Бөтә яңылыҡтар

Милли үҙәк ишектәрен асты

Башҡортостан Республикаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Фәрит улы Хәбировтың V Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы делегаттары алдындағы сығышында билдәләүенсә, “Башҡорттар милләт булараҡ бик күптән формалашҡан. Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡбыҙ”.
Боронғо йолаларыбыҙҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе яңыртыу, һаҡлау һәм киләсәк быуындарға тапшырыу маҡсатында республиканың район-ҡалаларында төрлө саралар ойошторола. Ололар менән йәш быуын араһындағы бәйләнеште һаҡлау, үҫтереү йүнәлешендә башланған был эштәрҙең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында ла Башҡортостан республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йортоноң филиалы – Муса Гәрәев исемендәге милли тарихи-мәҙәни үҙәк – үҙенең ишектәрен асты. Уның етәксеһе итеп Гүзәл Рәсим ҡыҙы Нурыева тәғәйенләнде. “Телебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы һаҡлау, үҫтереү ниәтендә эшләйәсәк тарихи-милли үҙәк бик ваҡытлы асылды. Өлкән быуын кешеләре туплаған тәжрибәне йәштәргә тапшырырға, улар менән күҙгә-күҙ ҡарашып, проблемаларҙы бергәләп хәл итергә кәрәк”, – тип үҙ уйҙары менән бүлешә Гүзәл Нурыева.
Саҡырыуҙы ишетеү менән, тәүгеләрҙән булып райондың башҡорт теле уҡытыусылары килеп, үҙ-ара кәңәшләште. Ағинәйҙәр ҡорон, “Әхирәттәр” клубын ойоштороу, “Өләсәйем һандығы” йүнәлешендә эштәр башҡарыу планлаштырылды.
Ағинәйҙәр ҡороноң тәүге эше – район һабан туйындағы тәүге сығыштары уңышлы үтте. Был фольклор ансамбле Рәсидә Мостафина етәкселегендә йыр-бейеүҙәр, ҡобайырҙар өйрәнеү, уларҙы халыҡҡа еткереү менән бер рәттән, Мәрйәм Шәмсиева ижад иткән мөнәжәттәрҙе халыҡҡа еткереүҙе лә күҙ уңында тота.
Халҡы һәм уның киләсәге өсөн янып йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштергән тарихи үҙәк ҙур маҡсаттар менән йәшәй. Башҡорт халҡы үҫешенең иң мөһим мәсьәләләре һәм уны тормошҡа ашырыу юлдары тураһында фекер алышҡанда демография, сәләмәтлекте һаҡлауға иғтибар йүнәлтелә. Балалар менән осрашыуҙар ваҡытында төрлө спорт ярыштары, милли уйындар үткәреүҙең мөһимлеге һыҙыҡ өҫтөнә алына.
Ағинәйҙәр ҡоро ағзаһы Әнисә Саттарова милли ризыҡтар менән таныштырып, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемдәре, милли биҙәктәр тураһында үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлаша, кейемдәр тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре алып бара. Тимәк, яҡташтарыбыҙ төнъяҡ-көнбайыш башҡорттарының үҙ йөҙөн, үҙ асылын күрһәтә.
Халҡыбыҙҙың үткәне менән таныштырыу, уның данлы улдары, бөйөк шәхестәре тураһында төрлө саралар үткәреү, мәктәп уҡыусылары менән аралашыу, төрлө йыйындарҙа ҡатнашыу менән бер рәттән, шәжәрәләр күргәҙмәһе, халыҡ уйындары ла ойошторола. Мәҫәлән, Фәнә Минһажева өләсәйҙәрҙең серле һандығын асып, балаларҙы халҡыбыҙҙың үткәндәренә сәйәхәт иттерә, йәш быуын күңеленә милли орлоҡтар сәсә. Киләсәктә был орлоҡтар шытым бирер, тип өмөтләнәбеҙ.

Гөлсөм ХАФИЗОВА,
Илеш районының Үрге Йәркәй ауылы.


Читайте нас: