйлап.
Шәүрә ЛАТЫПОВА,
Мәләүез ҡалаһы.
Читайте нас: