Бөтә яңылыҡтар

Халҡыҙҙың данлы улдары

Халҡыбыҙҙың тормош фәлсәфәһе, тәжрибәһе һәм милли рухыбыҙ – беҙҙең ҡәҙерле һәм затлы мираҫыбыҙҙың береһе.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Халыҡтар дуҫлығы йорто тарафынан хупланып, республикабыҙҙың төрлө райондарында эшләй башлаған милли-мәҙәни үҙәктәр ерле халыҡтың, башҡорт халҡының йәшәү рәүешен пропагандалауҙа баһалап бөткөһөҙ тәрбиәүи саралар ойоштора.
Был сараларға атай йорто, торған ер, ауыл һәм уларҙың тарихы, ер-һыу атамалары, халыҡ ижады, халыҡтың көнкүреше, күренекле шәхестәр тураһындағы материалдар ҡарай. Шанлы тарих, тәбиғәт ҡомартҡылары, арҙаҡлы шәхестәр менән осрашыуҙар уҡыусылар күңелендә тыуған ил менән ғорурланыу тойғолары тәрбиәләй.
Башҡорт әҙәбиәтен, халыҡтың ауыҙ-тел ижадын өйрәнеүсе фольклор белгестәренең ижадын өйрәнеү – йәш быуынды тәрбиәләүҙә уңышлы сараларҙың береһе. Илеш районының Муса Гәрәев исемендәге милли-мәҙәни үҙәгендә үҙ халҡына үлемһеҙ бай әҙәби мираҫ ҡалдырған Кирәй Мәргән ижадына арналған кисә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, китапхана мөдирҙәре ҡатнашлығында йәнле һөйләшеү формаһында үтте.
Үрмәт урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альмира Ғимазова Фәнис ҡыҙы башҡорт фольклоры өсөн күп көс һалған, уны үҫтереүгә, башҡорт халыҡ ижадын йыйыу һәм өйрәнеү өлкәһендә академик дәрәжәһенә күтәрелгән Кирәй Мәргәндең тормош һәм ижад юлы тураһында һөйләне.
Саҡырылған ҡунаҡтар – БДУ-ның өлкән уҡытыусыһы Тимерғәле Әбделғәлим улы Килмөхәмәтов, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире Салауат Ғайса улы Кәримов, Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар Дуҫлығы йорто етәксеһе Илгиз Зәмфир улы Солтанморатов Кирәй Мәргән тураһындағы яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Ғалимдың, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен һаҡлау менән бер рәттән, уны үҫтереүҙең әһәмиәтен тәрән аңлаған шәхес булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Тимерғәле Әбделғәлим улы Әхнәф Нурый улы Кирәевтың (Кирәй Мәргәндең) Башҡорт дәүләт университетының башҡорт әҙәбиәте, фольклоры кафедраһы мөдире булып эшләгән йылдарын иҫкә төшөрҙө, уның ғалим һәм академик булыу менән бер рәттән, бик ябай, ярҙамсыл, изгелекле кеше булыуын әйтеп, ошоға ҡағылышлы ваҡиғаларҙы һөйләп, урыны менән шаяртып, кисә барышын йәнләндереп ебәрҙе.
Ветеран уҡытыусылар Көнһылыу Ғайсар ҡыҙы Насретдинова, Ғәлимә Мансур ҡыҙы Ғәлиева әҙәбиәтсе тураһында матур хәтирәләре менән уртаҡлашты. Рәсидә Мостафина башҡарыуындағы башҡорт халыҡ йыры залдағыларҙың күңелен арбап моң даръяһында бәүелтте. Кисәне матур итеп ойошторған һәм алып барған Гүзәл Рәсим ҡыҙы Нурыеваға барыһы ла рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.

Гөлсөм ХАФИЗОВА,
Илеш районының Үрге Йәркәй ауылы.

Читайте нас: