Йыл һайын уҙғарылған башҡорт йырын башҡарыусылар бәйгеһе – «Мәктәбем һандуғасы» Ырымбур өлҡеһе Төйлөгән районының Аллабирҙе ауылында йыр байрамына әйләнә. Балалар конкурста ҡатнашыу өсөн алдан әҙерләнә, йыр һайлай, костюмдар әҙерләй. Һәр ата-әсә үҙ балаһының сәхнәлә матур сығыш яһауын теләй һәм ярҙамлаша. Хатта өләсәйҙәр ҙә был бәйге көнөн ҙур тулҡынланыу менән көтә. Мәҫәлән, Лилиә Йәмил ҡыҙы Төркмәнова ике ейәнсәре менән башҡарыласаҡ йырҙарын көн дә ҡабатланы. Өлкән ейәнсәре Алһыу сығарылыш кисәһендәге уҡыусылар өсөн дә сығыш яһаны. Ә кескәйе – Милена – ҙур сәхнәгә, бөтә ауыл халҡы алдына тәүге тапҡыр сыҡты, шуға ла өләсәйе бер аҙ хафаланды.
Сәхнәгә Вилдан менән Венера, Алһыу менән Байсар сығып баҫа. «2018 йыл һандуғасы», урта мәктәпте тамамлаусы Эльнара Хисамова тамашасыларға «Халҡыма» йырын бүләк итә. Бәйгенең жюри ағзалары менән таныштырғандан һуң, йыр тамашаһы башлана. Иң алдан мәктәпкәсә йәштәге кескәйҙәр сығыш яһай. Алһыу Төркмәнова, кескәй конкурсант – өс йәшлек Камилла Күзбаева, Роксана Хисамова, Милена Төркмәноваларҙы халыҡ ҡул сабып ҡаршы ала. Ун алты йырсы Аллабирҙе мәктәбенең күсмә таҫмаһын – Гран При алыу өсөн бер-бер артлы сәхнәгә күтәрелә. Жюри ағзалары – ауыл мәҙәниәт йорто директоры Вәсилә Маҙһар ҡыҙы Мөхәмәтшина, Фәһимә Абдулла ҡыҙы Әбдрашитова һәм уҡытыусы Луиза Марс ҡыҙы Һөйөндөкөва һәр йырсыны иғтибар менән тыңлай, ғәҙел баһа бирергә тырыша. Жюри кәңәшләшкән арала мәктәп етәксеһенең тәрбиә эштәр буйынса урынбаҫары Рәмил Хәлим улы Хисамов әсәйҙәргә арнап йыр башҡара.
Иң тулҡынланғыс мәл – еңеүселәрҙе иғлан итеү башлана. Кескәйҙәр араһында «Мәктәбем һандуғасы» күсмә таҫмаһы III класс уҡыусыһы Аида Төркмәноваға тапшырылды, ҙурҙар араһында Илзида Казбекова еңеүсе тип табылды. Иң кескәй дүрт йырсы «Батырлыҡ» тип яҙылған таҫма һәм ҡурсаҡтар менән бүләкләнде. Әүҙем спонсор, Чапаев исемендәге шәхси хужалыҡ етәксеһе Виктор Николаевич Быстроноский сарабыҙҙы матур бүләктәре менән йәмләне. Бар ҡатнашыусыларға ла төрлө номинация буйынса диплом һәм бүләктәр тапшырылды. Ошондай йомарт, киң күңелле һәм аңлы етәкселәр арабыҙҙа күберәк булһын ине.
Билдәле тел белгесе Әхмәт Сөләймәнов ағай: «Һеҙ бит телгә йыр аша килгәнһегеҙ», – тигәйне. Ниндәй дөрөҫ һүҙҙәр – бәйгелә ҡатнашырлыҡ моңло балалар, телде, йырҙың һүҙҙәрен белмәү сәбәпле, байрамда ҡатнаша алманылар. Киләсәктә атай-әсәйҙәр телебеҙгә, халҡыбыҙ моңона иғтибарлы булһын ине, сөнки йыр-моңдарыбыҙҙы һаҡлау – һәр беребеҙҙең бурысы.
Мәктәп уҡытыусылары Луиза Марс ҡыҙы Һөйөндөкөва, Әлиә Филүз ҡыҙы Төркмәнова, Рәмил Хәлим улы Хисамовтарға рәхмәтлебеҙ: улар «Йәйғор» лагерының икенсе ағымында ял итеүсе балаларҙы йыр бәйгеһенә лә әҙерләне.
Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районының Аллабирҙе мәктәбе директоры.