Өләсәйем
Өйҙәгеләрҙе өҙлөкһөҙ
Өйрәтә өләсәйем:
«Өлкәндәр өгөт өләшә,
Өгөттәр өләшәйем!
Өлкәндәр өмөт өләшә –
Өмөттәр өләшәйем!» –
Өҙөлөп-өҙөлөп,
Өҙөлөп-өҙөлөп,
Өндәшә өләсәйем.
Еүәйрә
Епшек елдә еүешләнмәҫ,
Еңмешләнмәҫ Еүәйрә…
Еңмешләнмәһә Еүәйрә,
Ереклеләге еңгәһе
Емеш-еләк ебәрә.
Егәҙеләге еҙнәһе
Ебәк елән ебәрә –
Еңмешләнмә, Еүәйрә!